Эстәлеккә күсергә

Сәйетов Уйылдан Ғилман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетов Уйылдан Ғилман улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 17 ноябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Сәйетов Уйылдан Ғилман улы (17 ноябрь 1951 йыл) — комсомол, партия, матбуғат һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. Философия фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Уйылдан Ғилман улы Сәйетов 1951 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында тыуған. Урта мәктәпте һәм Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай (һөнәре — агроном), БАССР-ҙың Матрай районы «Хәйбулла» совхозында бригадир ярҙамсыһы булып эшләй.

1971 йылдан комсомол эшендә — инструктор (1971—1973), ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары (1977—1979). ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында (1979 йылдан) комсомол ойошмалары бүлеге мөдире урынбаҫары, секретары вазифаһын биләй.

1977 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен, 1991 йылда — КПСС Үҙәк Комитетының Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай, Академия аспирантураһында уҡый. 1991 йылда «Творческая молодежь в условиях демократизации общественной жизни: характеристика, пути формирования» темаһына диссертация яҡлай. Философия фәндәре кандидаты (1991).

1980—1982 йылдарҙа «Ленинсе» — «Ленинец», «Молодёжная газета» республика йәштәр гәзитендә эшләй.

1986 йылдан, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булараҡ, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы БАССР мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтары үтәлешен контролдә тотоусы күҙәтеү комиссияһы ағзаһы була[1].

1987 йылдан партия эшендә. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, РСФСР Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитеты идеология бүлегендә бүлек мөдире урынбаҫары (1991 йылдан) вазифаларын биләй. КПСС таратылғандан һуң, 1992 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Сәйетовтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — йәштәр сәйәсәте һорауҙары, төбәк энциклопедистикаһы.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры булып эшләй (1995—1997).

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми‑нәшриәт комплексында 1993 йылдан алып эшләй, баш мөхәррирҙең 1-се урынбаҫары, директоры (1998 йылдан алып), генераль директоры[2], ә 2008 йылдан алып бер үк ваҡытта төбәк энциклопедистика проблемалары буйынса фәнни‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе булып тора. Сәйетов У. Ғ. етәкселегендә нәшриәттә урыҫ һәм башҡорт телендә күп томлы Башҡорт энциклопедияһы, Салауат Юлаев энциклопедияһы, Башҡорттарҙың хәрби тарихы; Әбйәлил, Ишембай, Баймаҡ, Хәйбулла энциклопедиялары һәм башҡалар нәшер ителә.

Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, фотография, һүрәт төшөрөү, баҡсасылыҡ, театр менән мауыға.

2019 йылдың 8 октябрендә, Республика көнө алдынан, Уйылдан Сәйетов Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3].

Сәйетов Уйылдан Ғилман улы 70 тирәһе ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Становление творческой молодёжи: на материалах Башкортостана. Өфө, 1994;
  • Башкирская художественная интеллигенция: происхождение, становление, взаимодействие с обществом и властью. Өфө, 2004;
  • Башкирская энциклопедистика: зарождение, становление, развитие. Өфө, 2008.
  • Саитов У. Г. Национальнорегиональные энциклопедии России: основа и особенности развития. // Библиотековедение. 2012. № 1. С. 6267 : фот. Библиогр.: с. 67 . ISSN 0869608Х.
  • Саитов У. Г. Творческая молодежь в условиях демократизации общественной жизни: характеристика, пути формирования : автореферат Философия фәндәре кандидатлығына диссертация. 17.00.08 / Академия общест. наук ЦК КПСС.- Москва, 1991.- 18 с.: ил. РГБ ОД, 9 91-3/51-6.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986);
  • Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2019)
  • СССР-ҙың матбуғат отличнигы;
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
  • Әҙәбиәт, публицистика, мәғариф, сәнғәт өлкәһендә Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты[4].
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 5. П-С. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Газета «Республика Башкортостан» № 218 (27453) от 15 ноября 2011 года. ст. Человек, которые не привык отдыхать. У. Саитов — один из организаторов энциклопедического дела в Республике.