15 май
Уҡыу көйләүҙәре
(15 мая битенән йүнәлтелде)
15 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 май Викимилектә |
15 май — григориан стиле буйынса йылдың 135-се (кәбисә йылында 136-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 230 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Һиндостан: Ағастар көнө.
- Иран: Фарсы теле.
- Ҡырғыҙстан: Әсә көнө.
- Парагвай: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әсә көнө.
Төбәк байрамдары
- Көньяҡ Осетия: Осетин теле һәм әҙәбиәте көнө.
- Мәскәү: Метрополитен көнө.
- Колумбия: Уҡытыусылар көнө.
- Корея республикаһы: Уҡытыусылар көнө.
- Мексика: Уҡытыусылар көнө.
- 1664: Башҡорт ихтилалы һөҙөмтәһендә, батша хөкүмәте Өфө воеводаһы Ф. И. Сомовҡа наказ ебәрә, унда башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтары таныла һәм воеводаға ошо мәсьәлә буйынса башҡорттарҙың мөрәжәғәтнамәләрен ҡарауҙы һәм уларҙы ҡәнәғәтләндереүҙе, шулай уҡ яһаҡ йыйғанда баш-баштаҡлыҡты бөтөрөүҙе талап итә.
- 1755: Көсөкбай батыр, Сурағол Миңлебаев һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорт ихтилалы башлана.
тулы исемлек
- 1905: АҠШ-тың Невада штатындағы Лас-Вегас ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1918: Ҡустанайҙа башҡорт (Башҡортостан автономияһы) һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) милли хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе асыла.
- 1920: Әхмәтзәки Вәлиди теллеграммаһына яуап итеп, Башревком автономиялы республиканың хоҡуҡтарын РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы һәм 1919 йылдың 20 мартындағы Килешеүҙә раҫланған хоҡуҡтарға ҡарағанда бик ныҡ ҡыҫыу ярамағанлығы тураһында Мәскәүгә мөрәжәғәтнамә юллай, уның аҫтына 49 кеше ҡул ҡуя.
- 1935: Мәскәү метрополитенында беренсе линия асыла.
- 1940: АҠШ-та нейлон ойоҡ һатыуға сығарыла.
- 1944: Өфөлә «Промсвязь» предприятиеһы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хыялетдинов Шакир Шәйхислам улы (1890—15.06.1974), дин әһеле, мөфтөй. 1951—1974 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Звериноголовский районының үҙәге Звериноголовский ауылынан.
- Вәхитов Аҡмал Ғилфан улы (1900—20.11.1957), алдынғы нефтсе. 1939—1956 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығы мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
тулы исемлек
- Биктимеров Әнүәр Нурислам улы (1920—25.10.2000), ғалим-селекционер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1982—1985 йылдарҙа лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Хәзиев Ғәҙелгәрәй Закир улы (1930—12.02.2012), ғалим-ветеринар врач. 1965 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары. 1982—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылға тиклем паразитология һәм вирусология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Волошин Николай Дмитриевич (1935), ғалим-инженер-технолог. 1962 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1977 йылдарҙа киске факультет деканы; 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университетының дөйөм химик технология һәм аналитик химия кафедраһы, 1986 йылдан — Украинаның Днепродзержинск техник университетының органик булмаған матдәләр технологияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Әлебай ауылынан.
- Иҫәкәев Иҫлебай Иҫәкәй улы (1935—30.11.1998), ғалим-агроном. 1983 йылдан Ямал ауыл хужалығы тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, 1998 йылдан — «Ямал аграр фәне» ғилми производство предприятие (икеһе лә — Салехардта) директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Түбән Таҡыя ауылынан.
- Ҡыуатов Салауат Сафый улы (1955), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2008 йылдан Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Шихов Николай Михайлович (1960), оркестр артисы, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крючко Александра Ильинична (1931—1.09.2019), юғары категориялы табип-педиатр, йәмәғәтсе. 1955 йылдан Салауат ҡалаһында участка педиатры, 1968 йылдан ҡала дауаханаһы баш табибының дауалау буйынса урынбаҫары; 1982—1987 йылдарҙа берләштерелгән балалар дауаханаһының баш табибы, 1988 йылдан поликлиниканың педиатрия бүлеге мөдире. Өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1978), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1988).
- Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы (1931), ғалим-тау инженеры. 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Экологик фәнни техник ассоциацияһы директоры, бер үк ваҡытта 1990—2010 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 2012—2018 йылдарҙа Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1989), профессор (1992), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1991) һәм почётлы нефтсеһе (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
тулы исемлек
- Рафиҡова Лина Хәсән ҡыҙы (1936), журналист. Башҡортостан Радио һәм телевидение буйынса дәүләт комитетының элекке өлкән мөхәррире. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мөхәмәтйәнов Хәмит Хәзи улы (1951), юрист. 1979 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1985—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы прокуроры. Башҡортостан Республикаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Октябрьский ҡалаһы составында ҡалған Төркмән ауылынан.
- Сабитов Камил Басир улы (1951), ғалим-математик. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1988 йылдарҙа математик анализ кафедраһы мөдире, 1992—2007 йылдарҙа физика-математика факультеты деканы; бер үк ваҡытта 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының һәм мәғариф отличнигы (1996).
- Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (1956), бейеүсе. 1975 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһыының балет артисы, 1978—1980 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, 2012 йылдан Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Бөтә Союз эстрада бейеүе фестивале лауреаты (Кишинёв, 1989).
- Мостаева Лира Рифҡәт ҡыҙы (1971), муниципаль хеҙмәткәр. 2016 йылдан Краснокама район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиззәтуллина-Волжская Сәхибъямал Ғиззәтулла ҡыҙы (1892—6.04.1974), Башҡортостандың беренсе театр актёры, режиссёр. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966).
- Ҡунаҡҡолов Әнүәр Мөхәмәтғариф улы (1917—18.05.1976), механизатор, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1933 йылдан Сибай МТС-ы тракторсыһы, комбайнёры, бригадир-механигы; 1957—1959 йылдарҙа һәм 1962 йылдан Баймаҡ районы «Сибай» совхозы Куйбышев бүлексәһе бригадир-механигы, 1964—1976 йылдарҙа — бүлексә идарасыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
тулы исемлек
- Сайранов Садиҡ Уйылдан улы (1917—21.10.1976), Халхин‑Гол йылғаһы буйында 1939 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Михайлов Яков Семёнович (1922—??), төҙөүсе, рационализатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1987 йылдарҙа Салауат ҡалаһы төҙөлөш ойошмалары механигы һәм мастеры, шул иҫәптән 1955 йылдан 2-се төҙөлөш идаралығының механик-энергетигы, 1963—1983 йылдарҙа — баш механигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы хәҙер бөткән Ҡарлыкүл ауылынан.
- Сафин Иштимер Сафа улы (1922 — ?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе лейтенанты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы (1927—10.09.2017), нефтсе, 1946—1971 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. СССР-ҙың 7-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959), СССР-ҙың почётлы (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) нефтсеһе, Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1983).
- Нәсибуллин Фәхрулла Нәсибулла улы (1927—1985), ауыл һәм урман хужалығы хеҙмәткәре. 1953 йылдан Баҡалы районы «Ҡыҙыл Шишмә» колхозының комплекслы бригада бригадиры, 1973 йылдан — урмансы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Мостафа ауылынан.
- Исхаҡов Хәйбулла Абдулхаҡ улы (1932), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондан.
- Ғиндуллин Илүс Ғиндулла улы (1937), хеҙмәт ветераны, алдынғы нефтсе. 1965—1997 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йосоп ауылынан.
- Хәсәнов Миндиәхмәт Рәхимйән улы (1937), механизатор. 1955—1996 йылдарҙа Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Жуманиязов Амангилде Жуманияз улы (1947), ғалим-офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).
- Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы (1947), ғалим-педагог, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, дәреслектәр авторы, педагогия фәндәре кандидаты. 1987—2007 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Сәғәҙәтова Рәйсә Шәмсетдин ҡыҙы (1957), малсы. 1974 йылдан Баймаҡ районы хәҙерге Ленин исемендәге кооперативы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таулыҡай ауылынан.
