Эстәлеккә күсергә

Джон Уэйн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джон Уэйн
Marion Robert Morrison
Исеме:

Мэрион Роберт Моррисон

Тыуған ваҡыты:

26 май 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Уинтерсет, Айова, АҠШ

Вафат ваҡыты:

11 июнь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

Лос-Анджелес, АҠШ

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Әүҙем йылдары:

1926—1976

Джон Уэйн (ингл. John Wayne, тыумыштан Мэрион Роберт Моррисон, ингл. Marion Robert Morrison, (26 май 1907 йыл — 11 июнь 1979 йыл) — Американың «вестерн короле» ҡушаматлы актёры. «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты (1970). Тауышлы кино заманында иң популяр голливуд актёрҙарының береһе булып, йыл һайын биш фильмдә төшә. 1999 йылдың июнендә, AFI юрауы буйынса, 100 йыл арауығындағы 100 иң бөйөк «кино йондоҙы» араһында Америка кино сәнғәте институты уны 13—се урынға ҡуя.

Джон Уэйн 1907 йылдың 26 майында Уинтерсеттә, Айова, 224 икенсе Көньяҡ урамында тыуған. Атаһы Клайд Леонард Моррисон АҠШ—тағы граждандар һуғышы ветераны Марион Мичтелл Моррисондың улы була. Әсәһе, Мэри Альберта Браун, Небраска штатының Ланкастер округында тыуа. Джон Уэйн пресвитериан тәрбиәһе ала[1][2]. Уэйн әшнәһе Джон Фордтың телһеҙ киноларында төшә башлай. Форд Америкала киң танылыу алғас, режиссерҙың Уэйн ҡатнашмаған кинолары бик һирәк була. Утыҙынсы йылдарҙа Америка халҡы Уэйнды батырлыҡ һәм шәхсисәнлек өлгөһө итеп ҡабул итә. Актёр «Ҙур һуҡмаҡ» исемле ковбойҙар хаҡындағы фильмдан (1930) башлап, төрлө ҡораллы бәрелештәр, һуғыш-талаш һәм үлтереште сағылдарған, әллә ни күп сығымдар талап итмәгән фильмдарҙа ("боевик"тарҙа) уңыш ҡаҙана.

Уэйндың 1939 йылда сыҡҡан «Дилижанс» вестерндағы роле иң сағыу тип һанала. Был фильм совет кинотеатрҙарында ла тамашасы һөйөүен яулай.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында харби темаларға арналған күп постановкаларҙа төшә. Уның Америка армияһы сафына инеү теләге күп тапҡыр кире ҡағыла. Тормошондағы был ваҡиғаны ул ауыр кисерә. Аҙаҡтан уның тол ҡатыны шулай иҫкә ала: «Ул тормошоноң һуңғы көнөнә тиклем, өйҙә ятып ҡалыу ғәйебен юйырға тырышып, суперпатриот булды.»(ингл. He would become a 'superpatriot' for the rest of his life trying to atone for staying home.)[3]. Һуғыш бөткәс, Уэйн улдары менән вестерндар сығарыусы махсус студия аса. Был йылдарҙағы иң айырылып торғандарының береһе үҙе ҡуйған «Форт Аламо» фильмы (1960).

Таборсильо утрауының шәхси хужаһы була.

Йәшлек йылдарында Уэйн АҠШ-тың демократик партияһы яҡлы була.[4] Карьераһының күп өлөшө республикансылар партияһының консерватив яғында үтә, ультрапатриот була (бигерәк тә ғүмеренең һуңғы йылдарында), ялҡынлы антикоммунист, президент һайлауында Никсонды яҡлай.

Уэйн, үлеренән туғыҙ йыл алда, киң билдәлелек алған «Ысын батырлыҡ» вестерндағы роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. Уэйндың һуңғы проекты — «Иң мәргән» — АҠШ экрандарында 1976 йылда сыға. Джон Уэйн "Лос—Анджелес"та Рональд Рейган исемендәге медицина үҙәгендә, ашҡарын яман шешенән дауаланғанда, 1979 йылдың 11 июнендә вафат була. Уэйндың ҡәбер ташында «Плейбой» журналында сыҡҡан ғауғалы интервьюһендә әйткән һүҙҙәре уйылған:

« Иртәгәге көн — ғүмерҙәге иң мөһим нәмә. Ул беҙгә төн уртаһында килә. Уның килеүе һәм беҙгә булыуы — бик һоҡланғыс күренеш. Ул кисәге көндән беҙҙең ниндәйҙер һабаҡ алыуыбыҙға ышана. »

Һайланған фильмография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Оскар» — «Иң яҡшы ирҙәр роле» («Ысын ҡаһарманлыҡ»)
  • «Алтын глобус» — «Иң яҡшы ирҙәр роле — драма» («Ысын ҡаһарманлыҡ»)
  1. http://www.genealogy.com/famousfolks/john-wayne/d0/i0000094.htm 2011 йыл 6 июнь архивланған.
  2. http://www.washingtonpost.com/wp-srv/style/longterm/books/chap1/wayne.htm
  3. Wayne, Pilar, John Wayne, pp. 43-47.
  4. Interview: John Wayne. Playboy. Дата обращения: 29 август 2010. Архивировано 18 июль 2010 года. 2010 йыл 18 июль архивланған.