Эстәлеккә күсергә

K’naan

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
K’naan
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Канада
 Сомали[3]
Тыуған көнө 30 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (46 йәш) или 1 февраль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[4] (46 йәш)
Тыуған урыны Могадишо[d], Сомали[2]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, йырсы, рэпер, йырҙар авторы, кинорежиссёр, музыкальный продюсер, режиссёр
Уҡыу йорто Йоркский университет[d]
Ҡатнашыусы Calgary Folk Music Festival 2022[d]
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Дискография K'naan discography[d]
Жанр альтернативный хип-хоп[d], Этник музыка, регги-фьюжн[d] һәм художественная декламация[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы A&M/Octone Records[d] һәм A&M Records[d]
Рәсми сайт knaanmusic.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 171 343
 K’naan Викимилектә

K'Naan (ысын исеме Кейнан Абди Варсаме (ингл. Keinan Abdi Warsame); 1 февраль 1978 йыл) — Сомали-Канада шағиры, музыкант һәм рэпер. Juno, Polaris Music Prize һәм BBC Radio 3 Award for World Music премиялары лауреаты, Уның "Wavin' Flag" йырына ремикс 2010 FIFA футбол буйынса донъя чемпионатының гимны була[5]. Сомали телендә k'naan һүҙе «сәйәхәтсе» тип тәржемәләнә.

K’Naan Сомалиҙың баш ҡалаһы Могадишола тыуған[6]. Музыканттың инәһе Magool — Сомалиҙа иң танылған йырсыларҙың береһе, ә олатаһы, Хажи Мәхәммәт шағир булған. Музыкантың бала сағы Сомалиҙағы граждандар һуғышы ваҡытына тура килә һәм уға ҡаланың урамдарында ҡыйынлыҡ менән бирешмәҫкә тура килә. Шул уҡ ваҡытта ул хип-хоп музыкаһы менән мауыға башлай, яҙмаларын АҠШ-ҡа күсеп киткән атаһы ебәрә. Малайға 13 йәш тулғанда, ул әсәһе, өлкән ағаһы Либан һәм бәләкәй һеңлеһе Сагал менән тыуған илен ҡалдырып китә, ҡыҫҡа ваҡытҡа Гарлемдағы туғандарында була. K’Naan ғаиләһенең һуңғы нөктәһе булып Канадала Онтарио провинцияһындағы Торонто ҡалаһы була[7]. Музыканттың туғандары әлегә тиклем Онтариола йәшәй. Яңы илдә K’Naan инглиз телен өйрәнә башлай, был юҫыҡта уға Nas һәм Rakim кеүек артистарҙың йырҙары өлөшләтә ярҙам итә. Музыкант инглиз телен белмәһә лә, ул рэп уҡырға өйрәнә, инглиз телле башҡарыусыларҙың башҡарыу стилен һәм текстарын тик фонетик яҡтан ятлап ала[8]. Һуңыраҡ үҙе көй сығара башлай[9]. K’Naan сәйәхәт итеү, музыкаль һәләтен үҫтереү һәм, ахыр сиктә, Торонто ҡалаһына кире ҡайтыу өсөн мәктәпте ташлай.

Музыкаль карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канадала K’Naan дуҫын һәм промоутер Сол Гайя йөҙөндә (ингл. Sol Guy) буласаҡ партнерын таба. Гай музыкантҡа 1999 йылда ҡасаҡтар буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баш комиссары идаралығы алдында сығыш яһау мөмкинлеген тәьмин итә. Үҙенең spoken word стиле сығышында K’Naan БМО-ның Сомалиҙағы уңышһыҙ гуманитар миссияһын тәнҡитләй[10]. Сарала ҡатнашыусыларҙың береһе, Сенегал йырсыһы Юссу Н’Дур йәш музыканттың сығышы һәм ҡыйыулығы менән шул тиклем хайран ҡала һәм уны үҙенең яңы «Building Bridges» альбомын яҙыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Был хеҙмәттәшлек K’Naan өсөн башҡа БМО сараларында, шулай уҡ Монреалдә джаз фестивалендә һәм Halifax Pop Explosion фестивалендә үҙен күрһәтеү өсөн мөмкинлек була. 2001 йылда Канада продюсеры Джарвис Черч (ингл. Jarvis Church) менән таныша һәм уның менән бергә «The Dusty Foot Philosopher» дебют альбомын яҙа. 2005 йылда пластинкаһы сыға һәм музыка тәнҡитселәренең танылыуын ала. 2006 йылда «Рэп-пластинка года» номинацияһында Juno Award[11] премияһын ала һәм Polaris Music Prize бүләгенә номинациялана. Альбом шулай уҡ 2007 йылда «Яңы кеше» категорияһында BBC Radio 3 Award for World Music премияһы призын ала[12][13].

2008 йылда «The Dusty Foot Philosopher» яңы микс һәм бонуслы DVD-диск менән тулыландырылып, бер рәт илдәрҙә делюкс баҫмаһы рәүешендә яңынан сығарыла. Һуңынан K’Naan пластинканың промотурына китә, бер үк ваҡытта киләһе «Troubadour» альбомы —A&M/Octone Records яңы лейблында дебюты өҫтөндә эшләй. Нелли Фуртадо, Mos Def, The Roots, Dead Prez кеүек артистар һ.б. менән хеҙмәттәшлек итә. 2007 йылда Wrasse Records лейблында K’Naan донъя туры ваҡытында яҙылған «The Dusty Foot on the Road» йырҙар йыйынтығын сығара[14]

Йырсының икенсе студия альбомы «Troubadour» 2009 йылдың 24 февралендә A&M/Octone Records лейблында сыға, пластинканың донъяуи дистрибуцияһын Universal Music Group тәьмин итә. Музыканттың йырҙары бер нисә компьютер уйындарының саундтректарына инә. Мәҫәлән, Америка футболы NFL 09 симуляторында «ABC’s» трегы, ә FIFA 06 уйынында «Soobax» композицияһы ҡулланыла.

K’Naanдың «Wavin' Flag» синглына ремикс тыңлаусыларға шул тиклем ныҡ оҡшай, хатта ул Көньяҡ Африкала үткән футбол 2010 буйынса Донъя чемпионатында рәсми булмаған гимн итеп алына[15]. 2009 йылдың 21 сентябрендә музыкант Coca-Cola компанияһы ойошторған ФИФА футболы буйынса Донъя кубогының Халыҡ-ара туры Кампания Швейцарияла старт ала һәм дөйөм алғанда донъяның 150 илдәрендә, шул иҫәптән 13 Африка дәүләтендә үтә[16]. 2010 йылдың 21 мартында K’Naan Мәскәүгә килә[17]. Рәсәй баш ҡалаһында, Васильев һөҙәгендә артист «Wavin’ Flag» композицияһының бер нисә версияһын башҡара, шулай уҡ Рәсәй хип-хоп музыканттары һәм табыныусылар менән аралаша[18]. K’Naan Мәскәүгә Йәнле Көндәлектә артистың рус телле блогы эшләй башлай, уға Рәсәй вәкилдәре ярҙам итә[19]. Блогты асыуға K’Naan Рәсәй фанаттары өсөн шәхси мөрәжәғәтен яҙа[20].

Стиле һәм йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәнҡитселәр K’Naan музыкаһын «Боб Марли мираҫы, Америка хип-хопы һәм атаҡлы протест шиғриәте берләшмәһе» кеүек тасуирлай[21] Уның тауышы һәм башҡарыу манераһын Эминем менән сағыштыралар[8]. K’Naan үҙ ижадын «киҫкен социаль музыка» тип характерлай. Йырҙарҙа артист тыуған илендә Сомалиҙағы ҡатмарлы ситуацияларҙы һөйләй һәм көсләүҙән һәм күп үлтерештәрҙән баш тартырға саҡыра Был йыр тыуған ҡатмарлы хәл тураһында һөйләне һәм артистарҙы саҡыра[22]. K’Naan шулай уҡ ҡылансыҡлыҡтан һәм гангста-рэпҡа хас булған клишенан баш тарта[23].

Йоғонтоға килгәндә, K’Naan илһамды традицион Сомали музыкаһында таба[24]. «Troubadour» альбомында эфиоп сығанаҡтарының йоғонтоһо күҙәтелә, башлыса, Alemayehu Eshete һәм Tilahun Gessesse эфиоп джазсыларының йоғонтоһо һиҙелә[25][26].

Берлектәге проекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2009 йылда K’Naan инглиз рок- төркөмө Keane берлектә уларҙың Night Train — «Stop For a Minute» һәм «Looking Back» мини-альбомы өсөн ике йыр яҙа — уларҙың беренсеһенә клип төшөрөлә.
  • 2009 йылдың йәйендә K’Naan Америка йырсыһы Джейсон Мрадың Gratitude Cafe Tour турнеһында ҡатнаша.
    • 2010 йылда Ванкуверҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары ваҡытында, K’Naan` етәкселегендә 50 музыкант һәм артист Брайанс Адамс тауыш яҙҙырыу студияһына йыйылып, «Wavin' Flag» йырының хәйриә версияһын яҙҙыра. Young Artists for Haiti тип аталған проект сиктәрендә 2010 йылдың 12 мартында был тректың интернет-релизы үтә[27].
  • 2010 йылда 2010 донъя чемпионаты гимнының «Wavin' Flag (Coca Cola Spanish Celebration Mix)» ике телле версияһы сығарыла. Композицияны K’Naan поп-йырсыһы Давид Бисбаль менән дуэтта башҡара.
Студия альбомдары
  • 2004: «My Life Is a Movie»
  • 2005: «The Dusty Foot Philosopher»
  • 2009: «Troubadour»
  • 2012: «Country, or the Girl God»
EP
  • 2012: «More Beautiful Than Silence»
Концерт альбомдары
  • 2007: «The Dusty Foot on the Road»
  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #137609809 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. https://www.google.com/search?q=K%27naan&client=ms-android-samsung-gj-rev1&sxsrf=ALiCzsZAVm2KKJ1qPOeJiOUhLnYGvu5EAQ%3A1654709966519&ei=zt6gYvedH5CmlwTC4bFo&oq=K%27naan&gs_lcp=ChNtb2JpbGUtZ3dzLXdpei1zZXJwEAMyBQguEIAEMgUILhCABDIFCAAQgAQyBQgAEIAEMgUIABCABDIFCC4QgAQyBQgAEIAEMgUIABCABDoHCCMQsAMQJzoHCAAQRxCwAzoKCC4Q1AIQsAMQQzoMCC4QyAMQsAMQQxgBOg8ILhDUAhDIAxCwAxBDGAE6BwgjEOoCECdKBQg4EgExSgQIQRgAUNUaWNUaYO0kaANwAXgAgAGcAogBnAKSAQMyLTGYAQCgAQGgAQKwAQ_IARHAAQHaAQQIARgI&sclient=mobile-gws-wiz-serp
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. Автором гимна ЧМ-2010 стал рэпер K’Naan 2016 йыл 28 декабрь архивланған.
  6. Beautiful Dreamer
  7. Egere-Cooper, Matilda (2006-05-30). «K’Naan: Rapping about War» The Independent [1]
  8. 8,0 8,1 McKinnon, Matthew (2005-06-30). «Kicking Up Dust». CBC
  9. Welte, Jim (2006-08-07). «K’Naan breaks out». MP3.com [2]
  10. Doherty, Mike (2005-02-10). «Wandering star». Eye Weekly
  11. 2006 Juno winners 2009 йыл 11 февраль архивланған.
  12. Lusk, John. «Awards for World Music 2007 — Newcomers». BBC
  13. «Canadian musician K’naan captures BBC prize». CBC
  14. «K’naan — The Dusty Foot On The Road Album». Wrasse Records. 2006 2007 йыл 29 июнь архивланған.
  15. «Toronto hip-hop artist K’naan says World Cup anthem is a 'huge thing'». MSN News. 2010-01-29 2010 йыл 22 август архивланған.
  16. «Coca-Cola представляет гимн мирового тура кубка FIFA». Дата обращения: 28 март 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  17. «C Кубком Мира FIFA в Россию приедет K`naan». Дата обращения: 28 март 2010. Архивировано 22 октябрь 2015 года.
  18. «Как K’Naan в Москве зажигал»
  19. Официальный русскоязычный блог K’Naan
  20. «K’Naan дает старт своему блогу в России!»
  21. Welte, Jim (2006-08-07). «K’Naan breaks out». MP3.com 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  22. Setterington, Joanne (2007-03-17). «K’NAAN — If Rap Gets Jealous». South by Southwest 2007 йыл 15 май архивланған.
  23. Colle, Liam (2005-11-03). «NOW HEAR THIS!: K’naan». PopMatters
  24. Rapreviewes.com
  25. https://www.youtube.com/watch?v=rZZyP0i5B5w
  26. Avclub.com 2012 йыл 27 июнь архивланған.
  27. http://www.facebook.com/youngartistsforhaiti?v=app_4949752878
  • K’naan в «Твиттере»