- Ҡырымғужина Зөлиә Зиннәт ҡыҙы (1982), ғалим-педагог. 2011 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы уҡытыусыһы, 2014 йылдан — кафедра мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Маҡан ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡупов Абдрахман Яҡуп улы (1903—??), мәғариф, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1940 йылдан хәҙерге Ҡариҙел районының Үрүш урта мәктәбе директоры, 1941 йылдан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының политбүлек начальнигы, 1943 йылдың июле—1944 йылдың авгусы — ВКП(б)-ның Әбйәлил район комитетының беренсе секретары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Аллағыуатов Әйүп Айытбай улы (1928—30.09.2006), малсы, механизатор. 1930—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы көтөүсеһе, комбайнеры һәм чабаны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
тулы исемлек
- Мурзин Ишмөхәмәт Тәңребирҙе улы (1928—13.01.1996), механизатор. 1951—1988 йылдарҙа Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоз механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Әбделмәмбәт ауылынан.
- Әбүбәкеров Фәйзрахман Ғәни улы (1928—10.10.2008), партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1947 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы иҫәпсеһе, һөт-тауар фермаһы мөдире, 1958 йылдан партком секретары, 1962—1990 йылдарҙа — колхоз рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1987) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әбүбәкер ауылынан.
- Һибәтов Ҡотдос Вәлиулла улы (1933—24.01.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1949—1998 йылдарҙа Әбйәлил тәжрибә-производство хужалығы механизаторы. Ленин (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондағы Яңауылдан.
- Бикҡолова Нурия Фазул ҡыҙы (1948), педагог, комсомол, партия һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре. 1972 йылдан ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты секретары, 1975 йылдан КПСС район комитетының парткабинет мөдире, 1978 йылдан Баймаҡ интернат-мәктәбе уҡытыусыһы; 1991—2007 йылдарҙа район мәғариф бүлеге методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1991). Республика педагогик уҡыуҙары еңеүсеһе (1991). Сығышы менән ошо райондың Сыңғыҙ ауылынан.
- Айытова Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы (1953), педагог, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1983 йылдан Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбе директоры, 1985 йылдан ҡаланың мәғариф бүлеге инспекторы, баш белгесе, начальнигы, 2000—2010 йылдарҙа Ишембай районының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992).
- Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы, (1953), театр һәм кино артисы, педагог. 1974—2005 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1984 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2001 йылдан режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире. Профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Минтимирова Надежда Меншариповна (1963), малсы. Ҡалтасы районы «Красная Звезда» колхозының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Оло Ҡасаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы (1879—1922), мәғрифәтсе, реформатор мулла. Рус-япон һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй империяһының Николай ордены һәм Георгий тәреһе кавалеры.
- Сызранкин Фёдор Николаевич (1889—11.05.1978), иҡтисадсы, урындағы башҡарма орган һәм сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1921 йылдарҙа Белорет ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1934–1970 йылдарҙа Ауыр машиналар эшләү үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының ҡойоу цехы начальнигы. Сталин премияһы (1943), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1967) лауреаты. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1956) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Секин Владимир Алексеевич (1924—20.12.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы. Полковник (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (1934—4.02.2014), тарихсы-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Халыҡтар дуҫлығы (2009) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Хөсәйенов Марат Әсҡәт улы (1944—12.12.2016), комсомол органдары һәм ҡала электр транспорты хеҙмәткәре. 1972—2008 йылдарҙа Өфөнәң Электр транспорты идаралығыныңда яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән 1998 йылдан — идаралыҡ етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Билалов Ишбулды Маннаф улы (1954—2021), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1983—2006 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы «Красное Знамя» хужалығы механизаторы, бригадиры, 2001—2004 йылдарҙа «Алға» хужалығы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Үрнәк ауылынан.
- Хәйбулин Әмир Хәмит улы (1964), механизатор. Бөрйән районы «Нөгөш» хужалығы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Байбулатова Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы (1974), тел белгесе-ғалим, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2010).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1995: Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).