Эстәлеккә күсергә

Ҡурылдай астмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурылдай астмаһы
Рәсем
Медицина тармағы пульмонология[d] һәм иммунология[d]
Симптомы кашель[d][1], боль в груди[d], воспаление[d][1] һәм хрип[d][1]
Лекарство, используемое для лечения формотерол[d][2], troleandomycin[d][2], зафирлукаст[d][2], oxtriphylline[d][2], сальбутамол[d][2], Галотан[d][2], тербуталин[d][2], эуфиллин[d][2], bitolterol[d][2], (−)-эфедрин[d][2], монтелукаст[d][2], сальметерол[d][2], Зайлутен[d][2], pirbuterol[d][2], теофиллин[d][2], ephedra[d][2], (+)-псевдоэфедрин[d][2], Кромоглициевая кислота[d][2], орципреналин[d][2], бетаметазон[d][3], кленбутерол[d][4], acefylline[d][5], зафирлукаст[d][6], dyphylline[d][7], монтелукаст[d][8], Зайлутен[d][9], формотерол[d][10], diphemanil[d][11], орципреналин[d][12], bambuterol[d][13], будесонид[d][14], etofylline[d][15] һәм antiasthmatic[d]
Генетическая связь ErbB4[d][16], RAP1GAP2[d][17], FBXL7[d][18], CDHR3[d][19], GSDMB[d][20], Интерлейкин 33[d][21], Rad50[d][22], GSDMA[d][23], IL13[d][24], IGSF3[d][25], HPSE2[d][26], PSAP[d][27], ATG3[d][28], MKLN1[d][29], XPR1[d][30], ABI3BP[d][31], KLHL5[d][32], COL22A1[d][33], HLA-DQA1[d][34], IRF1-AS1[d][35], ACO1[d][36], ZNF665[d][37], PRKG1[d][38], IL6R[d][39], GAB1[d][40], PBX2[d][41], NOTCH4[d][42], TSBP1[d][43], IKZF4[d][44], PYHIN1[d][45], IL1RL1[d][46], SLC30A8[d][47], IL18R1[d][48], SMAD3[d][49], IL2RB[d][50], SLC22A5[d][51], RORA[d][52], PDE4D[d][53] һәм CTNNA3[d][54]
Коллаж
Возможные медицинские заключения Спирали Куршмана[d][55]
Фактор риска курение[d][56] һәм загрязнение атмосферы Земли[d][57]
ICD-9-CM 493[1] һәм 493.9[1]
ICPC 2 R96
Код NCI Thesaurus C28397
 Ҡурылдай астмаһы Викимилектә

Ҡурылдай астмаһы (бор. грек. ἆσθμα — «ауыр һулыш, тын ҡурылыу», лат. Asthma bronchiale) — тын юлдарының инфекцияға ҡағылышы булмаған хроник ауырыуы. Төп сәбәбе — ҡурылдайҙың ҡыҫылыуы (ҡурылыуы) (ҡурылдайҙағы тын үпкәгә табан үтеү юлының үтә ныҡ тарайыуы), ул организмдың иммунологияға хас (сенсибилизация һәм аллергия) механизмдары йәки иммунологияға хас булмаған механизмдары: ваҡыт-ваҡыт күҙәтелгән һыҙғырыулы ғыжылдау, тын ҡыҫылыу, тын бөтөү өйәнәге, күкрәктең ҡыҫылыуы, йүткереүгә бәйле килеп тыуа. Ҡурылдай обструкцияһын өлөшләтә йәки тулыһынса тиҙ арала йәки дауалау һөҙөмтәһендә бөтөрөп була.

Бөтә донъя Һаулыҡ һағы ойошмаһы баһаламаһы буйынса, 339 миллион кеше астма сиренән яфалана. Дауалау өсөн сир өйәнәген туҡтатыу өсөн тәғәйенләнгән симптоматик препараттар һәм терапияның сирҙең патогенетик механимына йоғонто яһаған препараттары ҡулланыла. Ауырыуҙың ҡатмарлашыуы — астматик статус. Ҡурылдай астмаһын дауалау һәм иҫкәртеүҙең глобаль стратегияһы «GINA» төп документ булып тора.

