Эфиопия
| |||||
Гимн: «(Вперёд, милая мать Эфиопия)» | |||||
Нигеҙләнгән | Б. Э. Т. X быуат | ||||
Нигеҙләнгән | Б. Э. Т. X быуат | ||||
Рәсми тел | амхар | ||||
Баш ҡала | Аддис-Абеба | ||||
Эре ҡала | Аддис-Абеба | ||||
Идара итеү төрө | Парламен республикаы | ||||
Президент Премьер-министр |
Гырма Уольде-Гиоргис Лемма Мелес Зенауи | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
27 1 104 300 км² 0,7 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
82 112 000 чел. (14) 77 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе • Бер кешегә |
25,1 млрд. долл. (93) 304 долл. | ||||
КПҮИ (2007) | ▼ 0,414 (низкий) (171 урын) | ||||
Валюта | Эфиопский быр (ETB, код 230) | ||||
Интернет-домен | .et | ||||
Код ISO | ET | ||||
МОК коды | ETH | ||||
Телефон коды | +251 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +3 |
Эфио́пия (башҡ. Хәбәшстан) — Эфиопия Федератив Демократик Республикаһының рәсми исеме, элек Абисси́ния булараҡ билдәле булған (амх. የኢትዮጵያ ፌዴራላዊ ዲሞክራሲያዊ ሪፐብሊክ — 1993 йылдың 24 майында, Эритрея айырылғас, диңгеҙгә сығыу юлы ябылған Көнсығыш Африка дәүләте.
Халҡы 100 миллион кеше, территорияһы — 1 104 300 км², халыҡ һаны буйынса Африкала (Нигериянан ҡалыша) икенсе ил. Халыҡ һаны буйынса донъяла 12-се урында һәм территорияһы буйынса 28-се урында тора. Эфиопия — донъяла халыҡ күп йәшәгән һәм диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт. Эритрея менән төньяҡ-көнсығыш сиге буйлап Красная диңгеҙгә тиклем ара ни бары 50 саҡрым тәшкил итә.
Баш ҡалаһы — Аддис-Абеба. Дәүләт теле — амхар теле.
Федератив дәүләт, парламент республикаһы. 12 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 10-һы[2][3] штат булып тора һәм икеһе статусы буйынса штатҡа тиң айырым округ.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең геэз телендәге атамаһы — ʾĪtyōṗṗyā («Эфиопия») — Αἰθιοπία боронғо грек теленән Αἰθίοψ айтхи́опс барып тоташа, «янған/бите ҡояшта янған кеше» тигәнде аңлата. IV быуат аксум яҙмаларының ҡайһы берҙәрендә үк «Эфиопия» термины ҡулланыла башлаған була. Европа мәҙәниәтендә, шул иҫәптән рус телендә Эфиопия оҙаҡ ваҡыт дауамында башлыса «Абиссиния» булараҡ билдәле булған. Был семит сығышлы атама ғәрәп эпиграфикаһынан ḤBŚT («хабашат») башланып китә һәм аксум батшаһының аксум булмаған подданныйҙарын аңлата. Артабан шулай (шул иҫәптән ғәрәпсә) Эфиопия иленең элитаһында тарихи яҡтан алдынғы урындарҙы биләгән семит халҡы (амһара, тигре, тигринья; ҡара: Хабеша) аталған. Әлеге ваҡытта Абиссиния һүҙенә оҡшаш атамалар Эфиопияға ҡарата төрөк телендә (төр. Habeşistan) һәм ғәрәп (эль-Хабаш) телдәрендә ҡулланыла. Әлегә тиклем оҡшаш исеме — Хабаш — иврит телендә ҡулланыла ине. Европа мәҙәниәтендә «Абиссиния» термины 1945 йылдан һуң ҡулланыштан сыға башлай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихҡа тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия таулығы борон замандан кешеләрҙең йәшәү урыны булған, быны Омо үҙәнендә австралопитек һөйәктәре һәм Эфиопияның көньяғында олдувай тораҡтары раҫлай. Эфиопия таулығы эфиопеоид антропологик тип, кушит теле формалашҡан фаразланған үҙәк һәм игенселектең иң боронғо усаҡтарының береһе тип фаразлана.
Боронғо тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э. тиклем VI—V быуаттарҙа Тигре яйлаһына Көньяҡ Ғәрәбстандың төрлө өлкәләренән, шул иҫәптән Сабей батшалығынан сыҡҡан кешеләр килеп ултырған. Улар үҙҙәре менән яҙма, семит теле, диарҙы ҡоро һалыу ысулы менән таш төҙөлөшө техникаһы һәм цивилизацияның башҡа ҡаҙаныштарын алып килгән. Урындағы халыҡ менән ҡушылғас, улар боронғо хәбәш этносын барлыҡҡа килтергән. Урындағы халыҡ менән ҡатышып, улар боронғо Эфиопияның хабаш этносын барлыҡҡа килтерә.
Б.э. тиклем V быуатта Тигер яйлаһында үҙ аллы Дʿмт батшалығы барлыҡҡа килә, ул б.э. тиклем IV быуатта тарҡала.
Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында хәҙерге Эфиопияның төньяғында Аксум батшалығы барлыҡҡа килә. Уның төп порты Адулис Мысырҙан Һиндостанға киткән юлда, шулай уҡ Көнсығыш Африка ярҙарына мөһим сауҙа үҙәге була.
Б.э. IV—VI быуаттарында үҫешкән Аксум батшалығының гегемонияһы Нубияға, Көньяҡ Ғәрәбстанға, шулай уҡ көнсығыш Судан өлкәләренә, Эфиопия таулығына һәм Африка Рогының төньяҡ өлөшөнә тарала.
IV быуаттан Аксум батшалығында христианлыҡ тарала башлай.
VII быуатта Ғәрәп хәлифәлегенең күтәрелеүе VIII—IX быуаттарҙа Аксум батшалығының тарҡалыуына килтерә.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуаттан Эфиопия таулығының төньяҡ ситтәрендә ислам тарала башлай. Унда барлыҡҡа килгән мосолман кенәзлектәре тышҡы сауҙа монополияһына эйә була.
XI быуаттың беренсе яртыһында Аксум батшалығы тарҡала. Хәҙерге Эфиопия территорияһында күп мосолман, христиан, йәһүд, мәжүси кенәзлектәре барлыҡҡа килә.
XII быуатта христиан кенәзлектәре Ласат хакимлығы аҫтында берләшә. Батшалыҡ Мысыр һәм Йемен менән бәйләнеш булдыра, иҡтисады һәм мәҙәниәте үҫешә башлай. 1268 йылда (йәки 1270 йылда), үҙҙәренең боронғо Израилдең Библия батшаһы Соломондан сығыуына дәғүә итеп, власҡа Соломон династияһы килә. Уның нигеҙ һалыусыһы Йэкуно Амлак була (1268—1285). Император Амдэ-Цыйон I (1314—1344) Эфиопия таулығының христиан, йәһүд, мәжүси һәм мосолман кенәзлектәрен буйһондора һәм киң держава ойоштора. Император Йисхак (1414—1429) һалымды мосолман илдәренә генә түгел, шулай уҡ Эфиопия таулығының көньяғындағы мәжүси батшалыҡтарына ла һала. Император Зэра-Яыкоб (1434—1468) үҙенең хакимлығы осоронда үҙәк власты нығытыу өсөн көрәш алып бара, бөтә вассал кенәздәрен алып ташлай һәм улар урынына император наместниктары итеп үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡуя, ә аҙаҡ уларҙы чиновниктар менән алмаштыра. 1445 йылда Зэра-Яыкоб Йифат солтанлығын, тағы бер нисә мосолман кенәзлеген юҡҡа сығара, Төньяҡ-Көнсығыш Африканың был өлөшөндә гегемония урынлаштыра. Мысыр, Йемен менән бәйләнештәр булдыра. Көнбайыш Европа менән мәнәсәбәттәрҙе яйға һала. 1487 йылдар тирәһендә, күп һанлы (башлыса православие) христиандарынан торғанлыҡтан, XII быуаттан башлап, бөтә Европа буйынса йөрөгән имеш-мимешкә нигеҙләнеп, Португалия экспедицияһы Эфиопияны легендар «пресвитер Иоанн батшалығы» тип таный.
XVI быуат башында көнсығыш күршеһе һәм элекке дошманы Адаль солтанлығы Эфиопия империяһына ҡаршы һуғыш башлай. Грань (Һулаҡай) ҡушаматлы Имам Әхмәт ибн Ибраһим кафырҙарға ҡаршы йыһат иғлан итә һәм 1529—1540 йылдар араһында Эфиопия империяһының бөтә тиерлек территорияһын баҫып ала. Әммә император Лебне-Дынгыль вафатынан һуң уның улы император Гэлаудеуосҡа (1540—1559) эре эфиоп феодалдары көсөн берләштерегә һәм мосолмандарҙы ҡыуып сығарырға насип була. Эфиоптарға португалдар ҙа ярҙам итә. Әхмәт Грань алышта һәләк була, ә Адаль солтанлығы йәшәүҙән туҡтай. 1557 йылда төрөктәр Массауаны һәм Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы башҡа порттарҙы яулап ала. Ошо уҡ осорҙа кушиттарҙың оромо ҡәбиәләләре көсһөҙләнгән Эфиопияға һөжүм итә.
Шул осорҙа Эфиопияла иезуиттар барлыҡҡа килә. Уларҙың императорҙарының Европа өлгөһөндә Абсолют монархия булдырыу теләге менән үтеп инеүе, бигерәк тә император Сусныйос (1607—1632) католицизм ҡабул иткәндән һуң, дини сәбәптән тоҡанған бер нисә һуғышҡа килтерә. Был һуғыштар Фасиледэс (1632—1667) тәхеткә ултырғандан һуң тамамлана. Ул Эфиопиянан иезуиттарҙы ҡыуып сығара һәм португалдар менән мөнәсәбәттәрҙе өҙә.
Император Бейөк Иясу I (1682—1706) урындағы фетнәсе вассал кенәздәрҙе ҡабаттан буйһондора, идара реформаһын үткәрергә маташа, сауҙаны үҫтереү өсөн таможня һәм пошлина системаһын яйға һала.
Әммә XVIII быуат аҙағынан Эфиопияла ҡабаттан феодал тарҡаулыҡ көсәйә. Һәр эре феодалдың үҙ армияһы була. Феодалдар община менән йәшәгән крәҫтиәндәрҙән һалым алған, Һөнәрселәр түбән каста тип һаналған, ә сауҙагәрҙәр (башлыса ғәрәптәр, төрөктәр) юғары феодал ҡатламдар менән клиентела мөнәсәбәттәрендә булған. Урта ҡатламдарға хәрби күскенселәр, мәхәллә руханиҙары, хәлле ҡала кешеләре ингән. Байҙарҙың ҡол-ялсылары булған, күсмә халыҡтар общинаһында шулай уҡ ҡоллоҡ таралған.
XIX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат уртаһында Куаранан ваҡ феодал Касса Хайлю Эфиопия берләшеүе өсөн көрәш башлай. Урындағы ваҡ феодалдарға таянып, 1853 йылда үҙәк өлкәләр хакимы Алиға һөжүм итә, артбанғы киҫкен көрәштән һуң, Тигре өлкәһе хакимлығын ҡыйрата. 1855 йылда Касса Теодрос II исеме аҫтында үҙен император тип иғлан итә.
Теодрос II феодал сепаратизмы менән киҫкен көрәш алып бара. Даими армия булдыра, һалым системаһы үҙгәртеп ҡора, ҡолдар менән сауҙа итеү тыйыла. Сиркәү территорияһының бер өлөшө тартып алына, ҡалған өлөшөнә һалым индерелә. Эске таможнялар һаны кәметелә, хәрби-стратегик юлдар төҙөлөшө башлана, Европанан белгестәр саҡыртыла.
