Мавритания
| |||||
Девиз: «Honneur, Fraternité, Justice
(Намыҫ, Туғанлыҡ, Ғәҙеллек)» | |||||
Гимн: «نشيد وطني موريتاني» | |||||
Мавритания донъя картаһында
| |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 28 ноябрь 1960 ( Франциянан) | ||||
Рәсми телдәр | Ғәрәп теле | ||||
Баш ҡала | Нуакшот | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы[1] | ||||
Президент | |||||
Дәүләт дине | ислам (сөнниҙәр) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
30 1 030 700[2] км² 0,03 | ||||
Халыҡ • Һаны (2023) • Халыҡ тығыҙлығы |
4244878[2] чел. (142) 3,4 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
22,736 млрд[3] долл. 5727[3] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
7,048 млрд[3] долл. 1775[3] долл. | ||||
КПҮИ (2021) | ▲ 0,556[4] (уртаса) (158 урын) | ||||
Валюта | угия (MRO, код 478) | ||||
Интернет-домен | .mr | ||||
Код ISO | MR | ||||
МОК коды | MTN | ||||
Телефон коды | +222 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Маврита́ния (ғәр. موريتانيا), тулы исеме — Мавритания Ислам Республикаһы (ғәр. الجمهورية الإسلامية الموريتانية) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт, көнбайыштан Атлантик океан һыуҙары йыуа. Төньяҡ-көнбайышта Көнбайыш Сахара, көньяҡ-көнбайышта Сенегал, төньяҡ-көнсығышта Алжир, көньяҡта һәм көнсығышта Мали менән сиктәш.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мавритания» топонимының барлыҡҡа килеүе беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡҡа барып тоташа. Был осорҙа Финикия диңгеҙ сәйәхәтселәре Африканың иң көнбайышында ятҡан территорияға Mauharim — «Көнбайыш төбәк» тигән исем бирә. Колониаль осорҙа «Мавритания» исемен Француз Көнбайыш Африкаһы территорияһының береһе йөрөтә, ул 1960 йылда шул исем аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраға тиклем бер нисә мең йыл элек хәҙерге Мавританияның көньяҡ өлөшөндә негроид расаһы халыҡтары йәшәй, улар һунарсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Б. э. т. I мең йыллыҡта малсылыҡ менән шөғөлләнгән күсмә бербер ҡәбиләләре әкренләп негрҙарҙы көньяҡҡа табан ҡыҫырыҡлай һәм күсенә башлай. Берберҙар Санхаджи ҡәбиләләре конфедерацияһын барлыҡҡа килтерә.
IX—XVI быуаттарҙа Мавританияның бер өлөшө нигер-конго халыҡтары ойошторған Гана, Мали һәм Гао империяларына инә. Был дәүләттәр юғары мәҙәниәткә эйә була, уларҙың иҡтисады ауыл хужалығына, сауҙаға һәм алтын сығарыуға нигеҙләнгән була. Әммә ғәрәп һәм бербер ҡәбиләләре һөжүме аҫтында яйлап бөлгөнлөккә төшәләр[7].
