Австрия
Австралия менән бутамаҫҡа.
| |||||
Гимн: Австрия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | Австро-Венгрия тарҡалыуы (17 октябрь 1918 йыл иленән) | ||||
Рәсми телдәр | немец | ||||
Баш ҡала | Вена | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Вена, Грац, Линц, Зальцбург, Инсбрук | ||||
Идара итеү формаһы | Федератив республикаһы | ||||
Федераль Президенты Федераль Канцлер |
|||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
112 урын 83 871 км² 1,7% | ||||
Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ |
94 урын ▲8 420 010 100,2 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2013) • Кеше башына |
35 урын 380,5 млрд $ 42 082 $ | ||||
Валюта | евро | ||||
Интернет-домен | .at, .eu | ||||
Телефон коды | +43 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
А́встрия (нем. Österreich - Өстеррайх), рәсми исеме А́встрия Республика́һы (нем. Republik Österreich) — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса демократик парламент республикаһы. Австрия 9 федераль штаттан тора.
Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт теле — немец.
1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берләшмәһе ағзаһы. 1955 йылда даими нейтралитет һәм бер ниндәй ҙә хәрби блоктарға ҡушылмауҙы иғлан итә. Аҡса берәмеге — евро.
Дәүләт төньяҡтан Германия (784 км) һәм Чехия (362 км) менән, көньяҡтан Словения (91 км) һәм Италия (430 км) менән, көнбайыштан Швейцария (164 км) һәм Лихтенштейн (35 км) менән, көнсығыштан Словакия (91 км) һәм Венгрия (366 км) менән сиктәш.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең атамаһы «Көнсығыш дәүләт» тип тәржемә ителгән Ostarreіch боронғо немец теленән барлыҡҡа килгән. «Австрия» атамаһы тәүге тапҡыр 966 йылдың 1 ноябрендәге документта телгә алына.
Австрия флагы донъяла иң боронғо дәүләт симовлдарының береһе булып тора. Риүәйәт буйынса, 1191 йылда өсөнсө тәре яуының алыштарының береһендә Австрия герцогы Леопольд V-нең ап-аҡ күлдәге тулыһынса ҡанға буялған. Герцог үҙенән киң билбауын сискәс, күлдәктә аҡ һыҙат барлыҡҡа килгән. Был төҫтәрҙең урынлашыуы билдә, ә киләсәктә Австрия Республикаһының флагы булып киткән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраға тиклем 15 йылда хәҙерге Австрияның ерҙәрен Рим империяһы кельттарҙан тартып алған. VI—VIII быуаттарҙа буласаҡ Тироль территорияһын бавар герман ҡәбиләһе биләй, ә буласаҡ Штирия һәм Каринтия территорияларын славяндар биләгән була. 788 йылда франктар баҫып алған. 803 йылда Авар маркаһы төҙөлгән, 976 йылда уның исеме Көнсығыш марка тип үҙгәртелгән. Үҙҙәренең барлыҡҡа килгәненән алып Австрия, Штирия, Каринтия һәм Тироль абсолют монархия булғандар. 1156 йылда Бабенбергтар династияһы хакимлығы осоронда Австрия Баварияның составынан сыға һәм үҙаллы герцоглыҡ булып китә, 1276 йылда бында власть Габсбургтар династияһына күсә.
1438 йылдан алып Австрия герцогтары башлыса Изге Рим империяһы императорҙары тарафынан һайланған, ә 1453 йылда (был ваҡытта улар шәхси уния составында булғандар) Австрия герцогы эрцгерцог титулын ала. 1526 йылда Австрия составына Чехия һәм Хорватия ҡушыла. Силезия һуғышы һөҙөмтәһендә ил Силезияны юғалтҡан. XVIII быуат аҙағында Польшаны бүлеү һөҙөмтәһендә Австрия составына Галиция, Кесе Польша һәм Көньяҡ Мазовия (Көнбайыш Галиция булараҡ) ингән. 1687 йылда Австрия менән унияға Венгрия эләккән. Наполеон Францияһы менән һуғыштар һөҙөмтәһендә, 1806 йылда Австрия эрцгерцогы Изге Рим империяһы императоры титулынан мәхрүм ителгән, әммә Австрия императоры титулын алған, ә 1815 йылда Германия союзы төҙөлгәндән һуң Австрияның императорҙары уның президенты булып торған, ил Көньяҡ Мазовияны юғалтҡан, әммә Ломбардия менән Венетоға эйә булған. 1859 йылда Австрия-Италия-Франция һуғышыда еңелеү арҡаһында ул Ломбардия менән Венетоны юғалтҡан, 1866 йылда Австрия-Пруссия һуғышында еңелгәндән һуң, Германия союзы тарҡалған.
1867 йылдан Австро-Венгрия дуалистик монархия булып киткән.
Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң, 1918 йылдың 11 ноябрендә Австрия императоры (кайзеры) һәм Венгрия короле Карл I тәхеттән баш тартҡан, ә 12 ноябрҙә рейхсрат (парламент) монархияны һәм лордтар палатаһын бөтөргән. Австро-Венгрия империяһы тарҡалған.
1938 йылда Өсөнсө рейх Австрияны үҙенә ҡушҡан. 1945 йылдың апрелендә ил фашист ғәскәрҙәренән азат ителгән. Австрия дүрт оккупация зонаһына бүленгән, уларҙы СССР, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Франция ғәскәрҙәре контролдә тотҡан. 1955 йылдың октябрендә Австрияның даими нейтралитеты тураһында закон сыҡҡан. 1955 йылдың 25 октябрендә барлыҡ союздаш ғәскәрҙәр Австрия территорияһынан сыҡҡан.
«Һалҡын һуғыш» дәүере Австрияға, уның баш ҡалаһы Венаға дипломатик билдәлелек биргән. Бында иң ҙур халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО-ның вәкиллектәре төпләнгән.
1995 йылдың 1 ғинуарында Европа берлегенә ҡушылған.
Ике донъя һуғышы араһында. Икенсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германия империяһы һәм уның төп союздашы Австро-Венгрия империяһы Беренсе донъя һуғышында еңелә һәм тарҡала.
Беренсе донъя һуғышынан һуң инфляция арҡаһында Австрия валютаһы крона арзаная. 1922 йылдың көҙөндә Австрияға Милләттәр Лигаһы күҙәтеүе аҫтында халыҡ-ара заем бирелә. Ссуданың маҡсаты бөлгөнлөккә юл ҡуймау, валютаны тотороҡландырыу һәм Австрияның дөйөм иҡтисади хәлен яҡшыртыу була. Заем Австрия бойондороҡһоҙ дәүләт булыуҙан туҡтап, Милләттәр Лигаһы контроленә күсеүҙе аңлата. 1925 йылда кронаны (Krone) 10 000: 1 менән шиллингҡа (Schilling) алмаштырырға тәҡдим ителә. Һуңыраҡ тотроҡло булғаны өсөн уны «Альп доллары» тип атайҙар. 1925 йылдан 1929 йылға тиклем Австрия иҡтисады ҡыҫҡа ваҡытҡа иң юғары нөктәһенә етә, ә унан һуң Ҡара шишәмбенән һуң ҡапыл саҡ тотошлай емерелмәй ҡала.
Беренсе Австрия Республикаһы 1933 йылға тиклем, канцлер Дольфус, «парламенттың үҙ-үҙен ҡабыҙып-һүндергес-офф» дип аталған тәртибен ҡулланып, Италия фашизмы кеүек режим урынлаштырырға була.[1][2] Ул ваҡыттағы ике ҙур фирҡәнең, социал-демократтар һәм консерваторҙарҙың үҙ хәрби көстәре булған; Социал-демократтарҙың Schutzbund — шутцбунды законһыҙ тип иғлан ителә, әммә граждандар һуғышы (1934 йылдың Февраль ихтилалы) башланған ваҡытта ғәмәлдә була. Был һулдар (социал-демократтар) һәм уңдар араһында ҡораллы бәрелештәрҙә полиция менән армия ла (уңдар яғында) ҡатнаша.
1934 йылдың февралендә Schutzbundтың бер нисә ағзаһын язалап үлтерәләр, социаль-демократик партия законһыҙ тип иғлан ителә, ә уның ағзаларының күбеһе төрмәгә ябыла йәки эмиграцияға китә. 1934 йылдың 1 майында австрофашисттар Дольфус власын нығытҡан яңы Конституцияны («Maiverfassung») ғәмәлгә индерә, әммә канцлер 25 июлдә нацистарҙың фетнәһе ваҡытында үлтерелә.[3][4]
Унан һуң билдәләнгән канцлер Курт Шушниг Австрияны «немец дәүләте», Австрия немецтары- «иң шәп немецтар», тик Австрия бойондороҡһоҙ булырға тейеш тип иҫәпләй тип иғлан итә.[5]1938 йылдың 9 мартында ул 13 мартта Австрияның Германиянан бойондороҡһоҙ булыуы тураһында референдум үтәсәген белдерә. 1938 йылдың 12 мартында Австрия нацистары хөкүмәтте ҡулға ала, немец ғәскәрҙәре илгә баҫып инә, Шушниг референдумы үткәрелмәй ҡала. 1938 йылдың 13 мартында Австрияның Германияға ҡушылыуы тураһында рәсми белдереү була (аншлюс Австрии). Ике көндән һуң Австрияла тыуған Гитлер Венала тыуған иленең «Герман рейхының ҡалған өлөшө менән» яңынан ҡушылыуын белдерә. 1938 йылдың апрелендә ул плебисцит үткәрә, уның һөҙөмтәһе илдең Германияға ҡушылыуын нығытып ҡуя.
Германияла парламент һайлауҙары 1938 йылдың 10 апрелендә (күптән түгел ҡушылған Австрияны ла индереп) үтә. Был нацистар идара иткән осорҙа Рейхстагҡа һуңғы һайлауҙар була һәм бер мәсьәлә буйынса референдум формаһында үтә, тағы һайлаусыларҙан нацистар партияһының берҙәм исемлеген хуплайҙармы, тип һорайҙар (Рейхстагтың 813 ағзаһы өсөн), шулай ук Австрияны рейхҡа ҡушыу өсөн тауыш бирелә. Йәһүдтәр һәм сиғандарға тауыш бирергә рөхсәт итмәйҙәр. Һайлауҙарҙа 99,5 % тауыш биреүсе ҡатнашҡан, шул уҡ ваҡытта 98,9 % «ыңғай» тауыш биргән. Австрия, Адольф Гитлерҙың тыуған илендә, электораттың 99,71 % (4 484 475) тауыш биреүҙә рәсми ҡатнашҡан, шул ук ваҡытта ыңғай яуап биреүселәр 99,73 % тәшкил итә.[6] Австрияларҙың күбеһе аншлюс өсөн тауыш бирһә лә, илдең ҡайһы бер өлөштәрендә Германия һалдаттарын гел сәскәләр менән шатланып ҡаршы алмағандар, бигрәк тә Венала, сөнки Австрия йәһүдтәрнең күпселеге ошо ҡалала йәшәгән. Пропаганда, төрлө манипуляциялар һәм фальсификацияға ғына һылтанып булмай, Гитлерҙың аншлюс планын бында күпселек халыҡ яҡлап сыға һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ошо һайлауҙар аша ярҙам итә. Австрия һәм Германия немецтарының күбеһе немецтарҙың бер дәүләткә берләшеүен электән үк көтә һәм аншлюста был процестың тамамланыуын күрә (Австрия империяһы һәр саҡ күп милләтле була һәм милли нигеҙҙә күрә алмаусанлыҡ һәр саҡ сәскә ата, уның тарихы немец- австрияктарҙың өҫтөнлөгөн һаҡлап ҡалырға тырышыуға ҡоролған).[7]
1938 йылдың 12 мартында Австрия Өсөнсө рейхҡа ҡушыла һәм бойондороҡһоҙ ил булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Йәһүдтәрҙең мөлкәтен арийлаштырыу (Aryanisation, тартып алып, немецтарға биреү) март уртаһында уҡ «ҡырағай тәбиғәт» (йәки законһыҙ) тәртибе буйынса башлана. Тиҙҙән был эшмәкәрлек йәһүдтәрҙең бөтә активтарын тартып алыу тураһында закон нигеҙендә башҡарыла башлай. Был осорҙа Австрияла үҫкән Адольф Эйхман йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү өсөн Венаға күсерелә. 1938 елдың ноябрендә йәһүдтәрҙе ҡыйратыу ваҡытында (Гәлсәр төн) йәһүд һәм йәһүд учреждениелары Венала, Клагенфуртта, Линцта, Грацта, Зальцбургта, Инсбрукта һәм Австрияның бер нисә ҡалаһында рәхимһеҙ һөжүм ҡорбандары була. Отто фон Габсбург, нацистарҙың ялҡынлы дошманы, Австро-Венгрияның һуңғы тәхет вариҫы, Австрияла йөҙләгән ҡала һәм ауылдың почётлы гражданы һәм Шушниг тарафынан Австрия монархы булырҙай шәхес итеп ҡаралған принц, ул ваҡытта Бельгияла булған. Ул аншлюсҡа ҡаршы сығыш яһай, бынан һуң нацист режимы уны эҙләү тураһында иғлан итә, әгәр тотолһа, уны Германияға килтерергә һәм кисекмәҫтән атырға бойорола. 1938 йылда нацистар Австрияны «Остмарк» тип үҙгәртә, 1942 йылдан ул «Альп-Дунай Рейх өлкәһе» (Alpen-und Donau-Reichsgau) тип атала.[8][9]
Австрия кешеләре Өсөнсө рейх халҡының 8 % ғына тәшкил итһә лә, ҡайһы бер билдәле нациҙар-Адольф Гитлер, Эрнст Кальтенбруннер , Артур Зейсс-Инкварт, Франц Штангл, Алоис Бруннер, Фридрих Райнер һәм Вена гаулейтеры Одило Глобочник, СС ғәскәрҙәрендә 13 % һәм концлагерҙар хеҙмәткәрҙәренең 40 % сығышы менән Австриянан була. Рейхсгау территорияһында (Австрия) Маутхаузен үлем лагерынан тыш (KZ-Mauthausen, илдә 49 филиалы була, генерал Д.Карбышев унда язалап үлтерелә) төп лагеренда һәм, барлык федераль ерҙәрҙәге лагерҙарҙа йәһүдтәрҙе, әсирҙәрҙе язалайҙар, ҡот осҡос ауыр эштәргә ҡушалар һәм үлтерәләр. Америка һәм Англия авиацияһы ул ваҡытта Австрия биләмәләренә зыян килтерә алмағанлыҡтан бында концлагерҙағы тотҡондарҙың мәжбүри хеҙмәтен киң ҡулланғандар.[10][11][12] V-2 ракеталары эшләнгән урын тураһындағы мәғлүмәтте һәм уның Пенемюнделағы (Peenemünde) планын союзниктарға Генрих Майер төркөмө тапшыра.
Нацистарға ҡаршы көрәшкән төркөмдәр эҙенә гестапо бик тиҙ төшә. Карл Буриан төркөмө гестапоның Веналағы штаб-квартираһын шартлатыу пландары асыла, ләкин рухани Генрих Майер (һуңыраҡ язалана) төркөмө союзниктар менән бәйләнешкә инә ала. Майер-Месснер төркөмө союзниктарға Фау-1, Фау-2, Tiger танкы һәм самолёттар (Messerschmitt Bf 109, Messerschmitt Me 163 Komet һ.б.) өсөн ҡорал етештереү заводтары тураһында мәғлүмәт ебәреп өлгөрә. Был көрәшселәр төркөмө ул саҡтағы Американың йәшерен хеҙмәте OSS менән бәйләнештә була, ул Освенцим кеүек лагерҙарҙа кешеләрҙе күпләп ултереү тураһында мәғлүмәт ебәрә. Төркөмдөң маҡсаты — нацист Германияһының һуғышта тиҙерәк еңелеүенә ярҙам итеү һәм Австрия бойондороҡһоҙоғон кире ҡайтарыу була.
1945 йылдың 13 апрелендә Өсөнсө рейх тулыһынса юҡ ителгәнсе үк Совет ғәскәрҙәре Венаны ала. Союздаш державалар, мәҫәлән, АҠШ, Көнсығыш Альп тауҙарында «Альп ҡәлғәһен төҙөү буйынса операция» үткәрергә йыйына. Ләкин рейхтың тиҙ емерелеүе арҡаһында был план үтәлмәй ҡала.
Карл Реннер һәм Адольф Шерф (Австрия социалистик партияһы [социал-демократтар һәм революцион социалистар]), Леопольд Куншак (Австрия халыҡ партияһы [элекке Христианская социальная народная партия]) һәм Иоганн Коплениг (Австрия компартияһы) Австрияның Өсөнсө рейхтан сығыуы тураһында иҡлан итә. 1945 йылдың 27 апрелендә Ҡыҙыл Армия һәм Иосиф Сталин ярҙамы менән Венала дәүләт канцлеры Реннер етәкселегендәге Австрия хөкүмәте төҙөлә (Был дата рәсми республиканың икенсе тыуған көнө тип атала). Апрель аҙағында Австрияның көнбайышы һәм көньяғы һаман да нацистар ҡулында була. 1945 йылдың 1 майында 1929 йылғы диктатор Дольфус ғәмәлдән сығарған федераль конституция яңынан ғәмәлдә тип иғлан ителә.
1939—1945 йылдарҙа 260 000 кеше һуғыш хәрәкәттәре ваҡытында үлгән, Холокост ҡорбандары- 65 000 кеше. 140 000 яҡын Австрия йәһүде илде 1938—1939 йылдарҙа ташлап китә.[13][14]Меңәрләгән Австрия немецтары кешелеккә ҡаршы ҡот осҡос енәйәттәр эшләүҙә ҡатнашҡан (Бер Маутхаузен-Гузен лагерында ғына меңәрләгән кеше үлтерелгән, 1945 йылдың февралендәге «Мюльфиртелдәге ҡуяндар аулау»— концлагерҙан ҡасҡан 419 совет кешеһен эҙәрлекләү һәм ҡот осҡос язалап үлтереүҙә бик күп ябай кешеләр ҡатнашҡан) — был канцлер Франц Враницкий 1992 йылда рәсми таныған факт.
Этник төркөмдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи Австрия халҡы үҙҙәрен этник немецтар тип һанай. Шулай ҙа австрияктар милләтселеге Беренсе донъя һуғышы, бигерәк тә Икенсе донъя һуғышынан һуң был милли тойғо менән тулыһынса килешеп бөтмәй. Австрия 1806 йыл аҙағына тиклем Герман халҡының Изге Рим империяһының һәм Германия Конфедерацияһының (39 немец дәүләтенең ирекле берләшмәһе) бер өлөшө була.[15][16]
1866 йылда Австрия һәм Пруссия араһындағы һуғыш арҡаһында Австрия Герман конфедерацияһынан сығарыла, Пруссия етәкселегендәге Төньяҡ герман конфедерацияһы төҙөлә.
1871 йылда Германия милли дәүләт булараҡ төҙөлә, Австрия уның составына инмәй. Беренсе донъя һуғышынан һуң һәм Австрия монархияһы бөтөрөлгәс, яңы республиканы «Deutschösterreich» (Немецко-Австрийская Республика)— Германия Республикаһының бер өлөшө тип иғлан ителә. Ике илдең берләшеүе Сен-Жермен-ан-Ле килешеүе менән еңелгәндәргә ҡуйылған шарттар буйынса тыйылған була, сөнки еңеүселәр бик ҙур немец дәүләте барлыҡҡа килеүҙән ҡурҡа. Икенсе донъя һуғышы һәм нацизмдан һуң Австрияла айырым Австрия граждандары үҙаңын үҫтереү буйынса тырышлыҡ күрһәтәләр һәм хәҙерге заманда уларҙың күбеһе үҙен немец тип һанамай.[17] Ләкин австрияктарҙың әҙселеге үҙен элеккесә немец тип һанай һәм «Бөйөк Германия» яҡлы булып ҡала, улар фекеренсә, немец халҡының тарихи ерҙәре хәҙерге Германия менән Австрия сиктәренән алыҫҡа йәйелгән тип иҫәпләй.
Австрияктар айырым милләт тип, йәки күрше немецтар, лихтенштейндар һәм немецса һөйләшкән швейцариялар менән бер герман этник төркөмөн булдыра тип иҫәпләргә була. Бөгөн ил граждандарының 91,1 % этник австрияктар тип иҫәпләнә.
Австриялағы иң ҙур иммигранттар төркөмө- төрөктәр,[18]унан һуң сербтар. Австрияла сербтар иң ҙур этник төркөмдәрҙең береһе, улар һаны 300 000 кешегә яҡын. Серб иммигранттары Австрияға Австро-Венгрия заманында килгән, ул ваҡытта Воеводина был империя ҡулы аҫтында булған. Икенсе донъя һуғышынан һуң сербтар һаны тағы ла нығыраҡ арта. Австрия сербтары йәмғиәте 1936 йылда төҙөлә. Бөгөн Австрия сербтары башлыса Вена, Зальцбург һәм Грацта йәшәй .
13 000 — 40 000 словендар Каринтия (каринтийские словенцы) өлкәһендә йәшәй. Словендар, хорваттар (30 000 кеше тирәһе) һәм Бургенландтағы венгрҙар аҙсылыҡ тип танылған, һәм 1955 йылғы Австрия тураһындағы килешеү буйынса айырым хоҡуҡтарға эйә (Staatsvertrag, 1955). Штирияла йәшәгән словендар (уларҙың һаны 1600-5000 тирәһе кеше) аҙсылыҡ тип танылмай, һәм 1955 йылғы Дәүләт килешеүендә башҡаса яҙылған булһа ла уларҙың айырым хоҡуҡтары юҡ.
Немецтар менән йәнәшә словендар һәм хорваттар йәшәгән төбәктәрҙә топографик күрһәткестәр ике телдә яҙылырға тейеш тигән талап үтәлергә тейеш. Каринтияла йәшәүселәр (Carinthians) Словения Австриянан ерҙәр талап итә башлар тип ҡурҡа, сөнки ҡайһы бер словен атластарында Каринтия словен мәҙәни регионы тип күрһәтелә.[19] Каринтияның элекке губернаторы Йорг Хайдер 2005 йылдың көҙөндә Каринтияла ике телдә яҙылған топографик күрһәткестәр һанын арттырыуҙан баш тартып, йәмғиәт тарафынан тәнҡиткә дусар ителгәйне. Kärntner Humaninstitut 2006 йылдың ғинуарында үткәргән тикшеренеүҙәр Каринтия халҡының 65 % ике телле күрһәткестәргә ҡаршы түгеллеген күрһәтте.
Виндиш теорияһы (" Windischen-Theorie ") буйынса словендар ике төркөмгә бүленә: ысын словендар һәм Windische (славяндарҙың традицион атамаһы). Имеш словен телендә һөйләшкән һәм словен мәктәптәренә уҡыған словендар һәм үҙ диалекттарында һөйләшәкән, ләкин немец мәктәптәрендә уҡыған словендар теле араһында айырма бар. Windische тип һуңғыһын атайҙар (ике төркөм: лояльные Виндише, национальные словенцы). Был теория сәйәси мәнфәғәттән уйлап сығарылған, уны бер ҡасан да йәмғиәт ҡабул итмәй һәм ул бер нисә тиҫтә йыл элек ҡулланылмай башлай.
