Эстәлеккә күсергә

Ҡансыра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡансыра
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°47′20″ с. ш. 55°44′15″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 860 004

ОКТМО коды

80 639 460 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡансыра (Рәсәй)
Ҡансыра
Ҡансыра
Ҡансыра (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡансыра

Ҡансыра (рус. Канчура) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 181 кеше[1]. Почта индексы — 453367, ОКАТО коды — 80239860004.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шәбағыш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 3 км
  • Ҡансыра урамы (рус. Канчуринская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Т. Имаҡов урамы (рус. Т.Имакова (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[2]

Ҡансыра бөгөн яңы урында — Ҡарағай-Кирәүле йылғаһы буйында, ә XVIII быуатта Көйөргәҙе йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан булған. 1834 һәм 1839 йылдар араһында башҡорт кантондары попечителе Леваневский рөхсәте менән ҡансыралылар ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Тамъян еренә күсеп китә. Урам булып түгел, ә тыҡрыҡ, ҡабыҡ менән ябылған айырым йорттарҙа урынлашҡан. Быялалы тәҙрәләр урынына ҡарындыҡ ҡуйғандар. Өйҙәрҙә сыуалдар һалғандар. Голланд мейестәре һирәк булған. Өйҙәрен сыра, ә байҙар шәм яҡтыртҡандар.

Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Әммә ул бөлгөнлөк хәлендә булған. 161 кеше йәшәгән 15 йортҡа 153 ат, һыйыр малы — 93, һарыҡ — 41, кәзә — 116 баш тура килгән. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләгәндәр. Бөтә 15 йорт та йәйләүгә сыҡҡан. Бесән сабыу июлдең башында башлана. Утыҙ — ҡырҡҡа тиклем күбәнән кәбән һалғандар һәм ул һайғау менән кәртәләнгән. Ҡыш бесәнде өлөшләп килтерәләр. Бесән сабыу ваҡытында байҙар эшселәр яллаған.

1842 йылда 161 кешегә яҙғы игендең 72 сиреге (576 бот) сәселгән, был иген сәсеүҙең һүлпән барыуы тураһында һөйләй. Байҙар бер тиҫтәгә тиклем, ярлылар сиреккә һәм хатта ундан һигеҙ өлөшөнә тиклем сәскән.

Ауыл аҡрын үҫкән. 1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, унда 26 кеше була, X мәғлүмәттәре буйынса — 32. 1816 йылда 125 кеше йәшәй, 1859—192, 1920 йылда — 231 кеше. 1920 йылғы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 53 йорт.

Ауыл Ҡыпсаҡ улусының Буғмаш түбәһенеке булған. Кантондар осоронда 26-сы йортҡа, 1864 йылдан — Ямаш ауыл йәмғиәтенә, 1919 йылдан Стәрлетамаҡ кантонының Көйөргәҙе улусына ингән.

Ауыл, күрәһең, бүгәсәүсе, старшина Канчура Мункиндың исемен йөрөтә. Ауылға нигеҙ һалыусының улы билдәле. 1816 йылда Юламан Канчуринға 60 йәш тула[3].

  • Егәрле Гөлнарабыҙ[4]
  • Ҡансыра ниңә матур?[5]
  • Ҡансурала шәжәрә байрамы[6]
  • Ауылдаштар байрамы 2004 йыл. Ҡансыра[7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Улицы
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.75 — 76
  4. Юшатыр
  5. Юшатыр
  6. https://yandex.ru/video/preview/?filmId=14121805501585514499&from=tabbar&parent-reqid=1648961876377982-6622872597343297687-sas2-0821-sas-l7-balancer-8080-BAL-2891&text=Канчура
  7. Ауылдаштар 2004 год д. Канчура