Стремовский Владимир Азарович
Стремовский, Владимир Азарович | |
Файл:СТРЕМОВСКИЙ ВЛАДИМИР АЗАРОВИЧ.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
селе Цибулёво, Херсонская губерния, Россия |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Специалист по советскому уголовному процессу и криминалистике |
Награда һәм премиялары | |
Стремовский Владимир Азарович (15 май 1917 йыл, Цибулёво, Херсон губернаһы, Рәсәй империяһы — 1983 йыл, СССР) — совет ғалим-юрисы, юридик фәндәр докторы, Кубань университетының енәйәт процесы кафедра профессоры (1970—1980)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 15 майында (2 май) Рәсәйҙең Херсон губернаһы Цибулево ауылында тыуған.
1940 йылда Харьков юридик институтын тамамлай, аспирантурала ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, Белоруссияла оборона алыштарында һәм Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша. Һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамамлай. Фронтта «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
1945—1960 йылдарҙа Харьков өлкәһе прокуратураһында тәфтишсе һәм прокурор-криминалис булып эшләй, бер үк ваҡытта Харьков юридик институтының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһында, СССР КГБ юғары мәктәбендә, СССР Генераль прокуратураһы тәфтишселәренең квалификацияһын күтәреү курстарында уҡыта.
1955 йылда «Совет енәйәт процесында алдан тикшереү (төп мәсьәләләр)» темаһына диссертация яҡлай. 1960 йылда тулыһынса ғилми һәм уҡытыу эшенә күсә, Ростов дәүләт университетының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһында буласаҡ юристарҙы уҡыта. Бында ул 1970 йылға тиклем эшләй.
1967 йылда «Совет енәйәт процесында алдан тикшереүҙең асылы һәм ҡатнашыусылары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2].
1970 йылда Кубань дәүләт университетының (Краснодар) енәйәт процесы кафедраһы профессоры вазифаһында уҡыта башлай.
Енәйәт процесы, криминалистика, прокурор күҙәтеүе өлкәһендә 130-ға яҡын ғилми хеҙмәт (шул иҫәптән 14 монография һәм уҡыу әсбабы) яҙған.
1983 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[3].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Предварительное расследование в советском уголовном процессе (1958)
- Участники предварительного следствия в советском уголовном процессе (1966)
- Сущность и участники предварительного следствия в советском уголовном процессе (1967)
- Вопросы дальнейшего совершенствования законодательства о защите на предварительном следствии, структуре и деятельности следственного аппарата в СССР[4]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О ТЕХ, КТО СПАС ТЕБЯ, РОССИЯ! Преподаватели, сотрудники и студенты Кубанского государственного университета — участники и ветераны Великой Отечественной войны. Стремовский Владимир Азарович (1917—1983) 2022 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Стремовский, Владимир Азарович(недоступная ссылка)
- ↑ СТРЕМОВСКИЙ ВЛАДИМИР АЗАРОВИЧ(недоступная ссылка)
- ↑ Стремовский, Владимир Азарович(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 майҙа тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- В Херсонской губернии тыуғандар
- 1983 йылда вафат булғандар
- В СССР вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ростов дәүләт университеты уҡытыусылары