Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1876[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Асыу датаһы | 1876 |
Рәсми сайт | rkbkuv.ru/ru/ |
Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп дауалау-консультация, ойоштороу- методик үҙәге. 1876 йылда асылған Губерна дауаханаһы (1948 йылға тиклем 1-се Совет дауаханаһы) нигеҙендә ойошторолған[2]. 1976 йылдан табип, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улының исемен йөрөтә[3]. Дауаханала 2367-нан ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән 532 табип эшләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта был дауаханала өлкән ординаторҙар Борецкий һәм Чубовский, һуңыраҡ табиптар Чаушанский Николай Витальевич менән Цветков Александр Степанович саҡырыла. Цветков А. С. дауахананың өлкән табибы вазифаһына тәғәйенләнә.
Губерна дауаханаһы бер нисә тапҡыр бер бинанан икенсеһенә күсеп йөрөй. 1888 йылда Өфө ҡалаһының ситендә 9 ағас бина (114 койкалы) төҙөү башлана. Был урында хәҙерге Республика клиник дауаханаһы урынлашҡан.
Дауахана тарихында булған мөһим ваҡиғалар:
- 1878 йылда штатта шәфҡәт туташы вазифаһы индерелә ҡарала һәм ауырыуҙарҙы ҡараусы шәфҡәт туташтары дежурлығы ойошторола ;
- 1882 йылда земство табиптарының йәмғиәте төҙөлә;
- 1890 йылдан ауырыуҙарҙы амбулатор ҡабул итеү башлана;
- 1895 йыл- табип А. Л. Нагибин таҙа хирургия бүлеген аса;
- 1908 йыл- дауахана губерна земствоһының фельдшер-акушер мәктәбе базаһына әйләнә;
- 1909 йыл- ауырыуҙарҙы ҡарау, диагноз ҡуйыу, күҙәтеү буйынса клиник талаптар индерелә;
- 1909 йыл- дауахана советы булдырыла (медицина советы);
- 1910 йыл- тәүге дезинфекция камераһы эшләй башлай;
- 1910 йыл- табип Ч. Я. Ястржемский прозектура (патологик анатомия бүлеге) булдыра;
- 1911 йыл- амбулатория асыла;
- 1911 йыл- клиник һәм бактериологик тикшеренеүҙәр лабораториялары асыла;
- 1911 йыл- медицина китапханаһы булдырыла;
- 1913 йыл- тәүге рентген кабинетта табип Б. П. Ручинский (мөдир) сирлеләрҙе ҡабул итә башлай;
- 1913 йыл- Дрезден һәм Санкт-Петербургта гигиена күргәҙмәләрендә ҡатнашып, дауахана бәләкәй алтын миҙалға лайыҡ була;
- 1914 йыл- Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле дауаханала урындар һаны 184-гә етә.
Был осорҙа дауаханала табиптар А. Л. Нагибин, Ч. Я. Ястржемский, И. М. Тимофеев, Б. П. Ручинский, П. П. Чебышев, А.Э Рауэр эшләй. Граждандар һуғышы осоронда дауахананың хәле ауырлаша.
1924 йылдың 11 ғинуарынан Беренсе Совбольницаға (элекке Губерна земство дауаханаһы) өлкән табип итеп Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков тәғәйенләнә (Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылынан). Дауахана тарихынан:
- 1920 йыл — табип М. В. Вакуленко Башҡортостанда беренсе булып хирургия бүлегендә бер кешегә икенсе кеше ҡанын бирә;
- 1924 йыл — хирургия корпусына реконструкция үтә (60 урынлыҡ);
- 1924 год — неврология һәм оторинолярингология буйынса амбулаторияла ҡабул итеү башлана;
- 1924—1932 йылдар — дауаханала 185 урын (хирургия, гинекология һәм оторинолярингология бүлектәре), бында республика хирургтарын уҡытыу буйынса база булдырыла.
- 1931 йыл — Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар(баш мейеһендә һәм умыртҡа һөйәге мейеһендә);
- 1937 йыл — профессор Н. Н. Лобанов етәкслегендә ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары буйынса клиника ойошторола;
- 1938 йыл — 3 этажлы хирургия корпусы төҙөлә , бында травматология бүлеге булдырыла;
- 1938 йыл — патологоанатомия корпусы сафҡа индерелә;
- 1941 йыл — акушерлыҡ һәм гинекология корпусы;
- 1945 йыл — урологик сирлеләрҙе амбулаторийҙа ҡабул итеү башлана;
- 1946 йыл — урологик сирлеләр өсөн урындар булдырыла, 1953 йылда урологиия бүлеге асыла;
- 1948 год — Беренсе Совет дауаханаһы (совбольницаны) Республика клиник дауаханаһы итеп үҙгәртелә, республика бюджетынан финанслана башлай;
- 1949 йыл- ойоштороу- методик кабинет булдырыла (1963 йылдан — ойоштороу-методик бүлек), ул ауыл ерендәге дауалау- профилактика учреждениелары хеҙмәтен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай;
- 1949 йыл — санитар авиация булдырыла;
- 1949 йыл — нейрофизиотерапия дауаханаһы нигеҙендә РКД-ның неврология һәм физиотерапия бүлектәре асыла;
- 1949 йыл- Республика клиник дауаханаһы күп профилле дауаханаға әйләнә, гематология, артрология (ревматология), стоматология, эндокринология бүлектәре асыла;
- 1949 йыл — махсус кабинеттар булдырыла (ҡолаҡҡа протездар ҡуйыу, сурдолгия, энә менән дауалау, эндокринология;
- 1948 йыл — тәүге ЭКГ кабинеты булдырыла;
- 1956 йыл — нейрохирургия бүлеге асыла;
- 1957 йыл — ортопедия һәм травматология бүлеге асыла;
- 1958 йыл — Өфө ҡала терапия һәм педиатрия участкаларын Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенә тапшырыу ауыл халҡына табип консультацияларын ойоштороуҙы яҡшырта ;
- 1960 йыл — ауыл һәм ҡалаларҙан ауырыуҙарҙы консультацияларға йүнәлтәмә буйынса (путевка) ҡабул итеү ойошторола ;
- 1960—1970 йылдар — консультациялар өсөн поликлиника, терапия корпусы төҙөлә, акушерлыҡ һәм гинекология, хирургия корпустарына реконструкция үтә, ситтән килеп консультация алыусылар, тикшереү үтеүселәр өсөн 200 урынлыҡ пансионат, 150 урынлыҡ ашхана төҙөлә;
- 1976 йылдар — халыҡты медицина хеҙмәте менән тәьмин итеүҙәге уңыштары һәм ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан дауахана Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә ;
- 1976 йылдың 13 сентябрендә Республика клиник дауаханаһына Башҡортостан Республикаһының беренсе һаулыҡ һаҡлау наркомы (1919—1928 йылдарҙа), табип Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов[4] исеме бирелә;
- 1984 йыл — «Медик» мәҙәниәт йорто, аптека һәм административ- хужалыҡ хеҙмәте бинаһы төҙөлөп бөтә;
- 1988 йыл — СССР Министрҙар Советы республикала диагностика үҙәге булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы юғары технологиялар ҡулланып медицина ярҙамын күрһәтеүсе Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе махсуслашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Күп профилле клиникала 28 бүлек бар, улар заманса нурландырыу, радиоизотоп, ангиография аппараттары менән йыһазландырылған. 2018 йылда стационарҙа 1140 ауырыуҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бар.
Бында йыл һайын 29 мең сирле дауалана, 238 мең пациент консультация ала һәм ентекле тикшерелә, 19 меңгә яҡын операция эшләнә. Дауахананың бала тыуҙырыу бүлегендә ике меңгә яҡын бала донъяға килә. Дауахана табиптары санитар авиация менән 2361 ғәҙәттән тыш ярҙамға оса.
Дауахананың бөтә бүлектәрендә лә Башҡорт дәүләт медицина университетының 10 клиник кафедраһы үҙ базаһын булдырған, бында сирлеләрҙе дауалауҙан тыш фәнни- тикшеренеү эштәре алып барыла, яңы диагностика һәм дауалау алымдары индерелә.
Республика клиник дауаханаһы Башҡортостан район һәм ҡалаларындағы дауалау-профилактика учреждениелары өсөн төп ойоштороу-методик үҙәк булып тора. Дауаханала хирургия, терапия, акушерлыҡ һәм гинекология бүлектәре, ауырыуҙарға консультация биреүсе поликлиника, ярҙамсы дауалау- диагностика бүлеге бар. Консультация биреүсе поликлиника көнөнә 47 белгеслек йүнәлеше буйынса 1200 кешене ҡабул итә, консультацияларға медицина университеты профессорҙары ла йәлеп ителә.
Дауаханала фәнни-тикшеренеү эштәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла[5]:
- гепатобиллиар система патологияһы булған сирлеләрҙе оператив һәм консерватив дауалауҙың яңы ысулдары, шулай уҡ ауыр хәлдәге һәм сир ныҡ аҙған осраҡтағы ашҡаҙан, оторинолярингология, травматология, урология, ҡан тамырҙары, проктология һәм эренле септик сирлеләр ;
- уронефрологияла трансплантология, гепатология, нейрохирургия, оторинолярингологияла травматология ;
- гастрохирургияла, акушерлыҡ һәм гинекологияла, урологияла, проктологияла, ҡан тамырҙары хирургияһында һәм травматологияла әҙ инвазиялы эндоскопик хирургия;
- параклиник медицина (тикшеренеүҙең лаборатор ысулдары , нурланыш диагностикаһы, физиотерапия, эндоскопия, гравитацион хирургия, гипербарик оксигенация);
- хәҙерге заман дауалау- диагностика процесында ғәҙәти медицина;
- хроник сирле ауырыуҙарҙың йөрәк- ҡан тамыр системаһы хәле;
- тирә яҡ мөхит экологияһы (химия һәм нефтехимия сәнәғәтенең аҙ йоғонтоло факторҙарының ҡан тыуҙырыуға һәм иммунитетҡа йоғонтоһо, диоксиндар һәм башҡа);
- неврологияла нәҫелдән кигән дегенератив сирҙәр һәм ҡан тамыры сирҙәрендә экология факторы;
- Башҡортостан Республикаһы территорияһында хромосома сирҙәренең эпидемиологияһы ;
- һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм иҡтисад, медицина хеҙмәтен комплекслы стандартлаштырыу;
- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында информатика һәм хисаплау техникаһы;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — 2018-02-08 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5873451
- ↑ posredi.ru › История и краеведение › Уфа от А до Я
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Республика клиник дауаханаһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- ↑ ufa-gid.com/encyclopedia/kuvatov_gg.html
- ↑ https://rkbkuv.ru/info 2018 йыл 28 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2020 йыл 29 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2020)