Эстәлеккә күсергә

Белорет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет
Белорет
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1762
Рәсем
Рәсми атамаһы Белорет һәм Белорецкий завод
Ҡушамат Горная столица Башкирии[1]
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][2], Белорет районы һәм Тамьян-Ҡатай кантоны
Административ-территориаль берәмек Белорет районы, Верхнеурал өйәҙе һәм Тамьян-Ҡатай кантоны
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 8300 кеше (1897)[3],
19 900 кеше (1926)[3],
27 400 кеше (1931)[3],
40 600 кеше (1939)[3],
55 000 кеше (1943)[4],
54 500 кеше (1944)[4],
45 700 кеше (1945)[4],
44 900 кеше (1946)[4],
46 100 кеше (1947)[4],
59 315 кеше (1959)[5],
62 000 кеше (1962)[3],
64 000 кеше (1967)[3],
67 099 кеше (1970)[6],
69 000 кеше (1973)[3],
70 000 кеше (1976)[3],
71 246 кеше (1979)[7],
73 000 кеше (1982)[8],
74 000 кеше (1986)[3],
75 000 кеше (1987)[9],
72 434 кеше (1989)[10],
73 800 кеше (1992)[3],
73 400 кеше (1996)[3],
72 900 кеше (1998)[3],
73 300 кеше (2000)[3],
73 300 кеше (2001)[3],
71 093 кеше (2002)[11],
71 100 кеше (2003)[3],
70 300 кеше (2005)[3],
69 700 кеше (2006)[3],
69 100 кеше (2007)[3],
68 842 кеше (2008)[12],
68 308 кеше (2009)[13],
68 806 кеше (2010)[14],
68 800 кеше (2011)[3],
68 363 кеше (2012)[15],
67 735 кеше (2013)[16],
66 939 кеше (2014)[17],
66 584 кеше (2015)[18],
66 171 кеше (2016)[19],
65 801 кеше (2017)[20],
65 477 кеше (2018)[21],
65 054 кеше (2019)[22],
64 921 кеше (2020)[23],
64 525 кеше (2021)[24]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 500 метр
Майҙан 41 км²
Почта индексы 453500
Рәсми сайт beladmin.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1762
Урындағы телефон коды 34792
Карта
 Белорет Викимилектә

БелоретБашҡортостан Республикаһындағы ҡала, Белорет районының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы (2020). Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

«Башҡорт АССР-ы буйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағиҙел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.

Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстан биләмәләрендә йәшәгән Арский фамилиялы помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.

Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачёв була.

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында:

Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә[25].

Бөгөн Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 мең самаһы кеше йәшәй. Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы — Иванюта Андрей Иванович (2020 йылдың февраленән).

2020 йылдың апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең данлы 75 йыллығы алдынан, Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына тарафынан Белоретҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Ул ҡала халҡының Икенсе донъя һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә[26][27].

Һыу һурҙырғыс башня

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Белореттағы тарихи һыу һурҙырғыс башня

Ҡалала 1916 йылда «Вогау и К» тигән Сауҙа йорто хужалары ситтән килтерелгән сифатлы ҡыҙыл кирбестән эклектика стилендә һыу һурҙырғыс башня төҙөтә. Ул ҡаланың иң бейек ҡоролмаһы була һәм Үрге биҫтә тип йөрөтөлгән өлөштә инженерҙарҙың йорттарына, больницаға, ҡунаҡханаға, улус идаралығына, магазиндарға һәм һыу алғыс будкаларына һыу ебәрә. Һыу үткәргестәр 8,4 км оҙонлоҡта булған. Иң өҫтәге күҙәтеү майҙансығында янғын һүндереүсе нәүбәттә торған. 1956 йылда ул һыу биреүҙән туҡтаған, ә 1967 йылда бик ныҡ туҙған ротондаһы һүтеп алынған [28].

2021 йылдың июль айында, реставрациянан һуң, башня асылып, экскурсиялар үткәрелә башлай [29].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 72653 32873 39780 45,2% 54,8%
2002 йыл 9 октябрь 71093 31989 39104 45,0% 55,0%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарының Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап үткән 310 километрлыҡ өлөшө, шул иҫәптән «Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск» арауығы. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия менәнн тоташтыра. 1961 йылда «Магнитогорск–Белорет» линияһы (105) төҙөлә, 1977 йылда «Ҡарлыман–Белорет» линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.

Ҡалалағы төп иҡтисад предпиятиелары:

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Словарь топонимических перифраз: названия российских городов (урыҫ)СПб.: Алетейя, 2022. — С. 20. — ISBN 978-5-00165-489-6
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 Народная энциклопедия «Мой город». Белорецк (урыҫ)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 И. З. Самситдинов. Численность населения малых городов Башкирской АССР в 1943-1945 годах. Процесс реэвакуации и её последствия. Журнал «Известия Российского государственного педагогического университета им. А.И. Герцена», № 123, 2010 (урыҫ)
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  8. Народное хозяйство СССР 1922-1982 (Юбилейный статистический ежегодник)
  9. Народное хозяйство СССР за 70 лет (урыҫ)М.: ЦСУ РСФСР. — 766 с.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  12. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  13. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  17. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  24. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  25. Белорецкий завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  26. Белорецку присвоили звание «Город трудовой доблести и славы», ИА «Башинформ», 29 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 май 2020)
  27. Белоретҡа «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исеме бирелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 апрель 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 1 май 2020)
  28. [1] 2021 йыл 24 июль архивланған.// Белорецк: вчера и сегодня - Том 1. Глава 26. Водонапорная башня
  29. https://utv.ru/material/v-bashkirii-vosstanovili-zabroshennuyu-vodonapornuyu-bashnyu-teper-tuda-mozhno-prijti-na-ekskursiyu/ В Башкирии восстановили заброшенную водонапорную башню. Теперь туда можно прийти на экскурсию
  30. Почетные граждане. Ларионов Григорий Васильевич. Администрация Белорецкого района. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2020)
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Миронов Ринат Ғаян улы (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
  32. Определен лауреат Госпремии Башкортостана имени Хадии Давлетшиной. , 2017, 8 март (Тикшерелеү көнө: 8 март 2017) (рус.)
  33. Студия «Мастер»: Вәсилә Фәттахова — «Туган як»
  34. Указ Главы Республики Башкортостан от 20 августа 2015 года № УГ-192 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»
  35. Удостоверение заслуженного артиста Татарстана вручено 5 декабря 2015 года в Казани: Вәсилә Фәттахова Татарстанның атказанган артисты булды
  36. Приказ Минспорттуризма № 286-нг от 25.09.2009
  37. Башҡорт энциклопедияһы — Щепарёв Андрей Михайлович (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2019)