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XI быуаттан алып халыҡты ғәрәпләштереү һәм исламлаштырыу башлана. Берберҙар һәм негрҙар (тукулер, сонинке, волоф халыҡтары) өҫтөнән хакимлыҡ урынлаштыра, илдә ғәрәптәр өҫтөнлөклө урын биләй башлай. Берберҙар һәм ҡара тәнлеләр ғәрәптәрҙең телен һәм ғаиләлә йәшәү рәүешен ҡабул итә. Шингетти оазисы илдең төп үҙәгенә әүерелә, ил Тарб-эль-Бидан («аҡтар иле») тип атала башлай. XI быуатта Мавритания территорияһында теократик характерҙағы сәйәси берләшмә барлыҡҡа килә, уны берберҙарҙың лемтун ҡәбиләһе башлығы Абу Бекр ибн Омар етәкләй. 20 йыл Йыһат (ғазауат)тан һуң Әбү Бәкер империяһы Сенегалдан Урта диңгеҙ ярына тиклем һуҙыла. Илдә хакимлыҡ итеүсе династия Алморавидтар тип атала. Әбү Бәкер урынына Йософ ибн Ташфин килә, ул Пирерния ярымутрауына баҫып ала. Ун беренсе быуат аҙағына Алморавидтар империяһы көньяҡта Сенегал йылғаһынан төньяҡта Эбро йылғаһына тиклем (Испанияла) тиклем һуҙылған. Алморавидтар шулай уҡ Канар утрауҙары хужаһы булған. XIV быуатта бербер ҡәбиләләре араһында бани хәсән ғәрәп ҡәбиләһе өҫтөнлөк итә. Һуғыштарҙа бани хәсәндәргә ярҙам иткән ҡәбиләләр тиң тиң хоҡуҡ алған; ҡаршылыҡ күрһәтмәгәндәр марабут ҡәбиләләренә (йәғни ҡорал йөрөтөү хоҡуғына эйә булмаған тыныс ҡәбиләләргә) әйләнгәндәр; ә ҡаршы тороусылар иһә «зенага» статусы бирелгән. Һөҙөмтәлә Мавританияла ырыуҙарҙың ҡатмарлы иерархияһы барлыҡҡа килә: хәсән ғәрәптәре иң юғары баҫҡыста тора, унан һуң бербер-яугирҙар, һуңынан — тыныс бербер-марабуттар, бербер-яһаҡ (һалым) түләүселәр, һәм, ниһайәт, берберҙарға буйһонған негрҙар (ҡолдар һәм ирекле харатиндар). Бынан тыш, Мавританияның социаль структураһында профессиональ билдә буйынса айырым касталар барлыҡҡа килә. Улар — йырсылар һәм музыканттар (гриоттар), һөнәрселәр, һунарсылар (немади), балыҡсылар (имраген).
XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Трарза, Бракна, Тагант, Адрар әмирлектәре барлыҡҡа килә.
Колониаль осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат уртаһынан француздар Сенегал (хәҙерге Мавританияның көньяҡ сиге) үҙәнен үҙләштерә башлай. 1904 йылда Сенегал йылғаһынан төньяҡтараҡ француз биләмәләре — Мавританияның граждандар территорияһы тип иғлан ителә. Мавританияны яулау колониалистар өсөн оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс була. Тик 1920 йылда ғына Франция Мавританияны Францияның Көнбайыш Африкаһы сиктәрендә үҙенең колонияһы тип рәсми рәүештә иғлан итә. 1934—1936 йылдарҙағы операциялар барышында ғына француздар Мавритания аша үҙҙәренең көньяҡ һәм төньяҡ биләмәләре араһында туранан-тура ҡоро ер бәйләнеше урынлаштыра, йәғни илдең бөтә территорияһын контролгә ала.
1946 йылда Мавритания Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәһе, ә 1958 йылда — Франция берләшмәһенең автономиялы республикаһы статусы ала.
Бойондороҡһоҙлоҡ осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылдың 28 ноябрендә ил Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала. Мавритания Ислам Республикаһы иғлан ителә. 1961 йылдың авгусынан ил менән Моктар ульд Дадда идара итә. Дәүләтте һәм хөкүмәтте президент етәкләй. Бер палаталы Милли йыйылыш ойошторола, 1965 йылда ҡабул ителгән конституция бер партиялы система булдыра. Берҙән-бер һәм идара итеүсе партия — 1961 йылда ойошторолған мавритан халҡы партияһы (ПМН) тора. Баштан уҡ яңы барлыҡҡа килгән дәүләт Марокко менән мөнәсәбәте насар була, улар Көнбайыш Сахара территорияһы өсөн дәғүә алып баралар. Мавританияны 1961 йылда БМО ағзаһы итеп ҡабул итеү дипломатик килешеү (СССР-ға ярҙам иткән Монголия урынына) һөҙөмтәһендә мөмкин була.
1964 йылда СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
Башланғыс осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Сахаралағы конфликт һәм түңкәрелеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1978 йылғы түңкәрелештән һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1979 йылғы түңкәрелеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1984 йылғы түңкәрелеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мавритания 12 өлкәгә һәм баш ҡаланың Нуакшот автономиялы округына бүленгән. Өлкәләр 44 департаментҡа бүленә.