Әммә дин башлыҡтарына һалым индереү сиркәү менән конфликтҡа килтерә, ул феодалдарҙы императорға ҡаршы көрәшкә күтәрә. 1867 йылда Теодрос II хакимлығы илдең ҙур булмаған өлөшөнә генә тарала. Ошо уҡ йылда Британия тәхете подданныйҙарының Эфиопияла ҡулға аланыуы тураһында ялған мәғлүмәт нигеҙендә Бөйөк Британия менән конфликт барлыҡҡа килә. 1867 йылдың октябрендә Эфиопияға 30 меңлек Бөйөк Британия ғәскәре килеп төшә. Император Теодрос II армияһы 15 мең кешенән артмай. Эфиопиялылар һәм инглиздәр араһында берҙән-бер һуғыш 1868 йылдың 10 апрелендә асыҡ яланда үтә: ҡорал менән өҫтөнлөк иткән 2 мең инглиз 5 мең эфиопиялыны еңә. Ошонан һуң Теодрос II, әсирҙәрҙе иреккә сығарып һәм инглиздәргә бүләккә күп мал биреп, тыныслыҡ килешеүе төҙөргә маташа. Әммә инглиздәр тыныслыҡты кире ҡаға һәм император урынлашҡан Мэкдэл ҡәлғәһен штурмлай башлай. Әсиреккә эләгергә теләмәгән Теодрос II үҙенә-үҙе ҡул һала. Инглиздәр Мэкдэлды ала һәм бөтә артиллерияһын юҡ итә, ғәминәт (трофей) сифатында император тажын ала һәм 1868 йылдың июнендә Эфиопия территорияһын ҡалдыра.
Теодрос II вафатынан һуң, тәхет өсөн һуғыш башлана. Тэкле Гийоргис II (1868—1871) Йоханныс IV тарафынан еңелә (1872—1889). 1875 йылда Эфиопияға Мысыр ғәскәрҙәре баҫып инә. 1875 йылдың ноябрендә эфиопиялыларға Гундэт янындағы алышта Мысыр ғәскәрҙәренең төп төркөмдәрен тар-мар итергә насип була. Ләкин 1875 йылдың декабрендә Мысыр Массауаға яңы экспедиция корпусын төшөрә. 1876 йылдың мартында эфиопиялылар уларҙы Гур янындағы алышта ҡыйрата. Эфиопия һәм Мысыр араһында тыныслыҡ 1884 йылдың июнендә урынлаштырыла, һәм Эфиопия Массауа порты менән файҙаланыу хоҡуғына эйә була.
1885 йылда император Йоханныс IV мәхди Суданына ҡаршы һуғыш башлай. 1885—1886 йылдарҙа эфиопия суданлыларҙы еңә, әммә ошо уҡ ваҡытта Эфиопияның төньяҡ райондарын Италия оккупациялай башлай. Эфиопиялылар һәм итальяндар араһында хәрби хәрәкәттәр алмаш уңыштар менән бара.
1888 йылда император Йоханнес IV Суданға тыныслыҡ тәҡдим итә. Ләкин хәлиф Абдуллаһ ибн Мөхәммәт ат-Таиша ҡабул ителмәҫлек шарт — Йоханныстың ислам динен ҡабул итеү шартын ҡуя. 1889 йыл башында Йоханныс IV шәхсән 150 меңлек арммяһын Суданға алып китә һәм 1889 йылдың мартында сик буйында алышта үлемесле яралана.
Яңы император Менелик II (1889—1913) Годжамда һәм Тигрела сепаратизмды баҫтыра, яңы берҙәм Эфиопия дәүләтен урынлаштыра. 1889 йылда Италия һәм Эфиопия араһында Уччаль килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Менелик яр буйы райондарының итальяндарға күсеүен таный.
1890 йылда Италия, 1889 йылғы килешеү буйынса Эфиопияның Италия протекторатын таныуын иғлан итеп, Ҡыҙыл диңгеҙҙә бөтә биләмәләрен Эритрея колонияһына берләштерә. 1894 йылда, бигерәк тә В. Ф. Машков миссияһынан һуң, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшендә Рәсәй йөҙөндә ышаныслы союзнигы барлыҡҡа килгәнлектән, Эфиопияны Италияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙе яңыртырға мәжбүр итә[4].
1894 йылдың аҙағында итальян ғәскәрҙәре Адди-Угри, Адди-Грат һәм Адуа ҡалаларын яулай. 1895 йылдың октябрендә итальяндар бөтә Тигре өлкәһен оккупациялай. Император Менелик итальяндарға ҡаршы Эфиопия өлкәләре хакимдары отрядтарынан төҙөлгән 112 мең кешелек армияһын ебәрә. 1895 йылдың 7 декабрендә Амба-Алаги янындағы алышта Эфиопия ғәскәрҙәре рас Мэконнын Уольдэ-Микаэль (буласаҡ император Хайле Селассиеның атаһы) етәкселегендәге ғәскәрҙәр итальян ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Император Менелик II Италияға тыныслыҡ тәҡдим итә. Эфиопия өҫтәмә саралар күрә: демонстратив рәүештә Уччаль килешеүен танымау дипломатик демаршын файҙалана, һәм ике туған ҡустыһы Дамтоу етәкселегендә Рәсәйгә дипломатик миссия менән ебәрә. Итальяндар татыулыҡ урынлаштырыуҙан баш тартҡан, һәм һуғыш яңынан башлана. 1896 йылдың 1 мартында Адуа янында ҡаты алыш була, унда итальяндар тулыһынса тар-мар ителә.
1893—1899 йылдарҙа Менелик II Аддис-Абебанан көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай — Уоламо, Сидамо, Кафа/Каффа, Гимира һәм башҡа өлкәләрҙе яулап, хәҙерге эфиопия сиктәрен билдәләй. 1897 йылда инглиз-эфиопиялылар килешеүе төҙөлә, уға ярашлы, Британия Сомалиленд һәм Эфиопия араһында сиктәр билдәләй. Эфиопия мәхдислеләр менән көрәшергә бурыслы була. Шулай итеп, Эфиопия ҡораллы көстәре Африкала Британия колониаль империяһының алға китешен туҡтата. Эфиопия Бөйөк Британия баҫымына ҡаршы тора ала, был Британияның һөжүм итеү өсөн Африка көньяғында башҡа объектты һайлауына икенсе инглиз-бур һуғышының башланыуына килтерә. 1893—1913 йылдар осоронда рус хәрби советниктары һәм ирекмәндәре ярҙамының ҙур ыңғай әһәмиәтен билдәләп үтергә кәрәк[5].
Менелик II ҡоллоҡто сикләүсе һәм ғәмәлдән сығарыусы, 7 йылдан да ашмаған срокка хәрбиҙәрҙе ҡол итеп алыуға рөхсәт итеүсе указ сығара. Менелик II ваҡытында юлдар төҙөлә, телеграф һәм телефон барлыҡҡа килә, сауҙа үҫешә. Уның хакмилығы ваҡытында Эфиопияла беренсе дауахана асыла (Адуа янында яраланаусыларға ярҙам өсөн хәрби госпиталь), беренсе гәзит баҫыла. 1897 йылда Менелик II Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдыра[4].
XX быуаттың беренсе яртыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913 йылда Менелик II вафат була. Император булып Иясу V исеме аҫтында уның 17 йәшлек ейәне Лидж Иясу тора. Эфиопия формаль рәүештә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашмай, әммә Иясу V, инглиздәр, француздарға һәм итальяндарға ҡаршы көрәштә Кайзер Германияһына өмөт итеп, уның менән яҡынлашыу курсын алып бара.
1916 йылдың сентябрендә Иясу V ҡолатыла. Императрица булып Менелик II-нең 40 йәшлек ҡыҙы Заудиту (ҡолатылған императорҙың инәһе) иғлан ителә, а регенты булып, йәғни фактик хакимы булып, 24 йәшлек Тэфэри Мэконнын тора.
Быға тиклем рас Мэконнындың кесе улдарының береһе 16 йәшенән Сидамо өлкәһе, һуңынан Харэр өлкәһе губернаторы булған. 1916 йылда түңкәрелештән һуң Тэфэри Мэконнын Эфиопияның рас (яҡынса кенәз) титулын ала, һәм хәҙер табыныусылары тарафынан Растафари алла кеүек ҡабул ителә.
1930 йылдың ноябрендә императрица Заудиту вафат булғандан һуң, рас Тэфэри Хайле Селассие батша булараҡ тәхеткә ултыра (1930-1975).
1931 йылда ул беренсе Эфиопия конституцияһын иғлан итә. Императорҙың депутаттар палатаһы һәм сенат менән кәңәшмә парламентында абсолют хакимлығы билдәләнә. 15—20 йылдар дауамында ҡоллоҡто тулыһынса бөтөрөү планлаштырыла.
1934—1935 йылдарҙа итальян биләмәләре менән сиктәрҙә ҡораллы бәрелештәр булып ала. 1935 йылдың октябрендә фашистик Италия ғәскәрҙәре Эфиопияға баҫып инә. Бер нисә ай дауамында, Эфиопия ғәскәрҙәре ҡайһы саҡта уңыштарға өлгәшеп, көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә 1936 йылдың 31 мартында Май-Чоу янында Эфиопия армияһының төп көстәре ҡыйратыла. 1936 йылдың 5 майында маршал Бадольо етәкселеге аҫтында итальян ғәскәрҙәре баш ҡала Аддис-Абебаға инә. Италия короле Виктор Эммануил III Эфиопияның императоры тип иғлан ителә.
Африка колонияларында тупланған көстәр ярҙамында Британия армияһы Эфиопияны азат итеп, Африка Рогында итальян биләмәләрен яулап алғанға тиклем, илдең итальян оккупацияһы 1941 йылдың яҙына тиклем дауам итә.
XX быуаттың икенсе яртыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышынан һуң император Хайле Селассие I сикләнмәгән хакимлығын дауам итә. 1951 йылда халыҡ-ара йәмәғәтселек баҫымы аҫтында ҡоллоҡ бөтөрөлә. Аҡһөйәктәрҙең традицион өҫтөнлөктәре һаҡланып ҡала, матбуғат монархтың ҡәтғи контролендә була, сәйәси партиялар тыйыла.
1953 йылда Эфиопия АҠШ менән дуҫлыҡ һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. Киләһе 20 йыл дауамында АҠШ Эфиопияға ярты миллиард тиерлек субсидия, займ, шулай уҡ 140 миллион долларға бушлай ҡорал тәҡдим итә.
1970 йылдар башына режим бөтөнләй нәфрәт тыуҙыра: император, сәйәси арауыҡта ла, шулай уҡ халыҡ яғынан да бөтә яҡтан тәнҡиткә дусар була. Алдағы ваҡиғаларҙың катализаторы булып 1972—1974 йылдарҙа кешеләрҙең аслыҡтан күпләп үлеүе тора.
1974 йылда иҡтисадты һауыҡтырыу буйнса саралар хаҡтарҙың артыуына һәм күп протест демонстрацияларына килтерә. Был хәл менән шул уҡ йылдың йәйендә барлыҡҡа килгән «Дерг» исеме аҫтында марксизмға ауышҡан офицерҙар төрөкөмө файҙалана. Монархияны тарҡатыу процесы «шыуышыусы түңкәрелеш» кеүек билдәлелек ала. Көҙ уртаһына «Дерг» үҙенә бөтә административ ресурстарҙы буйһондора һәм социализм ҡоролошо курсын иғлан итә. Тәхеттән төшөрөлгән Хайле Селассие I 1975 йылдың 27 авгусында вафат була, үлеменең сәбәбе һаулығының булмауы тип иғлан ителә[6]. 1976—1977 йылдарҙа «Дерг» үҙенең позицияларын роялистарға ла, сепаратистарға ла, шулай уҡ һулдарға ла ҡаршы ҡыҙыл террор юлы менән нығыта. Эфиопияла шунда уҡ тиерлек граждандар һуғышы башлана, унда режимға уңдар ҙа (Эфиопия демократик союзы, лидеры Мангаша Сейюм), һулдар ҙа (Эфиопия халыҡ-революцион партияһы, лидерҙары Берханемескель Реда, Тесфайе Дебессайе, Кифлу Тадессе), шулай уҡ төрлө ойошмалар, популистик һәм сепаратистлыҡ хәрәкәттәре лә (Тыграйҙы азат итеүҙең халыҡ фронты, лидерҙары Абай Тсехайе, Сейюм Месфин, Мелес Зенауи, Эритреяны азат итеүҙең халыҡ фронты, лидеры Исайяс Афеверки һ.б.) ҡаршы тора.
«Дергтың» лидеры был этапта Менгисту Хайле Мариам була. 1975—1991 йылдарҙа СССР һәм Көнсығыш Европаның ҡайһы бер илдәре Менгисту режимына бөтә яҡлар ярҙам итә.
Илдең көнья-көнсығышында, Огаденда, Сомали армияһы интенсив рәүештә, Огаденды айырып һәм аннексиялап, этник сомалилыларҙың сепаратистлыҡ хәрәкәтенә ярҙам итә. 1977—1978 йылдарҙа Огаден һуғышында Сомалиға ҡаршы һуғышта Эфиопияға Куба, СССР һәм Көньяҡ Йемен ярҙам итә.
Социализм төҙөү сәйәсәте Эфиопияны тулыһынса емереүгә килтерә. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу режимды артабан деградацияға килтерә. 1984 йылда илдә аслыҡтан миллион кеше үлә. Эритреяла 1961 йылда башланған бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш бара.
СССР-ҙа көрсөк шарттарында Менгисту хөкүмәте 1991 йылдың майында ҡолатыла. Баш күтәреү альянсында төп ролде Эритрея төркөмдәре уйнай.
Илдә хакимияткә башта йәнәһе, һул марксистар, артабан идеологик ориентацияны либераль эш итеүгә алмаштырған баш күтәреүселәрҙең юлбашсылары төркөмө килә. Илде шунан алып үҙенең вафатына тиклем, башта президент сифатында, аҙаҡ, парламент республикаһын индергәс, премьер-министр ролендә был төркөмдөң вәкиле Мелес Зенауи етәкләй.
Тышҡы сәйәсәт өлкәһендә Зенауи хөкүмәте 1993 йылда Эритреяның айырылыуын юл ҡуя, әммә аҙаҡ, яңы дәүләттә власҡа килгән элекке союздаштар менән һалҡынайыу осоро башлана. Күршеләрҙең мөнәсәбәттәрендәге кире ҡараштарҙың ҡыҙыу нөктәһе 1998—2000 йылдарҙа була, ул саҡта сик буйы зонаһында Эфиопия-Эритрея конфликты ҡуба. Илдәр араһындағы сик тураһындағы мәсьәлә әлегә тиклем хәл ителмәгән булып ҡала бирә. 1997, 2000 һәм 2006 йылдарҙа Эфиопия шулай уҡ Сомали яҙмышы мәсәләһендә әүҙем ҡатнаша. Һуңғы осраҡта Эфиопия армияһы урындағы исламсыларҙың формированиеларын тар-мар итә һәм Могадишола Абдуллахи Юсуф Әхмәт башлығында Эфиопияға лояль булған күсмә хөкүмәтте урынлаштыра.
XXI быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы тарихтағы сәйәси ваҡиғаларҙан 2005 йылғы парламент һайлауҙары айырылып тора, ул саҡта оппозиция власты һөҙөмтәләрҙе күтәреүҙә ғәйепләй һәм урамдарға тиҫтәләгән мең үҙ яҡлыларын сығара. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә бер нисә тиҫтә кеше һәләк була, меңләгән кеше ҡулға алына[7]. 2008 йылдан Эфиопия халыҡтарының революцион-демократик фронты хөкүмәтенә ҡаршы ҡораллы көрәште граждандар һуғышында ҡатнашыусы Эфиопия халыҡ-революция партияһының элекке активистары Берхану Нега һәм Андаргачью Тсидж етәкселегендә Ginbot 7 ойошмаһы алып бара[8].
2018 йылдың 16 сентябрендә саммитта Сәғүд Ғәрәбстанының Джидда ҡалаһында Эфиопия Эритрея менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй[9].
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия — федератив республика, этник бүлеү буйынса ойошторолған 9 штаттан (төбәк) һәм 2 үҙ идаралы ҡаланан тора (Аддис-Абеба һәм Дыре-Дауа).
Дәүләт башлығы — президент, ул парламент (хәлыҡ вәкилдәр палатаһы) тарафынан (яңынан һайланыу хоҡуғы менән) 6 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана.
Хөкүмәт башлығы парламент һайлауҙарында еңгән партия тарафынан һайлана.
Закондар сығарыу власы — ике палаталы парламент: федерация палатаһы (5 йыллыҡ мөҙҙәткә штаттарҙың ассамблеяһы һайлаған 108 ағза), ул конституция һәм федераль-төбәк мәсьәләләрен хәл итә, һәм халыҡ вөкилдәре палатаһы (халыҡ тарафынан 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланған 547 ағза).
Парламентта күрһәтелгән сәйәси партиялар (2015 йылдың 24 майындағы һайлауҙар йомғаҡтары буйынса]]):
- «Эфиопия халыҡтарының революцион-демократик фронты» — 500 урын;
- «Эфиопия Сомалийы халыҡтарының демократик партияһы» — 24 урын;
- «Бенишангуль-Гумуза халыҡтары берҙәмлегенең демократик фронты» — 9 урын;
- «Афара милли-демократик партияһы» — 8 урын;
- «Гамбела халыҡтарының демократик хәрәкәте» — 3 урын;
- «Аргобба халыҡтарының демократик ойошмаһы» — 1 урын;
- «Харар милли лигаһы» — 1 урын;
Рельеф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия — Африканың таулы иле. Ҙур өлөшөн төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған Эфиопия тауҙары алып тора. Таулыҡтың иң бейек өлөшө — төньяҡта. Был өлөштә илдең иң бейек нөктәләре — Рас-Дашен (4620 м) һәм Тало (4413 м) — урынлашҡан. Көнсығышта таулыҡ Африканың иң түбән нөктәләренең береһе — Афар уйһыулығына күсә. Эфиопия тауҙарының көнбайыш өлөшөнөң рельефы һөҙәгерәк.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия тулыһынса субэкваториаль һәм тропик климат бүлкәтендә урынлашҡан. Әммә, дәүләттең ҙур өлөшө Эфиопия таулығында урынлашҡанға күрә, климат йомшаҡ һәм дымлы. Температура йыл әйләнәһенә +25…+30 һәм яуым-төшөм етерлек кимәлдә. Эфиопияның көнсығыш өлөшөндә ҡапма-ҡаршы климат — бында ҡоро эҫе һәм ҡоро сүллек климаты. Эфиопия өсөн йыллыҡ температура үҙгәреше хас түгел. Бында тик көндөҙгө һәм төнгө температура үҙгәреше бар, айырма 15 градус тирәһе.
