Муллаҡай (Баймаҡ районы)
Муллаҡай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡолсора ауыл советы |
Халыҡ һаны |
518 кеше (2002)[1], 513 кеше (2009)[1], 475 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453662 |
Муллаҡай Викимилектә |
Муллаҡай (рус. Муллакаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 513 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80206837003.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Бөрйән улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе булған Муллаҡай Ибраҡовтың исемен йөрөтә[4].
Муллаҡай ауылы Иҙрис ауылынан бүленеп сыҡҡан. Мәҫәлән, 1813 йылда Иҙрис ауылынан 13 ғаилә Муллаҡайға күсенгән[5]. Муллаҡай Ибраҡовтың улдары һәм ейәндәре Муллаҡай ауылында йәшәгәндәр, уның игеҙәк улдары Нурғәли (1772—1845) һәм Ғүмәр (уның улдары Абделхалиҡ һәм Вәли), Йәғәфәр (1777—1857)(уның улдары Мостафа, Әбдедмөкмин, Ҡөҙрәтҡол) һәм Ҡунаҡбай (1779—1821) (уның улдары Ярулла, Рәхмәтулла һәм Мөхәмәтйән) 6-сы кантон чиновниктары була[5].
XVIII быуаттың 35—40 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырғандан һуң баш күтәреүселәрҙең балалары офицерҙарға таратыла. 1737 йылда өс мең әсирлеккә эләккән балалар араһында Муллаҡай ауылы малайы Ҡултай Бикембәтов була, уны Өфө чиновнигы Тула сауҙагәренә 2 һумға һата. Һатып алыусы баланы Башҡортостандан ситкә алып китергә һәм суҡындырырға хоҡуҡ ала. Шуға күрә урыҫ халҡы араһында Башкирцев, Башкиров, Уфимцев һәм башҡа фамилиялар осрай[5].
Муллаҡай ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар була. 15-се башҡорт полкы яугирҙары араһында көмөш миҙалдар кавалеры, хорунжий Тулыбай Мансуров, рядовойҙар Йыһанша Бикмөхәмәтов, Ҡузыбай Иҫәнбаев, Тансыҡҡужа Tанабаев булыуы билдәле[5].
Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә. 1834 йылғы VIII ревизияһы буйынса 54 йорттан 356 кеше йәненә 339 йылҡы малы, 400 һыйыр, 199 һарыҡ һәм тик ике кәзә тура килә. 45 көмәле арбала Урал тауҙарында Таулы, Өпө, Бутар, Сапсал, һәм Һаҡмар буйлап йәйләүгә сыҡҡан. 40-х годах XIX быуаттың 40-сы йылдарында барыһы 96 бот ужым һәм 384 бот ярауай иген сәскәндәр[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 475 | 249 | 226 | 52,4 | 47,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[5].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 43 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолсора): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 88 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужа Баһуманов (20.10.1945—25.02.2005), башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе.
- Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (20.05.1925—12.08.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, айырым миномёт полкы элемтәсеһе, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғабдулла Сәиди (төп исеме Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов), дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир.
- Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (20.06.1949), ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Мазһаров И. Р. — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
- Вәлеев З. А. — йылҡысы, Ленин ордены кавалеры.
- Сәйетов Р. А. — БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, колхоздың элекке етәксеһе.
- Рәхимов Г. Х. — колхоз бригадиры, Ленин ордены кавалеры.
- Хәсәнова Р. К. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәсәнов А. Б. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Яҡшыбаев Р. Т. — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/mullakaevo_baym.html Муллакаево
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муллаҡай (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2021)
- Муллакаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2021)