Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы
Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 июль 1938 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 2018 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | сәнғәт тарихы[d] |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] |
Йәнбухтина Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы (28 июль 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы Йәнбухтина[1]1938 йылдың 28 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Әлмира Ғәйнулла ҡыҙының бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Бүздәк районының Ҡаран ауылында (Өфөнән 100 км алыҫлыҡта) әсәһе яғынан өләсәһе йортонда йәшәй. 1937 йылда, уның тыуыуынан бер йыл элек, уның атаһы яғынан олатаһы Дәүләтша Йәнбухтин репрессияға эләгә. Уның атаһы Ғәйнулла, туберкулез менән ауырығанлыҡтан, был ҡайғы-хәсрәтте кисерә алмай, вафат була. Әсәһе һөнәре буйынса -лесотехник, Непейцевский урман тәжрибә станцияһы питомнигында эшләй.
Әлмираға һөнәр һайлауҙа туғаны Людмила Васильевна Казанскаяның ҙур роль уйнай. Өфөлә Людмила Васильевна Ленинград университетында сәнғәт тарихы һәм теорияһы буйынса һөнәр алған Өфөнөң беренсе профессиональ белгесе була. Ул оҙаҡ йылдар буйына М. В. Нестеров исемендәге сәнғәт музейында экспонаттарҙы һаҡлаусы булып эшләй. Әлмира йыш ҡына был музейға килеп йөрөй.
Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы 1960 йылда Сәнғәт академияһының И. Е. Репин исемендәге сәнғәт институтының көндөҙгө сәнғәт бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ йылда уның әсәһе вафат була. Етем ҡалған ҡыҙ, Ленинград ҡалаһындағы ятаҡта үҙенең стипендияһына йәшәй. Академияла уҡыған сағында СССР художество академияһы президенты В. А. Серовҡа «сәнғәт фәндәре докторы» дәрәжәһен биреүгә ҡаршы студенттарҙың болаһында ҡатнаша. Бының һөҙөмтәһендә ул институттан сығарыла яҙа, әммә тотҡарлыҡтар дипломды бер йыл һуң алыу менән генә тамамлана.
Санкт-Петербургтың И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтын ул 1966 йылда уңышлы тамамлай, һуңғараҡ Мәскәү Нәфис сәнәғәт ғилми-тикшеренеү институтында аспирантура тамамлай (фәнни етәксеһе — профессор Э. В. Померанцева[2]).
Институтты тамамлағас, ул ете йыл Өфө нефть институтыны төҙөлөш факультетындағы архитектура кафедраһында эшләй һәм шул тиклем үк ваҡыт «Ағиҙел» сәнғәт берекмәһендә сәнғәт белгесе — ғилми консультант вазифаһында эшләй. Кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы — «Туҡыма һәм интерьер. Башҡорт халыҡ торлағының сәнғәт ансамбле мәсьәләһе». Был эшендә ул традицион предметлы тирә-яҡ мөхитенең мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен өйрәнең методологияһын уйлап таба. 1976 йылда ул сәнғәт фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсе кандидат диссертацияһын яҡлай.
УГАЭС-та дүрт йылдан ашыу уҡытыу эшмәкәрлеге алып барыу менән бер рәттән, Йәнбухтина Ә. 1998 йылда докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, унда башҡорт декоратив сәнғәтенең ХХ быуатта үҫеше проблемаларын комплекслы һәм динамик рәүештә архаик формаларының архетиптарынан алып хәҙерге көндәргә тиклемге формаларын анализлай. Диссертацияһының темаһы: «ХХ быуатта Башҡортостанда декоратив сәнғәт: халыҡ ижады, кәсептәре, художестволы сәнғәт һөнәрҙәре».
Йәнбухтина Ә. тикшеренеү эшмәкәрлегенең икенсе ҙур темаһы — Өфө ижади мәктәбенә нигеҙ һалыусы, үҙе белгән А. Э. Тюлькиндың һәм уның уҡыусыларының, таныш рәссамдарының пейзаж төҫлө сәнғәтен өйрәнеү була[3]. 1969 йылда ул ошо темаға «Творчество» журналында, 1970 йылда — «Урал» журналында мәҡәлә яҙып сығара. 1975 йылда Ленинградта А. Тюлькин ижадына арналған монографияһы сыға. 1977 йылда «Сәнғәт» журналында — «Рәссам һәм педагог» мәҡәләһе баҫыла. «А. Э. Тюлькин — рәссам-уҡытыусы һәм уның уҡыусылары» темаһының яңы ҡырҙарын асыуын дауам итә.
Күп йылдар буйына А. Э. Тюлькин ижадын өйрәнеү, уны осорҙарға бүлеп, рәссамдың төп әҫәрҙәрен анализлау һөҙөмтәһе булып, Өфө сәнғәт оҫтаһының Ватан сәнғәте тарихы системаһын үҫтереүгә индергән өлөшө, баш ҡала ғына түгел, ә провинция ла сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын иҫбатлай, унда сағыу исемдәрҙең барлыҡҡа килеүен танытыу тора.
1989 йыл коммерция «Восток» банкы ҡушыуы буйынса, Йәнбухтина Башҡортостандың традицион һәм хәҙерге сәнғәтен барлыҡҡа килтереү маҡсатында әҙ генә хеҙмәткәрҙәр штаты (А. Гарбуз, Л. Матвеева, Ю. Рәхимғолов, Р Фәйрүзов) менән башҡорт рәссамдарының 500-ҙән ашыу әҫәрҙәрен сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йыйып, документаль эшкәртә. Музей йыйылмаларына ингән эштәре булған рәссамдар ижадының архивтары булдырыла.
Йәнбухтина Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы — сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының милли мәҙәниәт институтында (УГАЭС) эшләй. 1994 йылдан алып әлеге көнгә тиклем дизайн кафедраһы профессоры.
Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башҡортостан сәнғәте, Башҡортостан рәссамдары тарихы буйынса күп һанлы китаптар, монографиялар, мәҡәләләр һәм альбомдар авторы, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренә этнографик экспедицияларҙа башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсаты менән ҡатнаша.
Уҡытыуы:
- Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихы;
- Көньяҡ Уралдың боронғо сәнғәте. Башҡортостандың декоратив сәнғәте;
- Дөйөм сәнғәт тарихы.
Йәнбухтинаның ире — билдәле Өфө рәссамы, пейзаж жанры оҫтаһы итеп танылған Кузнецов Михаил Дмитриевич[4]. Улы Антон[5], 1978 йылда тыуған.
Төп проекттары, күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күргәҙмә. «Сыңғыҙхан» рәссамдар төркөмө ижады[6]. 2002;
- 2007 йылдың яҙы. Нәфис текстиль. Каталог. Өфө. 2007. Өфө. Йәнбухтинаның «Башҡортостандың биҙәү сәнғәте. XХ быуат» китабының презентацияһы;
- Авторҙың юбилейына арналған күргәҙмә «Сәнғәт өйрәнеү донъяһы — минең бөтә ғүмерем». Көньяҡ Урал буйлап 1960—1980 йылдарҙа йыйылған традицион халыҡ сәнғәте әҫәрҙәре, шулай уҡ фотолар, архив материалдары, матбуғат баҫмаларыһәм махсус монография баҫмаһы буйынса. Өфө. 2008;
- Студенттар проекты (УГАЭС дизайн кафедраһы, 4 курс), Йәнбухтина етәкселеге аҫтында театр элементтары менән башҡарылған фәнни — тарихи реконструкция эштәре, студенттарҙың «Боронғо күсмә донъя мәҙәниәте, Скифтар» күргәҙмә эштәре. Өфө. 2010.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В 1970-90 годах публиковала статьи в журналах «Декоративное искусство», «Художник», «Искусство», «Урал», в ежегодниках «Советское декоративное искусство», «Советское искусствознание», выпускаемых издательством «Советский художник» (Москва). Автор книг о художниках Башкортостана[7].
- «Народные традиции в убранстве Башкирского дома» (Уфа, изд. «Китап»), 1993 г.
- «Ахмат Лутфуллин» М., «Советский художник», 1975
- "Б. Ф. Домашников"М., «Советский художник», 1985
- «Фарид Ергалиев», Изд. «Китап», 1997
- Александр Тюлькин. Монография. «Художник РСФСР». Л. 1975
- Народные традиции в убранстве башкирского дома. Монография. Уфа. 1993
- Декоративное искусство Башкортостана XX в. Монография. Уфа. 2006
- Михаил Кузнецов. Живопись. Монография. Уфа. 2009
- Янбухтина Альмира Гайнулловна. Декоративное искусство Башкортостана в XX столетии: народное творчество, художественные промыслы, профессиональное искусство : диссертация … доктора искусствоведения. Москва, 2003. 66 с.: ил. РГБ.
- Янбухтина Альмира Гайнулловна. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: От тамги до авангарда / А. Г. Янбухтина.- Уфа: Китап, 2006.- 222 с.: ил.
- А. Г. Янбухтина. «Открытие живописи Михаила Кузнецова» // «Рампа», 1996, № 2.
- Буклет «В. Дианов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
- Буклет «Башкирское народное искусство». Башкирское книжное изд., Уфа, 1969.
- Буклет «М. Якубов», Башкирское книжное изд., Уфа, 1969.
- Буклет «А. Королевский», Башкирское книжное изд,, Уфа, 1974.
- Буклет «3. Басыров», Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
- Журнал «Декоративное искусство», 1969, № 12. «Выставка башкирского искусства».
- Журнал «Творчество», 1969, № 12. У истоков школы.
- Журнал «Урал», 1970, № 9. Художник А. Э. Тюлькин.
- Буклет «Р. Халитов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.
- Янбухтина, Альмира Гайнулловна «Декоративное искусство Башкортостана в XX столетии: народное творчество, художественные промыслы, профессиональное искусство». Автореферат докторской диссертации. Москва, 2003.
- К вопросу методологии изучения и анализа народного искусства //Критерии и суждения в искусствознании: сб. ст. М., 1986.
Ижади һәм йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй рәссамдар союзы;
- Рәсәй рәссамдарының ижади союзы;
- Тарихсылар һәм сәнғәт тәнҡитселәре халыҡ-ара ассоциацияһы — AICA;
- Урал һәм Көнбайыш Себер һынлы монументаль сәнғәте буйынса эксперт советы, Екатеринбург ҡалаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/5211/36256508.1d/0_62f42_84275647_orig
- ↑ Э. В. Померанцева. Институт этнологии и антропологии РАН 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/5408/36256508.1d/0_62f44_94d244da_orig
- ↑ Бельские просторы № 1 2005
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/5211/36256508.1d/0_62f45_6f4ae1f6_orig
- ↑ Чингисхану — 20 лет (Эмма Соловкова) / Проза.ру — национальный сервер современной прозы
- ↑ http://www.shrb.ru/artcritica/Yanbuhtina/1.jpg
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.shrb.ru/artcritica/yanbuhtina.htm
- http://ufa.bezformata.ru/listnews/oberegi-vopreki/1667049(недоступная ссылка)
- http://dzecko.livejournal.com/154032.html
- http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/2222-yanbukhtina-almira-gajnullovna 2014 йыл 12 ғинуар архивланған.