Һыу ресурстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопияның көнбайыш өлөшө йылғалары Нил бассейнына ҡарай. Иң эреләре — Абай, йәки Зәңгәр Нил. Эфиопияның иң ҙур күле — Тана. Көнсығышта ҡоро климата йылғалар тулы һыулы түгел. Иң ҙуры — Джубба.
Флора и фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылдың декабрендә — 1927 йылдың апрелендә Абиссиния һәм Эритрияға сәйәхәт иткән Николай Вавилов, урындағы флораның күп һанлы культуралы төрҙәре өлгөләрен өйрәнеү нигеҙендә Эфиопияны культуралы үҫемлектәр барлыҡҡа килеү буйынса айырым Абиссинияға бүлә[10] . Үҙенең «Пять континентов» китабында әлеге үҙәктән тэфф, нуг, энсета килеп сығыуын күрһәтә. Уның тарафынан шулай уҡ Эфиопия бойҙайының ҡайһы бер төрҙәре, мәҫәлән миләүшә төҫөндәге бойҙай бөртөктәре, ҡаты бойҙай, Абиссиния ярмаһының үҙенсәлеге, күп ауырыуҙарға сыҙамлы һәм тотороҡло, Европа өсөн хас булған төрҙәр билдәләнгән[10] .
XVIII быуатта илдең яртыһынан тиерлек территорияһын урмандар биләй. 1900 йылдар башында илдең 45 % тиерлек майҙаны урмандар менән ҡапланған була. Илдең артып барыусы халҡын туйындырыу ынтылышында ауыл хужалығы ерҙәрен киңәйтеүгә ихтыяж киң тропик урмандарҙың 90%-тан артығының юҡҡа сығыуына килтерә. Хәҙер ил территорияһында ағас урмандары менән ҙур майҙандар юҡ; нигеҙҙә, илдең төньяҡ өлөшөндә тиҫтәләгән мең ҙур булмаған сауҡалыҡтар ҡалған. Илдең көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында саванналар таралған. Эфиопия таулығында, бейеклек бүлкәтенән бәйле, саванналар алмашына, мәңге йәшел урмандар кофе ағастары менән аралаша, ылыҫлы урмандар, тау саванналары һәм далалар өҫтөнлөк итә.
Эфиопияла бөгөн филдәрҙе, гепард йәки арыҫландарҙы күрергә мөмкин булһа ла, урман майҙандары кәмеү менән хайуандар популяцияһы ла кәмей. Шулай уҡ төлкөләр, крокодилдар, жирафтар, бегемоттар һәм маймылдар популяцияһы һаҡланып ҡалған.
Эфиопияның төньяҡ райондарында һирәк осрай торған хайуандар — антилопа-ньяла һәм эфиопия кәзәһе йәшәй. Ҡоштарҙан страус, нектарлыҡтар, мөгөҙ танау ҡоштар, алаҡас турғайҙары осрай[11].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны — 108 млн кеше[12] (оценка на 2020 год, 13-е место в мире).
Йыллыҡ артым — 2,56 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 4,14 тыуым).
Ғүмерҙең уртаса оғонлоғо — 66 йәш ир-аттар өсөн, 70 йәш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
СПИД менән зарарланыу — 1 % (690 000 зараоларнған, 2018 йылға баһа).
Ҡала халҡы — 21,7 %.
Грамоталылыҡ — 57,2 % ир-атта; 44,4 % ҡатын-ҡыҙҙар (2017 йылға баһа).
Этник состав (2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу):
- оромо — 34,9 %;
- амхара — 27,9 %;
- тиграи — 7,3 %;
- сидамо — 4,1 %;
- уолаита — 3 %;
- гураге — 2,8 %;
- сомали — 2,7 %;
- башҡалар (омето, дасанеч һ.б.) — 17,3 %.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия — Африкала берҙән-бер христиан ил. Төп дине көнсығыш христианлыҡ булып тора (Эфиопия сиркәүе), шулай уҡ периферия төбәктәрендә ислам позициялары көслө. Оромо халҡы араһында һуңғы тиҫтә йылдарҙа лютеранлыҡ әүҙем тарала, һөҙөмтәлә Эфиопия Мекане Йесус Сиркәүе донъяла иң шәп үҫеүсе лютеран деноминацияһы булып тора. Башҡа протестант төркөмдәр араһында пресвитериан, баптистарҙы, адвентистарҙы һәм христиан илленселәр — Алла Ассамблеяһының Бөтә донъя туғанлығы сиркәүенә ҡараған диндарҙарҙы билдәләргә мөмкин[13].
1994 йылғы иғәп алыу мәғлүмәттәре буйынса:
- Барлыҡ христиандар — 60,8 %:
- Боронғо Көнсығыш православие сиркәүҙәре: Эфиопия православие сиркәүе — 50,6 %;
- Христиан-протестанттар — 10,2 %;
- мосолмандар — 32,8 %;
- Абориген культтары — 4,6 %;
- башҡалар — 1,8 %.
Административ-территориаль бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ яҡтан Эфиопия этник принцип буйынса ойошторолған 2020 йылдан 10 төбәккә һәм ике ҡала-төбәккә бүленә (шулай уҡ округ йәки штат тип атала)[2][3] (курсив менән билдәләнгән):
- Аддис-Абеба;
- Афар;
- Амхара;
- Бенишангуль-Гумуз;
- Дыре-Дауа;
- Гамбела;
- Харари;
- Оромия;
- Сомали;
- көньяҡ Эфиопия халыҡтары өлкәһе;
- Тыграй;
- Сидама;
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия иҡтисады нигеҙе — түбән табышлы ауыл хужалығы. Таможня режимын еңелтеү арҡаһында ил иҡтисадына инвестициялар күләме арта. Төп инвесторҙар булып Ҡытай, Һиндостан һәм Сәғүд Ғәрәбстаны тора.
Йән башына ЭТП (Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса) 2014 йылда — 1600 долар (донъяла 173-сө урын). Фәҡирлек кимәленән түбәнерәк — халыҡтың 40 % тирәһе
Ауыл хужалығы — Эфиопия иҡтисадының төп тармағы, унда халыҡтың 85 % шөғөлләнә, ЭТП-ның 44 % һәм илдең 62 % экспорты. Эфиопия Африка кофеһының иң ҙур экспортлаусыһы булып тора (53 илгә экспортлай), кофе өлөшөнә 60 проценттан күберәк экспорт керемдәре тура килә. Кофе плантацияларының майҙаны Эфиопияла 525 мең га ашып китә. 2014/15йылда Эфиопия 180000 тоннаға яҡын кофе экспортлай[14]. 2021 йылда бер ай эсендә кофе экспорты буйынса рекорд ҡуйыла, 114 млн долларға 29 мең тонна кофе һатыла[15]. Эфиопияла ҡыяҡлылар, кофе, майлы культуралар, мамыҡ, шәкәр ҡамышы, картуф үҫтерәләр. Эре мөҙөглө мал, һарыҡ, кәзә үрсетелә.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәт ЭТП-ның 13 % бирә (5 % эшләүселәр) — ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, эсемлектәр, текстиль. тиренән әйберҙәр етештереүо.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экспорт 2017 йылда — 3,23 млрд доллар[16] — кофе (дөйөм хаҡтан 27 %), майлы культуралар орлоғо (дөйөм хаҡтан 17 %), йәшелсә, кат, алтын (хаҡынан 13 %тиклем), сәскәләр, тере мал һәм ит продукттары.
2017 йылда төп һатып алыусылары: Судан — 23,3 %, Швейцария — 10,2 %, Ҡытай — 8,1 %, Сомали — 6,6 %, Нидерланд — 6,2 %, США — 4,7 %, Германия — 4,7 %, Сәғүд Ғәрәбстаны — 4,6 %, Бөйөк Британия — 4,6 %.
2017 йылда импорт — 15,59 млрд доллар — машиналар, транспорт саралары, шул иҫәптән осоу аппараттары (дөйө хаҡынан 24 %), металл һәм металл продукцияһы (дөйөм хаҡынан 14 %), электротехник тауарҙары, нефть продукттары, химикаттар һәм ашламалар.
2017 йылда төп тәьмин итеүселәре: Ҡытай — 24,1 %, Сәғүд Ғәрәбстаны — 10,1 %, Һиндостан — 6,4 %, Кувейт — 5,3 %, Франция — 5,2 %.
Коммуникациялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылда илдә беренсе радиостанция төҙөлә. 1933 йылда Эфиопия Халыҡ-ара электр бәйләнеше союзына берләшә. 1935 йылда Италияның «Ансалдо» компанияһы ярҙамында Акакиҙа заманса радистанция төҙөлөшө тамамлана. 1960 йылда элемтә станцияһы Асэбела (хәҙер Эритреяла) рейдта торған караптар менән телеграф һәм телефон бәйләнеше өсөн төҙөлә. 1988 йылға ил 16 дәүләт менән телефон бәйләнешенә эйә була, тура телеграф бәйләнеше аша 14 дәүләт һәм телекс аша 9 дәүләт менән бәйләнешкә эйә була, 4 мең хеҙмәт күрһәтеүсе персоналы менән 370-ҙән артыҡ телефон-телеграф станцияһы бар, шул уҡ ваҡытта Аддис-Абеба ҡалаһының телефон селтәрендә генә 35 мең абонент иҫәпләнә[17].
- Стационар телефондар һаны: 909 мең (2008 йылда).
- Кеҫә телефондары: 3,17 млн (2008).
- Радиоприёмниктар: 11,75 млн (1997).
- Телевизорҙар: 320 мең (в 1997).
- Интернет менән ҡулланыусылар: 360 мең (2008).
Транспорт селтәре
- Юлдар: 36 469 км (уларҙың 6980 км асфальт, 2004 й.).
- Тимер юлдар: 681 км (тар колея, Аддис-Абебаны Джибути менән тоташтыра).
- Аэродромдар һаны: 63 (уларҙан 17 ҡаты япма менән) (2009 йылда).
Ҡораллы көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия төбәктең иң эре һәм иң хәрби һәләткә эйә булған көстәрҙең береһенә ярҙам итә. Ул региональ тыныслыҡ булдырыуға ҙур өлөш индерә. 2018 йылдың сентябренән Эритрея менән тыныслыҡ килешеү киләсәктә хәрби урынлашыуҙарға йоғонто яһауы мөмкин. 2020 йыл аҙағында үҙәк власть һәм Тыграй провинцияһы көстәре араһында хәрби бәрелештәр эске сәйәси проблемаларҙы, шулай уҡ законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы һаҡлап ҡалыуҙы асып һалды. «Аш-Шабаб» группировкаһына ҡаршы тороу даими хәрби бурыс булып ҡала, һәм Аддис- Абеба Сомали федераль хөкүмәтенә хәрби ярҙам күрһәтеүҙе дәвам итә. Хәрби Көстәр региональ стандарттар буйынса, хәрби хәрәкәттәр тарихынан һуң һыналған. Уҡытыу һәм тәжрибә шулай уҡ Халыҡ-ара тыныслыҡ булдырыу көстәрен йәйелдереү ярҙамында ла алына. Эфиопия БМО-ның операцияларында Дарфурҙа һәм Көньяҡ Суданда, шулай уҡ Сомалиҙа AMISOM операцяһында ҙур өлөш индерә алыуын күрһәтте. Эфиопия Ҡораллы көстәрен йыһазлау, нигеҙҙә, совет осорондағы ҡоралдарҙан һәм хәрби техниканан тора, бынан тыш ҡорал һәм хәрби техника Венгрияла, Украинала һәм Америка Ҡушма Штаттарында һатып алына, ә заманса Һауа һөжүменә ҡаршы система Рәсәйҙән һатып алына. Эфиопияның ҙур булмаған урындағы оборона-сәнәғәт базаһы бар, ул башлыса атыу ҡоралдарына, еңел бронетехниканың күпмелер лицензиялы производствоһына тупланған. Техник хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлектәре адекват, әммә алдынғы платформаларҙың хуплау мөмкинлектәре сикләнгән.Ҡалып:Источник:Military Balance 2021
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аш-һыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопия кухняһы күпселегендә күрше илдәр — Сомали һәм Эритрея кухняһы менән оҡшаш. Эфиопия кухняһының үҙенсәлеге булып аш-һыу приборҙарының һәм тарелкаларҙың булмауы тора: уларҙы инжира — традицион тэфф йәймәһе алмаштыра лепёшка. Эфиопия аш-һыуының икенсе үҙенсәлеге — тәмләткестәрҙең күп булыуы.
Кофе — Эфиопияның ғорурлығы. «Кофе» һүҙе Каффе провинцияһы атамаһынан килеп сыҡҡан, унда, башлыса, кофе ағастары үҫкән. Илдә, ҡытай сәй церемонияһына оҡшаш, кофе орлоҡтарын ҡыҙҙырыуҙан алып кофе эскәнгә тиклем ритуалдар бар, улар көнөнә бер тапҡыр үтә: 12 сәғәт тирәһендә башлана, көндөҙ сәғәт берҙә тамамлана.
Эфиопияла Арабика (Arabica) сортын ғына етештерәләр — башлыса, Джимма һәм Харар кеүек сорттар.
Эфиопия аш-һыуында вегетариан блюдолар күп — күп христиандар һәм мосолмандар дини постарҙы ҡәтға үтәйҙәр. Ғөмүмән, Эфиопия аш-һыуы тәм-томдарҙың һәм тәмләткестәрҙең төрлөлөгө менән айырылып тора.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ваҡыт Эфиопия мәғарифында Эфиопия православие сиркәүе өҫтөнлөк алып тора, тик XX быуат башында донъяуи белем алыу тураһында закон ҡабул ителә. Шулай ҙа яҡшы белем алыу тик йәмғиәттең элитаһы һәм оҙаҡ ваҡыт өҫтөнлөклө урын биләгән амхар халҡы кешеләренә генә мөмкин булған. Һуңғы ваҡытта хөкүмәт Эфиопияның барлыҡ этник төркөмдәрен дә белем алыу процесына индереп, белем биреүҙе халыҡтың киң ҡатламдарына индерергә маташа. Илдең айырым өлөштәрендә төп телдәрҙе ҡыҫырыҡлау бар, бының менән хөкүмәт әүҙем көрәшә. Белем алыу Эфиопияла алты йыллыҡ: 4 йыл башланғыс мәктәптә (урта мәктәптең башланғыс синыфтары), һәм 2 йыл өлкән синыфтарҙа.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара спорт аренаһында Эфиопия билдәле, беренсе сиратта, уртаса һәм оҙон дистанцияларға үҙенең күренекле йүгеректәре менән. Олимпия уйындарында призлы урындарҙы һәм миҙалдарҙы Эфиопияға тик еңел атлеттар алып килә, улар иҫәбендә барлығы 20 алтын миҙал бар. Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында еңгән данлыҡлы Эфиопия йүгеректәре араһында Абебе Бикила, Мирус Ифтер, Хайле Гебреселассие, Кенениса Бекеле, Тирунеш Дибаба, Месерет Дефар, Дерарту Тулу кеүек спортсыларҙы атарға мөмкин.
2006 йылда Эфиопия беренсе тапҡыр Туринда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.
1960 йылдарҙа футболда илдең йыйылмаһы көслө команда була һәм Африка Кубогын яулай. Хәҙер Эфиопия футболда ул тиклем көслө түгел. Ләкин Эфиопиянан сыҡҡан футболсылар араһында Теодор Гебре Селассие билдәле, ул Чехия гражданлығына эйә һәм уның милли йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Ул шулай уҡ Бремендың «Вердер» клубы уйынсыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
- ↑ 2,0 2,1 Ethiopia: 10th regional gov't goes official . www.aa.com.tr. Дата обращения: 6 май 2021.
- ↑ 3,0 3,1 Sidama Regional State Officially Inaugurated (ингл.). www.mzv.cz. Дата обращения: 6 май 2021.
- ↑ 4,0 4,1 Диссертация «Российско-эфиопские дипломатические и культурные связи в конце XIX-начале XX веков»
- ↑ Казаки у императора Менелика Второго . Дата обращения: 10 февраль 2012. Архивировано из оригинала 16 июль 2015 года. 2015 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ подробнее об этом см. Sauldie M. Ethiopia. Dawn of the Red Star. Р. 180—181.
- ↑ Lyons T. Ethiopia in 2005: The Beginning of a Transition?, доступно онлайн по адресу www.csis.org/media/csis/pubs/anotes0601.pdf
- ↑ Once a Bucknell Professor, Now the Commander of an Ethiopian Rebel Army
- ↑ Эритрея и Эфиопия подписали мирный договор . NEWSru.co.il. Дата обращения: 18 сентябрь 2018.
- ↑ 10,0 10,1 Вавилов Н. И. Пять континентов / Н. И. Вавилов. Под тропиками Азии / А. Н. Краснов. — М.: Мысль, 1987. — 348 с.
- ↑ Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978. Эфиопия.
- ↑ Ethiopia :: People and Society . CIA (2020). Дата обращения: 30 август 2020. 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ Эфиопия - вторая старейшая христианская страна мира . Дата обращения: 2 октябрь 2018.
- ↑ д. э. н. Винничек Л. Б. и др. Тенденции и проблемы развития мирового рынка кофе (рус.) // Московский экономический журнал. — 2017. — № 1. — С. 124—126. — ISSN 2413-046X.
- ↑ https://coffeetea.ru/2021/05/24/14136/
- ↑ Экономика Эфиопии по книге фактов ЦРУ 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ Современная Эфиопия (справочник). — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1988. — С. 203. — 311 с. — 8500 экз.