Йыназа намаҙы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Йыназа намаҙы(ғәр. صلاة الجنازة — мәйет өсөн доға) — "Фарзы-кифая"лыр һәм мәйет өсөн доғалыр. Дин ҡәрҙәшенең ғонаһ һәм хаталарын ғәфү итеүен Аллаһы Тәғәләнән һорау, уға булған һуңғы вазифабыҙ.
Йыназа тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үлем хәлендә булған мосолманды, уң яғына ятҡырып, йөҙөн Ҡиблаға ҡаратып һалырға тырышырға кәрәк. Унан һуң янында ултырып, шәһәҙәт кәлимәһен әйтеп, «Йәсин» сүрәһен уҡыу уның хәлен еңеләйтер.
Вафат булғас, ауыҙы асыҡ булһа, яптырып, эйәге башы аша бер сепрәк менән бәйләнә. Күҙҙәрен йомдороп, ҡулдары кәүҙәһе буйлап һуҙып һалына. Шешенмәһен өсөн ҡорһағына бер тимер киҫәге ҡуйыла.
Йыуылғансы янында Ҡөрьән Кәрим уҡылмай. Йыуғанда, аяҡтары Ҡиблаға ҡаратылып, махсус ҡолашаға һалалар. Ғәүрәт ерҙәрен ябып, кейемен һалдыралар. Мәйет йылы һыу менән йыуыла.
Әгәр вафат булған кеше донъялыҡта намаҙ уҡып йөрөгән булһа, йыуыусы ҡулына бер туҡыма сорнап, йыуа башлағас, ҡаплағысын асмайынса тәһәрәт алдыра, ауыҙ-танауына һыу һалмай. Әгәр жүнүб икәнен белһә, ауыҙ-моронон да йыуа. Булмаһа, ауыҙ-морон өҫтәрен, тештәрен, танауҙарын һәм кендек эсен мәсех ҡылыу ҙа етә.
Башы һәм һаҡалы һабынлап йыуыла. Әммә сәстәре таралмай. Шунан һуң йыуыусы мәйетте һул яғына ятҡырып — уң яғын, уң яғына ятҡырып һул яғын йыуа. Артабан, кәүҙәһенең билдән өҫ яғын күтәреп, үҙенә терәтеп, ҡорһағын мәсех ҡыла. Мәйеттән нәжес сыҡһа, һыу менән йыуыла, әммә мәйет тулыһынса ҡабаттан йыуылмай. Шунан һуң уның тәне, таҙа сепрәк менән һөртөп киптерелеп, кәфенләнә.
Кәфен
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәфен — мәйеттең күлдәге.
Кәфен ир-егет өсөн ҡамис (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.
Әгәр туҡыма әҙ булһа, ир-егет өсөн изар һәм лифафә, ҡатын-ҡыҙ өсөн изар, лифафә һәм баш ҡапламаһы ла етә. Улай ҙа эшләп булмаһа, мәйет бер туҡымаға торолоп ерләнә. Кәфендең аҡ мамыҡ туҡыманан булыуы хәйерлерәк.
Мәйет нисек кәфенләнә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәйет ҡамис менән муйынынан әяғына хәтлем, изар менән башынан аяғынаса төрөлә һәм лифафә менән бөтә тәне ҡаплана һәм остары бәйләнә.
Төргәндә уңдан һулға табан төрөлә. Кәфендә кеҫә һәм яғалар булмай, ситтәре ҡайтарылып тегелмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙа баис ҡапламаһы ҡамис өҫтөнән һәм лифафә аҫтына ҡуйып ҡалдырыла.
Йыназа намаҙы (фарыз-кифая)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыназа намаҙы — вафат булған дин ҡәрҙәштәребеҙҙең рухына доға ҡылыу менән бәйле бер фарыз кифая.
