Эстәлеккә күсергә

Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 февраль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы[1]
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (67 йәш)
Вафат булған урыны Егәҙе, Белорет районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы, дәүләт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (16 февраль 1929 йыл — 27 сентябрь 1996 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).

Нурислам Фәтхелислам улы Шәйхулов 1929 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Сәйетбаба ауылында тыуған.

Колхозлашыу йылдарында ата-әсәһе Белорет районының Хоҙайбирҙе ауылына күсеп килә. Атаһы йәшләй вафат була, үҫмерҙең иңенә туғандарын ҡарау бурысы ята.

Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ хәрби башланғыс нигеҙҙәренән уҡыта, типографияла хәреф йыйыусы булып эшләй. Яҙыша башлай.

Райондың «Сталинсы» гәзите мөхәррире егеттә ижад осҡонон һиҙемләп, хәбәрсе итеп эшкә ала. Күпмелер ваҡыттан Нурислам Фәтҡулислам улы гәзиттең яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә.

Ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Әүҙем журналист булараҡ таныла, төрлө жанрҙарҙа ижад итә.

Өйләнеп, ғаиләһе ишәйә башлағас, Белорет районының Егәҙе ҡасабаһына күсенә. 1968—1975 йылдарҙа Егәҙе ауыл Советы рәйесе булып эшләп, абруй ҡаҙана.

Оҫта скрипкасы, һәләтле рәссам, яҡшы фотограф була, төрлө баҫмаларға яҙыша[3].

Әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә олпат йәшендә тотона. Тәүге китабы — «Шаулай Еҙем» — 1985 йылда донъя күрә. Повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәрҙән торған «Һағындырыр һандуғасы» тигән йыйынтығы 1991 йылда сыға. Һуңғараҡ балалар өсөн «Хәүефле сәфәр» тигән мажаралары нәшер ителә. Суҡмуйыл: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2009

Ғаиләһендә ете бала үҫә, барыһына ла юғары уҡыу йорттарын тамамларға ярҙам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967)
  • Венер Исхаҡов. Дауылда ауған ҡарағай. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 14 март[4].
  • Егәҙе ауылы урамына Нурислам Шәйхулов исеме бирелгән.
  • Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы
  3. Дауылда ауған ҡарағай [1](недоступная ссылка)
  4. «Башҡортостан»" гәзите, 2014, 14 март(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)