Астма өйәнәге

Түбәндәге ἆσθμα һәм ἀσθμαίνω һүҙҙәре Гомер поэмаларынан башлап боронғо грек әҙәбиәтендә «ауыр һулыш» һәм «сәсәү» мәғәнәһендә осрай, Гиппократта ошо мәғәнәлә ҡулланыланылыуын дауам итә, әммә «Corpus Hippocraticum» хеҙмәтендә ἆσθμα һүҙе тын алыу ауырлашыу күҙәтелгән ауырыуҙарҙың дөйөм атамаһы булараҡ ҡулланыла[58] — быларға йөрәк тибеше көслө булған йөрәк астмаһы һәм ҡаҡырыҡ бүленгән тын юлдары сирҙәре ҡарай. Гиппократ шулай уҡ тын ҡыҫылыу өйәнәге — ортопноэ (бор. грек. ὀρθόπνοια) мәлендә ауырыуҙың «туп-тура ятырға» мәжбүр булыуын тасуирлай, ул эпилепсия[59] тураһындағы хеҙмәтендә астманың симптомдарын дә һүрәтләп үтә.

Артабан грек медицинаһында сәсәүҙең өс формаһы атала: еңел хроник формаһы — диспноэ; ауыр, өйәнәктәр ҡабатланып торған ауыр формаһы — астма; ауыр өйәнәктәр һәм ятҡан килеш сәсәүҙең көсәйеүе — ортопноэ. Рим медицинаһына улар ошо формала инә: Авл Корнелий Цельс «Медицина тураһындағы» хеҙмәтендә был формаларҙы гректарға һылтанып һәм грек терминдарын ҡулланып тасуирлай[60].

Аретей Каппадокийский (беҙҙең эраның I быуаты) үҙенең «Хроник ауырыуҙарҙың сәбәптәре һәм симптомдары» тигән хеҙмәтендә астманы тулыраҡ һәм анығыраҡ итеп һүрәтләй, хатта был сиргә хеҙмәтенең айырым бүлеген арнай. Артей астманы ике төргә: йөрәк һәм үпкә астмаһына бүлә[61]. Клавдий Гален «Һулыштың ҡыҫылыуы тураһындағы» (лат. De difficultate respirationis) хеҙмәтендә, астма сиренең сәбәптәрен аңлатыуҙа Гиппократҡа һылтана, шулай уҡ Аретейҙың фекерен ҡабатлап, астманы ике төргә бүлә.

Әбүғәлисина (X—XI бб.) "Табиплыҡ фәне ҡануны"нда астманы һүрәтләгәндә Гиппократ фекеренә бик яҡын килә. Әбүғәлисинаның «Ҡануны» урта быуатта латинсаға Герард Кремонский тәржемәһендә Европала киң тарала һәм урта быуатта һәм Яңырыу дәүерендә Италияла медиктарҙы уҡытыуҙа төп текстарҙың береһе була.

Пневмохимияға нигеҙ һалған Ван Гельмонт (XVII быуат), беренсе булып Гиппократ традицияһынан баш тарта һәм ауыр һулыштың ике формаһын билдәләй: ҡаҡырыҡ сығыу булғаны «еүеш» тип атала, икенсеһе «ҡоро» ауыр һулыш. Ул шулай уҡ астма өйәнәген саңдың йәки майҙа ҡурылған балыҡ еҫенән булыу ихтималлығын әйтеп үтә. Һәм астма өйәнәге менән дерматит, йәғни, хәҙерге терминология буйынса әйткәндә, аллергия реакцияһының төрлө клиник сағылыштары араһында параллель үткәрә.[62].

Ҡайһы бер кешеләрҙә ҡурылдай астмаһының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеүсе бер нисә хәүефле сәбәп бар.

XХ быуат башында ҡурылдай астмаһының аллергияға бәйле булыу теорияһы барлыҡҡа килә. Был теорияны урыҫ ғалимдары Манойлов һәм Голубев тәҡдим итә. 1905 йылда тәүге тапҡыр ҡурылдай астмаһын дауалауҙа адреналиндың ҡулланылыуы теркәлә[63]. 1969 йылда совет ғалимдары А. Д. Адо һәм П. К. Булатов ҡурылдай астмаһын, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәренә нигеҙләнеп, классификациялай. Ораль кортикостероидтар 1950-се йылдарҙа, селектив β2-адреномиметиктар 1960-сы йылдарҙа киң ҡулланыла башлай.

GINA 2006 глобаль стратегияһына ярашлы, ҡурылдай астмаһы — «тын юлдарының хроник елһенеү сире, уны барлыҡҡа килтереүҙә бик күп күҙәнәктәр һәм күҙәнәк элементтары ҡатнаша. Хроник елһенеү ҡурылдайҙың гиперәүҙемлеген тыуҙыра, шуға ла бер-бер артлы ҡабатланып торған һыҙғырыусы хырылдау, күкрәк ҡыҫыу барлыҡҡа килә, төнөн һәм иртәнсәк күкрәк ҡыҫыу һәм йүткереү күҙәтелә».

