Табылды
Табылды | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Табылды (рус. Табулда) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 306 кеше була[1]. Почта индексы — 453184, ОКАТО коды — 80248830003. ИФНС коды — 0268[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Табылды ауылына нигеҙ XVIII быуат уртаһында Юрматы улусы старшинаһы булған Табылды Юлбирҙин (1755) тарафынан һалына. Ә Табылды үҙе — Юрматы улусы Аҙнай түбәһе старшинаһы Тәтегәс бейҙең бүләһе. V ревизия сараһында ауылдағы 36 ихатала — 233 кеше, VII рәүиз документтарында 14 ихатала 387 кеше йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәлә. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Табылдының хорунжий дәрәжәһенә эйә булған өлкән улы Зәйнәғәбдиндең Ҡулбай исемле улы һәм Әбделмән, Исмәғил, Ишем, Сөләймән исемле ейәндәре теркәлә. Шулай уҡ йорт яҫауылы булып торған икенсе улы Әбделвәлиҙең Байғаҙы исемле улы иҫәпкә инә. Өсөнсө улы Әбделхәлил була (балалары күрһәтелмәй). Иң кесе улы Әбдрәхим Табулдин указлы мулла була. Уның балалары — Ибраһим, Рафиҡ һәм Рахманғол[3][4].
Тәтегәс бей 1609 йылда Юрматы улусының башҡа түбәләре башлыҡтары Аҙнай, Ҡармыш һәм Илсек-Тимер менән бергә Рәсәй империяһы батшаһынан улустың аҫаба ерҙәренә һаҡлау грамотаһы ала[4].
Өфө наместниклығы картаһында 1786 йылда Табылды атамаһын йөрөткән ике ауыл күрһәтелә. Улар бер-береһенән ярайһы уҡ алыҫ ҡына урынлашҡан була. Табылды ауылында йәшәгән 370 кешегә 200 бот ужым ашлығы һәм 1808 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. 1815 йылда Табылды ауылы кешеләренең бер өлөшө, айырылып сығып, Ҡотлоюл утарын булдыра. Өс ихатала 55 кеше йәшәй, тип теркәлә. XIX быуаттың рәүиз документтарында түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә: 1834 йылда — 83, 1850 йылда — 91, 1859 й. — 99 башҡорт[5]. Артабан утар ауыл булып китә һәм төп ауылдан беренсе булып утарға күсенеп ултырған Яныбай Ейәнғолов (1764 й. т.) исеме менән Яныбай тип йөрөтөлә. Уның ҡустылары Абдрахман менән Әлибайҙың уландары: Ҡырғыҙбай, Һибәтулла, Ғөбәйҙулла, Мөхәмәтулла. Яныбай Ейәнғолов та — Тәтегәс старшинаның бүләһе. Тимәк, Табылды менән Яныбай — нәҫел шәжәрәһенең өсөнсө быуыны[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 306 | 148 | 158 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 22 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Күндерәк): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 65 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы),
- Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская),
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәхимов Илһам Ринат улы (1970), театр артисы. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актёры, 2016 йылдан башҡорт драма театрының художество етәксеһе, 2018 йылдан театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (1997)[7].
- Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11 май 1952 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)[8].[9]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/000000.html
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.. — Уфа: Идель Пресс, 2017. — 152/С. 63 с. — 500 экз. экз.
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 191. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/000000.html
- ↑ Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение. Официальный сайт. Башдрамтеатр / Артисты театра / ИЛЬХАМ РАХИМОВ (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2020)
- ↑ Табылды // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2020)
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%AF%D1%85%D0%B8%D0%BD%D0%B0_%D3%98%D0%BD%D0%B8%D1%81%D3%99_%D0%90%D0%BB%D1%82%D1%8B%D0%BD%D1%82%D0%B8%D0%BC%D0%B5%D1%80_%D2%A1%D1%8B%D2%99%D1%8B
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Табылды(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2020)
- Табулда, Кутлуюлово, Яныбаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |