Эстәлеккә күсергә

Исмәғил пәйғәмбәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғил пәйғәмбәр
ғәр. إسماعيل‎‎
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө б. э. т. 1800
Тыуған урыны Фәләстин
Вафат булған көнө Б. э. т. XVIII быуат
Вафат булған урыны Мәккә, Хижәз
Ерләнгән урыны Мәсджид әл-Харам мәсете
Атаһы Ибраһим пәйғәмбәр
Әсәһе Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе)[d][1]
Бер туғандары Исхаҡ (пәйғәмбәр)
Һөнәр төрө дин өндәүсе, пәйғәмбәр
Биләгән вазифаһы Пәйғәмбәрҙәр
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән, Әл-Бәҡара, Әлү Ғимран, Ән-Нисә, Әл-Әнғәм, Ибраһим, Мәрйәм, Әл-Әнбийә һәм Сад
 Исмәғил пәйғәмбәр Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исмәғил (ғәр. إسماعيل‎) — Исламда пәйғәмбәр, Ибраһим пәйғәмбәрҙең беренсе улы, баш балаһы. Әсәһе Мысырҙан — Һәжәр (Агарь). Тәүраттағы Измаил. Аллаһы тәғәлә уға Ғәрәбстан ярымутрауында Ибраһим динен таратыу бурысын йөкмәткән булған. Ҡөрьәндә телгә алына.

Мосолмандар Исмәғилде ғәрәп халҡының тәүатаһы тип һанай. Исламда уның роле Тәүраттағына ҡарағанда ҙурыраҡ. Ҡөрьәндә Исмәғил үәхи ебәрелгән һәм кешеләрҙе доға ҡылырға өйрәткән шәхес тип атала[2]. Аллаһының ҡушыуы буйынса ул атаһы Ибраһим менән Әл-Хәрәм мәсете — Ҡәғбәтулланы төҙөгән[3].

Ҡәғбәтулла — тәүге мәсет

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғибәҙәтхананы Ибраһим пәйғәмбәр менән уның улы, нәҫеленән данлы мосолман милләте барлыҡҡа килгән Исмәғил ғәләйһиссәләм һалған. Ҡәғбәтулла тап ошо урында Атабыҙ Әҙәм һәм Инәбеҙ Һауа тарафынан уҡ төҙөлөп, туфан ваҡытында батҡаҡҡа күмелеп ҡалғас, Аллаһы Тәғәлә яңы быуын Пәйғәмбәрҙәргә тәү мәсет мәҡамын яңынан күрһәткән, тиелә риүәйәттәрҙә. Уларға туфан ваҡытынан ҡалған ожмах ташын — Ҡара ташты — Ябраил фәрештә табышып биргән. Хажиҙар тап бына шул ташҡа ҡағылып, теләк әйтергә тырыша ла инде. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, ташҡа табыныу, унан хикмәт көтөү түгел, ә ихластан Аллаһыға, унан ингән дингә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт пәйғәмбәргә саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм инаныуҙы белдереү ғәмәле. Әйткәндәй, хәҙер Ҡара ташты көпләп, тапҡырына ҡара бау тағып ҡуйғандар. Мосафирҙар шуға ҡағылыу менән генә мөрхәтһенә. Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә Ибраһим пәйғәмбәрҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған — тауаф ҡылыусылар уға яҡын уҙырға тырыша.

Панорама әл-Хәрәм мәсете хаж ваҡытында

Сафа-Мәрүә риүәйәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп риүәйәттәрендә Ибраһим пәйғәмбәрҙең бик оло йәшкә тиклем балаһы булмаған тип бәйән ителә. Уға кәнизәге Һәжәр улы Исмәғилде тапҡас, ҡатыны Сара көнләшеп, уларҙы сүлгә алып барып ташлата.Хажда Сафа һәм Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәғи ҡылыу — улар яҙмышының сағылышы.

Исмәғил затының тәү инәһе Һәжәр, ире Ибраһим килтереп ташлағас, сабыйы менән ҡыяҡ та үҫмәгән яланғас, шөҡәтһеҙ тауҙар араһында япа-яңғыҙ ҡалған, һыу эҙләп ошо аралыҡта йүгереп йөрөгән. Етенсе тапҡырына йүгереп төшкәнендә Исмәғиле эргәһендә Ябраил фәрештәне һәм балаһының уң аяғы аҫтынан шишмә урғылып сығыуын күрә. Һыу тиҙ генә эргә-тирәне баҫа башлағас, Һәжәр: «Зәм-зәм, зәм-зәм (беҙҙеңсә „сеү-сеү“ һымағыраҡ)», — тип тыя-тыя, балсыҡ менән ҡоймалап ала. Исмәғил әсәһе ағымды шулай туҡтатмаһа, һыу бар донъяны баҫыр ине, тиелә риүәйәттә.