Файл:Asthma world prevalence.png
Астманың донъяла таралыуы (2003 йыл).
: >10,1
: 7,6—10,0
: 5,1—7,5
: 2,5—5,0
: 0-2,4
: Стандартлаштырылған мәғлүмәт юҡ

Ҡурылдай астмаһы менән донъя буйынса халыҡтың 4 проценттан 10 процентҡа тиклеме ауырый[64]. Рәсәйҙә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, өлкәндәр араһында тирбәлә 2,2 проценттан 5-7 процентҡа тиклем тирбәлә, ә балалар араһында был күрһәткес яҡынса 10 % тәшкил итә[65]. Ауырыу төрлө йәштә барлыҡҡа килеүе ихтимал; яҡынса 10 йәштән 40 йәшкә тиклем. Ҡурылдай астмаһы менән сирләгән балалар араһында малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. 30 йәштәр тирәһендә был нисбәт ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһындағы тигеҙләнә[66].

1980 йылдар уртаһынан ҡурылдай астмаһы ауырыуының артыуы күҙәтелә. Европала, Австриялағы 34 тикшеренеүбуйынса үткәрелгән анализдарға ярашлы 1992 йылдан 2002 йылға, тиклем 34 , менән өҫтәрәк 4 балалар араһында ауырыусылар һаны дүрт тапҡырға арта, Италияла менән 1974 — 1998 йылдарҙа 7 проценттан 13 процентҡа тиклем артыуы күҙәтелә, күп кенә Европа илдәрендә (Бөйөк Британия, Финляндия, Швейцария) — 1990-сы йылдар уртаһына тиклем сир үҫә, ә һуңғы ваҡытта кәмей төшә. Германиялша киреһенсә 1992 —2001 йылдарҙа сирҙең артыуы 5 процент кимәлендә ҡала. Ауырыуҙың артыуын тирә-йүндәге мөхиттең бысраныуы, әүҙем тормош рәүешендә йәшәмәү менән бәйләйҙәр, ә уның түбәнәйеүен базис терапияһы уңыштары менән аңлаталар. Мәҫәлән, 1992 — 2002 йылдарҙа Ирландияла был ауырыуҙы профилактик дауалау һәм сирле кешеләргә дауаланыу ысуларын өйрәтеү астма менән ауырыусы мәктәп уҡыусылары һанын 5 тапҡырға кәметкән[67].

Сирҙең үҫеш факторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҫелдән

Генетик факторға ҙур иғтибар бүленә. Бер түл күҙәнәгенән яралған игеҙәктәрҙең ҡурылдай астмаһынан яфаланыуҙары һүрәтләнә. Тормошта әсәһе астма менән сирле балала ла был сирҙең булыуы йыш күҙәтелә, йәки яҡын туғандарҙың бер нисә быуынында был сирҙең булыуы ихтимал. Клиник-генеалогик анализ нигеҙендә астма менән сирләүселәрҙең 1/3 өлөшөдә был ауырыу быуындан-быуынға тапшырылып килеүе асыҡлана. Термин бар. Атопик ҡурылдай астмаһы термины бар, йәғни нәҫелдән килгән аллергик (экзоген) ҡурылдай астмаһы. Был осраҡта ата-әсәнең береһендә астма сире булһа, балала ла был сирҙең булыуы ихтимал (20-30 %), әгәр ата-әсәнең икеһе лә был сирҙән яфаланһа, баланың сирләү ихтималлығы 75 процентҡаса барып етә[66].

Профессиональ факторҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ECRHS тикшеренеүҙәре 26 үҙәктә 9144 кешелә респератор ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә биологик һәм минераль туҙандың, зарарлы газдар һәм быуҙарҙың йоғонтоһон тикшерә. Ҡатын-ҡыҙҙар башлыса биологик саң менән, ә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда минераль саң, зарарлы газ һәм быу менән 3-4 тапҡыр йышыраҡ тура бәйләнешкә инә. Зарарлы мәтдәләр менән бәйләнештә булған кешеләрҙә хроник йүткереү, ҡаҡырыҡлы йүтәлләү йыш күҙәтелә һәм уларҙа тәүге тапҡыр ҡурылдай астмаһы ауырыуы хасил була. Был кешеләрҙә, зарарлы профессиональ фактор менән бәйләнеш кәмеүгә ҡарамаҫтан, профессиональ астма юҡҡа сыҡмай. Профессиональ астма ауырыуы билдәләре кешенең йәше, енесе, профессиональ зарарлы факторға, атопия, тәмәке тартыуға бәйле түгел, ә, нигеҙҙә, сирҙең оҙайлылығы, симптомдарҙың асыҡ күренеүе менән асыҡлана[67].