№ | Өлкә | Ғәрәпсә | Административ
үҙәк |
Майҙан, км² |
Халҡы, кеше (25.03.2013)[8] |
Тығыҙлыҡ, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Адрар | ادرار | Атар | 215 300 | 62 658 | 0,29 |
2 | Ассаба | العصابة | Киффа | 36 600 | 325 897 | 8,90 |
3 | Бракна | براكنة | Алег | 33 800 | 312 277 | 9,24 |
4 | Дахлет-Нуадибу | داخلت انواديبو | Нуадибу | 22 300 | 123 779 | 5,55 |
5 | Горголь | غورغول | Каэди | 13 600 | 335 917 | 24,70 |
6 | Кудимага | غيديماغا | Селибаби | 10 300 | 267 029 | 25,93 |
7 | Ход-эш-Шарки | الحوض الغربى | Нема | 182 700 | 430 668 | 2,36 |
8 | Ход-эль-Гарби | الحوض الشرقى | Аюн-эль-Атрус | 53 400 | 294 109 | 5,51 |
9 | Иншири | انشيرى | Акжужт | 46 800 | 19 639 | 0,42 |
10 | Нуакшот | انواكشوط | Нуакшот | 1000 | 958 399 | 958,40 |
11 | Тагант | تكانت | Тиджикжа | 95 200 | 80 962 | 0,85 |
12 | Тирис-Земмур | تيرس زمور | Зуэрат | 252 900 | 53 261 | 0,21 |
13 | Трарза | اترارزه | Росо | 67 800 | 272 773 | 4,02 |
Бөтәһе | 1 030 700[2] | 3 537 368 | 3,43 |
Мавритан оккупацияһы ваҡытында (1975—1979) Көнбайыш Сахараның мавритания ғәскәрҙәре баҫып алған өлөшө Тирис-эль-Гарбия (Tiris al-Gharbiyya) тип атала.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мавританияның майҙаны 1030 700 км²[2], был күрһәткес буйынса донъяла 30-сы урында тора (Боливиянан һуң).
Көнбайыштан Мавританияны Атлантик океан йыуа (яр буйы һыҙаты яҡынса 700 км). Ил территорияһының 60 проценттан ашыуын Көнбайыш Сахараның ташлы һәм ҡомло сүлдәре биләй.
Климаты — тропик, сүллек.
Илдең көньяҡ сиге буйлап аҡҡан Сенегал йылғаһынан башҡа даими йылғалары юҡ.
Үҫемлек япмаһы бик һирәк, һирәк яуған ямғырҙарҙан һуң барлыҡҡа килгән үҫемлектәр өҫтөнлөк итә. Илдең көньяғында — ҡыуаҡлыҡтар һәм акация үҫкән ярым сүллектәр.
Фауна — күп һанлы һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр, йыртҡыстарҙан — шакал, фенек, ҡайһы бер райондарҙа тояҡлылар һәм страустар һаҡланған.
Тышҡы сәйәйсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мавритания — иҡтисади яҡтан донъяның иң ярлы илдәренең береһе. 2018 йылда йән башына ЭТП 4190 доллар тәшкил итә. (донъяла 131-се урын)[9]. Халыҡтың 40 проценты фәҡирлек сигенән түбән кимәлдә тора. Эшһеҙлек кимәле — 10,30 % (2018 йыл)[10].
Ауыл хужалығында халыҡтың 50 % эшләй (ЭТП-ның 12,5 % -ы). Малсылыҡ (һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә); үҫемселек (финик, тары, сорго, дөгө, кукуруз); балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр.
Сәнәғәттә эшселәрҙең 10 проценты (ЭТП-ның 47 %) тупланған. Тимер мәғдәне, баҡыр мәғдәне, алтын табыла, балыҡ эшкәртелә.
Хеҙмәткәрҙәрҙең 40 проценты хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә, был ЭТП-ның 40,5 процентын тәшкил итә.
Эске сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылға ҡарата[11]:
Экспорт — 2,76 миллиард доллар: тимер мәғдәне — 36 % (982 миллион доллар), алтын — 17 % (471 миллион доллар), баҡыр мәғдәне — 8,3 % (227 миллион доллар), туңдырылған балыҡ, моллюскылар һ.б. диңгеҙ продукттары — 28 % -ҡа тиклем.
