Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәт Риза Пәхләүи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәммәт Риза Пәхләүи
фарс. محمد رضا پهلوی‎
Мөхәммәт Риза Пәхләүи
Мөхәммәт Риза Пәхләүи
Флаг
Флаг
Иран шаһиншаһы
Флаг
Флаг
1941 йылдың 26 сентябре — 1979 йылдың 11 феврале
Коронация: 1967 йылдың 26 октябре
Хөкүмәт башлығы:
Алдан килеүсе: Риза Пәхләүи
Дауамсы: титул бөтөрөлгән
 
Дине: Шиғыйҙар
Тыуған: 26 октябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2][3][…]
Тәһран, Фарсыстан, Каджарҙар династияһы
Үлгән: 27 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3][4][…] (60 йәш)
Ҡаһирә, Мысыр
Ерләнгән: мечеть ар-Рифаи[d]
Династия: Пехлеви[d]
Атаһы: Реза шаһ Пехлеви
Әсәһе: Тадж ол-Молук[d]
Супруг: Фавзия Фуад[d], Сорайя Исфандияри-Бахтиари[d] һәм Фарах Пехлеви[d]
Балалары: Шахназ Пехлеви[d]
Реза Кир Пехлеви[d]
Фарахназ Пехлеви[d]
Али Реза Пехлеви[d]
Лейла Пехлеви[d]
Белеме: Institut Le Rosey[d]
 
Автограф:
 
Наградалары:
Пехлеви ордены
Пехлеви ордены
Зөлфиҡәр ордены кавалеры Таж ордены сылбыры кавалеры
Лиякат ордены кавалеры
Мунса ордены
Мунса ордены
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены Ҡалып:Баш командующий дәрәжәһендәге Почёт легионы ордены
«ГФР алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының махсус дәрәжәле Ҙур тәреһе кавалеры
«ГФР алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының махсус дәрәжәле Ҙур тәреһе кавалеры
Большой крест, декорированный большой лентой Ордена За заслуги перед Итальянской Республикой
Большой крест, декорированный большой лентой Ордена За заслуги перед Итальянской Республикой
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Фил ордены кавалерҙары
Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалеры
Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалеры
Леопольд I Ҙур тәре ордены кавалеры
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Финляндия арыҫланы орденының ҙур тәреһе
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Хризантема ордены кавалеры
Хризантема ордены кавалеры
Большой крест ордена Карлоса III
Хәрби тәре 1939—1945 (Франция)
Орден Золотой шпоры
Орден Золотой шпоры
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
«Нил мәрйене» ордены
«Нил мәрйене» ордены
Азат итеүсе Сан-Мартин орденының ҙур тәреһе Кавалер Большого креста ордена Южного Креста
Чакри Король йорто ордены кавалеры
Чакри Король йорто ордены кавалеры
Соломон ордены кавалеры
Королева Виктория сылбыры кавалеры
Королева Виктория сылбыры кавалеры
Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Большой крест ордена Ацтекского орла Хөсәйен ибн Алиҙың 1 класлы ордены кавалеры
Король Әбдел-Азиз ордены Яңырыу орденының ҙур йондоҙо кавалеры Короллек Тажы ордены сылбыры
1 класлы Оясви Раянья ордены кавалеры Омандың 1 класлы хәрби ордены кавалеры Бойондороҡһоҙлоҡ орденының ҙур таҫмаһы кавалеры
Ҡалып:Нишан-е-Пакистан ордены
Бойондороҡһоҙлоҡ ордены (Катар)
Бойондороҡһоҙлоҡ ордены (Катар)
Ҡалып:Большая лента специального класса ордена Благожелательных облаков Ҡалып:Мөхәммәт Али орденының ҙур таҫмаһы Иҙрис I ордены сылбыры кавалеры

Мөхәммәт Риза Пәхләүи (26 октябрь 1919 йыл27 июль 1980 йыл) — Пәхләүиҙәр династияһынан 19411979 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Ирандың утыҙ бишенсе һәм һуңғы шаһы[5]. Күп кенә ислам традициялары менән хушлашырға тырышып ҡарай, хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла, йыл хисабын да һижриҙән түгел, Әһәмәниҙәр династияһы дәүеренән алып индерә (Раштыуанан 1976 йылды ул 1355 һижрә йылы тип түгел, шаһиншаһ хакимлығының 2535 йылы тип иғлан итә); әммә тиҙҙән хуплау тапмаған был яңылыҡты юҡҡа сығарырға мәжбүр була. 1973 йылда Иранда бер партиялы авторитар режим урынлаштырыла, бөтә граждандарға идара итеүсе партия ағзаһы булырға ҡушыла, ә бөтә башҡа йәмәғәт берекмәләре тыйыла; шулай уҡ йәшерен полиция ойошторола. 1979 йылғы Ислам революцияһы шаһты бәреп төшөрә, ул илдән ҡыуыла һәм Ҡаһирәлә, һөргөндә йәшәп, вафат була. Һуңғы шаһтарҙың Реформаларына ҡаршы реакция тулҡынында аятолла Хөмәйни етәкселегендә власҡа исламсы фундаменталистар килә.

Мөхәммәт Риза 1919 йылдың 26 октябрендә Тәһранда ул ваҡытта Фарсы казак бригадаһы командиры, ә һуңғараҡ — иран ҡораллы көстәре баш командующийы, хәрби министры һәм премьер-министры булып киткән полковник Ризахан ғаиләһендә тыуа. 1925 йыл аҙағында Ризахан Әхмәт-шаһ Каджарҙы тәхеттән төшөрә һәм, династияһына «Пәхләүи» фамилияһын ҡабул итеп, үҙен иран шаһы тип иғлан итә.

19251930 йылдарҙа Мөхәммәт Риза Пәхләүи — Фарсы кадет корпусында, һуңынан — Швейцариялағы Institut Le Rosey мәктәп-пансионында, 19361938 йылдарҙа  Тәһранда офицерҙар училищеһында уҡый.

Икенсе Бөтә донъя һуғышы һәм хакимлығының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың сентябрендә, Иранды инглиз һәм совет ғәскәрҙәре оккупацияланыуынан, атаһы Риза Пәхләүиҙең тәхеттән баш тартыуы һәм һөрөлөүенән һуң, Мөхәммәт Риза Пәхләүи Иран шаһиншаһы тип иғлан ителә һәм 1942 йылда, союз килешеүенә ҡул ҡуйып, Бөйөк Британия һәм СССР менән хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерә. 1943 йылдың 9 сентябрендә шаһ үҙенең указы менән нацистик Германияға һуғыш иғлан итә. 1946 йылда совет ғәскәрҙәре Ирандың төньяғынан сығарыла.

Башта шаһ ил менән идара итеүгә аҙ ҡыҫыла, хөкүмәт мәжлескә отчёт бирә. Шаһ тәжрибәһеҙ һәм баҙнатһыҙ хаким тип һанала. 1949 йылдың 4 февралендә шаһҡа уңышһыҙ һөжүмдән һуң, хәлдәр үҙгәрә. Тәһран университетындағы тантаналы церемония ваҡытында, Фахр-Арай өс метр алыҫлыҡтан атып, шаһтың яңағын еңелсә яралай. Фахр-Арайҙы офицерҙар шундуҡ атып үлтерә. Иранда хәрби хәл-торош индерелә. Үлтереүсе ағза булып торған Ирандың халыҡ партияһы закондан тыш тип иғлан ителә, оппозиция эшмәкәрҙәре ҡулға алына. 1949 йылда Ойоштороу йыйылышы, дәүләт идаралығында шаһҡа, мәжлесте таратыу хоҡуғын рөхсәт иткән киң вәкәләттәр биреп, конституцияға үҙгәрештәр индереүҙе хуплай.

1950-се йылдар башындағы сәйәси көрсөк

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң, илдә өҫтөнлөклө урынды биләгән Бөйөк Британия һәм уны ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышҡан АҠШ араһында Иранға йоғонто өсөн киҫкен көрәш тоҡана. Инглиз-Иран нефть компанияһы килемдәрен британия акционерҙары һәм Иран араһында бүлеү тураһында һөйләшеүҙәр башлай. Шул уҡ ваҡытта Иранда нефть сәнәғәтен дәүләт милкенә әйләндереү тураһындағы саҡырыуҙар башлана. 1951 йылдың мартында премьер-министр Али Размара дәүләт милкенә әйләндереүгә ҡаршы булыуын белдерә, дүрт көн үтеүгә ул мәсеттән сыҡҡан сағында атып үлтерелә.

1951 йылдың апрелендә шаһ премьер-министр итеп дәүләт милкенә әйләндереү өсөн сығыш яһаусы Мөхәммәт Мосаддыҡты тәғәйенләй, ә 1 майҙа, мәжлес уны бер тауыштан ҡабул иткәндән һуң, Инглиз-Иран нефть компанияһын национализациялау тураһындағы законға ҡул ҡуя. Национализациялағандан һуң, британ белгестәре ҡайтып китеү һәм Британия эмбарго индереү сәбәпле, нефть сығарыу туҡтап ҡала тиерлек. 1952 йылдың 16 июлендә, Мосаддыҡ үҙенә ғәҙәттән тыш вәкәләттәр һәм армияны буйһондороуҙы талап иткәне өсөн, шаһ уны отставкаға ебәрә. Был Тәһранда дөйөм забастовкаға һәм ихтилалға сәбәп була. 1952 йылдың 22 июлендә шаһ Мосаддыкты тағы ла премьер-министр итеп ҡуйырға мәжбүр була.

1952 йылдың октябрендә Мосаддыҡ хөкүмәте Англия менән мөнәсәбәттәрен өҙә. 1953 йылдың февралендә Мосаддыҡ, монарх идара итергә түгел, тәхеттә ултырырға тейеш, тип, шаһҡа Иранды ҡалдырып китергә тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта британдар, нефть килемдәрен Америка менән бүлешеүгә ризалыҡ биргәс, уларҙың ярҙамына таянып, Мосаддыкты ҡолатыуға өлгәшә. Планлаштырылған түңкәрелеш Аякс операцияһы атамаһын ала. 16 — 18 августа шаһ Бағдадта (Ираҡ), 18 — 22 августа — Римдә (Италия) ваҡытлыса һөргөндә була. 1953 йылдың авгусында тәхеткә бәйле хәрбиҙәр, генерал Ф. Захеди етәкселегендә, инглиз-американдар ярҙамында түңкәрелеш ойоштора һәм Мосаддыҡтың Милли фронт хөкүмәтен ҡолата. Шул ваҡыттан алып ғәмәлдә шаһ илдәге тулы власҡа эйә була.

1954 йылдың 19 сентябрендә Иран хөкүмәте Халыҡ-ара нефть консорциумы менән килешеүгә ҡул ҡуя (21 октябрҙә мәжлес хуплай). Уның буйынса Халыҡ-ара нефть консорциумының (ҡыҫҡартып: МНК) 95 % акцияһы 8 компанияға ҡарай: 40 % — «British Petroleum» тип үҙгәртелгән элекке АИНК-ға ; 14 % — инглиз-һолланд «Royal Dutch Shell»; 35 % — америка "ҙур биш"е ҡулында («Стандарт ойл оф Нью-Джерси», «Сокони мобил ойл», «Стандарт ойл оф Калифорниа», «Тексако», «Галф ойл корпорейшн») һәм 6 % — француз «Компани франсез де петроль» компанияһында. Иран 50 % саф табыш ала. Килешеү ғәмәле 25 йылға  — артабан 1994 йылға тиклем оҙайтыу шарты менән1979 йыл аҙағына тиклем билдәләнә. Килешеү 1951 йылғы нефть сәнәғәтен дәүләт милкенә әйләндереү тураһындағы ҡарарҙы ғәмәлдә юҡҡа сығара.

1957 йылда − ЦРУ-ның һәм Моссадтың ярҙамы менән САВАК йәшерен сәйәси полицияһы ойошторола.

Ирандың тышҡы сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мөхәммәт Риза Пәхләүи һәм АҠШ президенты Ричард Никсон Патриция Никсон менән.
Шаһ Ниаваран һарайында.

1955 йылдың 11 октябрендә Иран Бағдад пактына ҡушыла.

1957 йылда үҙе Иран Британияның элекке колонияһы Бахрейнды үҙенең территорияһы тип иғлан итә. 1971 йылда Бахрейнда, халыҡтың күпселеге Бөйөк Британияға буйһонмау һәм Иранға инмәү өсөн тауыш биргән референдумдан һуң, яңы дәүләт хасил була һәм Иран Бахрейн менән дипломатик мөнәсәбәт урынлаштыра.

1960 -1970-се йылдарҙа Ирандың тышҡы сәйәсәтендә принципиаль үҙгәрештәр һәм яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә. Беренсенән, шаһ социалистик илдәр менән иҡтисади хеҙмәттәшлек күләме масштабын ҡырҡа киңәйтә. Был Көнбайыштың Иранда сәнәғәттең нигеҙ база тармаҡтарын үҫтереүгә ярҙам итергә теләмәгәнлегенән; СЭВ илдәре менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек шарттарының отошло булыуынан; Тәһрандың ҡаршы торған ике система араһында баланста булыуы тышҡы сәйәсәтен үҙаллы үткәреү мөмкинлеген күберәк биргәнлектән; Фарсы ҡултығы районында конфликт килеп тыуған осраҡта Төньяҡ Иран сигендә тылдар тәьмин итергә тырышыуынан; Урта Көнсығышта совет сәйәсәтенең формалашыуына Бағдадтың йоғонтоһон нейтралләштереү өмөтөнән килеп сыға. Исфахан металлургия комбинаты совет-иран хеҙмәттәшлегенең төп объекты була. Иран-Европа контракттары менән Трансиран газ үткәргесе буйлап Иран газын Кавказ аръяғына һәм шундай уҡ күләмдәге Себер газын Көнбайыш Европаға һатыу ике ил өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә «быуат килешеүе» була, Тәһранға «Европаға тәҙрә» асыу мөмкинлеген бирә. Совет-иран хеҙмәттәшлеге менән параллель рәүештә Ирандың Көнсығыш Европа илдәре, бигерәк тә нефть сығарыу ҡорамалдары етештереү буйынса артыҡ ҡеүәттәргә эйә Румыния, менән хеҙмәттәшлеге үҫешә.

Шаһ Арьямехрҙың Император Штандарты

Икенсенән, Тәһран Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһын төҙөүҙә һәм нефть сығарыусы илдәрҙең Көнбайыштың сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән илдәре менән тиң хоҡуҡлы булыуы, иң тәүҙә нефткә хаҡтарҙы һәм уны сығарыу хоҡуғы өсөн аҡса бүлеүҙе арттырыу буйынса әүҙем көрәшә. 1973 йылда нефтте 20 йыл дауамында МНК ҡарамағына поставкалауы һәм һуңғыһы (МНК) килемдең 60 % Тәһран файҙаһына билдәләнгән сумма күсереп тороу йөкләмәһен үтәү килешеүе менән МНК мөлкәте Иран милли нефть компанияһына бирелә. Һөҙөмтәлә нефткә хаҡ артыуы һәм МНК-ның Иран милли нефть компанияһына аҡса бүлеүе арҡаһында Ирандың табышы 1972 йылдағы 2,4 миллиард долларҙан 1974 йылда 20 миллиардҡа саҡлы үҫә.

Өсөнсөнән, шаһтың тышҡы сәйәсәтендә империалистик ынтылыштар ғына түгел, Ирандың хәрби ҡеүәтен үҫтереү, хатта донъя иҡтисадын күпмелер дәрәжәлә Тәһрандан бойондороҡло итерлек, планетаның «кәрәсин мискәһе» — Фарсы ҡултығында үҙ контролен урынлаштырыу планы менән нығытылған империалистик һыҙаттары (1970-се йылдарҙа хәрби сығымдар 20 тапҡырға артҡан) барлыҡҡа килә. Донъяла иң көслө һауа мендәрендәге флот төҙөп, өсөнсө донъяла иң камил ПВО системаһы булдырып, хәрби-һауа көстәре һәм вертолёттар паркы буйынса, АҠШ-тан башҡа, бөтөн НАТО илдәрен уҙып, Иран донъяның иң мөһим нефть транспорт артерияһы булған Ормуз боғаҙында өҫтөнлөккә өлгәшергә тырыша. Боғаҙҙың икенсе ярында булыу маҡсатында, шаһ Омандағы эске конфликтҡа ҡыҫыла һәм был солтанаттағы партизандарға ҡаршы үҙенең ғәскәрҙәрен ебәрә. Башҡа ғәрәп дәүләттәре менән Тәһрандың мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Шаһ белудждарҙың сепаратизмынан ҡурҡа, шул арҡала Паҡстан һәм Афғанстан менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тәьмин итеүгә ҙур көс сарыф итә.

1967 йылда Шаһтың батшабикә Фәрәхте таж кейҙереп тәхеткә ултыртыу тантанаһы.

1971 йылдың 1 декабрендә, инглиз ғәскәрҙәрен Фарсы ҡултығынан сығарғандан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге — ОАЭ барлыҡҡа килгәндән һуң, иран ғәскәрҙәре инглиздәр килгәнгә тиклем был утрауҙар иран территорияһына ингән тигән сәбәп менән Һормуз боғаҙының өс утрауын: Абу-Мусаны, Томбе Бозоргты һәм Томбе Кучекты яулап ала (инглиз-иран һөйләшеүҙәре һәм ҡайһы бер ғәрәп илдәренең был ыңғайҙан протестары 1972 йылдың октябренә тиклем дауам итә).

Шаһ Фарсы ҡултығындағы монархиялар яҡлы була. Йемендәге (19621970) граждандар һуғышы барышында Иран монархистарға ярҙам күрһәтә. Шуға оҡшаған сәйәсәт Оманда үткәрелә, 1973 йылда бында экспедицион корпус ебәрелә, һәм ул Дофар провинцияһында монархияға ҡаршы партизан хәрәкәтен баҫтырыуҙа мөһим роль уйнай.

Шаһ Советтар Союзы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен хуплай. Мөхәммәт Риза өс тапҡыр —1956, 1965 һәм 1972 йылдарҙа СССР-ға килә.

1963, 1966 һәм 1972 йылдарҙа СССР менән Иран араһында иҡтисад һәм техник өлкәләрҙә, төрлө сәнәғәт объекттарын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуя һ . б.

Мосолман лидерҙары араһында беренсе булып Мөхәммәт Риза Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра, шуның өсөн уны радикал мосолман руханиҙары «сионистар сәйәсәте булышсыһы» пособнигы тип тәнҡитләй.

Ираҡ менән көсөргәнешле мөнәсәбәттәр һаҡлана. 1975 йылда Сәддам Хөсәйен менән Алжир килешеүенә ҡул ҡуйыла. Әммә конфликт, революция һәм репрессиялар иран армияһын көсһөҙләндергәндән, шаһты ҡолатҡандан һуң ғына, асыҡтан-асыҡ һуғышҡа әйләнә; Сәддам Хөсәйен Иранға һөжүм итә.

Шаһтың эске сәйәсәте һәм радикаль реформалар серияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шаһ ер участкаларын бүлә.

1963 йылда шаһ «Аҡ революция» тип аталған радикаль иҡтисади һәм ижтимағи реформаларҙың ҙур программаһын башлай. Баштараҡ ул үҙ эсенә 6 пунктты алһа, артабан уларға тағы ла 13 пункт индерелә. Программаға, тормошҡа ашырыу барышында хөкүмәт, нефть экспорты табышын файҙаланып, алпауыттарҙан ер участкаларын һатып алып, уны баҙар хаҡынан 30 % түбәнерәк хаҡҡа ер эшкәртеүсе крәҫтиәндәргә көтәсәккә һатыуҙы ойошторған ер реформаһы индерелә. 1970 йылда 1,2 млн крәҫтиән ғаиләһе (иран крәҫтиәндәренең яртыһы тиерлек) ер ала. Урмандар һәм көтөүлектәр милли милеккә әйләндерелә. Индустриалләштереү киң йәйелдерелә, дәүләт ярҙамы менән заманса металлургик, машиналар эшләү, нефть химияһы, автомобилдәр, суднолар һәм самолёттар эшләү предприятиелары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта дәүләт предприятиеларының бер өлөшө, эшселәрҙең табыш алыуҙа ҡатнашыу программаларын таратыу юлы менән хосусилаштырыла.

Радикаль реформалар күмәк халыҡтың һәм мосолман шиғисыларының оппозицияһын тыуҙыра. Шаһ үҙе күп кенә ислам традициялары менән хушлашырға тырышып ҡарай, хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла, йыл хисабын да һижриҙән түгел, Әһәмәниҙәр династияһы дәүеренән алып (Раштыуанан 1976 йылды ул 1355 һижрә йылы тип түгел, шаһиншаһ власының 2535 йылы тип иғлан итә) индергә; әммә тиҙҙән хуплау тапмаған был яңылыҡтан баш тартырға мәжбүр була. 1973 йылда Иранда власҡа, авторитетҡа өнһөҙ буйһоноуға нигеҙләнгән авторитар бер партиялы режим урынлаштырыла, бөтөн граждандарға идара итеүсе партия ағзаһы булырға ҡушыла, һ.б. төрлө йәмәғәт берләшмәләре тыйыла.

Шаһты ҡыуып ебәреү һәм уның вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 йылғы Ислам революция Иран шаһын ҡолата һәм ул илде ташлап китә. Һуңғы шаһтарҙың реформаларына ҡаршы реакция тулҡынында власҡа башында аятолла Хөмәйни торған ислам фундаменталистары килә. Тәүҙәрәк Мөхәммәт Риза Мысырға йүнәлә, һуңынан Мароккола, Багамда һәм Мексикала һөргөндә йәшәй. Ирандың ислам властары уны биреүҙәрен талап итә, был арала элекке монархтың һаулығы насарая. Уға лимфа яман шеше диагнозы ҡуйыла. Мөхәммәт Ризаның АҠШ-ҡа дауаланырға килеүе 1979 йылдың ноябрендә Ирандағы Америка илселеген мосолман экстремистарының баҫып алыуына һәм киҫкен халыҡ-ара көрсөккә килтерә. Ҡолатылған шаһ АҠШ-тан китә һәм Панамаға, һуңғараҡ яңынан Мысырға килә һәм бында уға доктор Майкл Дебейка ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә, шул иҫәптән спленэктомия, эшләй[6], ләкин шулай ҙа Вальденстрёмдың макроглобулинемия (неходжкинский лимфомаһы тибы) өҙлөгөүе һөҙөмтәһендә 1980 йылдың 27 июлендә, 60 йәшендә вафат була. Мысыр президенты Әнүәр Садат милли матәм иғлан итә һәм дәүләт кимәлендәге ерләү тураһында бойороҡ бирә[7]. Ҡаһирәлә Мөхәммәт Ризаны һуңғы юлға оҙатҡанда Пәхләүи ғаиләһенең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашыуҙа Әнүәр Садат, Ричард Никсон һәм Греция короле Константин II ҡатнаша[8]. Ирандың һуңғы шаһиншаһы Ҡаһирәнең әр-Рифаи мәсетендә ҡайнағаһы — Мысыр һәм Судандың һуңғыһының алдындағы короле Фәруҡ I йәнәшендә ерләнә.

Ҡаһирәләге әр-Рифаи мәсетендә Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең тынлыҡ тапҡан урыны

Шуныһы ҡыҙыҡ, һөргөндә саҡта, Мөхәммәт Риза Англияла һыйыныр урын табырға өмөт итә. Англия батшабикәһе, шаһтың Яҡын Көнсығышта британ мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуын иҫәпкә алып, Британия уға ярҙамдан баш тартырға тейеш түгел тип иҫәпләй. Премьер-министр Маргарет Тэтчер фекеренсә, шаһ «Бөйөк Британияның ышаныслы һәм файҙалы дуҫы була», шуның өсөн ул шаһҡа шәфҡәтле ҡарашта була. Әммә бындай хәл яңы ислам республикаһы менән мөнәсәбәттәргә кире тәьҫир итерен аңлағанлыҡтан, Форин-офис коллегияһы шаһты Англияла һыйындырыу сәйәси яҡтан дөрөҫ булмаясаҡ, тигән ҡарарға килә. Ирандағы элекке британ илсеһе Денис Райтҡа айырым бурыс йөкмәтелә — Багам утрауҙарының береһендә ул шаһ менән йәшерен осрашырға тейеш һәм уны британ хөкүмәте ҡарарын ҡабул итергә кәрәклегенә ышандырырға тейеш була (Тэтчер хөкүмәте ил сигендә шаһты индереүҙән баш тартыу ситуацияһында ҡалырға теләмәй), — был йөкләмәне Денис Райт уңышлы үтәй. Быға бәйле шаһтың әсе төңөлөүен, өмөтө өҙөлөүен бер нимә лә тарҡата алмай[9][10][11].

Шаһ өс тапҡыр өйләнә. Уның тәүге ҡатыны Мысыр короле Фуад I-нең ҡыҙы Фәүзиә була. Икенсе ҡатыны - яртылаш немец сығышлы Сорайя Исфәндиәри-Бәхтиәри үҙ заманының иң билдәле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Улдары булмаған өсөн, тәүге ике ҡатыны менән айырылыша. Тәүге ҡатыны Фәүзиәнән Шаһназ исемле ҡыҙы була.

Шаһтың өсөнсө ҡатыны, уға ике ул һәм ике ҡыҙ тыуҙырған Фәрәх Диба, Тәбриз әзербайжан ҡыҙы, 1967 йылда шаһбаныу булараҡ, таж кейҙерелеп, тәхеткә ултыртыла. Уның Бөйөк Кир II иҫтәлегенә Риза Кир Пәхләүи атлы өлкән улы, атаһы вафат булғандан һуң, Пәхләүи йортоноң башында тора һәм юҡҡа сыҡҡан иран шаһ тәхете вариҫы булып һанала. Кесе улы Али Риза Пәхләүи 2011 йылдың 4 ғинуарында Бостондағы йортонда үҙ-үҙен атып үлтерә.

  • Иран Иран — Фарсы тажы орденының ҙур таҫмаһы (1926)
  • Иран Иран— Пехлеви орденының ҙур сылбыры(1932)
  • Иран Иран — 1 дәрәжә Зөлфиҡәр ордены
  • Иран Иран — «Өсөнсө эсфанада» иҫтәлекле билдәһе
  • Мысыр Мысыр — Мөхәммәт Али ордены сылбыры (1939)
  • Бөйөк Британия Бөйөк Британия— Бани орденының Ҙур тәреһе рыцаре (GCB) (1942)
  • Чехословакия Чехословакия — Аҡ арыҫлан орденының Ҙур тәреһе (1943)
  • Франция Франция — Пальма ботаҡлы хәрби тәре (1945)
  • Ҡытай Республикаһы Ҡытай Республикаһы — Большая лента специального класса ордена Благожелательных облаков (1946)
  • Америка Ҡушма Штаттары АҠШ — Баш командующий дәрәжәһендәге «Почёт легионы» ордены(1947)
  • Ватикан Ватикан — Алтын тибенге ордены рыцаре (1948)
  • Бөйөк Британия Бөйөк Британия — Королева Виктория сылбыры (RVC) (1948)
  • Иран Иран — Grand Cordon of the Order of the Zulfiqar (1949)
  • Иордания Иордания — Хөсәйен ибн Али ордены сылбыры (1949)
  • Иордания Иордания — Яңырыу орденының ҙур таҫмаһы (1949)
  • Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны — 1-се дәрәжә король Абдель-Азиз ордены (1955)
  • Германия Германия — Махсус класлы «Германия Федератив Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының ҙур тәреһе (1955)
  • Ливан Ливан — Ҡаҙаныштар орденының ҙур таҫмаһы (1956)
  • Испания Испания — Большая цепь ордена Ярма и стрел (1957)
  • Италия Италия — «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының ҙур таҫма менән биҙәлгән ҙур тәреһе (1957)
  • Ливия Ливия — ордена Иҙрис I ордены сылбыры (1958)
  • Япония Япония — Хризантема ордены сылбыры (1958)
  • Австрия Австрия — Ҙур Почёт йондоҙо (1958)
  • Дания Дания — Фил ордены рыцаре (1959)
  • Нидерланд Нидерланд — Нидерланд арыҫланы орденының ҙур тәреһе (1959)
  • Пакистан Пакистан — Пакистандың 1 класлы ордены (1959)
  • Непал Непал — Оясви Раянья ордены(1960)
  • Греция Греция — Ҡотҡарыусы орденының ҙур тәреһе (1960)
  • Бельгия Бельгия — Леопольд I орденының ҙур тәреһе(1960)
  • Норвегия Норвегия — Изге Олаф орденының сылбырҙағы ҙур тәреһе (1961)
  • Эфиопия Эфиопия — Соломон орденының ҙур сылбыры (1964)
  • Афғанстан Афғанстан — Ҡояш орденының ҙур таҫмаһы (1965)
  • Ҡалып:Флагификация/Берләшкән Ғәрәп Республикаһы — Большая цепь ордена Нила (1965)
  • Аргентина Аргентина — Азат итеүсе Сан-Мартин орденының ҙур тәреһе (1965)
  • Тунис Тунис — Бойондороҡһоҙлок орденының ҙур сылбыры (1965)
  • Бразилия Бразилия — Көньяҡ Тәре орденының ҙур сылбыры (1965)
  • Марокко Марокко — Махсус дәрәжәле Мөхәмәҙиә ордены (1966)
  • Бахрейн Бахрейн — Әл-Хәлифә ордены (1966)
  • Катар Катар — Бойондороҡһоҙлоҡ ордены (1966)
  • Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны — Бөйөк Бадра ордены (1966)
  • Судан Судан — Почёт ордены сылбыры (1966)
  • Югославия Югославия — Ҙур Югославия Йондоҙо ордены (1966)
  • Швеция Швеция — Серафимдар ордены (1967) (Knight-1960)
  • Малайзия Малайзия — Малайзия Тажы ордены (DMN) (1968)
  • Таиланд Таиланд — Чакра ордены рыцаре (1968)
  • Финляндия Финляндия — Финляндия Арыҫланы орденының ҙур тәреһе (1970)
  • Оман Оман — Омандың 1 класлы хәрби ордены (1973)
  • Испания Испания — Карлос III орденының ҙур тәреһе (1975)
  • Мексика Мексика — Ацтек бөркөтө ордены сылбыры (1975)[12]

Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең сәнғәттә сағылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһ аҡса купюраларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Риза Пәхләүи, 1944 йылдан башлап, Ирандың бөтөн сығарылыш аҡса купюраларында ла һүрәтләнгән. Аҡсаларҙағы портреттары уның йәшен сағылдырған һәм үҙгәргән: башта өлкәнәйә барғандар, артабан уның менән бергә ҡартайғандар.

Файл:IranP39-5Rials-(1944) f.jpg Файл:IranP45-500Rials-(1944)-donatedth f.jpg Файл:IranP55-20Rials-(1951)-donatedth f.jpg Файл:IranP64-10Rials-Sh1333(1954) f.jpg
1944 йылғы 5 һәм 500-лөк иран риалы
Файл:IranP70-200Rials-(1958)-donatedth f.jpg Файл:IranP74-500Rials-SH1341(1962)-donatedoy f.jpg Файл:IranP88-500Rials-(1969)-donatedth f.jpg Файл:IranP105c-1000Rials-(1974-79)-donatedoy f.jpg
1958 йылғы 200 иран риалы һәм 1962 йылғы 500 иран риалы 1969 йылғы 500 иран риалы һәм 1974 йылғы 1000 иран риалы

Ислам революцияһынан һуң шаһ менән көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 йылда Ислам революцияһы еңгәндән һуң, аятолла Хөмәйниҙең яңы ислам власы Ирандың бөтөн купюраларында ла һүрәтләнгән шаһтың портреттарын бер (портретын) йәки ике (портретын һәм еүеш тамғаһын) сатраш тамға менән, ғәҙәттә ҡыҙыл буяу менән билдәләгән.

Файл:IranP101c(u)-50Rials-(1974-79)-unofficialoverprint-donatedoy f.jpg Файл:IranP102b(u)-100Rials-(1974-79)-unofficialoverprint-donatedoy f.jpg Файл:IranP106d(u)-5000Rials-(1974-79)-unofficialoverprint-donatedoy f.jpg
Надпечатки 1979 года на 20 и 50 риалов 1974 года Надпечатки 1979 года на 100 и 5000 риалов 1974 года

1979/1980 йылдарҙағы «Билге»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабан, 1980 йылда яңы власть күрә алмаған яуыз «көнбайышсы» шаһтың портреттарын ғәҙәти генә һыҙып ташлау ҡәнәғәтләнерлек түгел тип тапҡан. Пәхләүиҙең банкноталарҙағы һынланышын, уның силуэтын ҡабатлаған «сәнғәтле»бормалы-һырмалы ҡара һүрәт менән ҡапларға бойоролған. Ирандың Үҙәк банкында баҫтырылған, әммә әйләнешкә сығарылмаған 1974 йылғы банкнота үрнәктәренең күп һаҡланып ҡалыуы арҡаһында был эш маҡсатҡа ярашлы тип табылған.

Файл:IranP112a-100Rials-(1979)-donatedTA f.jpg Файл:IranP119a-200Rials-(1979)-donatedTA f.jpg Файл:IranP125a-1000Rials-ND-donatedoa f.jpg
1974 йылғы 100 һәм 200 иран риалдарындағы 1980 йылғы «Билге» 1974 йылғы 500 һәм 1000 иран риалдарындағы 1980 йылғы «Билге»
  1. Мохаммед Реза Пехлеви // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Mohammad Reza Pahlavi // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Mohammad Reza Shah Pahlavi // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Reza Pahlevi (2) // Discogs (ингл.) — 2000.
  5. Iranian Chamber Society. History of Iran. Mohammad Reza Shah Pahlavi.
  6. Kent Demaret, Dr. Michael Debakey Describes the Shah’s Surgery and Predicts a Long Life for Him // People.
  7. Shah’s Flight 2013 йыл 25 август архивланған. // TIME.
  8. Erich Wiedemann, Welch ein hoheitsvoller Trotzkopf // Der Spiegel vom 4.
  9. [1][2](недоступная ссылка)
  10. Денис Райт: человек, которого Тэтчер послала сказать шаху держаться подальше
  11. BBC Russian — В мире — Лондон побоялся принять свергнутого шаха Ирана
  12. RoyalArkc.net, The Royal Ark