Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций) — донъяла тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ дәүләттәр араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы | |
United Nations Organisation des Nations unies | |
| |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәр
| |
Ағза |
193 ағза-дәүләт |
---|---|
Штаб-квартира | |
Ойошма төрө |
халыҡ-ара ойошма |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Генераль секретары | |
' | |
Нигеҙләнгән | |
БМО уставына ҡул ҡуйыу | |
Устав ғәмәлгә инде | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Викимилектә | |
- ООН бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: ООН (мәғәнәләр).
- UN бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: UN (мәғәнәләр).
Тарихы
үҙгәртергәОйошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған "Берләшкән Милләттәр Декларацияһы"нда телгә алына.
БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.
Структура
үҙгәртергә- Генераль Ассамблея
- Генераль секретарь
- БMO-ның Именлек Советы
- Секретариат
- БМО-ның Халыҡ-ара суды
- Махсус ойошмалар
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
үҙгәртергәБМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (инглизсә United Nations General Assembly, fr. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[4] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
Генераль секретарь
үҙгәртергәБМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.
№ | Исем | Фото | Ил | Вазифаны үтәй башлау ваҡыты | Тамамлау ваҡыты |
---|---|---|---|---|---|
- | Глэдвин Джебб |
Бөйөк Британия (Көнбайыш Европа) |
24 октябрь 1945 йыл | 1 февраль 1946 йыл | |
1 | Трюгве Хальвдан Ли |
Норвегия (Көнбайыш Европа) |
2 февраль 1946 йыл | 10 ноябрь 1952 йыл | |
2 | Даг Хаммаршельд |
Швеция (Көнбайыш Европа) |
10 апрель 1953 йыл | 18 сентябрь 1961 йыл | |
3 | У Тан |
Бирма (Азия) |
30 ноябрь 1961 йыл | 1 ғинуар 1972 йыл | |
4 | Курт Вальдхайм |
Австрия (Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 1972 йыл | 1 ғинуар 1982 йыл | |
5 | Хавьер Перес де Куэльяр |
Перу (Көньяҡ Америка) |
1 ғинуар 1982 йыл | 1 ғинуар 1992 йыл | |
6 | Бутрос Бутрос-Гали |
Мысыр (Африка) |
1 ғинуар 1992 йыл | 1 ғинуар 1997 йыл | |
7 | Кофи Аннан |
Гана (Африка) |
1 ғинуар 1997 йыл | 1 ғинуар 2007 йыл | |
8 | Пан Ги Мун |
Көньяҡ Корея (Азия) |
1 ғинуар 2007 йыл | 1 ғинуар 2017 йыл Беренсе срогы бөтөр алдынан | |
9 | Антониу Гутерреш |
Португалия (Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 2017 йыл | Вазифаһын башҡара |
Именлек советы
үҙгәртергәБMO-ның Именлек Советы халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек өсөн яуаплы, уның ҡарарҙарына БМО-ның барлыҡ ағзалары буйһонорға бурыслы. БМО-ның именлек Советындағы биш даими ағза (Рәсәй Федерацияһы, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай) вето хоҡуғына эйә.
Именлек Советы биш ағзанан тора: биш ағза — даими (Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай), ҡалған ун ағза (Устав терминологияһы буйынса — «даими булмаған аҡзалар») Уставтың 23 статьяһы 2-се пунктына ярашлы һайлана.
Ағза дәүләттәр
үҙгәртергә2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[5].
Телдәр
үҙгәртергәБМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.
Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.
Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:
- Инглиз теле — 23 апрель
- Урыҫ теле — 6 июнь
- Испан теле — 12 октябрь
- Ҡытай теле — 20 апрель
- Ғәрәп теле — 18 декабрь
- Француз теле — 20 март
Галерея
үҙгәртергә-
Генераль Ассамблея залы
-
Именлек Шураһы залы
-
Иҡтисади һәм социаль шура залы
-
Терәк буйынса шура залы
-
Женевала урынлашҡан БМО бинаһы
-
Женевала урынлашҡан бина залы
-
Женевала урынлашҡан бина алдында байраҡтар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтамалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт (инг.) (исп.) (рус.) (ҡыт.) (ғәр.) (фр.)
- Дөйөм мәғлүмәт (инг.)