Женьшень
Женьшень | |||||||||||||||||||
Женьшень трёхлистный (Panax trifolius), общий вид цветущего растения | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Panax L. | |||||||||||||||||||
|
Женьшень (лат. Pánax) (»Тормош тамыры") — күп йыллыҡ үләнл үҫемлек. Аралийҙар ғаиләһенә ҡараған ырыу. Ырыу эсенә 12 төр ҡарай Азия һәм Төньяҡ Америкала үҫкән төрҙәргә инә.
Яҡшы билдәле дарыу үҫемлеге. Башлыса адаптоген һәм дөйөм тонизациялау сараһы булараҡ. Корея һәм Ҡытайҙа женьшень тамырын шулай уҡ аш-һыу әҙерләүҙә ҡулланалар. Традицион ҡытай медицинаһы женьшень препараттары ғүмерҙе һәм йәшлекте оҙайта, тип раҫлай.
Таралыуы һәм экологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был үҫемлектең төп өлөшө Азияның көнсығышында урынлашҡан (Алыҫ Көнсығыш, Ҡытай, Тибет, Алтай), Ә Бер төрө (биш япраҡлы женьшень) Төньяҡ Американың көнсығышында үҫә. Вьетнам женьшены ареалы Вьетнамдың үҙәк таулы районын үҙ эсенә ала.
Ботаник тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Женьшеньдың тамыры орсок формаһында, эре тармаҡлы, үҙәк тамыр системаһына ҡарай. Уның. оҙонлоғо 25 см тиклем, ҡалынлығы 0,72,5 см, , буй йәки спираль—йыйырсыҡлы , киҫелеше тигеҙ.
Тамырҙың "тәне" ҡалын, цилиндр формаһында, өҫкө өлөшөндә асыҡ күренеп торған ҡулсалары бар. Өҫкө өлөшөндә тарланған арҡыры йыйырсыҡлы тамырһабаҡ бар. Тамыр һабағы ҡыҫҡа,иҫке һабаҡтар урынына барлыкка килгән йөйҙәр менән , өҫкө өлөшөндә «баш» барлыҡҡа килтерә, ул һабаҡтың киңәйтелгән ҡалдығы һәм өҫкө бөрө(ҡайһы берҙә 2 йәки 3 бөрө) булып тора. Тамыр муйынсаһынан ҡайһы берҙә бер йәки бер нисә тамыр китә.Муйынса «һәм» баш" булмауы ихтимал. Тамырҙары өҫтән һәм киҫелештә һарғылт аҡ төҫтә, яңы киҫелешендә аҡ төҫтә.
Япраҡтары оҙон һаплы, бармаҡ формаһында телгеләнгән ҡатмарлы һәм һабаҡтың осонда суҡ булып урынлаша. Бейеклеге 30-70 см.
Бәләкәй аҡһыл йәшел төҫтәге сәскәләре, алыҫтан йондоҙсоҡтарҙы хәтерләтеп, сатыр формалағы сәскәлекте барлыҡҡа килтерә.
Сәскә формулаһы: [1]
Женьшендың емеше сағыу кыҙыл һөйәксә, 2 яҫы орлоҡтары менән.
Тамырҙың тәьҫирле матдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Женьшень тамырында:
- сапониндар: гинзенозидтар (панаксозидтар) тритерпен гликозидтары; был гликозидтарҙың гениндары даммаран рәтенең тетрациклик тритерпендарына ҡарай -протопанаксатриол һәм протопанаксадиол[2];
- ксатриолалар - гликозидтар төркөмөнә ҡарай, агликон булып олеанол кислотаһы хеҙмәт итә;
- биологик актив полиацетилендар: фалькаринол, фалькаринтриол, панаксинол (ҡыҙыл женьшень онтағында 250 мкг / г ) тәшкил итә, панаксидол 297 мкг/г), панакситриол ( 320 мкг/г), гептадек-1-ен-4,6-дин-3,9-диол;
- пептидтар - түбән молекуляр N-глутамил олигопептидтар- бер нисә аминокислота ҡалдығынан тора;
- полисахаридтар (һыуҙа эреүсән полисахаридтарҙың миҡдары 38,7 процентҡа етә, һелтелә эреүсәндәре яҡынса 7,810 процент) һәм эфир майҙары (эфир майҙарының 80 процентына тиклем — сесквитерпендар, шуларҙың иң ҙур өлөшө (56% тиклем) — фарнезол));
- витаминдар (C, B төркөмдәре: пантотен, никотин, фолий кислоталары ), лайлалар, ыҫмалалар, пектин, аминокислоталар, эфир майы;
- макроэлементтар: калий, кальций, фосфор, магний;
- микроэлементтар: тимер, баҡыр, кобальт, марганец, молибден, цинк, хром, титан;
Женьшень тамырҙарында биш микроэлементтың (баҡыр, тимер, молибден, марганец һәм цинк) тупланыуын өйрәнеү, уларҙың миҡдарының вегетация аҙағына тиклем артыуын күрһәтә .
Үҫтереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Panax zingiberensis (ҡыт.)баш. ҡытайҙың Юньнань провинцияһында үҫә. Халыҡ-ара ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Башҡа төрҙәр ҙә төбәк кимәлендә һаҡлана, сөнки контролдә тотолмаған ҡулланыу популяцияларҙың юҡҡа сығыуы менән янай. Әммә женьшень киң дәирәлә культуралаштырылған дарыу үләндәренең береһе булып тора.Корея-женьшенды күпләп үҫтереүҙе яйға һалған беренсе ил. Шуға баҡсаларҙа үҫтерелгән женьшень корейса «инсам» атамаһын йөрөтә.
Бөгөнгө көндә женьшень Рәсәйҙә (Приморье крайы), Төньяҡ һәм Көньяҡ Кореяла, Ҡытайҙа, Японияла, АҠШ-та, Канадала, Вьетнамда үҫтерелә. Ҡытайҙа женьшендың 15 сортын айыралар. Культуралы женьшендың төп етештереүсеһе булып Көньяҡ Корея тора. Артабан урындар Австралия һәм АҠШ-ҡа тура килә.
Женьшень тупраҡты бик ныҡ ярлыландыра. Шуға күрә уны бер урынға ҡабаттан ун йылдан һуң ғына ултыртырға мөмкин. Ул бик күләгә яратыусы үҫемлек булғанлыҡтан, бөтә плантациялар ҙа ҡояш нурҙарының 20-30 процентын ғына үткәргән япма менән ҡаплана. Үҫемлекте дүрт йәки алты йәшкә тиклем үҫтерәләр, сөнки тап 6 йәшендә сапониндар максимумға етә. Артабан женьшенды бер нисә критерий буйынса сортлайҙар. Улар араһында тамырҙың ауырлығы һәм ҙурлығы, тишектәрҙең булыуы йәки булмауы, яҡтылыҡҡа күренеше һәм хатта кеше фигураһына оҡшашлығы иҫәпкә алына. Традиция буйынса женьшендың дүрт сифат кимәлен айырылар « "күк" (ингл. heaven), "ер" (ингл. earth), "яҡшы" (ингл. good) һәм «ҡырҡылған" (ингл. cut).
Теге йәки был төркөмгә һайлап алыу күп параметрҙар буйынса бара, мәҫәлән, «күк» тамырының ауырлығы 68 граммдан кәм булмаҫҡа, тишектәр булмаҫҡа, кешегә оҡшарға, яҡтылыҡҡа үтә күренмәле булырға тейеш. д. Тамырҙың хаҡы уның класына ҡарап ныҡ айырыла: «күк» кә яҡыныраҡ булған һайын, ҡиммәтерәк була.
Һуңынан тамырҙарҙы йыуалар, пар менән эшкәртәләр һәм киптерәләр. Был тамырҙың файҙалы матдәләрен үҙләштереүгә яҡшыраҡ әҙерләргә мөмкинлек бирә. Ғәҙәттә тамырҙың ауырлығы ике-дүрт тапҡырға кәмей. Был методика буйынса әҙерләнгән тамырҙы ҡыҙыл женьшень тип атайҙар.XX быуаттың икенсе яртыһында биотехнологик ысулдар менән женьшень тамыры туҡымаларының күҙәнәк культураһынан in vitro составы, органолептик һәм фармакологик үҙенсәлектәре буйынса тәбиғи сеймалға яҡын биомасса алыу мөмкин була. Был женьшенды медицинала һәм косметикала ҡулланыуҙы уңайлыраҡ итә. Ҡытай халыҡ республикаһына женьшень тамырҙарын контрабанда юлы менән сығарыу ынтылыштарының бер өлөшө туҡтатыла[3].
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медицина маҡсатында ябай женьшень тамырын ҡулланалар (Panax ginseng) — лат. Radix Ginseng. Шулай уҡ биш япраҡлы женьшень (Panax quinquefolium) һәм түшәлмә женьшендың (Panax repens) тамырҙары ҡулланыла. Был көҙгөһөн, бишенсе йылдан да алдараҡ йыйылмаған, ер өҫтө өлөштәре алып ташланған, әммә һыу менән йыуылмаған яңы йәки киптерелгән тамырҙар. Ҡырағай үҫкән женьшенды бик аҙ күләмдә йыялар. Сеймалды һаҡлау ваҡыты 5 йыл[2].
Себер женьшены (Eleutherococcus senticosus) лимфа тамырҙарын тонизациялай, сөнки уларҙың эндотелийын һаҡлай һәм нығыта. Клиник һынауҙар күрһәтеүенсә, был үҫемлек нигеҙендәге препараттар лимфа дренажын шул тиклем яҡшы стимуллаштыра, хатта аҫҡы аяҡ-ҡулдарҙың шешеүе 24 сәғәт эсендә кәмей[4].
Женьшень адаптоген, дөйөм тонизациялаусы тәьҫиргә эйә, аппетитты әүҙемләштерә, ҡоҫҡо килеүҙе баҫа.[5].
АТХ классификацияһы буйынса дөйөм тонизациялаусы препараттарға ҡарай (төркөм A13A).
Фармакодинамикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Женьшень өлкәндәргә төрлө невроздар, артериаль гипотензия ваҡытында стимулятор булараҡ тәғәйенләнә. Шулай уҡ һалҡын тейеүҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыла . Әммә һалҡын тейеүҙе иҫкәртеү өсөн женьшень менән препараттар ҡулланыуҙы метаанализлау күп һанлы проблемалар менән ҡапма-ҡаршы һөҙөмтәләр күрһәтә, шул иҫәптән статистик әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн анализдарҙы боҙоп күрһәтеү күҙәтелә[6].
Женьшень ҡулланыу шәкәр диабеты менән сирләгән пациенттар өсөн хәүефле. Женьшень препараттарына, уларҙың компоненттарына һиҙгерлек булғанда, артериаль гипертензия, юғары ҡуҙғыусанлыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан ағыуы, киҫкен инфекцион ауырыуҙар фонында биҙгәк синдромы булғанда ҡулланылмай Шулай уҡ балалар йәше, йөклөлөк, имеҙеү осоро ҡулланыу өсөн сикләү булып тора. Был осраҡтарҙа табип кәңәше кәрәк.
Женьшень йөрәк етешмәүсәнлеген дауалау өсөн препараттарҙың терапевтик тәьҫирен кәметә (шул иҫәптән дигоксиндың да).
Сығарыу формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Женьшень тамырҙары башлыса түбәндәге формаларҙа сығарыла:
- Үҫемлек сеймалы тура мөйөшлө йәки өс мөйөшлө пластиналар, оҙонлоғо 10 см тиклем, киңлеге 0,21,8 см, ҡалынлығы 0,20,8 см, нәҙек еп һымаҡ тамырҙар киҫәктәре бар. Төҫө һарғылт аҡ, еҫе үҙенсәлекле, тәме татлы һәм әсе, һуңынан әсе.
- Төнәтмә, сәй, алкоголһеҙ эсемлек.
- Капсулалар, таблеткалар.
- Ҡыҙыл женьшень консерваланған, ҡулланыуға әҙер тамырҙар, ҡағыҙға төрөп, ҡалай банкаға йәбештерелгән ағас ҡумтаға һалынған. Уны төҫө һәм әҙерлек ысулы арҡаһында ҡыҙыл тип атайҙар.
- Ҡыҙыл женьшень экстракты —ҡара төҫтәге ҡуйы йәбешкәк шыйыҡса.
- Женьшень тамырҙары —пар менән эшкәртелгән ҡулланыуға әҙер булған женьшень тамырҙары.
- Онтаҡ тамыр — женьшень тамырҙарынан ваҡланған порошок.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәттәр буйынса GRIN женьшендың түбәндәге төрҙәре бар:[7]
- Panax aureus
- Panax bipinnatifidus
- Panax ginseng — Женьшень обыкновенный — Хабаровск крайының көньяғы, Приморье крайы, Ҡытай, Корея ярымутрауы. Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына индерелгән.
- Panax japonicus — Женьшень японский
- Panax notoginseng
- Panax pseudoginseng — Женьшень ложный
- Panax quinquefolius — Женьшень пятилистный
- Panax stipuleanatus
- Panax trifolius — Женьшень трёхлистный
- Panax vietnamensis — Женьшень вьетнамский
- Panax wangianus
- Panax zingiberensis
- ↑ Барабанов Е. И. Ботаника: учебник для студ. высш. учеб. заведений. — М.: Издательский центр «Академия», 2006. — С. 312. — 448 с. — ISBN 5-7695-2656-4.
- ↑ 2,0 2,1 Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь: Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 187-188. — ISBN 5-06-000085-0.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 4 августа 2017 . Дата обращения: 12 февраль 2018. - ↑ Лемоль, 2022
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Обращение лекарственных средств Типовая клинико-фармакологическая статья является подзаконным актом и не охраняется авторским правом согласно части четвёртой Гражданского кодекса Российской Федерации № 230-ФЗ от 18 декабря 2006 года. — 26.05.2009. - ↑ G. Michael Allan, Bruce Arroll. Prevention and treatment of the common cold: making sense of the evidence : [англ.] : [арх. 29 декабрь 2019] // CMAJ : Canadian Medical Association Journal. — 2014. — Vol. 186, no. 3 (18 February). — P. 190–199. — ISSN 0820-3946. — DOI:10.1503/cmaj.121442. — Ҡалып:PMID. — Ҡалып:Zbl.
- ↑ Женьшень GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2010)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Востриков Л. А. и др. Женьшень и его братья. — Хабаровск, 1979.
- Гегельский И. Н. Женьшень. — К.: Урожай, 1989. 55 с.
- Грушвицкий И. В. Женьшень. Вопросы биологии. — Владивосток: Дальневосточный филиал СО АН СССР, 1961.
- Женьшень / Грушвицкий И. В. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Гутникова З. И. Женьшень (в помощь искателям и заготовителям). Дальневосточная научно-исследовательская база им. В. Л. Комарова. — Владивосток: Примиздат, 1949. — 16 с. (Серия научно-популярная)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Cite web (некорректное использование: параметры архивации)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Алфавит буйынса үҫемлектәр
- Төньяҡ Америка флораһы
- Дөйөм тонусты күтәрә торған саралар һәм адаптогендар
- Дарыу үҫемлектәре
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- Азия флораһы
- Алыҫ Көнсығыш флораһы