Розалин Сасмен Ялоу
Розалин Сасмен Ялоу | |
ингл. Rosalyn Sussman Yalow | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Rosalyn Sussman |
Тыуған көнө | 19 июль 1921[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Вафат булған көнө | 30 май 2011[4][2][3][…] (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Бронкс[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Mount Moriah Cemetery[d][5] |
Хәләл ефете | A. Aaron Yalow[d] |
Һөнәр төрө | физик, табип, университет уҡытыусыһы, биофизик |
Эшмәкәрлек төрө | биофизика |
Эш урыны |
Иешива-университет[d] Хантерский колледж[d] |
Уҡыу йорто |
Нью-Йоркский университет[d] Урбана-Шампэйндағы Иллинойс университеты[d] Хантерский колледж[d] Walton High School[d] |
Ойошма ағзаһы | АҠШ фәндәр милли академияһы[d][6], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Парижская медицинская академия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | ядро физикаһы |
Розалин Сасмен Ялоу Викимилектә |
Розалин Сасмен Ялоу (ингл. Rosalyn Sussman Yalow; 19 июль 1921 йыл — 30 май 2011 йыл) — Америка биофизигы. «Пептид гормондарын асыҡлауҙың радиоиммунологик ысулдарын үҫтергән өсөн» медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1977).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розалин Сасмен Ялоу 1921 йылдың 19 июлендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында йәһүд иммигранттары Саймон Сассман һәм Клара Ципперҙың ғаиләһендә тыуа[7]. Улар төргәк-ҡап материалдары менән һатыу итеү өлкәһендә эшләй. Розалин 1941 йылда Хантер колледжын тамамлай, физика менән ҡыҙыҡһына. Ләкин ҡатын-ҡыҙ булғас, уны бер университет та ҡабул итмәҫ тип уйлай. Сасмен Колумбия университетына машинистка булып эшкә инә, шунан секретарь вазифаһына күсә. Әммә шул уҡ йылды ул Урбана-Шаймпэйндағы Иллинойс университетына саҡырыла, сөнки икенсе донъя һуғышы арҡаһында ир-ат етешмәй. 1943 йылда Сасмен Арон Ялоуға кейәүгә бара. 1945 йылда ядро физикаһында философия докторы була.
Диссертация яҡлағандан һуң Сасмен Ялоу Ветерандар эштәре идаралығының Бронкс госпиталендә эшләй башлай, унда Соломон Берсон менән берлектә ҡандың биологик составын асыҡлауҙың радиоизотоп ысулын эшләй. Башта улар кеше плазмаһында инсулинды детекторлау ысулын таба[8]. Яңы радиоиммунологик ысул ҡандың гормондар, витаминдар, ферменттар кеүек минор компоненттарына ҡарата ҡулланыла башлай.
Ялоуҙың күп эштәре Соломон Берсон менән берлектә эшләнә, әммә ул Нобель премияһы бирелгәнгә тиклем мәрхүм булып ҡала.
Розалин Сасмен Ялоу 2011 йылдың 30 майында Нью-Йоркта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1971 — Халыҡ-ара Гайрднер премияһы
- 1972 — Диксон премияһы
- 1975 — Америка медицина ассоциацияһы премияһы
- 1976 — Фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы
- 1977 — Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы
- 1988 — АҠШ-тың милли фәнни миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ялоу Розалин Сасмен // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Rosalyn Yalow // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ 3,0 3,1 Rosalyn Sussman Yalow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Rosalyn S. Yalow // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 5,0 5,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/48894.html
- ↑ Rosalyn S. Yalow, Nobel Medical Physicist, Dies at 89. (инг.)
- ↑ Yalow RS, Berson SA. Immunoassay of endogenous plasma insulin in man. J Clin Invest 1960;39:1157-75. PMID 13846364.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Розалин Ялоу 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. // Биография на сайте электронной библиотеки «Наука и техника»
- Автобиография Розалин Ялоу на сайте Нобелевского комитета (инг.)
- 19 июлдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Нью-Йоркта тыуғандар
- 30 майҙа вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Медицина буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Манхэттенда тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар