Эстәлеккә күсергә

Ҡариҙел районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡариҙел районы
Ҡариҙел районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 20 февраль 1932
Рәсем
Рәсми атамаһы Караидельский район
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Ҡариҙел
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 25 533 кеше (2017)[1]
Майҙан 3786 км²
Почта индексы 4523ХХ
Рәсми сайт karaidel.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34744
Карта
 Ҡариҙел районы Викимилектә

Ҡариҙел районы (рус. Караидельский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ҡариҙел ауылы. Районда 27,5 меңдән күберәк кеше йәшәй.

Фотография природы Караиделя 2020 год.
Ҡариҙел ауылы фотоһы

Район 1932 йылдың 20 февралендә ойошторолған. Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны – 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй.

Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы – “Суртан күле” (Пермь крайы).

2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, башҡа милләттәр ҙә йәшәй.

Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде "икенсе Швейцария" тип тә йөрөтә.

Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән.

Районды Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә.

2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпер һалынған.

2019 йылда Ҡариҙел районында Башҡортостандың йөҙ йыллығына яңы күпер төҙөлдө. Уның оҙонлоғо 324 метр, юлдың киңлеге 9 метр.


1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 24 864 [7][8]
1959 50 904 [9][8]
1970 47 654 [10][8]
1979 38 337 [11][8]
1989 30 276 [12][8]
Йыл Халыҡ һаны
2002 28 294 [13][8]
2008 27 955 [14]
2009 27 737 [15]
2010 27 945 [16]
2012 27 369 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2013 27 049 [18]
2014 26 437 [19]
2015 26 049 [20]
2016 25 746 [21]
2017 25 533 [1]
Йыл Халыҡ һаны
2018 25 282 [22]
2019 24 909 [23]
2021 24 225 [24]
  1. 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2018)
  3. Исторический календарь / 2017 / Сентябрь. Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2017 йыл 21 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 август 2017)
  4. Мунирова Рафиля Мугаллимовна. Отдел культуры. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
  5. С минуты молчания начали работу оперативного совещания районной администрации по понедельникам 5 июня. Муниципальный район Караидельский район. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)<
  6. Башкирская энциклопедия — Черепахин Сергей Павлович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)
  7. перепись населения СССР 1939 года
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  9. перепись населения СССР 1959 года
  10. перепись населения СССР 1970 года
  11. перепись населения СССР 1979 года
  12. перепись населения СССР 1989 года
  13. Всероссийская перепись населения 2002 года
  14. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  15. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  16. Всероссийская перепись населения 2010 года
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  19. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  22. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  23. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  24. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)