Петров Борис Ильич
Петров Борис Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 август 1929 |
Тыуған урыны | Баженов, Бәләбәй кантоны, СССР |
Вафат булған көнө | 23 август 2004 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Петров Борис Ильич (28 август 1929 йыл — 23 август 2004 йыл) — агроном, ғалим-иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1972 йылдарҙа Хәйбулла районының «Матрай» совхозы директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1966), РСФСР-ҙың ауыл хужалығы (1969) һәм халыҡ мәғарифы (1968) отличнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Ильич Петров 1929 йылдың 28 авгусында БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Баженов ауылында тыуған.
1951 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Бәләбәй районының «Правда» колхозында башлай. 1947—1951 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡый. 1951 йылдан Бәләбәй районы Бәләбәй совхозында, Башҡорт АССР-ы Йәрмәкәй районының 8 март совхозында баш агроном булып эшләй, 1956 йылдың июль айында Хәйбулла районының Матрай совхозына баш агроном итеп күсерелә, 1960 йылдың ноябрь айынан —Матрай совхозы директоры.
Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) Матрай совхозында иген етештереү 200 процентҡа, ит — 197, һөт — 150, йөн — 167 процентҡа арттырып үтәлә. Иген культураларының уңышы гектарынан был йылдар эсендә 11,4 центнерҙан 22,5 центнерға күтәрелә.
Юғары етештереү күрһәткестәре өсөн совхоз 1970 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Биш йыллыҡ дауамында өлгәшкән уңыштары өсөн Матрай совхозына бер нисә тапҡыр СССР, ВЦСПС һәм РСФСР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының һәм Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советының юбилей грамотаһы менән бүләкләнә. Совхоз СССР ауыл хужалығы ҡаҙаныштарының күргәҙмәһендә дүрт тапҡыр ҡатнаша.
Ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм игенселек һәм малсылыҡ продукттарын дәүләткә һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Б И. Петровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1972 йылда совхоздарҙың Башҡортостан республика производство берекмәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1975 йылда — БАССР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, 1986 йылда — Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы — министры. 1988—1996 йылдарҙа — Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының «Башҡорт» фәнни-производство берекмәһенең генераль директоры.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1966), РСФСР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968).
Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) һәм ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Петров Борис Ильич 2004 йылдың 23 авгусында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1976), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981), миҙалдар менән бүләкләнгән
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә Б. И. Петров йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Удалов А. Одной семьёй //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 28 августа тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 августа вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан шәхестәре