Эстәлеккә күсергә

Мазаччо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мазаччо
итал. Masaccio

Автопортрет (уртала), Бранкаччи камеллаһының «Святой Пётр на кафедре» фрескаһы фрагменты
Исеме:

Томмазо ди сер Джованни ди Гвиди

Тыуған:

21 декабрь 1401[1][2][3]

Тыуған урыны:

Сан-Джованни-Вальдарно[d], Ареццо[d], Тоскана, Италия

Үлгән:

1428[4][5][6][…]

Үлгән урыны:

Рим, Папская область[d][2][3]

Гражданлығы:
 Работы

Мазаччо (итал. Masaccio; Масаччо; Иҫкергән варианты — Масаччо, ысын исеме Томмазо ди Джованни ди Симона Кассай (Гиди), Томмазо-ди-сер Джованни ди Гиди; 1401 йылдың 21 декабрендә Сан-Джованни Вальдарно, Тоскана — 1428 йылдың көҙө, Рим) — Италия рәссамы, Флоренция мәктәбенең бөйөк оҫтаһы, Яңырыуҙың иртә (Кватроченто) дәүерендәге һынлы сәнғәт реформаторы.

Мазаччо 1401 йылдың 21 декабрендә Изге Фома (Томас) көнөндә нотариус Сер Джованни ди Моне Кассаи һәм уның ҡатыны Якопа ди Мартиноццо ғаиләһендә тыуған. Буласаҡ рәссамдың атаһы яғынан олатаһы Симон һөнәрсе була — кассон һандыҡтары һәм башҡа мебель эшләй. Тикшеренеүселәр бында ғаиләнең сәнғәт менән бәйле булыуын күрә, буласаҡ рәссам олатаһынан тәүге дәрестәр алғандыр тип иҫәпләй. Олатаһы хәлле генә оҫта була, уның бер нисә баҡсаһы һәм үҙ йорто була[7].

Томазо тыуғандан һуң биш йыл үткәс, 27 йәшлек атаһы ҡапыл вафат була. Томазоның әсәһе ул ваҡытта ауырлы була, тиҙҙән уиың икенсе улы тыуа, уға атаһы хөрмәтенә Джованни тип исем бирәләр (һуңыраҡ ул шулай уҡ рәссам булып китә, Скеджа ҡушаматы аҫтында билдәле). Ике балаһы менән яңғыҙ ҡалған Якупа тиҙҙән ике ҡыҙы булған тол ир Тедеско ди Мастро Феоға кейәүгә сыға. Якопаның икенсе ире 1417 йылдың 17 авгусында үлеп китә. 16 йәш тә тулып өлгөрмәгән Мазаччо ғаиләлә иң өлкән кеше, йәки уны ашатыусы була. Архив документтарында виноград баҡсаһы һәм Якопаның икенсе иренән ҡалған йорттоң бер өлөшө тураһында хәбәр ителә, әммә ҡатын улар менән файҙаланмай һәм уларҙан бер ниндәй ҙә килем алмай. Мазаччоның ҡәрендәштәренең береһе һуңыраҡ рәссам Мариотто ди Кристофаноға кейәүгә сыға.

Флоренцияға Мазаччо йәшләй генә күсеп килә. Тикшеренеүселәр фаразлауынса, ул бында 1418 йылға тиклем күсенгән булырға тейеш. Һаҡланып ҡалған документтар буйынса, Мазаччоның әсәһе Сан-Никколь районында ниндәйҙер торлаҡты ҡуртымға алған. Рәссам уға яҡын ғына урынлашҡан студияла эшләгәндер. Вазари уның уҡытыусыһы Мазолино, тип раҫлай, әммә ул яңылыша. Мазаччо һынлы сәнғәт оҫтаһы исемен ала һәм оҫталар цехына 1422 йылдың 7 ғинуарында ҡабул ителә, ә Мазолино унда һуңыраҡ, 1423 йылда ғына, ҡабул ителгән. Бынан тыш, уның әҫәрҙәрендә был рәссамдың йоғонтоһо һиҙелмәй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр 1421 йылда ул Бикчи-ди-Лоренцо оҫтаханаһында эшләгән, Сан-Эгидио сиркәүенең рельефлы терракотаһын ул эшләгән тип баралар[8]. Әммә был рәссамдар әҫәрҙәренең стиле бик ныҡ айырыла. 1421 йылдан Биччи ди Лоренцо оҫтаханаһында Мазаччоның ҡустыһы Джованни (Скеджа) эшләй.

Мазаччоның ысын уҡытыусылары— Брунеллески һәм Донателло. Мазаччоның Яңырыуҙың иртә дәүеренең был ике күренекле оҫтаһы менән шәхси бәйләнештәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Улар йәш рәссамдың өлкән иптәштәре була һәм рәссамдың ижады нығынғансы улар тәүге уңыштарға ирешеп өлгөрә. Брунеллески 1416 йылға һыҙыҡлы (линейная) перспективаны аңлау менән мәшғүл була, уның эҙҙәрен Донателлоның «Аждаһа менән Изге Георгий һуғышы» рельефында күрергә мөмкин (Брунеллески уның менән үҙенең асыштары менән уртаҡлашҡан). Донателлонан Мазаччо кеше шәхесен яңыса күрергә өйрәнә, был скульпторҙың Орсанмикеле сиркәүе өсөн яһаған статуяларына хас[9].

XV быуат башында Флоренция сәнғәтендә «Халыҡ-ара готика» исеме аҫтында билдәле стиль өҫтөнлөк итә. Был стиль рәссамдары үҙ картиналарында лиризм һәм шартлылыҡ тулы аристократик матурлыҡтың уйҙырма донъяһын ижад итә. Улар менән сағыштырғанда, Мазаччо, Брунеллески һәм Донателло әҫәрҙәрендә натурализм һәм ҡырыҫ тормош прозаһы ярылып ята. Олораҡ дуҫтары яһаған йоғонто эҙҙәрен Мазаччоның билдәле әҫәренән иң тәүгеһендә күрергә була.

Сан Джовенале триптихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изге Ювеналий триптихы

Хәҙерге заман тикшеренеүселәре был триптих шикһеҙ Мазаччоныҡы тип табылған тәүге әҫәре(уның үлсәмдәре: үҙәк панноһы — 108 х 65 см, ҡабырға панелдәре — 88 х 44 см). 1961 йылда Италия ғалимы Лучано Берти тарафынан ҙур булмаған Изге Ювеналий сиркәүендә табылған. Ул Мазаччо тыуған Сан-Джованни-Вальдарно ҡалаһы янында урынлашҡан һәм «Боронғо изге сәнғәт» («Ancient sacred Art») күргәҙмәһендә күрһәтелә. Тиҙҙән Италия сәнғәт белгесе Лучано Берти триптих- Мазаччо әҫәре тигән һығымтаға килә. Ундағы персонаждар рәссамдың башҡа әҫәрҙәре персонаждары — Уффици музейынан (Флоренция) «Мадонна, бәләкәй Христос һәм Изге Анна», Пиза полиптихынан «Мадонна», Римдағы Санта-Мария-Маджоренан полиптих персонаждары менән ныҡ оҡшаш булыуы быға ныҡлы нигеҙ бирә[10]

Алтарҙың уртаһында — Бала тотҡан Мадонна һәм ике фәрештә, уның уң яғында — Изге Варфоломей һәм Блез, һулда — Изге Амвросий һәм Ювеналий. Әҫәрҙең аҫҡы өлөшөндә готика яҙмаһы түгел, ә гуманистар ҡулланған хәҙерге хәрефтәр яҙылған. Европала был тәүге готика яҙыуы: ANNO DOMINI MCCCCXXXII A DI VENTITRE D’AP (PRILE). (1422 йылдың 23 апреле, Христос тыуғанға тиклем). Готиканан мираҫҡа триптихтың алтын төҫтәге фоны ҡалған. Треченто дәүере һынлы сәнғәтенә хас булғандағыса, юғарынан ҡарағанда, триптихтың композиция һәм арауыҡ төҙөлөшө Брунеллески асҡан перспектива закондары буйынса башҡарыла, бәлки, хатта геометрик яҡтан күҙгә бәрелеп торорлоҡ итеп башҡарылған (был перспектива өлкәһендәге иртә тәжрибәләр өсөн тәбиғи). Формаларҙың пластикаһы һәм ракурстарҙың ҡыйыулығы Италия һынлы сәнғәтендә быға тиклем булмаған ҙур күләм тәьҫораты тыуҙыра.

Тикшерелгән архив документтарына ярашлы, ул Флоренция кешеһе Ванни Кастеллани заказы буйынса башҡарыла, ул кеше Сан-Джовенале сиркәүенең бағыусыһы булған. Уның исеменең монограммаһын — ике V хәрефен, тикшеренеүселәр фәрештәләрҙең ябылған ҡанаттарында һ.б. күрә. Триптих Флоренцияла башҡарылған, ә 1441 йылда Сан-Джовенале сиркәүенең инвентарь китабында телгә алына. Был әҫәр тураһында мемуарҙарҙа бер ни әйтелмәй, шулай ҙа Вазари йәш Мазаччоның Сан-Джованни-Вальдарно районындағы ике әҫәрен телгә ала[11].

Реставрациянан һуң триптих 1982 йылда «Metodo a Sienza» күргәҙмәһендә күрһәтелә, унда тағы ла тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Хәҙерге ваҡытта Сан-Пьетро- а Кашья- ди- Реджелло (Сан-Пьетро-а-Cacia di Reggello) сиркәүендә һаҡлана.

Бранкаччи капеллаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бранкаччи капеллаһының фрескалары ҡыҫҡа ғүмерле рәссам Мазаччоның төп әҫәре булып тора. XV быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем улар профессионалдар араһында ла, киң йәмәғәтселектә лә даими һоҡланыу тыуҙыра. Әммә был һүрәттәр тураһында бәхәстәр әлегә тиклем бара.

Бранкаччи капеллаһы 1386 йылдар тирәһендә Санта-Мария-дель-Кармин (1365 йылда төҙөлгән) кармелиттар сиркәүенең көньяҡ трансептына өҫтәп төҙөлә. Уны Флоренцияның юғары ҡатламына ҡараған Бранкаччи ғаиләһе төҙөтә.

Сиркәү фрескалары Изге Петр тормошо тарихына бағышланған, әммә уның тормошон хронологик яҡтан эҙмә-эҙлекле күрһәтеһыәй, ә уның тормошондағы төрлө осорҙар тураһында һөйләй. Был, моғайын, сюжеттарҙың өс сығанаҡтан — «Инжил», «Апостолдар акттары» һәм Иаков Ворагинскийҙың «Алтын легенда»һынан алынған булыуына бәйлелер[12]. Әммә улар "тәүге гонаһ"тан башлана. Бранчаччи капеллаһында Мазаччо алты фреска эшләүҙә ҡатнаша.

Әҙәм менән Һауаның ожмахтан ҡыуылыуы,

— Христостың статир менән мөғжизәһе,

—Неофиттарҙы суҡындырыу,

—Изге Пётр ауырыуҙы үҙ күләгәһе менән һауыҡтыра,

—Мөлкәт таратыу һәм Ананийҙың үлеме,

—Теофил улының яңынан терелеүе һәм Изге Пётр кафедрала,

Мазаччо. Мадонна с младенцем. 1426. Национальная галерея, Лондон

Пиза полиптихы — рәссамдың берҙән-бер эшләнгән ваҡыты күрһәтелгән әҫәре; уның башҡа әҫәрҙәренең датаһы яҡынса билдәләнә. 1426 йылдың 19 февралендә Мазаччо санта-Мария-дель-Карминдың Пиза сиркәүендә изге Юлиан капеллаһы өсөн 80 флорин суммаһына күп өлөшлө алтарь картинаһын төшөрә. Заказды 1414 йылдан алып 1425 йылға тиклем был часовняны ҡурсалауҙы үҙ өҫтөнә алған Пиза нотариусыһы Сер Джулиано ди Колино Дегли-да-Сан-Джусто бирә. Документта күрһәтелгәнсә, 1426 йылдың 26 декабрендә полиптих әҙер була һәм рәссамға тейешле аҡса түләнә. Был эштә Мазаччоға уның ҡустыһы Джованни (Скеджа) һәм Андреа дель Джусто ярҙамлаша[13]. Был күп өлөшлө композиция өсөн раманы Антонио ди Бьягио тигән оҫта (бәлки Мазаччо эскизы буйынсалыр) башҡара.

Мазаччо. Троица. ц. Санта Мария Новелла

Троица — Флоренциялағы Санта-Мария-Новелла сиркәүендә төшөрөлгән һәм һуңынан полотноға күсерелгән 667х317 см ҙурлыҡтағы фреска. Уның ижад ителеү ваҡытына ҡарата бер нисә фекер бар. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө, уны рәссам Бранкаччи капеллаһына тиклем яҙған, тип иҫәпләй. Икенселәр уны рәссам 1425 йыл (Борзук, Гилберт, Паррончи), 1426—1427 йылдарҙа Бранкаччи капеллаһындағы эштәр менән бер рәттән (Сальми, Прокаччи, Бранди), өсөнсөләр, 1427—1428 йылдарҙа (Берти) Мазаччо Римға киткәнгә тиклем тыуҙырғандыр ти.

Схема построения линейной перспективы «Троицы» Мазаччо.

«Троица» Европа һынлы сәнғәте үҫешенә йоғонто яһаған иң мөһим әҫәрҙәрҙең береһе һанала. 1568 йылда Вазари фресканы ҡарап, һоҡлана, әммә бер нисә йылдан һуң ғибәҙәтханала яңы алтарь төҙөлә, иҫкеһе уның артында ҡала. Фреска 1861 йылға тиклем билдәһеҙ булып ҡала. Уго Прокаччи 1952 йылда XIX быуатта ҡуйылған неоготик алтарь артында Әҙәмдең изге һөйәктәре төшөрөлгән фресканың аҫҡы өлөшөн таба һәм ул кире үҙ урынын ала.

Был әҫәр перспектива закондарын һәм Брунеллески архитектура принциптарын айырым эҙмә-эҙлелек менән сағылдырғанға күрә, тәнҡитселәр рәссамдың эшенә архитектор йүнәлеш биреп торған, тип иҫәпләй, ләкин күптәр бының менән ризалашмай. Элек күкһел күк йөҙө фонындағы тәрегә ҡарап илаған фәрештәләр һәм унан аҫта халыҡ һүрәтләнһә, Мазаччо тәрене боронғо Рим триумфаль арка көмбәҙенә оҡшаш архитектура интерьерына урынлаштырған. Бөтә күренеш скульптуралар торған архитектура нишаһын хәтерләтә. Композицияны төҙөү технологияһы, моғайын, ябай булғандыр: Мазаччо фресканың аҫҡы өлөшөнә ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, унан ептәрҙе өҫкә табан тарттырған, унан буйлап сланец ҡәләм менән кәрәкле әйберҙәрҙе һыҙған (уның эҙҙәре бөгөн дә күренә). Шулай итеп һыҙыҡлы перспектива төҙөлгән.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам тормошона ҡағылышлы архив документтарынан Флоренция һалым кадастрының яҙмаһы һаҡланып ҡалған (1427 йылдың июленә ҡарай). Унда әйтелгәнсә, Мазаччо әсәһе менән бергә бәләкәй генә торлаҡты ҡуртымға алып тора, оҫтахананы башҡа рәссамдар менән бүлешә. "Мазаччо тормошо"нда (1568) Васари уның тураһында ошолай ти: «Ул, бөтә уйҙары һәм ихтыяры сәнғәткә ҡағылышлы әйберҙәргә генә йүнәлтелгән, үҙенә лә, башҡаларға ла аҙ иғтибар бүлгән кешеләр кеүек, зиһене тарҡау (рассеянный) һәм бошмаҫ кеше ине». Мазаччоны белгән кешеләр уны бик йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше тип атай.

Антонио Манеттиға рәссамдың ҡустыһы ул 27 йәшендә үлде, тип әйтә. Тимәк ул 1428 аҙағы- 1429 йыл башында Римдә вафат булған.

  1. RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Masaccio // OPAC SBN (итал.)
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Deutsche Nationalbibliothek Record #118578618 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. Masaccio (ингл.)
  6. Masaccio
  7. Знамеровская, 1975, с. 96
  8. Знамеровская, 1975, с. 97
  9. Знамеровская, 1975, с. 98
  10. Casazza, 1993, с. 4
  11. Casazza, 1993, с. 4, 6
  12. Roettgen, 1996, p. 94
  13. Знамеровская, 1975, с. 106—107
рус телендә
  • Вазари Д. Жизнеописания наиболее знаменитых живописцев, ваятелей и зодчих.. — М., 1996. — Т. II.
  • Романов Н. И. Мазаччо // Учёные записки Московского университета. Вып. 126. М., 1947.
  • Знамеровская Т. П. Проблемы кватроченто и творчество Мазаччо / Ленинградский ордена Ленина и ордена Трудового Красного Знамени государственный университет имени А. А. Жданова. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1975. — 176, [16] с. — 8750 экз. (обл.)
  • Лазарев В. Н. Мазаччо // Начало раннего Возрождения в итальянском искусстве. М. 1979.
  • Дзери Ф. Мазаччо. Троица. М. 2002.
сит телдәрҙә
  • O. Casazza. Masaccio and the Brancacci Chapel. — NY, 1993.
  • J. Dunkerton, S. Foister, D. Gordon, N. Penny. Giotto to Durer. — London,, 1991. — P. 248—255.
  • S. Roettgen. Italian Frescoes. The Early Renaissance. — Abbeville Press, 1996. — P. 92—117.
  • M.Salmi. Masaccio. Rome 1932.
  • M. Pittaluga. Masaccio. Florence 1935
  • K. Clark. An Early Quattrocento Triptych from Santa Maria Maggiore, Roma, in «Burlington Magazine» 1951, pp. 339—347.
  • U. Procacci, Masaccio, Milan 1951
  • L. Berti, Masaccio 1422, in «Commentari» 1961 pp. 84-107
  • P. Meller, La Capella Brancacci. Problemi ritrattisci e iconografici, in «Acropoli», III and IV, 1961
  • L. Berti, Masaccio, Milan 1964
  • F. Bologna, Masaccio, Milan 1966
  • A. Parronchi, Masaccio, Florence 1966
  • L. Berti, L’opera completa di Masaccio, Milan 1968
  • C. Del Bravo, Masaccio. Tutte le opera, Florence 1969
  • J.H. Beck, Masaccio: the documents, in «The Harvard University Center for Italian Renaissance Studies» Villa I Tatti, Locust Valley — N-Y 1978
  • B. Cole, Masaccio and the Art of Early Renaissance Florence, Bloomington & London, 1980
  • L. Berti, R. Foggi, Masaccio, Florence 1989
  • John T. Spike, Masaccio, Milan 2002