Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстан тарихы
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстан тарихы Викимилектә

Ҡаҙағстан тарихы — хәҙерге заман Ҡаҙағстаны территорияһында кеше йәшәй башлағандан алып булып үткән ваҡиғалар.

Тарихҡа тиклемге һәм боронғо замандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш Ҡаҙағстанда иртә палеолитик табылдыҡтар урынлашҡан Ҡозыбай биләмәһе билдәле[1]. Нарым һыртының көнбайыш тау һырттарында, Бухтармин һыуһаҡлағысының көнсығыш яр буйында ике палеолитик табылдыҡ — Курчум-1 һәм Курчум-2 асылған. Артефакттар табылған ҡыҙғылт һары охристый минераль балсыҡлы ултырмалар өҫкө сиге 1,8 млн йыл менән иҫәпләнгән уба тамағы свитаһына ҡарай. Улар аҫтына йәйелгән ҡыҙыл төҫтәге балсыҡ та павлодар йәки вторушкин плиоцен[2] свитаһына ҡарауы мөмкин.

Форт-Шевченко (Манғышлаҡ) территорияһындағы Шаһбағат (протолеваллуа-ашель) торалары индустрияһы олдувай мәҙәниәте ҡоралдары менән оҡшаш, Шаһбағат (леваллуа-ашель I) тораһы индустрияһы урта ашелгә[3] тап килә.

Ҡаратауҙа (Ҡыҙылтау, Ҡошҡорған, Шоҡтас), в Муғожарҙа, Манғышлаҡта һәм хәҙерге Төньяҡ Балхаш буйында йәшәгән архантроптарҙың хеҙмәт ҡоралдарының йәше 1 млн — 800 мең йыл менән иҫәпләнә. Артефакттар: рубило, чоппер, чоппинг. Хеҙмәт ҡоралдарын эшләүҙә ҡулланылған сеймал: йылға ҡырсынташы, саҡматаш. Эшкәртеү технологияһы: ретушь.

Иртә палеолит — был архантроптар һәм палеоантроптар йәшәгән осор. Был бик оҙаҡ ваҡыт эсендә бер нисә археологик эпоха алмашынған һәм матди мәҙәниәт шаҡтай үҫешкән.

Әммә б. э. т. 12—5 мең йыл эсендә климат йылынған, һуңғы, валдай боҙлоғо, тамамланған. Хәҙерге Ҡаҙағстандың бөтә территорияһында торалар барлыҡҡа килгән. Эре ҡырағай хайуандар (мамонттар йөнтәҫ мөгөҙморондар һ.б.) юҡҡа сыҡҡан. Йәйә һәм уҡ, шар төрөндәге уҡ, йәйә башаҡтары, кәмәләр (әүҙем балыҡсылыҡ), ҡырағай йәнлектәрҙе алдан ҡороп тота торған ҡоралдар, ҡапҡан, тоҙаҡ барлыҡҡа килгән, һунарҙа ҡулға эйәләштерелгән бүреләр (эттәр) файҙаланылған, һөйәктесемәрләү, тире кейем барлыҡҡа килгән.

Б. э. т. яҡынса 5 меңенсе йылда — таш эш ҡоралдары, керамика. Игенселек, малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә 500-ҙән ашыу тораҡ (Ҡараунғур мәмерйәһе, Саҡсауыл, Әкеспе, Ҡуланда торалары) табылған . Неолит революцияһы. Эш ҡоралдары: иген ҡырғыс, балталар, кәтмәндәр, килеләр. Эш ҡоралдарын эшкәртеү: шымартыу, бысыу, ялтыратыу. Сеймалдар: нефрит, гранит. Тау эштәре яралғылары: ҡойоу, баҡыр, ҡурғаш, алтын. Мәҙәниәттә: атбасар (б. э. т. VII меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. VI мең йыллыҡтың башы), кельтеминар (б. э. т. IV меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. II меңйыллыҡ башы), айдаболь[4], маханжар (күпселек ҡомартҡылар Турғай уйпатында табылған, Тубылда бары Алҡау-2 торағы ғына билдәле), нарым тамағы.

Андрон мәҙәниәте ҡатын-ҡыҙы кейеме

Каспий диңгеҙе буйындағы Аҡтау эргәһендәге балыҡсылар тораһы Ҡосҡодоҡ І неолит/энеолит осорона (б. э. т. V меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. IV меңйыллыҡтың беренсе яртыһы) ҡарай, уның индустрияһы ойоҡло мәҙәниәте ҡоралдарының архаик типтарына һәм хвалын мәҙәниәтенең шебир тибы материалдарына эйә булған. Ҡосҡодоҡ І тораһындағы кеше ҡәберлеге — Ҡаҙағстандағы иң боронғо ҡәберлек[5]. Железинки (Павлодар өлкәһе) эргәһендә кремацияланған неолит осоро ҡатын-ҡыҙы ҡәберлеге табылған. Иртыш йылғаһының уң яҡ ярында Аҡҡош (Лебяжий) ҡасабаһынан ике километр үрҙәрәк Homo sapiens һөйәктәрен һәм типик андрон биҙәкле көршәк формаһындағы балсыҡ һауыт табылған[6] Тубыл тораһында бырауланып тишелгән ҡолға фрагменты табылған, һәм был туҡыусылыҡ таралғанлығын күрһәтә.

Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәрендә лә күп һанлы неолит һәйкәлдәре табылған. Ҡаҙағстан территорияһындағы неолиттың мөһим проблемаһы булып таш быуат индустрияһының үҙенсәлеген билдәләү һәм неолит мәҙәниәтенең локаль варианттарын айырыу проблемаһы тора. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән бер рәттән игенселек һәм малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Неолит осоро тораҡтары Ҡаҙағстандың бөтә территорияларында ла табылған, әммә Ҡараунҡур мәмерйәһе (Көньяҡ Ҡаҙағстан) иң әһәмиәтлеһе булып ҡала. Бында таш, һөйәк эшләнмәләре, керамика, ҡырағай хайуандар — ҡолан, айыу, болан, йәйрән, ҡабан, ҡоралай, ат һ. б. һөйәктәре табылған. йран Б. э. т. IV—III меңйыллыҡ — баҡыр эшләнмәләрҙең барлыҡҡа килеүе. Иретеү-ҡойоу оҫтаханалары булған 100 яҡын тора табылған (Еҙҡаҙған, Зыряновск һ. б. райондар.) Ботай мәҙәниәтенә — Ботай, Красный Яр, Бестамаҡ рәтенә ҡайтара[7]. Әммә, боронғо ДНК-ны тикшереү мәғлүмәте буйынса, ботай аттарының йорт атына мөнәсәбәте юҡлығын асып һала. Ҡайһы бер авторҙар ҡырағай атты беренсе булып эйәләштереүҙе ботай мәҙәниҡланған, улар Пржевальский ҡырағай аты нәҫеленән булып сыҡҡан[8][9].

Б. э. т. VIII—VII быуаттарҙан — б. э. II—III быуатында — Арал-Каспий төбәгендә Арал-Каспий дала ҡәбиләләре йәшәгән. Был ярымултыраҡ һәм күсмә халыҡ булған. Уларҙың төп шөғөлө — күсмә малсылыҡ, металл, ағас, тире, һөйәк, таш, йөн эшкәртеү, кейем тегеү, туҡыу, зәргәр әйберҙәре, ҡорал, ат кәрәк-яраҡтары эшләү.

Б. э. т. II меңенсе йыл башы — б. э. VIII быуат башы — Үҙәк Ҡаҙағстанда мәғдән сығарылған. Күсмә малсылыҡтың барлыҡҡа килеүе. Матриархаттың юҡҡа сығыуы. Андрон мәҙәниәте — күккә, ҡояшҡа, утҡа табыныу. Иҫкә алыу йолаһы, ритуаль ҡорбан салыу, төп ҡорбан хайуаны ат була. Беғазы — Дандыбай мәҙәниәте (Тамғалы ҡая һүрәттәре, Ешкиөлмәс).

Үҙәк Азияның төньяҡ дала бүлкәтендә донъя цивилизацияһының тәүге формаларының береһе — күсмә малсылыҡ хужалығы тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән. Үҙәк азия төбәгендә неолит дәүеренең ҙур ҡаҙанышы булып атты һыбай йөрөүгә һәм егеүгә өйрәтеү торған[10]. Шул уҡ ваҡытта күскенсе малсылыҡҡа[1] кәрәкле дөйә, ҡырағай овчарка, тау тәкәһе ҡулға эйәләштерелгән. Бронза дәүере андрон мәҙәниәте (геометрик орнаментлы балсыҡ һауыт, бронза бысаҡтар һәм уҡ башаҡтары һ . б.) ҡомартҡыларында сағыла, улар б. э. т. XII—XVIII бб. ҡарай һәм Көньяҡ Урал һәм Көньяҡ Себер далаларында табыла[11]. Алматы өлкәһе Баян Журәк петроглифтарында бронза дәүерендәге[12] пар атлы арбалағы ат йөрөтөүсе һүрәтләнгән. Тамғалыла табылған петроглифтарҙың күп өлөшө бронза дәүеренә ҡарай.

«Алтын кеше»

Монгол тауҙарынан Днепр һәм Дунай йылғаларына саҡлы бик ҙур дала территорияһында йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе гректар скифтар, фарсылар — саҡтар тип атаған. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә йәшәгән ҡәбиләләр тураһында яҙма мәғлүмәт б. э. т. I меңйыллыҡта билдәлелек алған. Б. э. т. I меңйыллыҡта Геродот үҙенең "Тарих"ында [3] һүрәтләү саҡтарҙы (б. э. т. VII—III быуаттар) һүрәтләй һәм уларҙың Әһәмәнид Ираны менән күрше булыуы, шулай уҡ уларҙың фарсы илбаҫарҙары Кир, Дарий I батшалар, менән көрәше тураһында яҙа. Көньяҡ саҡтарҙың — Арал буйында күсенеп йөрөүсе массагеттарҙың батшабикәһе Томирис б. э. т. 530 йылда Кирҙың үҙен язалаған. Б. э. т. 519 йылда Дарий ҙа яугир саҡтарҙың атлы отрядтарын еңә алмаған. Азияла Ҡуш мөгөҙлө (торҡаһының формаһына ҡарап) Искәндәр тигән ҡушамат тағылған Бөйөк Александр б. э. т. 327 йылда үҙенең төньяҡҡа еңеүле алға барыуын Яҡсарт (Һырдаръя) йылғаһы буйында тутатҡан, сираттағы Заяксарт Антиохияһы йәғни Александрия Эсхата (Алыҫ), һуңыраҡ Хужанд тигән тораҡҡа нигеҙ һалған, һәм, иге-сиге булмаған далаға үтергә йөрьәт итмәйсә, көньяҡҡа, Һиндостанға, боролған.

Саҡ мәҙәниәтенең билдәле ҡомартҡылары булып Или йылғаһы үҙәнендәге Бесшатыр (Биш сатыр) ҡәберлеге һәм Алма-Ата янындағы Иссыҡ ҡурғаны тора. Унда тикшеренеүселәр «Алтын кеше» тип атаған алтын пластиналарҙан эшләнгән һайман кейгән затлы ҡатламға ҡараған саҡ һөлдәһе (б. э. т. V—VI бб.) табылған. Саҡ сәнғәтенә саҡ -скиф «йәнлек стиле» хас, һәм был, күрәһең, өҫтөнлөклө хужалыҡ тибын — күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡты, уның күләгәһендә үҫешкән игенселекте (Һырдаръя, Чу һәм Талас йылғалары үҙәнендә) сағылдырған. Көньяҡ Алтайҙағы Пазырыҡ ҡәбер ҡурғандарында (б. э. т. III—V бб.) ҡаҙаҡ халыҡ эшләнмәләренә орнаменталь биҙәү һәм башҡарыу техникаһы буйынса ҡаҙаҡ кейеҙ һәм өлпәкле ворсистый келәмдәренә яҡын — ҡаҙ. түкті кілем — «өлпәкле келәм» һәм ҡаҙ. сырмақ — «йәнлектәрҙең кәкере мөгөҙҙәре рәүешендәге аппликация менән биҙәлгән һырылған кейеҙ»[13] фрагменттары табылған.

Б. э. т. III—II быуаттарҙа Алтайҙан көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта протомонгол һәм прототөрөк дала киңлектәрендә йәшәгән ҡәбиләләрҙән, һуңыраҡ, б. э. II быуатта, тарҡалған һунну халҡы барлыҡҡа килгән, һундарҙың бер өлөшө Жунғар Алатауында урынлашҡан һәм Юэбань дәүләтен ойошторған, башҡалары көнбайыш Ҡаҙағстандың Волга, Эмба һәм Яйыҡ һәм артабан Дон райондарына күсенгән, ә 375 йылда көнбайыш Европаға юлланған һәм шуның менән Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүен башлаған.

Б. э. I мең йыллығы уртаһында Алтай Алтай тауҙарынан алып Каспий диңгеҙенә тиклем киңлектәрҙә күсмә ҡәбиләләрҙең боронғо төрөк союзы һәм дәүләтселеге барлыҡҡа килә башлаған.

Тәүге Төрки ҡағанаты (552—603 йылдар) Дала тарихында мөһим этап булған. Һөнәрҙәр, сауҙа үҫешә башлаған, шунда уҡ Ҡытайҙан Фарсыстанға һәм артабан Европаға Бөйөк ебәк юлы нығынған.

Чу, Талас, Һырдаръя йылғалары ағымы буйлап һәм Арал диңгеҙе ярҙарында Ебәк юлында мөһим тораҡ пункты булған Чирик-Рабат, Отрар, Сығнаҡ, Испижаб, Тараз һәм Баласағун ҡалалары барлыҡҡа килгән.

VI быуатта был ерҙәр Төркөстан (фарсы теленән «Төркиҙәр иле») исемен алған. VII быуатта ҡағанат Көнсығыш (Икенсе) һәм Көнбайыш ҡағанаттарға тарҡалған. Көнсығыш ҡағанат Алтайҙа һәм Байкалда, ә Көнбайыш ҡағанат — Иртыш йылғаһы далаларынан алып Волга йылғаһына тиклем ерҙәрҙе биләгән. Һуңыраҡ Көнбайыш ҡағанаттан төньяҡ Каспийҙа (Ашиндар династияһы) Хазар ҡағанаты (650—969) һәм Тянь-Шандә — Түргеш ҡағанаты айырылып сыҡҡан, ә ғәрәптәр килгәндән һуң ул — Ҡарлуҡ ҡағанаты[14]булып киткән.

VII—VIII быуаттарҙа Тан династияһының ҡытай империяһы Төркөстандың бер өлөшөнә дәғүә итә башлай, ләкин Ғәрәп хәлифәлеге лә ҡараштарын бында йүнәлткән. Һуғышсан ике бөйөк империяның мәнфәғәттәре Талас йылғаһы буйындағы алышта (751 й.)[15] бәрелешкән. Ҡарлуҡтар ярҙамы менән мөһим еңеүҙәрен яулаған ғәрәптәр Даланың көньяҡ ситенә ислам динен килтергән, ә ҡытайҙарҙан ҡағыҙ үҙләштергән, был ғәрәп яҙмаһының киң таралыуына килтергән. Шул уҡ ваҡытта төркиҙәр, ғәрәп биҙәкле яҙыуына күсеп, үҙҙәренең боронғо төрки руна яҙмаһын[16], һәм боронғо динен — тәңреселекте юғалтҡан.

Әммә Хәлифәлек тә хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрен үҙ ҡулында тотоп ҡала алмаған. Яҡынса IX—X быуаттарҙа уның биләмәләрендә яңы ике төрки дәүләт барлыҡҡа килгән: көньяҡта һәм көнсығышта — Ҡараханидтар, ә көнбайышта — Уғыҙ дәүләттәре. Ҡараханид дәүләте Төркөстанда, Мәүәрәннаһрҙа (Окс һәм Яҡсарт йәки Амударъя һәм Һырдаръя йылға араһында), Етейылға (Етеһыумы?) һәм көнсығыш Төркөстанда Ҡарлуҡ ханлығына алмашҡа килгән һәм 1210 йылға, уны Хорезм шаһы Алла-әд-дин Мөхәммәт уны тар-мар иткәнгә тиклем, торған. Һуңыраҡ ҡарлуҡ һөйләше (монгол заманындағы чагатай теле) үзбәк Мәүәрәннаһр һәм уйғыр телдәренең (Көнсығыш Төркөстан) нигеҙен тәшкил иткән.

Уғыҙҙар Һырдаръя һәм хәҙерге Ҡаҙағстан ерҙәрен биләгән, Иҙелдә, Киев Русе һәм Волга буйы Болғары менән союздаш булып, йыш ҡына Хазар ҡағанаты менән һуғышҡан. Әммә XI быуат уртаһында Далала уғыҙҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыусы яңы ҡөҙрәтле ҡыпсаҡтар ҡәбиләһе күтәрелгән. Уғыҙҙарҙың ҙур өлөшө Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярына киткән, һәм урындағы халыҡ менән ҡушылып, хәҙерге төркмәндәргә, артабан Ҡаф тауҙары артында — әзербайжандарға, ә көслө уғыҙ ырыуы — сәлжүктәр Кесе Азияға үтеп ингән һәм төрөк милләтенә нигеҙ һалған. Был халыҡтарҙың барыһын да тиерлек дөйөм халыҡ эпосы «Уғыҙ-намә» бәйләй. Уғыҙҙарҙың икенсе өлөшө көнбайышҡа, Дунайға саҡлы, барып еткән һәм бәшнәктәр исеме менән билдәле, молдавия гагауздары уларҙың вариҫтары тип иҫәпләнә.

1218 йылда монголдарҙың Далаға һәм артабан Мәүәрәннаһрға баҫып инеүе башлана. Монголдар Һырдаръя буйын үрткә тотҡан, Отрар, Сығнаҡ, Ашнас һ. б. ҡалалар яндырылған. Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән күсмә ҡәбиләләр, башта улар монгол ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәткән, ләкин аҙаҡ үҙ теләге менән, ә ҡайһы берҙәре еңелгәндән һуң, уға ҡушылған. Урындағы ҡыпсаҡ юғары ҡатламы монголдарға хеҙмәт иткән, 1237 йылда Батый етәкселегендә Көнсығыш Европаны буйһондороуға ҡуҙғалған монгол армияһының байтаҡ өлөшөн ябай күсмә халыҡ тәшкил иткән. Бер фараз буйынса, улар арҡаһында татар-монгол[17] тигән ҡатнаш исем барлыҡҡа килгән.

Төрөк далаһы Сыңғыҙхандың улдары етәкләгән өс монгол улусы составына ингән: ҙур (дала) өлөшө, Балхаштан алып Түбәнге Иҙел буйына тиклемге бөтә көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ өлкән улы Джучиҙың улусы составына ингән; Төркөстан, Етейылға, Мәүәрәннаһр һәм Көнсығыш Төркөстан — икенсе улы Чағатай улусына; Етейылғаның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, Тарбағатай, үрге Иртыш һәм Көнбайыш Монголия райондары — өсөнсө улы Үгеҙәй улусына. Сыңғыҙиҙар үҙ биләмәләрен бойондороҡһоҙ улустарға әйләндерергә тырышалар. 1227 йылда Сыңғыҙхандың үлеменән һуң, был тенденция көсәйеп киткән, һәм империя бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләткә тарҡалған. Шул уҡ, 1227 йылда, вафат булған Джучиҙың вариҫы булып уртансы улы Батый ҡалған.

Батый Волганың түбәнге ағымында Алтын Урҙа тигән яңы монгол дәүләтенә нигеҙ һалған. Уға Джучи улусы биләмәһе — Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ, Хорезм һәм Көнбайыш Себер территорияһының бер өлөшө, шулай уҡ көнбайышта яңы яуланған ерҙәр ингән. Һарай-Батый (хәҙерге Әстерханға яҡын) баш ҡалаға әүерелгән. Алтын Урҙа күп этник дәүләт булған. Ул ижтимағи-иҡтисади үҫеше кимәле буйынса айырылып торған һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтле һәм ғөрөф-ғәҙәтле күп халыҡтарҙы һәм ҡәбиләләрҙе үҙ эсенә алған. Урҙалыларҙың төп күпселеген төрки ҡәбиләләр, башлыса, ҡыпсаҡтар, шулай уҡ ҡаңлылар, наймандар, кереиттар, куңраттар һәм башҡа бик күптәр, тәшкил иткән. Папа илсеһе Гийом де Рубрук, дөйөмләштереп, уларҙың барыһын да татарҙар тип атаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, 1253 йылда[18] Рубрук һүрәтләгән урҙалыларҙың был йолаларының күпселеге хәҙерге ҡаҙаҡтарҙа әлегә тиклем бар. Тарихсылар баһаһы буйынса, монголдар Урҙала ла аҙсылыҡта булған, ғәскәрҙең яҡынса бишенсе өлөшөн тәшкил иткән. XII быуат аҙағында һәм XIV б., бигерәк тә, 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер Алтын Урҙаны ҡыйратҡандан һуң, ғәмәлдә монголдар төркиләшкән.

Чокан Вәлиханов

Монгол яуҙарында халыҡ күпләп ҡырылған. Ҡала һәм ауылдар, һарайҙар һәм мәсеттәр емерелгән, эшкәртелгән баҫыуҙар һәм һуғарыу системалары ташландыҡ хәлгә килгән. Меңәрләгән оҫта һөнәрселәр ҡоллоҡ алып кителгән. Ҡыпсаҡ халҡы формалашыуының тамамланыу этабы өҙөлгән. Монгол баҫҡынсыларының хакимлығы улар буйһондорған илдәр халыҡтарының иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен оҙаҡҡа тотҡарлаған. Игенселек һәм ҡала мәҙәниәтенә төҙәлә алмаҫлыҡ зыян килтерелгән.

Әммә ыңғай факторҙар ҙа булған. Монголдар, үҙҙәренең үҙәкләштереү власы арҡаһында элек насар ойошҡан ирекле дала ҡәбиләләрен берләштергән. Күсмә тормош нормаларынСыңғыҙхандың «Яса»һы — яңы шарттарға яраҡлаштырылған ябай хоҡуҡтар йыйынтығы яйға һалған. Һуңынан «Яса» нормалары билдәле кимәлдә «Жете Жаргы» (Ете уложениеһы) ҡаҙаҡ закондар кодексын сығарғанда ҡулланылған. Шулай уҡ, монголдарҙан һуңғы дәүерҙә, Ҡаҙағстан территорияһында барлыҡҡа килгән ханлыҡтарҙа дәүләтселектең күп формалары ҡулланылған. Монгол яулап алыуы Ҡаҙағстан территорияһындағы этник процестарға көслө йоғонто яһаған. Ғәмәлдә өс ҡаҙаҡ жузы сыңғыҙиҙарҙың өс улусы вариҫы. Сыңғыҙиҙарҙың юғары ҡатламы төрки күп халыҡтары менән ҡушылған, тик уларҙың вариҫтары торе йәки «аҡ һөйәк» тип аталған. Ҡаҙаҡ ғалимы, мәғрифәтсеһе һәм сәйәхәтсеһе Чокан Вәлиханов (1835—1865) иң билдәле сыңғыҙи булған.

Яңы осорҙағы Ҡаҙағстан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡаҙаҡ ханлығы

Алтын Урҙа 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер тарафынан тар-мар ителгәндән һуң, ул бөтөнләй ике өлөшкә — көнбайышта Аҡ урҙаға (Волга һәм Дон араһында) һәм көнсығышта Күк Урҙаға бүленгән. Күк Урҙа, үҙ сиратында, Нуғай Урҙаһыһына (1440 — хәҙерге көнбайыш Ҡаҙағстан ерҙәрендә) һәм Һырдаръялағы ҡыҫҡа ғүмерле Үзбәк ханлығына (1428 — Алтын Урҙала ислам динен индергән иң һуңғы күренекле Алтын Урҙа ханы Үзбәк исеме буйынса) бүленгән.

1458 йылда, Үзбәк улусы ханы Әбү-әл-Хәйерҙең ҡаты сәйәсәтенән ҡәнәғәт булмаған Жәнебәк һәм Кәрәй солтандар үҙ ауылдары менән Һырдаръя ярҙарынан көнсығышҡа Етейылғаға, Могулистан ерҙәре хакимы Исән буға ерҙәренә күсенеп килгән, һәм унда Ҡаҙаҡ ханлығы барлыҡҡа килгән (1465). Уның менән киткән халыҡ үҙен ирекле кешеләр — ҡаҙаҡтар тип атай башлаған.

1468 йылда Әбү-әл-Хәйер вафат булғандан һуң, Жәнебәк, нуғайҙар, Себер ханы Айбәк һәм башҡа бик күп кенәздәрҙең Әбү-әл-Хәйерҙең улы Шәйхәйҙәргә ҡаршы берләшкән көрәшендә ҡатнашҡан. Тар-мар ителеп, Айбәк Шәйхәйҙәрҙе үлтергәндән һуң, Кәрәй юғары хан тип иғлан ителгән, ә Жәнебәк, Һарайсыҡ баш ҡалаһы булған Яйыҡтың түбәнге ағымындағы уң ҡанатына хакимдаш булған, ҡаҙаҡтар Һырдаръяға ҡайтҡан. Ағалы-энеле Кәрәй һәм Жәнебәк вафат булғандан һуң, власҡа тәүҙә Борондоҡ (1480—1511 йй. идара иткән) — Кәрәй хандың улы, ә һуңынан Ҡасым (1511—1521 йй. идара иткән) — Жанебәк хандың улы килгән.

Әбү-әл-Хәйерҙең ейәне Мөхәммәт Шәйбани уға тоғро ҡалған дала ҡәбиләләре менән 1499 йылда көньяҡҡа, Мәүәрәннәһергә, походҡа китергә мәжбүр була, унда Аҡһаҡ Тимер үлгәндән һуң тарҡалған Тимериҙәр дәүләтен яулап алған. Ул үҙ дәүләтенең баш ҡалаһын Сығнаҡтан Бохараға күсергән, һәм унда 1500 йылда яңы дәүләткә — Бохара ханлығына нигеҙ һалған. Шәйбаниҙар менән бергә киткән күсмә дәште ҡыпсаҡ ҡәбиләләре урындағы ултыраҡ халыҡ — төрки телле һарттар, боронғо төркиҙәр — ҡарлуҡтар менән ҡушылған, һәм, еңеүсе булараҡ, яңы халыҡҡа — үзбәк[19] үҙатамаһын килтергән.

Ҡаҙаҡ ханы Ҡасым (1445—1521) Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ дала ҡәбиләләрен үҙ башланғысы аҫтында берләштергән һәм көньяҡтағы Мәүәрәннәһер Шәйбаниҙары һәм көнбайыштағы Нуғай Урҙаһы менән көрәштә үҙ дәүләтенең көнбайыш сиктәрен Иртыштан Яйыҡҡа тиклем киңәйткән. Ул хатта Нуғай Урҙаһы баш ҡалаһын — Һарайсыҡты яулап алған. Атаһының Ҡаҙаҡ ханлығын нығытыу эшен Хаҡназар хан (1538—1580 йй. идара иткән) дауам иткән, ул Могулистандан Етейылғаны, Нуғай Урҙаһынан — Һары Арҡа далаларын тартып алған.

1580 йылда Йәсим хан дәүерендә Ташкент Ҡаҙаҡ ханлығының бер өлөшө булған, һуңыраҡ уның баш ҡалаһына әүерелгән. Күренекле ҡаҙаҡ дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Өлкән Жуздың Дулат ырыуынан Төле бей Алибәк улы (1663—1756) Ташкенттың хакимы булған. Ул идара иткән осорҙа хәҙер Ташкент ҡалаһының тарихи иҫтәлекле урындары булған күп кенә архитектура ҡоролмалары төҙөлгән. Төле бей Ташкентта ерләнгән, уның кәшәнәһе ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе һанала.

Ҡаҙаҡ-жунғар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1635 йылда Жунғар тигеҙлегендә Тянь-Шань һәм Алтай һырттары араһында яңы монгол дәүләте — Эрдэни-Батур тип аталып йөрөтөлгән Хото-Хуцин етәкселегендәге чоростар ойрат династияһының Жунғар ханлығы барлыҡҡа килгән. Ҡаҙаҡ һәм Жунғар ханлыҡтары араһында аяуһыҙ һуғыштар башланған[20]. Жунғарҙарҙың хәрби баҫҡынсылығының маҡсаты яңы территориялар, тәү нәүбәттә, Жунғарияның матди базаһы булған күсмә малсылыҡ өсөн көтөүлектәр яулап алыу булған. Күп һанлы мал көтөүҙәрен туплау мал аҙығы базаһын киңәйтеүҙе талап иткән. Алыҫ йәйләүҙәрҙә яҡшы көтөүлектәрҙең етешмәүе һиҙелгән. Бынан тыш, илбаҫарҙарҙы бигерәк тә яһаҡ (яуланғандарға һалым) ымһындырған. Жунғарҙар (үҙатамаһы ойраттар, ҡаҙаҡса ҡалмаҡтар[21]) ҡаҙаҡ далаларына даими баҫып ингәндәр:

1635 йыл — Йәсим хандың улы Жанғир солтан әсирлеккә эләккән (ҡасҡан).

1643 — Жанғир солтан[22] отрядтары һәм Жалантос-батыр етәкселегендәге Оло жуз ополчениеһы Жунғар Алатауы итәгендә Орбулаҡ яуында реванш алған[23][24][25][26][27][28][29][30].

1652 — хунтайжи Эрдэни Батыр көнсығыш Етейылғаны яулаған һәм баҫып алған, жунғарҙар менән алышта Жанғыр хан һәләк булған, ойраттар үҙҙәренең таш буддизм монастырҙарын Иртышта төҙөй башлаған[31].

1680—1684 — хунтайжи Галдан Бошохту-хан һәм уның вариҫы Цэван Рабдан Төркөстанға баҫып ингән, Сайрамды яндырған һәм Ташкентҡа барып еткән.

1698—1703 — хунтайжи Цэван-Рабдан ҡабат Етейылғаны баҫып алған.

Монгол далаларынан ойраттарҙың хәрби һөжүм ҡурҡынысы йышайғанлыҡтан, Тауке хан юғары власты көсәйткән (1680—1718 й. идара иткән). Нәҡ уның ваҡытында Төркөстан ҡалаһында торған күсмә дәүләт ойошҡан, Ҡаҙаҡ ханлығында билдәле ҡаҙаҡ бейҙәре Төле бей (Оло йөҙ), Ҡазыбәк бей (Урта йөҙ) һәм Айтәкә бей (Кесе йөҙ) төҙөгән «Жете Жарғы» закондар йыйынтығы ҡабул ителгән.

  1. Таймагамбетов Ж. К. Древнейшая стоянка древнего человека в Восточном Казахстане // Маргулановские чтения. — Петропавловск: Петропавловск. пед. ин-т, 1992. — С. 26-27.
  2. Шуньков М. В., Таймагамбетов Ж. К., Павленок К. К., Анойкин А. А., Рыбалко А. Г., Харевич В. М. Стоянка-мастерская Курчум — новый палеолитический памятник на Южном Алтае // Проблемы археологии, этнографии, антропологии Сибири и сопредельных территорий. Том: XXI Год: 2015
  3. Музей палеолита Казахстана 2016 йыл 21 август архивланған.
  4. Каменный век Устюрта
  5. Байпаков К. М., Таймагамбетов Ж. К. Археология Казахстана // Мезолит, неолит
  6. [http://kronk.spb.ru/library/ageeva-maksimova-1959.htm Агеева Е. И., Максимова А. Г. Отчёт Павлодарской экспедиции 1955 года. // Тр. ИИАЭ Казахской ССР. Т. 7 (Археология). Алма-Ата: 1959. С.
  7. Археологи уточнили дату приручения лошадей 2016 йыл 29 октябрь архивланған.
  8. Charleen Gaunitz et al. Ancient genomes revisit the ancestry of domestic and Przewalski’s horses, 2018
  9. В Оренбургском заповеднике рассказали о происхождении лошадей Пржевальского
  10. Би-би-си | Наука и техника | Новое открытие: лошадей приручили предки казахов
  11. Кузьмина Е. Е. Древнейшие скотоводы от Урала до Тянь-Шаня. — Фрунзе, 1986.
  12. Происхождение индоевропейцев — аргументы и мифы
  13. Руденко С. И. Горноалтайские находки и скифы. — М.—Л., 1952.
  14. Гумилев Л. Н. Древние тюрки. — Москва, 1967.
  15. В ПОТОКЕ ИiСТОРИИ: Таласская битва VIII века близ Тараза предопределила развитие тюркской цивилизации 2018 йыл 8 май архивланған.
  16. Радлов В. В. Образцы народной литературы тюркских племен, живущих в Южной Сибири и Джунгарской степи. СПб, 1866—96, 7 т.
  17. Тихвинский С. Л. Татаро-монголы в Азии и Европе — Москва, 1977.
  18. Путешествие Рубрука. Электронная библиотека исторического факультета МГУ
  19. Неиспорченные дети природы. Г. Вамбери о тюркских народах (1886) | ЦентрАзия 2015 йыл 2 октябрь архивланған.
  20. Казахско-джунгарские отношения. Нашествие джунгар 1723г
  21. Қалмақтар
  22. Жангир-хан 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
  23. Этапы казахско-джунгарских войн. Освободительная борьба казахов против джунгар XVII — середина XVIII вв.
  24. Орбулакская битва (1643 год) 2019 йыл 2 ноябрь архивланған.
  25. Орбулакская битва — пример военного духа казахов 2016 йыл 26 октябрь архивланған.
  26. Орбулакская битва (1643) 2016 йыл 27 октябрь архивланған.
  27. А.Мукашева: Казахские спартанцы. Орбулакская битва Жангир Хана (история)
  28. По местам казахско-джунгарских сражений. Орбулакская битва 2021 йыл 9 май архивланған.
  29. Битва Орбулак 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  30. Влияние внутреннего положения на ослабление ханства 2017 йыл 22 февраль архивланған.
  31. Центральноазиатский исторический сервер — Черненко В., Арынгазин Р. Имена в истории Казахстана: правители Джунгарского ханства в 17-18 веках 2009 йыл 15 апрель архивланған.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Monography" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.