Ҡайһы ғына генезға ҡарамаһын, ҡурылдай астмаһының төп звеноһы — ҡурылдай олоно реактивлығының (ниндәй ҙә булһа тәьҫир яуап биреү һәләтлеге) үтә юғарын булыуы. Был шыма мускулдар тонусының вегетатив көйләү эшмәкәрленең боҙолоуына һәм һәм елһенеү медиаторҙарының эшмәкәрлегенә бәйле, һәм ул тын юлдарының ҡаршылыҡ күрһәтеүенә килтерә лә инде[68].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 база данных Disease ontology (ингл.) — 2016.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 NDF-RT (ингл.)
  3. https://drugs.ncats.io/drug/9842X06Q6M
  4. https://drugs.ncats.io/drug/XTZ6AXU7KN
  5. https://drugs.ncats.io/drug/M494UE2YEP
  6. https://drugs.ncats.io/drug/XZ629S5L50
  7. https://drugs.ncats.io/drug/263T0E9RR9
  8. https://drugs.ncats.io/drug/MHM278SD3E
  9. https://drugs.ncats.io/drug/V1L22WVE2S
  10. https://drugs.ncats.io/drug/5ZZ84GCW8B
  11. https://drugs.ncats.io/drug/Q26TX1UD0W
  12. https://drugs.ncats.io/drug/53QOG569E0
  13. https://drugs.ncats.io/drug/Y1850G1OVC
  14. https://drugs.ncats.io/drug/Q3OKS62Q6X
  15. https://drugs.ncats.io/drug/L164909TBI
  16. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=2066
  17. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=23108
  18. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=23194
  19. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=222256
  20. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=55876
  21. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=90865
  22. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=10111
  23. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=284110
  24. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3596
  25. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3321
  26. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=60495
  27. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5660
  28. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=64422
  29. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4289
  30. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=9213
  31. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=25890
  32. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=51088
  33. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=169044
  34. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3117
  35. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=441108
  36. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=48
  37. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=79788
  38. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5592
  39. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3570
  40. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=2549
  41. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5089
  42. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4855
  43. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=10665
  44. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=64375
  45. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=149628
  46. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=9173
  47. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=169026
  48. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=8809
  49. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4088
  50. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3560
  51. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=6584
  52. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=6095
  53. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5144
  54. https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=29119
  55. Cenci M., Giovagnoli M. R., Alderisio M., Vecchione A. Curschmann's spirals in sputum of subjects exposed daily to urban environmental pollution (ингл.) // Diagnostic CytopathologyWiley-Blackwell, 1998. — Vol. 19, Iss. 5. — P. 349—51. — ISSN 8755-1039; 1097-0339<349::AID-DC7>3.3.CO;2-Z doi:10.1002/(SICI)1097-0339(199811)19:5<349::AID-DC7>3.3.CO;2-ZPMID:9812228
  56. (unspecified title)PMID:22088612
  57. https://www.pulmonologyadvisor.com/home/topics/asthma/oxidant-pollutant-exposure-at-birth-increases-risk-for-asthma-and-eczema/
  58. Hippocrates. Aphorisms III.26 2014 йыл 24 август архивланған.
  59. Hippocrates. De Morbo Sacro 9(недоступная ссылка)
  60. De Medicina, Liber IV, 8
  61. De causis et signis diuturnorum morborum, I.XI 2014 йыл 25 апрель архивланған.
  62. Jackson, Mark. Asthma: the biography. — Oxford University Press, 2009. — ISBN 9780199237951.
  63. Doig R.L. Epinephrin; especially in asthma (инг.) // Western Journal of Medicine (инг.)баш.. — 1905. — Т. 3. — № 2. — С. 54—5. — PMID 18733372.
  64. Овчаренко С. И. Бронхиальная астма: диагностика и лечение. — РМЖ, 2002. — Т. 10. — № 17. Архивировано из первоисточника 9 ноябрь 2008.
  65. Б. А. Черняк, И. И. Воржева. Агонисты beta2-адренергических рецепторов в терапии бронхиальной астмы: вопросы эффективности и безопасности // Consilium Medicum. — 2006. — Т. 8. — № 10.
  66. 66,0 66,1 Чучалин А. Г. Бронхиальная астма. — 1985.
  67. 67,0 67,1 Бронхиальная астма – проблемы и достижения. По материалам 15-го ежегодного конгресса европейского респираторного общества // «Клиническая иммунология. Аллергология. Инфектология». Издательский дом «Здоров’я України». — 2005. — № 1.
  68. Г. Лолор-младший, Д. Тэшкин. Клиническая иммунология и аллергология. Глава 7. Бронхиальная астма. Официальный сайт иммунологической службы Тверской области. Дата обращения: 24 ноябрь 2008.


Ҡалып:Болезни органов дыхания Ҡалып:Типы аллергических реакций Ҡалып:Избранная статья