Уның шарттары түбәндәгеләр:
- Йыназа уҡылған кеше мосолман булыуы (мосолман булыуы билдәле булмаһа, йәки был хәлдә мосолманмы, тү-гелме икәнлеге беленмәгән кешегә йыназа уҡылмай, уның мосолманлығына дәлил һәм шаһиттар кәрәк була. Дәлилдәр һәм шаһиттар мөхтәбәр кешеләр тарафынан айырым билдәләнә).
- Мәйеттең йыуылғас пак кәфенгә төрөлөүе.
- Мәйеттең имам һәм йәмәғәт алдында булыуы.
- Мәйеттең кәүҙәһенең тулыһынса, һис юғында, күпселек өлөшөнөң булыуы (әгәр кәүҙәһенең ҙур өлөшө йәки башы булмаһа, йыназа намаҙы уҡылмай һәм мәйет йыуыл май, берәй туҡымаға төрөп күмелә).
Йыназа намаҙы «Фарзы-кифая» булғанлыктан, ҡайһы бер мосолмандар был намаҙҙы ҡылһалар, башҡаларҙың ҡылыу кәрәклеге ҡалмай. Башҡа намаҙҙарҙы боҙған нәмәләр йыназа намаҙын да боҙа. Намаҙ ҡылырға мәкрух булған өс вакыттан тыш йыназа намаҙын һәр вакыт ҡылырға мөмкин.
Йыназа намаҙының рукундары: дүрт тәкбир менән ҡыям. Сәләм биреү ваджиб һанала. Йынаҙа намаҙында рукуғ һәм сәждәләр юк.
Йыназа намаҙының сөннәттәре:
- Намаҙ ҡылдырасак имамдың мәйеттең күкрәк тәңгәлендә тороу,
- Беренсе тәкбирҙән һуң «Сөбханәкә» укыу,
- Икенсе тәкбирҙән һуң «Аллаһуммә салли-барик» укыу,
- өсөнсө тәкбирҙән һуң доға укыу.
Йыназа намаҙын ҡылыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәйет йыуылып, кәфенгә төрөлөп намаҙ ҡылынасак ергә — «мосалла»ға, йәмәғәттең ҡаршыһына куйыла. Йыназа намаҙы дүрт тәкбир һәм ҡыям менән үтәлә.
Был намаҙ сәждәһеҙ һәм рөҡүғһыҙ башҡарыла. Намаҙ ҡылдырасак имам мәйеттең күкрәк тәңгәленә баҫа. Йәмәғәт аяҡта килеш киблаға карап имам артынан сафка теҙелә. Йәмәғәттең өс рәткә теҙелеүе сауаплылыр.
Ниәт итеү:
Ниәт әйткәндә ир-ат йәки катын-кыҙ, ир бала йәки кыҙ бала булыуы әйтелә.
Намаҙ ҡылдырыусы имам: «Ниәт иттем Аллаһ ризалығы өсөн хәҙер булған йыназа намаҙын ҡылырға (мәйет ир-ат булһа) ошо ир өсөн доға кылырға» тип ниәт ителә.
Мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа — Ошо ҡатын өсөн доға, Мәйет ир бала булһа — Ошо ир бала өсөн доға, Мәйет ҡыҙ бала булһа — Ошо ҡыҙ бала өсөн доға, тип әйтелә.
Имамдың артынан йәмәғәт: «Ниәт иттем Аллаһ ризалығы өсөн хәҙер булған йыназа намаҙын ҡылырға (мәйет ир-ат булһа) ошо ир өсөн доға ҡылырға эйәрҙем ошо имамға» тип, ниәт итә. Мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа — Ошо катын өсөн доға, Мәйет ир бала булһа — Ошо ир бала өсөн доға, Мәйет ҡыҙ бала булһа — Ошо ҡыҙ бала өсөн доға ҡылырға, тип әйтелә.
Йәмәғәттән берәйһе мәйеттең ир-атмы, ҡатын-ҡыҙмы икәнен белмәһә ошо рәүештә доға ҡылыр: «Аллаһ ризалығы өсөн имам тарафынан ҡылдырылған ошо йыназа намаҙын ҡылырға, мәйет өсөн доға ҡылырға һәм эйәрҙем ошо имамға», тип ниәт итер.
Ниәт иткәндән һуң имам юғары тауыш менән, уның артынан йәмәғәт эстән генә «Аллаһу әкбәр» тип, беренсе тәкбирен алып, башҡа намаҙҙарҙағы кеүек, ҡулдарын колак йомшағына тиклем күтәрер, һуңынан кендек аҫтында бәйләй.
Имам һәм йәмәғәт эстән генә "Сөбханәкә"лә башка намаҙҙарҙа укылмаған «Үә жәллә ҫәнәүк» һөйләмен кушып укый.
Сөбханәкәне укығандан һуң, ҡулдарҙы күтәрмәйенсә имам кыскырып йәмәғәт эстән генә «Аллаһу әкбәр», тип икенсе тәкбирҙе ала. Имам да, йәмәғәт тә эстән генә «Аллаһуммә салли-барик» доғаларын укый.
һуңынан, кулдарҙы күтәрмәйенсә генә яңынан «Аллаһу әкбәр» тип, өсөнсө тәкбир алына һәм йыназа доғаһы укыла. Йыназа доғаһын белмәгән кешегә «Кунут» доғаларын да уҡырға мөмкин. Кунут доғаларын да белмәгәндәргә «Раббәнә әтинә фиддунйа хәсәнәтән үә фил әхирәти хәсә-нәтән үә кыйна ғазәбәннәр» аятын укырға мөмкин.
Бынан һуң, ҡулдарҙы күтәрмәйенсә дүртенсегә «Аллаһу әкбәр» тип тәкбир алына һәм, бер нәмә лә укымай иң беренсе уң якка боролоп, «Әссәләмү аләйкүм үә рәхмә-туллаһ» тип әйтелә, һуңынан һул якка борлоп «Әссәләмү аләйкүм үә рәхмәтуллаһ» тип әйтелә һәм шул рәүештә йыназа намаҙы тамамланған була.
Йыназа намаҙының өсөнсө рәкәғәтенән һуң уҡыла торған доғалар: һәр мәйет өсөн иң элек ошо доға укыла: «Аллаһуммә иғфир лихәййинә үә мәййитинә үә шәһидинә үә ғаъибинә үә ҙәкәринә үә үнҫәнә үә сағиринә үә кәбиринә. Аллаһуммә мән ахйәйтәһү миннә фәәхйиһи ғәләл-ислами үә мән тәүәффәйтәһү миннә фәтәүәффәһү ғаләл-имани».
Мәғәнәһе: «Йә Раббым, беҙҙең тереләребеҙҙең һәм үлгәндәребеҙҙең, яныбыҙҙа булғандарыбыҙҙың һәм булмағандарыбыҙҙың, ир-аттарыбыҙҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың һәм ололарыбыҙҙың ғонаһтарын ғәфү ит. Йә Раббым, беҙҙән һуң киләсәк быуынды ислам динендә ярат. Беҙҙән алда йәндәрен аласаҡтарҙы ла ислам динендә ал».
Был доғанан һуң, йыназаның кем булыуына карап, түбәндәге доғаларҙың береһе уҡыла. Мәҫәлән:
Мәйет ир-ат булһа, ошо доға уҡыла:
«Үә хусса һәҙҙәл мәййтинә бираухи үә ррә-хәти үәлмәғфирати үәрридуан. Аллаһуммә ин кәнә мухси-нән фәзид фи ихсәниһи үә ин кәнә мүсийән фәтәжәүәз ғәнһү үә ләккиһил әмнә үәль бушра үәлкарәмәтә үәззулфә бирахмәтикә йә әрһамәррахимин».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, бигерәк тә был мәйетте рәхмәткә һәм рәхәткә ирештер, ғонаһтарын ғәфү ит, риза бул унан. Аллаһым, был мәйет донъяла яҡшы кеше булған булһа, хәҙер һин дә уға яҡшылығыңды артығы менән бир, әгәр был мәйет берәй ғонаһкар кеше булған булһа, язалама, гонаһтарын ғәфү ит. Был мәйетте ҡурҡҡандарынан имен ҡыл, лотыфың менән уны әхирәт шәрәфенә һәм юғары мәртәбәләргә ирештер. Әй мәрхәмәтлеләләрҙән мәрхәмәтле булған Аллаһым».
Мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, ошо доға уҡыла:
«Үә хусса һәҙиһил мәййтинә бираухи үә рәхәти үәлмәғфирати үәрридуан. Аллаһуммә ин кәнәт мух-синәтән фәзид фи ихсәниһа үә ин кәнәт мүсиәтән фәтәжәүәз ғәнһә үә ләккийһәл әмнә үәльбушра үәлкарәмәтә үәззулфә бирахмәтикә йә әрһамәррахимин».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, был мәйет донъяла бер яҡшы кеше булған булһа, хәҙер һин дә уға яҡшылығыңды артығы менән бир, әғәр был мәйет берәй гонаһкар кеше булған булһа, язалама, гонаһтарын ғәфү ит. Был мәйетте ҡурҡҡандарынан имен ҡыл, лотыфың менән уны әхирәт шәрәфенә һәм юғары мәртәбәләргә ирештер. Эй мәрхәмәтлеләрҙән мәрхәмәтле булған Аллаһым».
Мәйет ир бала булһа, ошо доға уҡыла: «Аллаһүммә әжғәлһү ләнә фаратән үәжгәлһү ләнә әжрән үә ҙүхрән үәжгәлһү ләнә шәфиғән үә мүшәф-фәғә».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, был баланы йәннәттә беҙҙе ҡаршы алыусы һәм әхирәт бүләге ит.
Аллаһым, был баланы беҙҙең өсөн шәфәғәтсе ҡыл һәм шәфәғәтен ҡабул ит».
Мәйет ҡыҙ бала булһа, ошо доға уҡыла: «Аллаһүммә әжғәлһә ләнә фаратән үәжғәлһә ләнә әжрән үә ҙүхрән үәжгәлһә ләнә шәфиғәтән үә мүшәф-фәгәтән».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, был баланы йәннәттә беҙҙе ҡаршы алыусы һәм әхирәт бүләге ит.
Аллаһым, был баланы беҙҙең өсөн шәфәғәтсе ҡыл һәм шәфәғәтен ҡабул ит».
Йыназа доғаларын белмәгәндәргә доға ниәте менән түбәндәге аятты уҡырға мөмкин: «Раббәнә әтинә фиддунйә хәсәнәтән үә фил әхирәти хәсәнәтән үә кыйна ғазабәннәр».
Мәғәнәһе: «Йә Раббыбыҙ, беҙгә донъяла яҡшылыҡ, гүзәллек, әхирәттә лә яҡшылыҡ, гүзәллек бир һәм беҙҙе йәһәннәм ғазабынан һаҡла».
МӨҺИМ ИҪКӘРМӘЛӘР
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күп кенә кешеләр йыназа намаҙының дүртенсе тәкбирендә йә ҡулдарын төшөрмәйенсә сәләм бирә, йә уң тарафҡа сәләм биргәндә уң ҡулдарын, һул тарафҡа сәләм биргәндә һул ҡулдарын төшөрә. Был хәрәкәттәрҙең һәр икеһе лә яңылыш. Дүртенсе тәкбирҙә ҡулдарҙы төшөрөп сәләм биреү дөрөҫ була («Дүрәр», 1/53).
- Йыназа намаҙында имам «Аллаһу әкбәр» тип тәкбир әйткәс, ҡайһы бер кешеләр баштарын юғары күтәрә. Был да — бик яңылыш хәрәкәт. Иң дөрөҫө — намаҙ тамамланғансы баш менән дә, бүтән ағза менән дә һис бер хәрәкәттәр яһамау.
- Йыназа уҡыласаҡ ер йәки аяҡ кейеме таҙа булмаһа, аяҡ кейемен һалып, шуның өҫтөнә баҫалар.
ҠӘБЕР ҺӘМ ДӘФЕН
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыназа намаҙы уҡылғас, табуттың дүрт мөйөшөнән тотоп, ҡәбергә табан күтәреп алып барыу — сөннәт. Мөмкин булһа, табутты кәмендә ҡырҡ аҙым күтәреп барырға кәрәк. Күтәреүселәр абынып китмәҫ өсөн иғтибар менән атларға һәм табутты бик һелкетмәйенсә алып барырға тейеш.
Мәйетте күтәреп алып барғанда һәм ерләгәндә ҡысҡырып ҙикер әйтеү, мәйетте ерләгәнсе ергә ултырыу — мәкруһ.
Ҡәбер кәмендә ярты кеше буйы тәрәнлегендә һәм мәйетте иркен төшөрөрлөк киңлектә булырға тейеш. Тәрәнерәк ҡаҙылһа ла насар түгел. Ҡәбер ҡаҙылып бөткәс, ер ишелмәй торған булһа, ләхет алына. Йәғни, ҡәберҙең Ҡибла тарафы мәйет һыйырлыҡ итеп уйыла, һәм мәйет шунда индереп һалына.
Ҡәбергә төшөргән кеше мәйетте уң яғына ятҡырып, йөҙөн Ҡиблаға ҡаратып ҡуйғанда: «Бисмилләәһи үә ғәләә милләти рәсүлилләәһ» — тип әйтә. Кәфендең баш һәм аяҡ остарындағы бауҙары сиселә.
Эсендәге мәйет өҫтөнә тупраҡ ҡойолмаһын өсөн ләхет кирбес йәки таҡта менән ҡаплана. Кирбес табыуы еңел булып та, уның урынына таҡта йәки башҡа яһалма материал ҡуйыу — мәкруһ.
Ҡәбер шул уҡ ерҙән алынған тупраҡ менән ерҙән кәмендә бер ҡарыш бейегәйтеп, шунан һуң тағы ла үркәс-ләндереп өйөлә. Өйөм мөйөшләп ҡуйылмай.
Ҡәбер өҫтөнә зиннәт өсөн бина яһау — мәкруһ. Таҙа булһын өсөн тип өҫтөнә нимәлер ҡороу ҙа — мәкруһ.
Гүр эйәһенең хәтирәһе юғалмаһын өсөн ҡәбер өҫтөнә яҙыулы таш ҡуйыуҙа гонаһ юҡ. Мәйетте бина эсенә күмеү ҙә — мәкруһ, ярамаған эш. Өй эсенә күмеү пәйғәмбәрҙәргә генә хас. Талашып һәм баҫып алынған урынға ла ҡуйырға ярамай.
Мәрхүм йәки мәрхүмәнең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу ваҡыты — өс көн. Бынан артығы мәкруһ һанала. Мәйетте сәбәпһеҙ бер ҡаланан икенсе ҡалаға күсереү ҙә — файҙаһыҙ һәм мәкруһ.
Үлгән кешеләрҙең рухы өсөн тәүхид кәлимәһен (тәһлил) әйтергә һәм Ҡөрьән Кәрим хәтемдәрен уҡырға ярай. Бындай хәтемдәрҙә мәрхүм өсөн бик ҙур әжер, сауап һәм файҙа бар.
Унан һуң мәйеттең рухын шат итеү өсөн саҙаҡа һәм хәйерҙәр биреү, фәҡирҙәргә ярҙам итеү — рухи матурлыҡ билдәһе. — 1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
- Рәсемле намаҙ китабы. Илһам Дилмөхәмәтов."Хәмзә" исемендәге игелек һәм ярҙам фонды.