Эстәлеккә күсергә

Хлызов Фёдор Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хлызов Фёдор Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Ярославка ауылы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө Машинист (промышленность)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хлызов Фёдор Васильевич (7 ғинуар 1926 йыл — 12 сентябрь 1999 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1989 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһындағы машиналар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Фёдор Васильевич Хлызов 1926 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[2] Ярославка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1936 йылда ғаилә Магнитка ҡасабаһына күсеп килә.

1942 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында 4-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ училищела производствоға өйрәтеү мастеры булып башлай. 1943—1944 йылдарҙа — Үзбәк ССР-ы Бохара өлкәһенең Ҡаған ҡалаһында 17-се машина-юл станцияһы токары.

1944 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашмай. Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһына күсерелгән Лугинск авиамеханиктәр хәрби мәктәбенә ебәрәләр, мәктәпте 1946 йылда тамамлай. 1952 йылда демобилизациялана.

Ошо ваҡыттан алып Златоуст машиналар эшләү заводының 29-сы цехында токарь була. 1961 йылда цехтың тәжрибәле токарҙары менән берлектә Ф. В. Хлызов бер наряд буйынса эшләүсе бригада ойоштора. Коллективтә йәштәр өҫтөнән остазлыҡ буйынса әүҙем эш алып барыла. Бригадала оҙайлы ваҡыт дүрт квалификациялы токарь һәм дүрт өйрәнсек эшләй, уҡыу осоро тамамланғандан һуң яңы уҡыусылар алына. Бригада уңыштары өсөн бер нисә тапҡыр «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеменә лайыҡ була.

Һигеҙенсе биш йыллыҡта Фёдор Хлызов норманы 200-300 процентҡа үтәүгә өлгәшә. 18 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, был предприятиелә ҙур иҡтисади эффектҡа ирешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, алмас түңәрәге һәм тиҙ алмаштырылыусы ҡырҡҡыс ҡулланыу арҡаһында деталдәрҙе эшкәртеү процессы күпкә тиҙләтелгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге указы менән, биш йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Хлызов Фёдор Васильевичкә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1980 йылдан 1989 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Фёдор Хлызов Златоуст машина эшләү заводында һыуыҡ штамповка бүлегендә токарь булып эшләй. Артабан Златоуст ҡалаһында йәшәй. 1999 йылдың 12 сентябрендә вафат була.

Фёдор Васильевич Хлызов. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 3 сентябрь 2014.

  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы