Эстәлеккә күсергә

Аҡбаш сыпҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбаш сыпҡай
Аҡбаш сыпҡай туй ҡиәфәтендә
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Podiceps grisegena
(Boddaert, 1783)

Ареал
изображение

     Оялау ареалы

     Ҡышҡы ареал
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003638

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174479
NCBI  80367
EOL  1047338

Аҡбаш сыпҡай (сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ), (рус. Серощёкая пога́нка)), (лат. Podiceps grisegena)[1][2] сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes) отрядының сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған һыу ҡошо. Төньяҡ ярымшарҙа, күберәген урман зонаһында таралған, әммә шулай уҡ төньяҡ ҡыуаҡлыҡлы тундраларға һәм көньяҡ сүлдәргә тиклем үтеп инә. Күҙгә ташланып бармаған ҡош яңғыҙ, йә булмаһа пар менән осрай, оя ҡорған осорҙа бәләкәй һирәк төркөм барлыҡҡа килтерә. Ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары әрәмәлегендә оя ҡора. Күп ваҡытын һыу өҫтөндәге ҡамышлыҡта, күрәнлектә үткәрә. Хәүеф тыуғанда үлән араһында боҫоп ҡалырға тырыша йәки, сумып, алыҫлаша. Үрсеү миҙгеле арауыҡлы, ареалдың көньяҡ өлөшөндә — апрелдән июлгә тиклем, төньяҡ өлөшөндә — майҙан августҡа ҡәҙәр. Ғәҙәттә, 3-4 аҡ йомортҡаһы була. Күсер ҡош. Ҡышты диңгеҙҙең литораль өлөшөндә үткәрә. Диңгеҙҙә көслө тулҡынланыу булмағанда сағыштырмаса һай урындарҙа, йәки туңмаған күлдәрҙә аҙыҡ таба.

Оялау осорондағы туҡланыу характеры яҡын ҡәрҙәше урҙандың йәнәш булыуына ҡарап үҙгәрә: уларҙың йәшәү ареалы киҫешкәндә, уның аҙығын умыртҡаһыҙҙарҙар тәшкил итә. Икенсе яҡтан, төп аҙығы балыҡ булған күршеһе булмаған ерҙәрҙә (ә ул Европаның төньяҡ-көнбайышы һәм Төньяҡ Америка), нигеҙҙә рационы балыҡтан тора.

Рәсәйҙә аҡбаш сыпҡай — һирәк осраған ояласы төр, һәм шуға күрә Федерацияһының бер нисә субъектында Ҡыҙыл китабына индерелгән, шул иҫәптән Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә. Ҡош  шулай уҡ Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабы һағы аҫтында.

Аҡбаш сыпҡайҙы уртаса ҙурлыҡтағы өйрәктәр менән сағыштырырға мөмкин, мәҫәлән, ҡашҡа өйрәк йәки ҡылғойроҡ менән[3]. Аҡбаш сыпҡай сыпҡайҙар ғаиләһенең эре вәкиле, ҙурлығы буйынса бер аҙыраҡ Евразия урҙанынан ҡалыша, ә Төньяҡ Америка һәм Кларк сыпҡайҙарынан бәләкәйерәк[4][5]. Урҙан менән сағыштырғанда уның муйыны йыуан, ауыр һәм ҡыҫҡа, елкәһендә йыш ҡына ҡыҫҡа, туранан-тура киҫелгән өлпө үҫешкән, ҡош ҡуҙғыған саҡта ул яҡшы күҙгә ташлана[6]. Өлкән ҡоштоң тән оҙонлоғо 40—50 см, ҡанат  йәйеме77—85 см, ауырлығы [7].

Мамыҡлы ҡошсоҡ

Суҡышы тура, оҙон, һары төплө тоноҡ төҫтә, ҡышҡыһын бигерәк тә тоноҡ. Ҡауырһын төҫтәрендә енси диморфизм сағылмаған, әммә ата һәм инә ҡоштарҙың ҙурлыҡтарында айырма күренә: ата ҡош ҙурыраҡ. Ҡарығыу осоронда ике заттың да түбә һәм елкә өлөшөндә күҙҙәренә ҡәҙәр етеп торған ҡара башлыҡ, ул сикәләренең көл төҫө менән контраст. Башындағы ҡара һәм аҡ төҫтәге ҡауырһындарының аныҡ сиктәре бар, был сик буйлап аҡһыл ҡайма үтә. Күкрәгенең өҫтө һәм муйынының алғы өлөшө ерәнһыу-көрән; күкрәгенең ҡалған өлөшө , шулай уҡ ҡорһағы һоро таплы көлһыу-аҡ. Муйынының артҡы өлөшө, арҡаһы, яурындары, ҡанаттарын көпләүсе ҡауырһындар ҡара-ҡуңыр. Беренсел елпеүес һәм ҡрйроҡ ҡауырһындары шундай уҡ төҫтә (ҡойроғонда аҡ төҫ ҡушылған), икенсел елпеүестәр һәм ҡанаттарҙың аҫҡы яҡтары аҡ. Күҙҙәренең төҫлө шекәрәһе ҡыҙғылт-көрән. Тышҡы яҡтан аяҡтары ҡара-һоро, эске яҡтан - йәшкелт һары[8]..

Ҡыш ҡош ҡауырһындарының сағыу төҫөн һәм төҫтәр араһындағы аныҡ сиктәрҙе юғалта, башҡа сыпҡайҙарға ҡарағанда күркһеҙерәккә әүерелә. Елкәһендәге биҙәүсе ҡауырһындар юҡҡа сыға, муйыныдағы һәм түшендәге ерән төҫ уңып бөтә. Ҡара башлыҡ көрәнһыу-һороға әйләнә, сикәләрендәге һоро төҫ менән сиктәре йыуыла[8][9]. Муйыны алдан  һәм ян-яҡтан аҡһыл йәки аҡһыл-һоро, ә арттан - ҡара-һоро төҫтә. Йәй аҡбаш сыпҡайҙы еңел айырып булһа, ҡышын уны башҡа ҡәрҙәштәре менән еңел бутарға мөмкин. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ һыҙат булмай, бының менән ул урҙандан айырыла[3][6]

Мамыҡлы ҡошсоҡтоң өҫкө яғы ҡарағусҡыл-көрән, хатта ҡара тиерлек, ә аҫҡы өлөшө һорғолт-аҡ.  Башының ике яҡ ҡырында аҡ буй һыҙаттар, муйынының алды һәм ҡыры аҡ буй һүрәтле.Суҡышы һары. Көҙ себештең мамығы тәүге ҡауырһынға алмашына (оялағы кейем): ул өлкән ҡоштоң ҡышҡы кейеме менән оҡшаш, тик башындағы буйлы һүрәте, муйынының алды һәм ҡырыйҙары ҡыҙғылт-ҡара, суҡышында һары төҫтөң күп булыуы менән айырыла[3][10].

Ике төрсәгә бүленгән, улар кәүҙә ҙурлыҡтары менән бер аҙ айырылалар; икеһе лә Рәсәй территорияһында бар. Р. g. holboellii төрсәһе номинатив P.g. grisegena төрсәһенән ҙурыраҡ: уның оҙонлоғо 43—56 см, ҡанат йәйеме 61—88 см, ауырлығы 750—1600 г[11]. Ҡауырһын төҫөндә айырма юҡ, әммә  holboellii төрсәһенең  суҡышында һары төҫ ҙур майҙанды биләй. Бынан тыш,  P.g. grisegena төрсәһенә ҡарағанда инә һәм ата ҡош ҙурлыҡтары буйынса айырылалар[12].

Аҡбаш сыпҡай  ер өҫтөнән, ғәҙәттә, 20—30 м бейеклектә оса[8]. Бик тиҙ һәм тура һыҙыҡ буйынса оса, әммә кәрәк саҡта  ҡош манёвр яһай ала[8]. Һауала оҙон муйынын алға һуҙа,  ә аяҡтарын — киреһенсә артҡа, хатта улар ҡыҫҡа ҡойроғо ситенә сығып торалар, былай килеш ҡош оҙонораҡ булып күренә[13]. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ҡанаттары, уларҙың алғы ситендә бер-береһе менән тоташмаған ике тап күренә,  уларҙың береһе  "көҙгө" булараҡ билдәле (урҙанда был таптар ҡушылған). Ғөмүмән, ҡанаттарының майҙаны ҙур булмауы уға урынынан йәки ҡоро ерҙән осоп китергә мөмкинлек бирмәй[14]; һыуҙан осоп һауаға күтәрелер алдынан, һыуҙа ҡанаттарын йәйеп оҙайлы йүгереү яһай[15]. Бүтән төр сыпҡайҙар кеүек үк аҡбаш сыпҡай ҙа яҡшы йөҙә һәм сума. Ынтылышлы хәрәкәткә бармаҡтарындағы ярылары ярҙамында этелеп өлгә, әйләнмәле — тәпәйҙәре күсәрен бороу менән; бик ҡыҫҡа ҡойроҡ был маҡсатта ҡулланылмай[16]. Аҡбаш сыпҡай һыу аҫтында 50-60 м араны 3 м/с тиҙлек менән йөҙөп үтә ала[9].  Күп кенә һыу ҡоштары кеүек, уға ҡоро ер буйлап йөрөүе ауыр, сөнки ҡыҫҡа тәпәйҙәре кәүҙәһенең ауырлыҡ үҙәгенән күпкә артта урынлашҡандар.

Аҡбаш сыпҡай (һулда) урҙан, ҡолаҡлы сыпҡай һәм ҡарамуйын сыпҡай
Ҡарығыу алды төләүе

Тауышы яҙғыһын яңғырауыҡлы ғына. Ҡарығыу осорҙа иң шаулы сыпҡайҙарҙың береһе, әммә башҡа ваҡытта  ғаиләнең бүтән вәкилдәре кеүек үк тауышһыҙ. Ҡош уйын ваҡытында  тирбәлеүсе сыңғырлау сығара: «иһа-һа-һай-ҡр-ҡыр». Орнитолог Вадим Рябицев фекере буйынса, бер үк ваҡытта ат кешнәүен, сусҡа хорҡолдауын, сусҡа бәрәсенең сыйылдауын ишетергә мөмкин[3]. Сыңғырлау тауышын  һыу үҫемлектәре араһында йәшеренгән яңғыҙ ҡош йәки икеһе лә көндәҙ йә ҡараңғыла сығара. Башҡа ваҡытта аҡбаш сыпҡай башҡа төр тауыш та бирә: тауыҡ ҡытҡылдауы, ыҫылдау, зыңлау, ырылдау кеүек: «кейк-кейк»[7].  Атап әйткәндә, ҡуҙғыған ҡош ҡарлыҡҡан тауыш бирә[3]

Өлкән ҡоштоң төләүе йылына ике тапҡыр үтә — өлөшләтә үрсеү башланғанға тиклем һәм тулыһынса ул тамамлағандан һуң. Декабрь — май айҙарында япма ҡауырһындар, шулай уҡ ҡанаттың эске икенсел елпеү һәм япма ҡауырһындары алмашына. Июлдән сентябргә ҡауырһындар тулыһынса алмашына, һөҙөмтәлә ҡарығыу осоро ҡауырһындары ҡышҡыларына әүерелә.  Сентябрҙән ғинуар аҙағына ҡәҙәр ағымдағы йылда тыуған ҡоштарҙың баш, муйын, арҡа һәм өлөшләтә ҡабырға, күкрәктең өҫкө өлөшө ҡауырһындары алмашына[10].

Оялау ареалы

Заповедник Валльнау (Wallnau), Германия, аҡбаш сыпҡай оя ҡорған урын

Евразияла һәм Төньяҡ Америкала оялау өлкәһе бер нисә участканан тора. Лапландия, Яҡутстан, Чукотка һәм Аляска тундра һыҙатынан,  Каспий, Арал яны һәм Аризона сүлдәренә тиклемге төрлө климат зоналарында оя ҡора[9].

Халыҡ-ара ойошма International BirdLife баһаһы буйынса, төньяҡ төрсәнең тиҫтәгә яҡын пар төркөмөнөң оялары Бөйөк Британия, Франция, Нидерланд, Чехия, Словакия, Хорватия, Словения , Македония ерҙәрендә билдәләнгән. Ике йөҙгә яҡын пар Венгрияла, Болгарияла, Литвала, Беларусияла, ике йөҙҙән меңгә тиклем пар — Эстонияла, Швецияла, Румынияла һәм Төркиәлә оя ҡора. Байтаҡ күп, 1000-дән ашыу пар популяцияһы Германия, Дания, Финляндия, Латвия, Польша, Украина һәм Рәсәй (12 - 25 мең пар) территорияларында оялай[17]. Оялау ареалының төньяҡ сиге Финляндияла 650т.к. буйлап,  Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә Кандалакша һәм Архангельскиҙың тирә-яғы буйлап үтә. Көнсығыш сиге көньяҡтараҡ  Кама түбәне киңлеге, Өфө үҙәндәре һәм  Тубыл тамағы, тағы ла көнсығыштараҡ 610т.к.  буйлап үтә. Ҡөньяҡ сиге Францияның уртаһына, Югославияның элекке республикалары, Болгарияға, Төркиәгә,  Амударъяның түбәнге ағымына,  Һырдаръяның  урта ағымына һәм Ысыҡ-Күлгә тиклемге биләмәләрҙә ята[18].

Көнсығыш төрсәнең (holboellii) оялау ареалы өлөшләтә Көнсығыш Себер, өлөшләтә Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш өлөшө һанала. Рәсәй сиктәрендә был төрсә материкта түбәнге Вилюй үҙәндәрендә, түбәнге Витим һәм Байкалдан көнсығыштараҡ, шулай уҡ Сахалинда һәм төньяҡ  Курил утрауҙарында оя ҡора.  Шулай уҡ был төрсә Япония утрауы Хоккайдола оялай. Оялау ареалының төньяҡ сиге Чукотка, Яҡутстан ҡыуаҡлы тундраһы биләмәләрендә ята[18]. Көньяҡ сиге Рәсәй сигенән ситкә сығып көньяҡтараҡ Маньчжурияны үҙ эсенә ала. Аҡбаш сыпҡай Америкала Канаданың көнбайыш һәм үҙәк өлкәләрендә, Канада менән сиктәш штаттарҙан көнсығышҡараҡ Миннесотаға тиклемге биләмәләрҙә оялай[18].

Күсер ҡоштар. Әгәр бала сығарыуы һәр ваҡыт сөсө һыу ятҡылыҡтары менән бәйле булһа, аҡбаш сыпҡайҙар  башҡа ваҡыттарын тик диңгеҙҙә, балыҡ өйөрө һыу өҫтөнә яҡын булған ҡултыҡтарҙа,   эстуарийҙарҙа, утрауҙар янындағы һайлыҡтарҙа үткәрәләр. Ҡөнбайыш төрсәгә ингән ҡоштар Атлантик океан яр буйҙарына — уларҙың ҙур өлөшө Төньяҡ һәм Балтик диңгеҙҙәренәсә, әҙерәк өлөшө Урта диңгеҙ, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренәсә үтеп инә[19]. Ҡоштарҙың бер аҙы туңмаусы Женева күлендә һәм Ысыҡ-күлдә ҡышлай[20]. Көнсығыш Себер популяцияһы Япон һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәрендә, Америка сыпҡайҙары— Тымыҡ океан ярҙары буйында (көньяҡ Аляскала, Британия Колумбияһында, уларҙың бер аҙы көньяҡтараҡ Калифорнияға тиклем) һәм Атлантик ( Ньюфаундленд һәм Лабрадорҙан алып  көньяҡта Флоридаға тиклем) океан ярҙары буйында ҡышлай. Ҙур булмаған һанлы сыпҡайҙар материк эсендә ҡала. Улар туңмаусы Бөйөк күлдәр ярҙарында тупланалар[19]. Һирәк осраҡта Израиль[21], Афғанстан, Пакистан һәм Һиндостан биләмәләрендә ҡышлауҙарының һирәк осраҡтары билдәле[22]. [[Файл:Lütt-Witt Moor-2.jpg|thumb|right|Аҡбаш сыпҡайҙың оя ҡоған ғәҙәти биотобы

Аҡбаш сыпҡай бала сығарған ваҡытта йәшерен тормош алып бара һәм шул сәбәпле ул төпләнгән һыу ятҡылығы ҡамышекән һәм башҡа үҫемлектәргә бай, шулай уҡ урманлы күләгәле ярҙар буйы(тундра һыҙаттарында — ҡыуаҡлыҡ)[23]. Йәй торғон йәки әҙ ағымлы сөсө һыу ятҡылыҡтары уның төйәге — ҙур булмаған күл, быуа, һаҙлыҡ[24], майҙаны 3 гектарҙан (0,03 км²)  һәм һыу тәрәнлеге — 2 метрҙан ашмаған ҙур йылғаларҙың тымыҡ ҡултыҡтары[23]. Номинатив төрсәләргә ҡараған ҡоштар күләгәле ҡуйы булмаған ҡамышлыҡ араһында көн үткәрәләр,  йыш ҡына улар хаҡында тауыштары буйынса ғына белергә мөмкин[3]. Киреһенсә, көнсығыш төрсә оя урынын һайлауҙа үтә һаҡ түгел, Төньяҡ Америкала йыш ҡына асыҡ күлдәрҙә төпләнә[25]. Осоп үткәндә һәм ҡышлауҙа аҡбаш сыпҡай төбө ҡомло-ташлы һәм диңгеҙ ылымыҡтарына бай, ҡалынлығы 15 м тәшкил иткән һыу ятҡылыҡтарын өҫтөн күрә[13].

Йәйге осорҙа туҡланған аҙығының нигеҙен умыртҡаһыҙҙар, шул иҫәптән имаго, ҡарышлауыҡтар, һыу бөжәктәре (һыу ҡуңыҙҙары һәм ҡандалалар, энәғараҡ, серәкәй ҡарышлауыҡтары), моллюскалар, үрмәкселәр тәшкил итә.

Башҡа ҡәрҙәш төрҙәренән айырмалы рәүештә, ашҡаҙандарында ҡайһы саҡта осоусы бөжәктәрҙе табалар — ҙур энәғараҡты һәм ҡамҡаны[26]. Балыҡ аҡбаш сыпҡайҙың рационында, башҡа сыпҡайҙарҙан айырмалы рәүештә, ҙур булмаған өлөш биләй — шул сәбәпле балыҡ запасы әҙ булған һыу ятҡылыҡтарында ла төпләнәләр[27]. Әммә айырым осраҡта, миҙгелле күренеш булараҡ, күрше булып урҙан ояламаған осраҡта балыҡ уның туҡланыуында ҙур роль уйнай. Шулай итеп, Нидерландтың Эйсселмер күлендә сыпҡай аҙығының күп өлөшөн диңгеҙ сабағының, ҡормандың, йылға сабағының, йылға алабуғаһының селбәрәләре тәшкил итә[28]. Шундай уҡ хәл Төньяҡ Америкала, урҙан бөтөнләй булмаған урындарҙа: мәҫәлән, Канадалағы Альберта биҫтәһе күлдәрендә уның төп аҙығы балыҡ[29]. Орнитологтар билдәләүенсә, был ике төрҙөң оялау ареалдары киҫешмәгән урындарҙа, аҡбаш сыпҡай балыҡ тотоуға нығыроҡ яраҡлашҡан, уның суҡышы оҙон һәм тар, мускулдары яҡшы үҙешкән һәм шыумалаҡ балыҡты яҡшыраҡ эләктерә ала[30]. Урыны менән ҡоштар күл тәлмәрйенен һәм уның сүмешбаштарын, һыу селәүҙәрен ашайҙар[26]. Йәйге осорҙа икенсе төр аҙыҡ һайлауҙарына ҡарамаҫтан, ҡыш диңгеҙҙә тик балыҡ аулайҙар[25][31].

Аҙығының 10-15 % үҫемлектәрҙән тора, әммә тәрлә төбәктәрҙә уларҙың составында  айырма ҙур була: мәҫәлән,  Ҡалмыҡтағы Маныч йылғаһында уның төп үҫемлек аҙығын йөҙөүсе һыу ебәгенең вегетатив өлөштәре тәшкил итә, ә Краснодар крайы Челбас йылғаһында  — хара ылымыҡтары Chara fragilis[26]. Бынан тыш, билдәле булыуынса, аҡбаш сыпҡай үҙенең бик күп ҡауырһынын йота[32]. Был оло ҡошҡа ғына ҡағылмай, сөнки себештәре лә моронлап сыҡҡандың беренсе көнөнән үк аҙыҡ менән бергә мамыҡтарын йоталар. Ул ашҡаҙанда кейеҙ массаны барлыҡҡа килтерә. 

Белгестәр аҙыҡ табыу ысулын өс төргә бүләләр: ҡорбанын сумғанда эләктереп ала, һыуға башын һәм муйынын тығып суҡып ала, һыу өҫтөндә үләндәрҙе сүпләй[7][26]. Һуңғы осраҡ, ғәҙәттә, һыу өҫтө үҫемлектәре булғанда ғына ҡулланыла. Күҙҙәренән суҡышының түбәнге яртыһына тиклем һыҙат һуҙылған, уның буйынса, күрәһең,  ҡош ҡорбанына табан йүнәлеште билдәләй[33]. Аҙыҡҡа ҡытлыҡ ваҡытында ҡоштар баҫып ултырған йомортҡаларын ташлап китергә, йәки һуңғы сыҡҡан себештәрен аҙыҡтан мәхрүм итеп, уларҙы һәләкәткә килтерергә мөмкиндәр[34].

Уйын мәлендәге һын «Аҙыҡ күрһәтеү»
Podiceps grisegena

Аҡбаш сыпҡай, күрәһең, ике йәшендә енси өлгөрә[35][36]. Оя янында урҙандан бер аҙ һуңыраҡ, һыу ятҡылыҡтары тулыһынса боҙҙан әрселгәс[3], күренә башлай — Рәсәйҙең көньяҡ ареалында марттың икенсе йәки өсөнсө декадаһында, төньяҡ өлөшөндә — апрель аҙағында — май уртаһында[36]. Туптар барлыҡҡа килтермәйҙәр, ҡош яңғыҙ зат йәки пар менән ҡайта[24]. Оя өсөн, ҡағиҙә булараҡ, үҙемлек баҫҡан һәм уртаса ҙурлыҡтағы һыу ятҡылыҡтары йәки йылға ҡултыҡтары һайланыла. Шулай уҡ, алыштырғыһыҙ шарттарҙың береһе  - үткән йылдан ҡалған үҫемлек ҡалдыҡтарының  булыуы. Әммә ирекле коридор яһап,  ҡамыш баштарының өлөшләтә сабылыуы оя төҙөү өсөн өҫтәмә стимул  булып тора[37].

Уйын

Моногам ҡош; парҙар бер миҙгелгә апрель, май айҙарында осоп килгән мәлдә йәки туранан-тура оялау биләмәһендә формалаша[7]. Уйындар һыу өҫтөндә парҙың ике ағзаһының көслө ҡысҡырыуынан һәм башҡа ҡатмарлы элементтарҙан тора[36]. Уйындар оҙайлы ваҡыт дауам итергә мөмкин һәм һәр ваҡытта аҙғы ҡарығыу менән тамамланмай[38]

Ғәҙәттә айырым парҙар булып оялайҙар, күрше парҙар бер-береһенән 50 метрҙан кәм булмаған алыҫлыҡта урынлашалар[13][39]. Һирәк осраҡта, уңайлы шарттар булғанда, 20-гә тиклем пар иҫәпләнгән колониялар барлыҡҡа килтерәләр, йәки аҡсарлаҡтар һәм башҡа колониаль ҡоштар менән йәнәш урынлашалар[7]. Араһында 10 метрҙан артмаған күрше ояларҙың урынлашыуы, ғәҙәттә, ҙур майҙанлы ярға берекмәгән күтерҙәрҙә мөмкин. Бындай урындар йыртҡыс йәнлектәр яҡын юлай алмаҫлыҡ һәм көслө ел-дауылдан, тулҡындарҙан ышыҡланған[40]. Ғәҙәттә колонияларҙа йомортҡалар  күберәк һәм тереклек итеү мөмкинселеге юғары кимәлдә[41]. Ҡайһы берҙәре  ояһы ҡашҡабаш (таҙбаш) ояһы эргәһендә үк урынлаша[36].

Үрсеү миҙгелдәрендә аҡбаш сыпҡайҙар — ҡәтғи территориаль  ҡоштар,  аҙыҡ һәм оя биләмәләрен һаҡлайҙар[29].  Сит ҡош килеп ингәндә, хужа ҡоштар янаған һын алалар: был ваҡытта баш яурынға тартыла, ауыш йәки горизонталь урынлашҡан суҡышы  ҡайһы берҙә һыуға ҡағыла, арҡа һәм ҡанат ҡаурыйҙары үрә тора. Ваҡыты менән суҡышын күтәрә биреп,  муйынын һуҙа һәм ҡош дошманға табан ынтыла[36].

Үҫемлектәргә бай күлдәрҙә, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһы һыу өҫтөндә, ҡамыш, үлән араларында була. 4-5 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Тиреһе өсөн аулайҙар.

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 14. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Коблик Е. А.; Редькин Я. А.; Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Т-во научных изданий КМК, 2006. — С. 82.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Ryabitsev төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Snow & Perrins (1998), pp. 17—20.
  5. Sibley (2000), p. 9.
  6. 6,0 6,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Mullarney төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Snow & Perrins (1998), pp. 20—22.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Ильичёв, Флинт (1982), стр. 321.
  9. 9,0 9,1 9,2 Коблик Е. А. Разнообразие птиц (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ. — Изд. МГУ, 2001. — Т. Ч. 2 (Отряды Курообразные, Трёхпёрсткообразные, Журавлеобразные, Ржанкообразные, Рябкообразные, Голубеобразные, Попугаеобразные, Кукушкообразные). — 358 с. — ISBN 5-211-04072-4.
  10. 10,0 10,1 Ильичёв, Флинт (1982), стр. 322.
  11. Ogilvie & Rose (2002), p. 92.
  12. Ogilvie & Rose (2002), pp. 57—60.
  13. 13,0 13,1 13,2 Fjeldsa (2004), p. 140.
  14. Fjeldsa (2004), p. 31.
  15. Johnsgard, Paul A. Diving Birds of North America. — Lincoln: University of Nebraska, 1987. — P. 26—36. — ISBN 0803225660.
  16. Fjeldsa (2004), p. 10.
  17. Podiceps grisegena Red-necked Grebe (ингл.). BirdLife International. Дата обращения: 30 май 2011. Архивировано 20 август 2011 года. 2014 йыл 9 ғинуар архивланған.
  18. 18,0 18,1 18,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Stepanyan төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  19. 19,0 19,1 Harrison (1988), p. 217.
  20. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; USSR324 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  21. Birdwatching in the Mediterranean coast of Israel (ингл.) (октябрь 2005). Дата обращения: 30 май 2011. Архивировано 20 август 2011 года. 2011 йыл 20 август архивланған.
  22. Rasmussen, P. C. & J. C. Anderton. Birds of South Asia: The Ripley Guide. — Smithsonian Institution and Lynx Edicions, 2005. — 384 p. — ISBN 84-87334-67-9.
  23. 23,0 23,1 Llimona, Francesc & del Hoyo (1992), pp. 192—193.
  24. 24,0 24,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Dementiev төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  25. 25,0 25,1 Johnsgard, PA (1987), pp. 130—135.
  26. 26,0 26,1 26,2 26,3 Ильичёв, Флинт (1982), стр. 332.
  27. Гладков Н. А., Дементьев Г. П., Михеев А. В., Иноземцев А. А. Жизнь животных. — М.: Просвещение, 1970. — Т. 5. Птицы. — С. 63.
  28. T. Piersma. Body size, nutrient reserves and diet of red-necked and Slavonian grebes Podiceps grisegena and P. auritus on Lake IJsselmeer, The Netherlands // Bird Studies. — 1988. — В. 1. — Vol. 35. — P. 13—24. — DOI:10.1080/00063658809476975 (недоступная ссылка)
  29. 29,0 29,1 Klatt, Paul H. & Paszkowski, Cynthia A. Intruder pressure explains more of the variation in territory size than fish abundance for Red-necked Grebes (Podiceps grisegena) breeding on small boreal lakes // Ornis Fennica. — 2005. — Vol. 82. — P. 129—136. (недоступная ссылка)
  30. Llimona, Francesc & del Hoyo (1992), pp. 175—176.
  31. Fjeldsa, Jon. The adaptive significance of local variations in the bill and jaw anatomy of North European red-necked grebes Podiceps grisegena // Ornis Fennica. — 1982. — В. 2—3. — Vol. 59. — P. 84—89.
  32. Stout, B. E., & G. L. Nuechterlein. Red-necked Grebe (Podiceps grisegena) (ингл.). The Birds of North America. Cornell Laboratory of Ornithology (1999). Дата обращения: 1 июнь 2011. Архивировано 20 август 2011 года.
  33. Ficken, Robert W.; Matthiae, Paul E.; Horwich Robert. Eye Marks in Vertebrates: Aids to Vision // Science. — 1971. — В. 4000. — Vol. 173. — P. 936—939. — DOI:10.1126/science.173.4000.936 — PMID 17751319.
  34. Kloskowski, Janusz. Food provisioning in red-necked grebes (Podiceps grisegena) at common carp (Cyprinus carpio) ponds. — Hydrobiologia, 2004. — В. 1—3. — Vol. 525. — P. 131—138. — DOI:10.1023/B:HYDR.0000038860.37405.d0
  35. Cramp S., Simmons K. E. L. Volume 1. Ostrich to ducks // The Birds of the Western Palearctic. — Oxford: Oxford University Press, 1977.
  36. 36,0 36,1 36,2 36,3 36,4 Ильичёв, Флинт (1982), стр. 328.
  37. Ильичёв, Флинт (1982), стр. 330.
  38. Ильичёв, Флинт (1982), стр. 344.
  39. Red-necked Grebe Podiceps grisegena (ингл.). BirdLife International. Дата обращения: 1 июнь 2011. Архивировано 20 август 2011 года. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.
  40. Sachs, Joel l.; Hughes, Colin R.; Nuechterlein, Gary L.; Buitron, Deborah. Evolution of coloniality in birds: a test of hypotheses with the red-necked grebe (Podiceps grisena) // The Auk. — 2007. — В. 2. — Vol. 124. — P. 628—642. — DOI:[[DOI:10.1642/0004-8038(2007)124[628:EOCIBA]2.0.CO;2|10.1642/0004-8038(2007)124[628:EOCIBA]2.0.CO;2]]
  41. Nuechterlein, Gary L.; Buitron, Deborah; Sachs, Joel L.; Hughes, Colin R. Red-necked grebes become semicolonial when prime nesting substrate is available // The Condor. — 2003. — В. 1. — Vol. 105. — P. 80—94. — DOI:[[DOI:10.1650/0010-5422(2003)105[80:RNGBSW]2.0.CO;2|10.1650/0010-5422(2003)105[80:RNGBSW]2.0.CO;2]]
  • Ильичёв В. Д.; Флинт В. Е. (отв. ред.). История изучения. Гагары, Поганки, Трубконосые // Птицы СССР. — М.: Наука, 1982. — С. 321—333.
  • Завьялов Е. В.; Шляхтин Г. В.; Табачишин В. Г.; Якушев Н. Н.; Хрустов И. А. Книга I. История изучения, общая характеристика и состав орнитофауны // Птицы севера Нижнего Поволжья. — Саратов: Издательство Саратовского университета, 2005. — 296 с. — ISBN 5-292-03351-0.
  • Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — С. 26. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — М.: Академкнига, 2003.
  • Harrison, Peter. Seabirds: An Identification Guide. — London: Christopher Helm, 1988. — 448 p. — ISBN 0747014108. (инг.)
  • Jobling, James А. A Dictionary of Scientific Bird Names. — United States: Oxford University Press, 1992. — ISBN 0198546343. (инг.)
  • Llimona, Francesc & del Hoyo, Josep 1992. Family Podicipedidae (Grebes) in del Hoyo, J., Elliott, A., & Sargatal, J., eds. Vol. 1. // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 1992. — 696 p. (инг.)
  • Mullarney, Killian; Lars Svensson; Dan Zetterström & Peter J. Grant. Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — 400 p. — ISBN 978-0-691-05054-6. (инг.)
  • Ogilvie, M. A.; Rose, Chris. Grebes of the World. — New York: Bruce Coleman Books, 2002. — ISBN 1872842038. (инг.)
  • Sibley, David. The North American Bird Guide. — Oxford: Pica Press, 2000. — ISBN 0873403984. (инг.)
  • Snow, David; Perrins, Christopher M. (editors). The Birds of the Western Palearctic (BWP) concise edition (2 volumes). — Oxford: Oxford University Press, 1998. — ISBN 0-19-854099-X. (инг.)