Төп һатып алыусылар: Ҡытай — 37 % (1,02 миллиард доллар), Швейцария — 16 % (451 миллион доллар), Испания — 9,1 % (249 миллион доллар), Италия — 5,6 % (155 миллион доллар) һәм Япония — 5,3 % ($144.
Импорт — 3,51 млрд доллар: машина эшләү продукцияһы, нефть продукттары, аҙыҡ-түлек (башлыса шәкәр (170 миллион доллар), бойҙай (103 миллион доллар) һәм пальма майы (83,2 млн доллар), халыҡ ҡулланыуы тауарҙары.
Төп тәьмин итеүселәр — Ҡытай — 24 % (848 миллион доллар), АҠШ — 8,4 % (295 миллион доллар), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — 6,1 % (213 миллион доллар), Марокко (198 миллион доллар) — 5,7 % һәм Франция — 5,1 % (178 миллион доллар).
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәренең халыҡ-ара ойошмаһы ағзаһы булып тора.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мавританияның иң төп йөгөн — мәғдәнде табыу урындарынан диңгеҙ порттарына ташыуҙы 1963 йылда файҙаланыуға тапшырылған Зуэрат — Нуадхибу тимер юлы башҡара[12].
Илдең төп диңгеҙ порттары — Нуадибу һәм Нуакшот, уларҙың өлөшөнә бөтә диңгеҙҙәге йөк әйләнеше тиерлек тура килә[12].
Милли авиакомпанияһы — Mauritania Airlines авиакомпанияһы.
Ҡораллы көстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтың һаны — 3,2 миллион (2010 йылдың июленә ҡарата).
1977—2013 йылдарҙа иҫәп алыу мәғлүмәттәре бирелгән, 2017 йыл өсөн мәғлүмәттәр фараз буйынса[13].
1 ғинуарға халыҡ һаны[14]: | ||||
---|---|---|---|---|
1977 | 1988 | 2000 | 2013 | 2017 |
1 030 700 | ▲1 338 830 | ▲1 864 236 | ▲2 508 159 | ▲3 893 800 |
Йыллыҡ үҫеш күрһәткесе — 2,4 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 4,4 бала).
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр өсөн — 58 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарға — 63 йәш.
Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) менән ауырыу — 0,8 % (2007 йыл баһаһы).
Этно-раса составы[15]:
- 30 % — аҡ берберҙар (хәҙерге берберҙарҙың күбеһе насар йәшәһә лә, тарихи яҡтан — ҡол биләүселәр; ғәҙәттә, ирҙәр үҙенсәлекле зәңгәр кейем кейәләр)
- 40 % — «ҡара берберҙар» (тарихи яҡтан — ҡолдар; хәҙер уларҙың яҡынса өстән бер өлөшө йәки яртыһы — ҡоллоҡта, ҡалғандары — иреккә сығыусыларҙың вариҫтары)
- 30 % — негрҙар; ғәрәплашҡән «ҡара берберҙәр»ҙән айырмалы рәүештә, Африка телдәрендә һөйләшәләр һәм ҡол булмағандар; Сенегал йылғаһы үҙәнендә йәшәйҙәр һәм күрше Сенегал дәүләтендә йәшәүсе халыҡтарҙы тәшкил итәләр(тукулёр, сараколе, фульбе, пёль, волоф, бамбара)
Телдәре — ғәрәп (рәсми), хәсәниә диалекты, негр ҡәбиләләре тукулер, сонинке, волоф, фула, баманаларҙың телдәре.
Дине — ислам (халыҡтың 100 проценты тиерлек), ҙур булмаған христиан общинаһы бар.
Грамоталылыҡ — 59 % ир-ат, 43 % ҡатын-ҡыҙ (2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу).
Мавританияла ҡол биләүселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мавритания донъяла ҡол хужаларын властар эҙәрлекләмәгән һуңғы дәүләт булып тора[16][17]. Тәүҙә 1980 йылдың июлендә һәм тағы ла 2007 йылда ҡоллоҡ рәсми рәүештә бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан[18], ысынында Мавритания халҡының яҡынса 20 проценты (2011 йылда 600 000) — ҡолдар. Ҡолдарҙың төп өлөшөн хакимлыҡ итеүсе берберҙарға буйһонған ҡара тәнлеләр тәшкил итә. Ҡолдарҙың шәхси, иҡтисади һәм сәйәси хоҡуҡтары юҡ, шул уҡ ваҡытта тыуған балалар ҡол бидәүселәрҙең милкенә әүерелә.
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 60. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Mauritania (инг.) // The World Factbook. — Central Intelligence Agency. Архивировано из первоисточника 7 ғинуар 2021.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Report for Selected Countries and Subjects (ингл.). IMF. Дата обращения: 26 ноябрь 2020. Архивировано 16 ноябрь 2020 года.
- ↑ Human Development Indices and Indicators (ингл.). Программа развития ООН (2018). — Доклад о человеческом развитии на сайте Программы развития ООН. Дата обращения: 14 сентябрь 2018. Архивировано 15 май 2020 года.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
- ↑ Поспелов, 2002, с. 251
- ↑ Анна Ковальска-Левицка. Мавритания. М:Наука, 1981, с.83
- ↑ Население регионов Мавритании по результатам переписи и последние официальные прогнозы. Дата обращения: 1 сентябрь 2017. Архивировано 2 ноябрь 2017 года.
- ↑ Рейтинг стран по ВВП на душу населения (ППС) в 2018 г. Дата обращения: 19 декабрь 2019. Архивировано 19 декабрь 2019 года.
- ↑ Список стран мира по уровню безработицы составлен на основе подтвержденных данных Всемирного банка в 2018 г. Дата обращения: 19 декабрь 2019. Архивировано 7 июнь 2019 года.
- ↑ Внешняя торговля Мавритании на https://atlas.media.mit.edu . Дата обращения: 31 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 2 апрель 2019 года.
- ↑ 12,0 12,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 15. Ломбард — Мезитол. 1974. 632 стр., илл.; 29 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
- ↑ Исламская Республика Мавритания . Дата обращения: 1 сентябрь 2017. Архивировано 2 ноябрь 2017 года.
- ↑ Население регионов Мавритании по результатам переписи и последние официальные прогнозы. Дата обращения: 1 сентябрь 2017. Архивировано 2 ноябрь 2017 года.
- ↑ Slavery's last stronghold . Дата обращения: 11 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года.
- ↑ Мавритания: последнее рабовладельческое государство в мире . Толкователь. Дата обращения: 2 июль 2014. Архивировано 2 июль 2014 года.
- ↑ BBC World Service | The Abolition season on BBC World Service . Дата обращения: 11 июль 2011. Архивировано 3 июнь 2011 года.
- ↑ Mauritania made slavery illegal last month — South African Institute of International Affairs . Дата обращения: 11 июль 2011. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2010 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Foster, Noel. Mauritania: The Struggle for Democracy (билдәһеҙ). — Lynne Rienner Publishers (инг.)баш., 2010. — ISBN 978-1935049302.
- Hudson, Peter. Travels in Mauritania (билдәһеҙ). — Flamingo, 1991. — ISBN 978-0006543589.
- Murphy, Joseph E. Mauritania in Photographs (билдәһеҙ). — Crossgar Press, 1998. — ISBN 978-1892277046.
- Slavery’s last stronghold . CNN. Дата обращения: 3 февраль 2014.
- Pazzanita, Anthony G. Historical Dictionary of Mauritania (билдәһеҙ). — Scarecrow Press, 2008. — ISBN 978-0810855960.
- Ruf, Urs. Ending Slavery: Hierarchy, Dependency and Gender in Central Mauritania (инг.). — Transcript Verlag, 2001. — ISBN 978-3933127495.
- Sene, Sidi. The Ignored Cries of Pain and Injustice from Mauritania (инг.). — Trafford Publishing (инг.)баш., 2011. — ISBN 978-1426971617.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Мавритания» | |
Мавритания Викиһүҙлектә | |
Мавритания Викимилектә | |
Мавритания Викияңылыҡтарҙа | |
Мавритания Викигид |
- Официальный сайт Мавритании(недоступная ссылка)
- Конвертор валют
- Густерин П. Российско-Мавританские отношения: история и современность 2021 йыл 1 декабрь архивланған.
- Mauritania profile from the BBC News (инг.)
- Викисклад: Атлас: Мавритания
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |