Цензура
Цензура | |
ACM коды (2012) | 10003480 |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Һүҙ азатлығы |
Цензура Викимилектә |
Цензура (лат. censura — «ҡаты хөкөм, ҡаты анализ, яза биреү тәнҡите») — мәғлүмәтте, баҫма материалдарҙы, музыкаль-сәхнә әҫәрҙәрен, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, кино һәм фотоһүрәттәрҙе, радио һәм телетапшырыуҙарҙы, веб-сайттарҙы һәм порталдарҙы, ҡайһы бер осраҡтарҙа властар тарафынан кәрәкмәгән тип һаналған идеяларҙы һәм мәғлүмәтте таратыуҙы сикләү йәки булдырмау маҡсатында шәхси хатлашыуҙарҙы[1][2][3] күҙәтеү системаһы[4].
Шулай уҡ бындай контролде тормошҡа ашырған дини йәки донъяуи власть органдарын цензура тип атайҙар.
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цензура — һәр дәүләттең дәүләттең тыйыуҙар һәм сикләүҙәр системаһын, шулай уҡ пропаганда механизмын тормошҡа ашырыусы айырылғыһыҙ функцияһы. Шулай уҡ граждандар йәмғиәтендә һүҙ азатлығын ижтимағи һәм хоҡуҡи тәьмин итеү ғәмәлдә[5].
Тикшеренеүселәр тарафынан демократик һәм тоталитар дәүләттәрҙә цензура араһында һиҙелерлек айырма булыуы билдәләнә. Демократик хоҡуҡи дәүләттә цензура илдең эске һәм тышҡы именлеген, дәүләттең һәм сәйәси ҡоролоштоң тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә, шул уҡ мәлдә кешенең хоҡуғын һәм иркен һаҡлауға йүнәлтелә[2].
Тоталитар дәүләттәрҙә цензураның роле һиҙелерлек үҙгәрә. Бындай дәүләттә цензура контроль-тыйыу, полиция һәм манипулятив функцияларҙы башҡара. Улар күбеһенсә репрессив органдар функциялары менән тап килә. Тоталитар дәүләттәрҙә цензура кәрәкмәгән мәғлүмәтте таратыуҙы сикләп кенә ҡалмай, ә ижади эшмәкәрлеккә, профессиональ өлкәгә һәм граждандарҙың шәхси тормошона ла баҫып инә[6].Нобель премияһы лауреаты Фридрих фон Хайек был күренештең сәбәптәрен тоталитар система һаҡланһын өсөн, кешеләр көсләп тағылған өгөттәрҙе үҙҙәренеке итеп ҡабул итергә, ә бөтә йәмғиәт берҙәм маҡсат менән йәшәргә тейеш, тип аңлата. Былай тип яҙған:[7]
кешеләр аңһыҙ рәүештә уртаҡ эште хуплаһын өсөн маҡсат та, саралар ҙа дөрөҫ һайланырға тейеш. Шуға күрә һәр кемгә күнегергә тейешле рәсми ышаныс планға ҡағылышлы барлыҡ факттарҙы аңлатыуҙы ла үҙ эсенә аласаҡ. Һәм теләһә ниндәй тәнҡит йәки шик-шөбһә тәүәккәл баҫтырыласаҡ, сөнки улар берҙәмлекте көсһөҙләндерергә мөмкин. […]
Һөҙөмтәлә ҡараштарҙың тулыһынса унификациялауға йүнәлтелгән мәғлүмәтте системалы контролдә тотмаған бер өлкә лә ҡалмаясаҡ.
Төрҙәре һәм формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи яҡтан цензураның көйләнеүсе мәғлүмәт характеры буйынса түбәндәге төрҙәре барлыҡҡа килә[8]:
- хәрби
- дәүләт
- иҡтисади
- коммерция
- сәйәси
- идеологик
- әхлаҡи
- рухи.
Цензура шулай уҡ донъяуи һәм дини, ә мәғлүмәт таратыусылар тибы буйынса киң мәғлүмәт саралары, китаптар, театр һәм кино цензураһына, социаль селтәрҙәге асыҡ сығыштарға[9], яҙышыу перлюстрацияһына һ.б. бүленә. Цензураның башҡа төрҙәре лә бар. Арлен Блум баҫылып сығырға рөхсәт ителгән (әммә йәмғиәттең билдәле ҡатламдарында таралыу сикләнгән, мәҫәлән, мәктәпты уҡыу сифатында ҡулланыуҙы тыйыу) мәғлүмәттең «педагогик цензураһын» билдәләй[10].
Тормошҡа ашырыу ысулдары буйынса алдан цензура (предварительная) һәм артабанғы (яза биреү) цензуралары айырыла[8].
Алдан цензура ваҡытында теге йәки был мәғлүмәтте баҫып сығарыуға рөхсәт алырға кәрәк. Бындай цензура үтеү өсөн формаль процедура үтергә кәрәк. Уға ярашлы автор, башҡарыусы йәки нәшриәтсе электрон каналдар аша текстарҙы, тауыш һәм видеояҙмаларҙы, эскиздарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе күрһәтеүгә рөхсәт алыу өсөн дәүләт органына тапшырырға тейеш.
Артабанғы цензура ваҡытында баҫылған мәғлүмәт баһалана һәм тәғәйен баҫмаға йәки әҫәргә ҡарата сикләү йәки тыйыу саралары күрелә: уны әйләнештән алыу, цензура талаптарын боҙған физик йәки юридик шәхестәргә ҡарата санкциялар ҡулланыу.
Яза биреү цензураһы цензура талаптарын боҙоусыларға ҡарата санкциялар индерә. Рәсәйҙә 1865 йылдан алып 1917 йылға тиклем цензура китаптарҙы һәм журналдарҙы баҫылып сыҡҡас, әммә донъя күргәнгә тиклем ҡарай. Цензура ҡағиҙәләрен боҙған өсөн баҫма тартып алына, автор һәм баҫтырып сығарыусы судҡа тарттырыла. Совет цензураһы шулай уҡ яза биреү функцияларына эйә була[11].
Корпоратив цензура тип аҡсалата юғалтыу, эшен юғалтыу йәки баҙарға инеү мөмкинлеген юғалтыу хәүефе янаған корпорацияларҙың матбуғат секретарҙарының, хеҙмәткәрҙәренең һәм эшлекле партнерҙарының телмәрен яраштырыуҙы атайҙар[12].
Шулай уҡ үҙ-үҙеңә цензура (самоцензура) бар, ул авторҙың мәғлүмәтте халыҡҡа сығарыуҙа ниндәйҙер үҙ ҡараштары нигеҙендә аңлы рәүештә үҙ-үҙен сикләүен (мәҫәлән, әхлаҡи сикләүҙәр, эске конформизм) йәки цензура ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язанан ҡурҡыуын аңлата[13][14][15]. Килешеүсәнлек йәки ҡурҡыуҙан үҙ-үҙеңә цензура — граждандар йәмғиәте үҙгәреүенең характерлы сағылышы[16].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарих фәндәре докторы Т. М. Горяева[Прим. 1] фекеренсә, цензура властҡа һәм мөлкәткә эйә булған кешеләр төркөмө үҙ ихтыярын башҡаларға таға башлаған мәлдә барлыҡҡа килә. «Цензура» һүҙе латин телендәге census һүҙенән килеп сыҡҡан, Боронғо Римда кешеләрҙе ҡатламдарға бүлеү өсөн мөлкәтте даими баһалауҙы аңлатҡан. Икенсе мәғәнәһе гражданлыҡ өҫтөнлөктәрен файҙаланыу хоҡуғы буйынса бүленеүгә бәйле. Шулай итеп, Горяева фекеренсә, боронғо цензор граждандарҙың сәйәси йүнәлешенең ышаныслылы булыуын күҙәткән[17].
Антик дәүерҙә цензура дәүләт һәм дини держава атрибутына әүерелә[18]. Ҡыҫҡаса йәһүд энциклопедияһы батша Иоакимдың Иеремия пәйғәмбәрлектәре ярандарын (беҙҙең эраға тиклем 608—598 йылдар) юҡ итеүен миҫал итеп килтерә[19]. Британ энциклопедияһы билдәләүенсә, Афинала (беҙҙең эраға тиклем 480—410 йылдар) фәйләсүф Протагорҙың аллалар тураһындағы китаптары яндырыла[20]. Платон кешеләрҙе сәнғәт әҫәрҙәренең зарарлы эҙемтәләренән һаҡлаусы тыйыуҙар йыйылмаһын индерергә тәҡдим итә[21]. Ул рәссамдың үҙ-үҙен цензураһын алдан йәмәғәт цензураһы менән берләштереү кәрәклеген нигеҙләгән беренсе аҡыл эйәһе була. Артабан ирекле фекер өсөн цензура һәм репрессиялар Рим Республикаһы һәм Рим империяһы сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә[22][17]. Ҡытай императоры Цинь Шихуанди б. э. т. 213 йылда, империяны шиғриәт, тарих һәм фәлсәфә хәүефтәренән һаҡлау өсөн, медицина, ауыл хужалығы һәм ғилми китаптарҙан тыш, бөтә китаптарҙы яндырырға бойороҡ бирә[23].
Беренсе цензура исемлектәре апокрифик китаптарға барып тоташа, уларҙың исемлеге беҙҙең эраның 494 йылында Рим епискобы (папа) Геласий I ваҡытында төҙөлгән. Китаптарға цензура тәүге тапҡыр 1471 йылда папа Сикст IV тарафынан индерелә[24]. Артабан Иннокентий VIII (1487 йыл) һәм Латеран соборының (1512 йыл) шундай уҡ ҡарарҙары ҡабул ителә[25].
Һуңыраҡ, папа Павел IV ваҡытында, 1557 йылда инквизиция трибуналдары өсөн «Тыйылған китаптар индексы» (лат. «Index liborum prohibitorum») сығарыла. Был исемлек тик 1966 йылда ғына ғәмәлдән сығарыла[26]. Ә 1571 йылда папа Пий V латинса "Congrecatio Indicis"ты булдыра, уға ярашлы, бер католик та, сиркәүҙән айырыу ҡурҡынысы аҫтында, папа билдәләгән исемлеккә инмәгән китаптарҙы уҡый ҙа, һаҡлай ҙа алмай. Дини цензура усаҡтарында йыш ҡына тыйылған китаптар ғына түгел, уларҙың авторҙары ла яндырылған. Сиркәү Реформацияһы осоро шулай уҡ башҡаса фекер йөрөтөүгә түҙемһеҙлеге менән айырылып тора[25]. Ул ваҡыттағы Европа йәмғиәте агрессив ксенофобия менән зарарланған була, ә властар административ, суд һәм көс саралары менән сиркәү цензураһын хуплай[27].
Һуңынан цензураны тәнҡитләүселәр барлыҡҡа килә, мәҫәлән, Пьер Абеляр, Эразм Роттердамский һәм Мишель Монтень уның файҙалы булыуына һәм маҡсатҡа ярашлы булыуына шик белдерә башлайҙар. Бернард Клервоский, Мартин Лютер һәм Томмазо Кампанелла ҡаты цензура формаһы яҡлы була. Мәғрифәтселек дәүерендә философтар һәм сәйәсмәндәр һүҙ, матбуғат һәм йыйылыштар азатлығы идеяларын иғлан итә[25]. Британия философы Томас Гоббс иҫәпләүенсә, әгәр сиркәү тыйыуы дәүләт законы менән раҫланмаһа, ул кәңәштән башҡа бер нәмә лә түгел. Шағир Джон Мильтон, 1643 йылдың 16 июнендә Англия Парламентында сығыш яһап, тәүге тапҡыр цензура үҙенсәлектәрен йәмғиәт институты тип һанай[28][29]. Уның «Ареопагитик» тәнҡит трактаты 1695 йылда Англияла булған алдағы цензуранан (предварительная цензура) баш тартыуҙы яҡынайта[30].
Яңы заман фекер эйәләренең күбеһе (мәҫәлән, Б. Констан, Д. С. Милль, А. де Токвиль һәм башҡалар) тарихи шарттарҙың үҙгәреүе арҡаһында йәмәғәтселек фекере цензура функцияһын үтәй башланы тип иҫәпләй. Ун туғыҙынсы быуат уртаһына Европаның күпселек өлөшөндә алдан цензура бөтөрөлә[31]. Рәсәй империяһында, киреһенсә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан (Александр III идара иткән дәүерҙән) матбуғат азатлығы һиҙелерлек кәмей. Был осор журналистика тарихына нәшриәтселәргә ҡарата бик күп репрессиялар дәүере булараҡ килеп инә[32].
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында тәүге махсус һаҡлағыстар барлыҡҡа килә, унда инеү мөмкинлеге сикләнгән әҙәбиәт һаҡлана, һәм улар менән бергә илдән ситтә легаль булмаған йәки цензураһыҙ әҙәбиәт китапханалары булдырыла башлай. Улар менән бер рәттән легаль булмаған йәки илдән ситтә урынлашҡан цензураһыҙ әҙәбиәт китапханалары ойошторола башлай[33]. Артабан махсус һаҡлағыстар күп тапҡырға арта һәм СССР-ҙың һуңғы осоронда уларҙың ҡайһы берҙәрендә ярты миллион данаға тиклем китаптар һәм ваҡытлы баҫма була.
ХХ быуатта тоталитар режимдар цензураны репрессив аппараттың, манипуляцияларҙың һәм пропаганданың бер өлөшө итә. Совет цензураһы Коммунистар партияһының тулыһынса контроле аҫтында була һәм идеологик характерҙа була[34]. Нацист пропаганда министрлығы Германиялағы барлыҡ киң мәғлүмәт сараларын контролдә тота. Нацист идеяларына ҡаршы килгән йәки режимға янаған теләһә ниндәй ризаһыҙлыҡ бөтә баҫылып сыҡҡан сығанаҡтарҙа юҡ ителә[35].
2014 йылда хоҡуҡ яҡлаусы Агнес Каламан БМО штаб-фатирындағы сығышында былай ти[36]:
Быуаттар дауамында кешелеккә ғазаптар килтергән иң ҙур гуманитар афәттәр — инквизиция, ҡолдар менән сауҙа итеү, Холокост, Совет ГУЛАГЫ, Камбоджалағы йәки Руандалағы геноцид — фекерҙе, уйлауҙы, ҡайһы саҡта хатта выжданды сағылдырыуҙы абсолют контролдә тотоуҙы талап итә… Нәфрәт цензураға мохтаж һәм уны хуплай, ә цензура, үҙ сиратында, яуызлыҡ ҡылырға этәргес биреү өсөн кәрәк.
Мәғлүмәт тапшырыуҙың яңы саралары (атап әйткәндә, электрон саралар — радио, телевидение, Интернет) барлыҡҡа килгәс, цензураның яңы формалары барлыҡҡа килә. Сит илдән килгән мәғлүмәтте контролдә тотоу кәрәклеге радиотапшырыуҙар һәм интернет-цензура сараларының барлыҡҡа килеүенә килтерә. СССР «Советтарға ҡаршы радиотапшырыу»ҙы — 60 йылға яҡын, әүҙем рәүештә 40 йыл тиерлек тыңлай (глушение «антисоветского радиовещания»)[37][38]. Интернет селтәрендә цензура контроленең ҡатмарлылығы һөҙөмтәһендә ҡайһы бер илдәр (мәҫәлән, Корея һәм Төньяҡ Корея) милли интернет селтәрҙәренең донъя селтәрҙәре менән тоташҡан мәғлүмәтте тулыһынса контролдә тота, ә Иран тулыһынса эске селтәрҙе изоляцияларға йыйыныуын белдерә[39]. ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара коммуникацияларҙы үҫтереү программаһының Хөкүмәт-ара советы билдәләүенсә, халыҡ-ара ҡануниәт дәүләттең төп милли мәнфәғәттәренә билдәле бер хәүеф янағанда ғына цензураға рөхсәт бирә. Әммә һүҙ азатлығына ҡағылышлы халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйған һәм раҫлаған ҡайһы бер илдәр, үҙ закондарын йәки конституцияларын боҙоп, алдан контроль индереүен дауам итә[40].
1988 йылда һинд милләтле Британия яҙыусыһы Салман Рушди «Иблис шиғырҙары» китабын баҫтырып сығара. Ислам ойошмалары уны көфөр һөйләү һәм мыҫҡыллау тип иҫәпләй. 1989 йылда Ирандың рухи лидеры аятолла Хөмәйни яҙыусыны үлем язаһына хөкөм итә һәм бөтә донъя мосолмандарын был фәтүәне үтәргә саҡыра[41][42]. 2021 йылда Рушдиға ҡаршы әҙәби әҫәре өсөн үлем язаһы ғәмәлдән сығарылмай, яҙыусы махсус хеҙмәттәр яҡлауы аҫтында йәшәй[43].
Әммә ҡайһы бер либераль илдәрҙә көс ҡулланыуҙы күрһәтеүгә сикләүҙәр (уға саҡырыу ҙа, енси характерҙағы мәғлүмәт өсөн йәш сикләүҙәре һ.б.) бар. 1950 йылдан алып кеше хоҡуҡтарын һәм төп азатлыҡтарын яҡлау тураһында Европа конвенцияһына ярашлы, милли именлек йә иһә йәмәғәт тәртибен булдырыу өсөн матбуғат иркен сикләү рөхсәт ителә[44][45].
Цензураға мөнәсәбәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цензура сикләүҙәрен урап үтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәниәт әҫәрҙәрендә цензура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарийҙар
- ↑ Тема диссертации «История советской политической цензуры, 1917—1991 гг.», 2002
- Сығанаҡ
- ↑ Федотов М. А. Гласность и цензура: возможность сосуществования // Советское государство и право : журнал. — Наука, 1989. — В. 7. — С. 80—89. — ISSN 0132-0769.
- ↑ 2,0 2,1 Горяева, 2009, с. 8—9
- ↑ Цензура — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Цензура / Толковый словарь Ожегова и Шведовой . Gufo.me — коллекция словарей и энциклопедий. Дата обращения: 21 март 2016. Архивировано 1 апрель 2016 года.
- ↑ Горяева, 2009, с. 5
- ↑ Горяева, 2009, с. 8—9, 138
- ↑ Хайек Ф. А. фон, Дорога к рабству . Дата обращения: 22 март 2009. Архивировано из оригинала 2 март 2009 года. 2009 йыл 2 март архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Горяева, 2009, с. 12
- ↑ Роскомнадзор потребовал прекратить цензуру российских СМИ от Facebook и Google . Газета.Ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. Архивировано 11 декабрь 2020 года.
- ↑ Блюм А. В. Педагогическая цензура . Открытый текст (27 октябрь 2009). Дата обращения: 2012-8-12. Архивировано 18 апрель 2012 года.
- ↑ Горяева, 2009, с. 130
- ↑ Timothy Jay (2000). Why We Curse: A Neuro-psycho-social Theory of Speech. John Benjamins Publishing Company. pp. 208—209. ISBN 1-55619-758-6
- ↑ Гельман М. Выбор интеллектуала: эмиграция или самоцензура? 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Короченский А. П. Этические «табу» в журналистике: самоцензура или нравственная культура самоограничения? 2021 йыл 17 май архивланған., 2007
- ↑ Федотов М. А. Боязнь свободы // Новые Известия. — ЗАО «Газета «Новые Известия»., 18 сентября 2006. Архивировано из первоисточника 7 апрель 2014.
- ↑ Горяева, 2009, с. 134
- ↑ 17,0 17,1 Горяева, 2009, с. 117
- ↑ Мельничук Я. В. Рождение Римской цензуры: Исследование античной традиции в области гражданского управления Древнего Рима. — М.: РГГУ, 2010. — 381 с. — ISBN 978-5-7281-1156-6.Архивированная копия . Дата обращения: 6 ноябрь 2016. Архивировано 6 ноябрь 2016 года.Архивированная копия . Дата обращения: 6 ноябрь 2016. Архивировано 6 ноябрь 2016 года.
- ↑ Цензура — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Censorship (ингл.). Britannica Online Encyclopedia. Дата обращения: 2012-8-11. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Поппер К. Примечания к главе 4. Глава 6. Тоталитаристская справедливость // Открытое общество и его враги = The Open Society and Its Enemies. — Феникс, 1992. — Т. 1. — 447 с.
- ↑ Левченко И. Е. Проблема цензуры в истории зарубежной общественно-политической мысли // Социально-политический журнал. — М., 1996. — В. 6. — С. 179—192. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ Encyclopedia of Censorship 2018 йыл 24 май архивланған. — Страница 463
- ↑ Яхнина Ю. С. Вехи мировой цензуры: к 450-летию со дня издания первого свода папского «Индекса запрещённых книг» . Челябинская областная универсальная научная библиотека. Дата обращения: 2012-8-11.(недоступная ссылка)
- ↑ 25,0 25,1 25,2 Горяева, 2009, с. 118
- ↑ «Литературная энциклопедия терминов и понятий». М., 2001
- ↑ Левченко И. Е. Проблема цензуры в истории зарубежной общественно-политической мысли // Социально-политический журнал. — М., 1996. — В. 6. — С. 179—192. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ Левченко И. Е. Проблема цензуры в истории зарубежной общественно-политической мысли // Социально-политический журнал. — М., 1996. — В. 6. — С. 179—192. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ John Milton. Modern History Sourcebook: John Milton (1608-1674): Areopagitica, 1643 (ингл.). Essays, civil and moral, and The new Atlantis, by Francis Bacon; Areopagitica and Tractate on education, by John Milton; Religio medici, by Sir Thomas Browne, with introductions, New York P.F. Collier [c1909] The Harvard classics v. 4.. Дата обращения: 2012-8-15. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Антонова Т.В. ДУХ МИЛЬТОНА В РОССИИ // ОТКРЫТАЯ ПОЛИТИКА. — 1996. — В. 11/12. — С. 76—81. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ Левченко И. Е. Проблема цензуры в истории зарубежной общественно-политической мысли // Социально-политический журнал. — М., 1996. — В. 6. — С. 179—192. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ Жирков, 2001, Борьба за свободу печати: 1905-1907 гг.
- ↑ Сидорова М. В. Библиотеки нелегальных изданий при учреждениях политического сыска // Леонов В. П., Савельева Е. А. Книга в России : сборник научных трудов. — Библиотека Российской академии наук, 2004. — В. 21. — Т. 21. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2013.
- ↑ Латынина А. Н. «Пережиток Средневековья» или элемент культуры? // «Новый мир» : журнал. — М., 2008. — № 10. Архивировано из первоисточника 14 июнь 2011.
- ↑ Nazi Propaganda and Censorship (ингл.). the United States Holocaust Memorial Museum / Мемориальный музей Холокоста (США). Дата обращения: 2012-8-11. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Пропаганда и свобода массовой информации . Дата обращения: 2 апрель 2022. Архивировано 1 апрель 2022 года.
- ↑ Римантас Плейкис. Радиоцензура . Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 8 февраль 2012 года.
- ↑ Плейкис Римантас Радиоцензура // «КАРТА» : Российский независимый исторический и правозащитый журнал. — 2005. — № 43—44. — С. 117—136. Архивировано из первоисточника 15 март 2022.
- ↑ Иран планирует полностью отказаться от интернета к 2013 году, создает внутреннюю сеть . Газета.Ru (10 август 2012). Дата обращения: 2012-8-12. Архивировано 12 август 2012 года.
- ↑ Показатели развития средств информации: система оценки развития средств информации . Международная программа развития коммуникации. ЮНЕСКО (2008). Дата обращения: 2014-8-30. Архивировано 15 октябрь 2013 года.
- ↑ Приговор для всех // Огонёк : журнал. — 1998. — № 25 (4560). — С. 3. Архивировано из первоисточника 9 ноябрь 2016.
- ↑ Рушди. Приговорённый / Газета «Коммерсантъ», № 73 от 24.04.1998. — С.13.
- ↑ Салман Рушди меж двух цивилизаций . Дата обращения: 8 декабрь 2021. Архивировано 8 декабрь 2021 года.
- ↑ Конвенция о защите прав человека и основных свобод . europeancourt.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2020. Архивировано 1 декабрь 2020 года.
- ↑ Цензура. Прогрессивный европейский опыт // Junge Welt. — Берлин, 3 января 2011. Архивировано из первоисточника 13 октябрь 2014.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цензура // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Под ред. А. Н. Николюкина. — Институт научной информации по общественным наукам РАН: Интелвак, 2001. — Стб. Ҡалып:-.. — 1596 с. — ISBN 5-93264-026-X.
- Горяева Т. М. Политическая цензура в СССР. 1917-1991. — 2. — М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 2009. — С. 8—9. — 407 с. — (История сталинизма). — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1179-2.
- «100 запрещённых книг. Цензурная история мировой литературы» Автор: Маргарет Балд, Алексей Евстратов, Николас Дж. Каролидес, Дон Б. Соува Издательство: Ультра. Культура ISBN 5-98042-051-7
- Дон Б. Соува. 125 запрещённых фильмов: Цензурная история мирового кинематографа = Forbidden Films: Censorship Histories Of 125 Motion Pictures / Пер. с англ. Ирины Тарановой. — 1-ое. — Екатеринбург: Ультра.Культура, 2008. — 542 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9681-0121-1.
- Жирков Г. В. История цензуры в России XIX—XX века. — Аспект-Пресс, 2001. — 368 с. — ISBN 5-7567-0145-1.
- Каратыгин П. П. Цензура времен императора Павла I. 1796—1801 2019 йыл 16 сентябрь архивланған. // Исторический вестник, 1885. — Т. 22. — № 10. — С. 151—160.
- Лебедев А. П. История запрещённых книг на Западе до начала XVII в. 2012 йыл 27 октябрь архивланған. // Лебедев А. П. История запрещённых книг на Западе. Итальянское духовенство в одну из средневековых эпох: Исследования по истории Церкви Средних веков и Нового времени. — СПб.: Изд-во Олега Абышко, 2005, с. 5-43.
- Пржецлавский О. А. Воспоминания О. А. Пржецлавского. Цензура. 1830—1865. 2019 йыл 15 апрель архивланған. // Русская старина, 1875. — Т. 13. — № 9. — С. 131—160.
- Рыжов А. И. Александр Иванович Красовский. 1776—1857 2019 йыл 15 апрель архивланған. // Русская старина, 1874. — Т. 9. — № 1. — С. 106—125.
- Цензура // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Jane Fae. Facebook is imposing prissy American censorship on the whole rest of the world // Телеграф, 12 сентября 2016. (инг.)