Эстәлеккә күсергә

Бабасыр уты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бабасыр уты
Горечавка лёгочная
Бабасыр уты
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Бабасыр уты L., 1753

Номенклатура тибы
Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  29963
NCBI  21496
EOL  38326
GRIN  4903
IPNI  16570

Бабасыр уты —— (Gentiana), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡыҫҡаса тасуирлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы үрмәле йәки төҙ, ябай, бейеклеге 15—60 см. Япрағы ҡыяҡ, киң ланцет, еңсә формаһында, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе күк, шәмәхә йәки зәңгәр төҫтә, яңғыҙ, ҡуйын йәки ос ярымсатырҙарға йыйылған. Тажы көпшәле йәки буранка һымаҡ. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.

Бабасыр уты сәскәһе

Яҡынса 400 төрө билдәле,[1] киң таралған, ләкин башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә үҫә. Башҡортостанда 3 төрө: ятыусан йәки түшәлмә бабасыр уты, сатраш бабасыр уты, үпкә бабасыр уты. Һирәкләп тау болондарында, аҡландарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында республиканың бөтә территоряһында осрай.

Баллы, буяу, декоратив үҫемлектәр. Составында әсе матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт түшәлмә бабасыр уты Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  1. 2013 йыл 21 сентябрь [https://web.archive.org/web/20130921171440/http://www.theplantlist.org/browse/A/Gentianaceae/Gentiana/ архивланған. Список видов рода Горечавка по данным сайта The Plant List(инг.) (лат.)  (Тикшерелеү көнө: 30 май 2013)
  • Род 1154. Горечавка — Gentiana // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. XVIII. — С. 538—620. — 802 с. — 3000 экз.