Ухань
Уха́нь (ҡыт. ябайл. 武汉, пиньин: Wǔhàn) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының субпровинциаль әһәмиәтендәге ҡала, Хубэй провицияһының административ үҙәге. Үҙәк Ҡытайҙың халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан ҡалаларҙың береһе. Янцзы менән Ханьшуй йылғалары ҡушылған урында уырнлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Метрополияның территорияһы 3 өлөштән тора — Учан (武昌), Ханько́у (汉口) һәм Ханьян (汉阳), улар бергәләп «Ухандың өс ҡалалығы» тип атала. Был өс өлөштәр йылғаларҙың төрлө ярҙарында бер-береһенә ҡаршылаш урынлашҡан. Уларҙы бихисап күперҙәр бәйләй, шуларҙың береһе Ҡытайҙа заманса төрҙәге тәүге күпер тип иҫәпләнә һәм ябай ғына «Беренсе күпер» тип атала. Ҡаланың үҙәге тигеҙлектә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта уның көньяҡ өлөшө убалы.
Ҡала күлдәр һәм һаҙлыҡтар менән уратылған, улар өлөшләтә Янцзы йылғаһының иҫке йырыны ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән. Күлдәр зонаһына дамбалар буйынса баралар. Күлдәр зонаһы аръяғында ҡала автомобиль юлдары ҡулсаһы менән уратылған.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ухань муссондар йоғонтоһонда булған субтропик климаты зонаһында урынлашҡан. Был зона өсөн дүрт аныҡ айырылған миҙгел, йылы йәй һәм ҡыш хас. Ғинуарҙың уртаса температураһы 3,0°C, июндеке 29,3°C. Йәй миҙгеле 135 көнгә тиклем һуҙыла, яҡынса 60 көн яҙ менән көҙ дауам итә. Йәйге миҙгел осоронда ямғырлы яуым-төшөмдөң миҡдары 1205 мм кимәленә тиклем барып етә. 240 көн дауамында термометр бағанаһы 0°C-тан төшмәй.[14]
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 25,4 | 29,1 | 32,4 | 35,1 | 36,1 | 37,8 | 39,3 | 39,6 | 37,6 | 34,4 | 30,4 | 23,3 | 39,6 |
Уртаса максимум, °C | 8,1 | 10,7 | 15,2 | 22,1 | 27,1 | 30,2 | 32,9 | 32,5 | 28,5 | 23,0 | 16,8 | 10,8 | 21,5 |
Уртаса температура, °C | 4,0 | 6,6 | 10,9 | 17,4 | 22,6 | 26,2 | 29,1 | 28,4 | 24,1 | 18,2 | 11,9 | 6,2 | 17,1 |
Уртаса минимум, °C | 1,0 | 3,5 | 7,4 | 13,6 | 18,9 | 22,9 | 26,0 | 25,3 | 20,7 | 14,7 | 8,4 | 2,9 | 13,8 |
Абсолют минимум, °C | −18,1 | −14,8 | −5 | −0,3 | 7,2 | 13,0 | 17,3 | 16,4 | 10,1 | 1,3 | −7,1 | −10,1 | −18,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 49,0 | 67,6 | 89,5 | 136,4 | 166,9 | 219,9 | 224,7 | 117,4 | 74,3 | 81,3 | 59,1 | 29,7 | 1315,8 |
Сығанаҡ: 中国气象局 国家气象信息中心 2014-02-01 |
Ҡояш яҡтылығы, ай өсөн сәғәттәр[15]. | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ай | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Ҡояш яҡтылығы, сәғ | 101.9 | 97.0 | 121.8 | 152.8 | 181.0 | 170.9 | 220.2 | 226.4 | 175.8 | 151.9 | 139.3 | 126.5 | 1865.5 |
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ухань субпровинциаль әһәмиәтендәге ҡала 13 районға бүленә:
Карта | |||||
---|---|---|---|---|---|
Статусы | Атамаһы | Иероглифтар | Пиньинь | Халҡы (2010) |
Майҙаны (км²) |
Район | Цзянхань | 江汉区 | Jiānghàn qū | ||
Район | Цзянъань | 江岸区 | Jiāng'àn qū | ||
Район | Цяокоу | 硚口区 | Qiáokǒu qū | ||
Район | Ханьян | 汉阳区 | Hànyáng qū | ||
Район | Учан | 武昌区 | Wǔchāng qū | ||
Район | Циншань | 青山区 | Qīngshān qū | ||
Район | Хуншань | 洪山区 | Hóngshān qū | ||
Район | Дунсиху | 东西湖区 | Dōngxīhú qū | ||
Район | Ханьнань | 汉南区 | Hànnán qū | ||
Район | Цайдянь | 蔡甸区 | Càidiàn qū | ||
Район | Цзянся | 江夏区 | Jiāngxià qū | ||
Район | Хуанпи | 黄陂区 | Huángpí qū | ||
Район | Синьчжоу | 新洲区 | Xīnzhōu qū |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Чжоу дәүерендә Янцзы йылғыһының көньяҡ яр буйындағы хәҙерге Учан тирәһе Э (鄂国) батшалығы составында булған, уның атамаһы урындағы топонимдарҙфң нигеҙе булып киткән. Беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Э батшалығы Чу батшалығы тарафынан яуланған, һуңғыһы беҙҙең эраға тиклем III быуатта Цинь батшалығы тарафынан баҫып алынған.
Хань менән Янцзы йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан Ханьян, Хань империяһы осоронда мөһим порт булып китә. 223 йылда Шэшань тауында (хәҙерге Учан территорияһында) Сякоу (夏口城) нығытмаһы төҙөлгән — был ваҡиға Уханды нигеҙләү тип иҫәпләнә. Шул ваҡытта уҡ Һары Торна манараһы (黄鹤楼) төҙөлгән. Хань империяһы тарҡалған осорҙа был урындарҙа бер нисә алыш була һәм Чиби янындағы алыш һөҙөмтәләре буйынса төбәк Сунь Цюандең ҡулына күсә, аҙаҡ ул үҙен У дәүләтенең хакимы тип иғлан иткән.
Сунь Цюань 221 йылда Учан (武昌郡) округын ойошторған, уның хакимиәте Учан өйәҙендә (хәҙерге Эчжоу) урынлаша. Көньяҡ Сун империяһы дәүерендә Учан округы Инчжоу (郢州) өлкәһе составына индерелгән, уның хакимиәте Сякоуҙа урынлашҡан. Һөҙөмтәлә «Учан» топонимы әкренләп көнбайышҡа табан күсә барған: үҙенең атамаһында «Учан» һүҙен йөрөткән хакимиәт органдары инде ғәҙәтәгесә Учан өйәҙендә түгел, ә Сякоуҙа урынлашҡан.
Суй империяһы осоронда Цзянся һәм Ханьян өйәҙҙәре ойошторолған. Тан империяһы дәүерендә уларҙың статусы күтәрелә: өйәҙҙәр урынына Эчжоу (鄂州) һәм Мяньчжоу (沔州) өлкәләре ойошторола. 877 йылда төбәк Хуан Чао етәкселегендәге ихтилал барышында таланған.
Сун империяһы дәүерендә Ҡытайҙың милли геройы Юэ Фэй 8 йыл дауамында Эчжоуҙа чжурчжэндәрҙең Цзинь империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, бының өсөн уға «Э кенәзе» (鄂王) титулы бирелгән.
Монголдар баҫып алып, Юань империяһы нигеҙләнгәндән һуң, ил син-чжуншушэндар идара иткән эре төбәктәргә бүленгән. Цзянся өйәҙе Хугуан син-чжуншушэнының резиденцияһы булып китә.
XIV быуатта Чжу Юаньчжан монгол хакимлығына ҡаршы ихтилал күтәргән.
XIX быуат аҙағында был урындарға төньяҡтан көньяҡҡа тимер юл үтә, һәм улар йөктө тимер юлынан йылға транспортына күсереү буйынса мөһим пункт булып китә.
1911 йылда Сунь Ятсендың арҡаҙаштары Цзянся өйәҙендә Учан ихтилалын ойошторған, ул Цин империяһының ҡолауынаһәм Ҡытайҙа республика урынлаштырылыуына килтергән. Синьхай инҡилабынан һуң Учан идаралығы бөтөрөлә, ә Цзянся өйәҙе Учан өйәҙе (武昌县) тип үҙгәртелә, элекке Учан өйәҙе («түбәнге Учан», хәҙерге Эчжоу) Шоучан өйәҙе (寿昌县) тип үҙгәртелгән.
1967 йылда Ҡытайҙа мәҙәни революция осоронда Ухань ҡалаһында хунвэйбиндар араһында ҡаты бәрелештәр булған. Ҡалала хәл үтә киҫкенләшкәс, урындағы халыҡ оборона отрядтарын төҙөй башлай.
1979 йылда Ухань властары идаралығы аҫтына Сяньнин округынан (咸宁地区) Учан өйәҙе (武昌县), һәм Сяогань округынан (孝感地区) Ханьян өйәҙе (汉阳县) күсерелгән. 1983 йылда Ухань властары идаралығы аҫтына Сяогань округынан Хуанпи өйәҙе (黄陂县), һәм Хуанган округынан (黄冈地区) Синьчжоу өйәҙе (新洲县) тапшырылған.
1984 йылда Ухань составында Ханьнань районы ойошторолған. 1992 йылда Ханьян өйәҙе бөтөрөлгән, уның урынына Цайдянь районы ойошторолған. 1995 йылда Учан өйәҙе бөтөрөлгән, ә уның урынына Цзянся районы ойошторолған. 1998 йылда Наньпи һәм Синьчжоу өйәҙҙәре шулай уҡ ҡала буйһоноуындағы райондар тип үҙгәртелгән.
-
Уханб таможняһы, 1862 йылда нигеҙәнгән
-
Гөбөргәйел убаһы: элекке һәм хәҙерге заман
-
Һары Торна манараһы
-
«Йөҙөү» (游泳)
-
Совет лётчиктарына һәйкәл
-
Чунвэнь («Мәҙәниәткә ихтирам») сауҙа-офис үҙәге
-
Гуангу майҙаны («Оптика үҙәне»)
-
Чанчунь ("Мәңгелек яҙ") даос ғибәҙәтханаһында
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арнем, Нидерланд, 1999 йылдан
- Бордо, Франция, 1998 йылдан
- Чхонджу, Көньяҡ Корея, 2000 йылдан
- Крайстчерч, Яңы Зеландия, 2006 йылдан
- Дуйсбург, Германия, 1982 йылдан
- Галац, Румыния, 1987 йылдан
- Дьёр, Венгрия, 1995 йылдан
- Хартум, Судан, 1995 йылдан
- Киев, Украина, 1990 йылдан
- Манчестер, Бөйөк Британия, 1986 йылдан
- Маркхэм (Онтарио), Канада, 2006 йылдан
- Оита, Япония, 1979 йылдан
- Питсбург, АҠШ, 1982 йылдан
- Санкт-Пёльтен, Австрия, 2005 йылдан
- Һарытау, Рәсәй, 2015 йылдан
- Бишкәк, Ҡырғыҙстан, 2016 йылдан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ https://cn.wtcf.org.cn/citys/3401-2.html
- ↑ Седьмая национальная перепись населения КНР
- ↑ https://old.kyivcity.gov.ua/files/2018/2/15/Mista-pobratymy.pdf
- ↑ https://kyivcity.gov.ua/kyiv_ta_miska_vlada/pro_kyiv/mista-pobratimi_z_yakimi_kiyevom_pidpisani_dokumenti_pro_poridnennya_druzhbu_spivrobitnitstvo_partnerstvo/
- ↑ http://www.bordeaux.fr/ebx/LinkResolverServlet?classofcontent=presentationStandard&id=5513
- ↑ https://www.ashdodnet.com/article/13953
- ↑ https://worldtradecenter-stl.com/st-louis-sister-cities-program/wuhan-china/
- ↑ https://gyor.hu/easy-docs/6023e06eca492
- ↑ https://www.izmir.bel.tr/tr/KardesKentler/62
- ↑ https://www.liege.be/fr/vie-communale/services-communaux/international/jumelages-et-partenaires/wuhan-chine
- ↑ https://www.izh.ru/i/info/16265.html
- ↑ [地理气候]. Веб-сайт народного правительства города Ухань [Дата цитирования 2013-05-19].
- ↑ Гонконгская обсерватория 2013 йыл 14 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- У-чан-фу // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Хань-коу // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ухань. Каждый день разный 2019 йыл 21 декабрь архивланған.