Дәүләт төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса Австрия — федератив һәм парламентар демократик дәүләт. Шул Конституция буйынса Австрия 9 федераль штаттан (нем. Bundesländer) тора. Дәүләт башлығы — Федераль Президент, хөкүмәт башығы — Федераль Канцлер.
Австрияның административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федераль штаты | Башҡалаһы |
---|---|
(1) Бургенланд (Burgenland) | Айзенштадт (Eisenstadt) |
(2) Каринтия (Kärnten) | Клагенфурт (Klagenfurt am Wörthersee) |
(3) Түбәнге Австрия (Niederösterreich) | St. Pölten |
(4) Үрге Австрия (Oberösterreich) | Линц (Linz) |
(5) Зальцбург (Salzburg) | Зальцбург (Salzburg) |
(6) Штирия (Steiermark) | Грац (Graz) |
(7) Тироль (Tirol) | Иннсбрук (Innsbruck) |
(8) Форарльберг (Vorarlberg) | Брегенц (Bregenz) |
(9) Вена (Wien) | Вена (Wien) |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98 % — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны 83 871 км². Австрия 70 % майҙаны диңгеҙ кимәленән 900 м бейеклектә урынлашҡан таулы ил. Илдең ҙур өлөшөн Көнсығыш Альп тауҙары биләп тора. Тауҙың иң юғары нөктәһе — Гросглокнер (3797 метр) тауы, был тауҙа Европалағы иң ҙур Пастерце боҙлоғо урынлашҡан. Иң түбән нөктә — диңгеҙ кимәленән 145 метр түбәнлектә урынлашҡан Нойзидлер-Зе күле.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрия климаты уртаса, континенталь климатҡа күсеүсе, һәм бейеклеккә бәйле. Йылы ҡояшлы йәйҙең уртаса температураһы +20ºС. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын төнгө температура нульгә етергә мөмкин. Ҡыш тигеҙлектәрҙә йомшаҡ, температура −2 °C тирәһе. Таулы урындарҙа ҡыш һалҡын, температура −14ºС тирәһе. Яуым-төшөм бейеклек һәм рельефҡа ҡарап йылына 500 — 3000 мм.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 19,0 | 19,0 | 24,0 | 28,9 | 32,3 | 35,9 | 38,5 | 38,1 | 32,7 | 28,0 | 22,2 | 18,6 | 38,5 |
Уртаса максимум, °C | 2,9 | 5,1 | 10,3 | 15,2 | 20,5 | 23,4 | 25,6 | 25,4 | 20,3 | 14,2 | 7,5 | 4,0 | 14,5 |
Уртаса температура, °C | −0,2 | 1,2 | 5,5 | 9,8 | 14,8 | 17,9 | 19,9 | 19,8 | 15,7 | 10,2 | 4,3 | 1,1 | 10,0 |
Уртаса минимум, °C | −2 | −0,9 | 2,4 | 5,8 | 10,5 | 13,5 | 15,4 | 15,3 | 11,7 | 7,0 | 2,4 | −0,5 | 6,7 |
Абсолют минимум, °C | −22,6 | −21,1 | −19,2 | −5 | −2 | 3,0 | 5,0 | 5,0 | 1,0 | −9 | −13 | −21,1 | −22,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 37 | 39 | 46 | 52 | 62 | 70 | 68 | 58 | 54 | 40 | 50 | 44 | 620 |
Сығанаҡ: worldweather.org, Погода и Климат |
Башҡортостан менән бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Lonnie Johnson 104
- ↑ Brook-Shepherd 269-70
- ↑ Lonnie Johnson 109
- ↑ Brook-Shepherd 292
- ↑ Ryschka Birgit. Constructing and Deconstructing National Identity: Dramatic Discourse in Tom Murphy's The Patriot Game and Felix Mitterer's In Der Löwengrube. — Peter Lang. — ISBN 978-3-631-58111-7.
- ↑ 1938 German election and referendum
- ↑ Roderick Stackelberg, Hitler’s Germany: Origins, Interpretations, Legacies, p.170
- ↑ Jelavich Barbara. Modern Austria: Empire and Republic, 1815-1986. — Cambridge University Press, 2008. — P. 227. — ISBN 978-0-521-31625-5.
- ↑ Schmitz-Berning Cornelia. Vokabular des Nationalsozialismus. — de Gruyter, 2007. — P. 24. — ISBN 978-3-11-019549-1.
- ↑ Norbert Schausberger, Rüstung in Österreich 1938—1945, Vienna (1970).
- ↑ Hitlers Schuldendiktat: Wie Hitlers Kriegswirtschaft wirklich lief . profil.at (26 июль 2010).
- ↑ Zwangsarbeit für die Rüstungsindustrie
- ↑ Rüdiger Overmans, Deutsche militärische Verluste im Zweiten Weltkrieg. Oldenbourg 2000.
- ↑ Anschluss and World War II 2009 йыл 20 август архивланған.. Britannica Online Encyclopedia.
- ↑ Keyserlingk Robert H. Austria in World War II: An Anglo-American Dilemma. — McGill-Queen's Press – MQUP. — P. 138–. — ISBN 978-0-7735-0800-2.
- ↑ Thaler Peter. The Ambivalence of Identity: The Austrian Experience of Nation-Building in a Modern Society. — Purdue University Press, 2001. — P. 72–. — ISBN 978-1-55753-201-5.
- ↑ Österreicher fühlen sich heute als Nation . Derstandard.at (12 март 2008). Дата обращения: 25 март 2013. Архивировано 10 октябрь 2012 года.
- ↑ «World Directory of Minorities and Indigenous Peoples — Austria: Turks» 2011 йыл 29 апрель архивланған.. Minority Rights Group International, World Directory of Minorities and Indigenous Peoples — Austria: Turks, 2008. Online. UNHCR Refworld
- ↑ HKDC Geschichte – Frame . Croates.at. Дата обращения: 21 ноябрь 2008. Архивировано 6 июль 2011 года. 2008 йыл 22 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ватлин А. Ю. Австрия в XX веке: учеб. Пособие для вузов. М., 2006
- Ватлин А. Ю., Котов Б. С., Сорокин А. К. (и др.) СССР и Австрия на пути к Государственному договору. Страницы документальной истории 1945—1955. М.: Политическая энциклопедия. 2015—455 с.
- Воцелка К. История Австрии. Культура, общество, политика. М. 2007
- Жиряков И. Г. Советская оккупация Австрии: некоторые политико-правовые выводы и обобщения. // «Право и жизнь», № 112 (7), 2007
- Котов Б. С. Переписка Сталина и Реннера/Историк, № 5, 2016
- Кружков В.А. Что такое австрийский нейтралитет // Новый Венский журнал (октябрь, 2008). — Вена, 2008.
- Кружков В. А. Как Австрия стала нейтральной // Международная жизнь, № 8-9, 2008
- «Австрия. Вокруг Света. Путеводитель» И. К. Антонова, А. Г. Хропов — М., Вокруг Света — 2011 год, ISBN 978-5-98652-345-3
- Brook-Shepherd, Gordon (1998). The Austrians: a thousand-year odyssey. New York: Carroll & Graf Publishers, Inc. ISBN 978-0-7867-0520-7.
- Jelavich, Barbara (1987). Modern Austria: empire and republic 1815—1986. Cambridge: Cambridge University Press. ISBN 978-0-521-31625-5.
- Johnson, Lonnie (1989). Introducing Austria: a short history. Riverside, Calif.: Ariadne Press. ISBN 978-0-929497-03-7.
- Rathkolb, Oliver. The Paradoxical Republic: Austria, 1945—2005 (Berghahn Books; 2010, 301 pages). Translation of 2005 study of paradoxical aspects of Austria’s political culture and society.
- Schulze, Hagen (1996). States, nations, and nationalism: from the Middle Ages to the present. Cambridge, Massachusetts: Blackwell. ISBN 978-0-631-20933-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрия Викимилектә | |
Австрия Викияңылыҡтарҙа | |
Австрия Викигид |
- Хөсәйенова Г. Т. Австрия // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.