Хаж мәлендә сәғи ҡылыу — әсә сабырлығы, мөхәббәте, Аллаға инанғанлығына хөрмәт белдереүҙер. Ә ғәрәптәрҙең тәү бабалары Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр төҙөгән Ҡәғбәтуллаға тауаф — ата рухын ололауҙыр [4][5]

Риүәйәттәрҙә Ибраһим пәйғәмбәр Аллаһы тәғәләнән ялбарып бала һораған, бер бала бирһәң, һиңә ҡорбан итер инем, тип һораған тигән бәйән бар. Улы үҫмер сағында Ибраһим пәйғәмбәрҙең төшөнә шул вәғәҙәһе инә, һәм уны үтәргә ваҡыт еткәнен аңлай.

Ибраһим пәйғәмбәр үҙе биргән вәғәҙәгә ярашлы улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә китеп барғанында Мөздәлифә үҙәненән уҙған, ти. Кеше рәүешенә ингән шайтан Ибраһимдың ҡаршыһына сыҡҡан да: — Улыңды салып енәйәт эшләйәсәкһең, һин бит төш күреп һаташҡанһың да шуға ышанып ҡына киләһең, — тип күңеленә шик һалып маташҡан. Өс тапҡыр шулай юлына сыҡҡан, әммә пәйғәмбәр уны таш менән бәреп ҡыуып ебәргән (хажда шайтанға таш ташлау йолаһы шуның сағылышы).

Иблис Исмәғилгә, атайың һине ҡорбан итеп салырға алып бара, тип бышылдай башлаған. Малай, атайым Аллаһ ризалығы өсөн быны эшләргә йыйына икән, нисә ғүмерем булһа ла бирер инем, тип яуаплаған һәм һәр юлы уны таш бәреп ҡыуған.

Былар тыңламағас, Иблис Һәжәрҙе ҡоторторға маташҡан. Изге әсә лә, Аллаһ ризалығы өсөн икән, мин нисә улым булһа ла ҡорбан ителеүенә риза булыр инем, тип шайтанды ҡыуып ебәргән. Тауға килеп еткәс, улы иҫ киткес тәҡүәлек менән ташҡа башын һалған.Әммә үткер бысаҡ ҡапыл киҫмәҫ була, ә Ибраһим пәйғәмбәр асыуланып уны ергә атып бәргәс, ҡапыл телгә килә лә, мин дә бит Аллаһыға буйһонам, ә Уның улыңды салырға миңә рөхсәте юҡ, тигән. Күктән ошо мәлдә Аллаһы Тәғәлә ергә бер һарыҡ (ҡусҡар) төшөргән. Шунан бирле хаж мәлендә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, Ҡорбан байрамы үткәрелеп, унда айыра тояҡлы берәй мал салалар. Ибраһим һәм улы Исмәғил тураһындағы риүәйәттәрҙә пәйғәмбәрҙәрҙең иман ныҡлығы бәйән ителә.

Башҡортостанда — Ҡорбан байрамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорбан салыу йолаһы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килә. Башҡортостанда был көн байрам итеп үткәрелә (Ҡорбан байрамы)[6]

Атаһы — Ибраһим пәйғәмбәр, әсәһе — Мысыр сығышлы Һәжәр.

Исмәғилдең улдары: Нәбит, Ҡидар (ғәр. قیدار‎), Әдбәил, Мибшам, Мишмә, Дүмә, Мишә, Худуд, Йатмә, Йатур, Нәфис һәм Ҡидман. Ғәрәп тарихнамәһендә Нәбит менән Ҡидар нәҫелдәре генә билдәле.

Риүәйәт ителеүенсә, Исмәғил әсәһенең вафатынан һуң жүрхүм ырыуы ҡыҙына өйләнгән. Күпмелер ваҡыттан уны айырып, шул уҡ ырыуҙан икенсе ҡатын алған. Ғәрәп генеологтары «төньяҡ ғәрәптәр» уның нәҫеле тип һанай [4].

Исмәғил пәйғәмбәр ҡәбере Ҡәғбәтулла янында Һижр Исмәғил тигән ерҙә урынлашҡан тип һанайҙар[2].

  • Пиотровский М. Б. Исмаил // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 110.
  • Пиотровский М. Б. Исмаил. — Мифы народов мира. Энциклопедия. том=1
  • Али-заде, А. А. Исмаил (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Исмаил — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  • Г. Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө, 2014. — 231 бит

{{хаж}}

[[Категория:Ислам терминдары]] [[Категория:хаж]] [[Категория:Ислам дини тәртибе һәм тәжрибәһе]]