Ғафаров Алмас Айрат улы
Ғафаров Алмас Айрат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 19 июнь 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | музыкант |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғафаров Алмас Айрат улы (19 июнь 1968 йыл) — «АНТ» төркөмө етәксеһе, йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998)[2]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022)[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алмас Айрат улы Ғафаров 1968 йылдың 19 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған. Әсәһе — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы. Атаһы яғынан ҡартатаһы Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы — Граждандар һуғышы хәрби эшмәкәре, репрессия ҡорбаны. Алмастың улы Искәндәр Ғафаров фортепиано буйынса музыканттарҙың халыҡ-ара кимәлендәге һигеҙ конкурс (Италия, Киев, Болгария, Өфө, Будапешт, Прага, Ырымбур, Париж) еңеүсеһе[1]. 1970 йылда ғаилә Өфөгә күсенә. Алмас 20-се башҡорт мәктәбендә уҡый (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге мәктәп)[4] (1975—1985).
1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң, 1987 йылда армияға алына, Кавказда хеҙмәт итә. Университетта уҡыған саҡта, 1985 йылда, «Һай, Уралым» йырын ижад итә. Был йыр Студент яҙы фестивалендә яңғырай, әммә армияла булған осорҙа йыр онотолоп тора. 1989 йылда ағалы-ҡустылы Илдар һәм Алмас Ғафаровтар һәм Урал Иҙелбаев «Аманат» синтез төркөмөн ойоштора. Һуңғараҡ (1990 йылда) төркөмгә ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡушыла. «Һай, Уралым йыры» «Аманат» төркөмөнөң тәүге башҡарған йыры була. 1990 йылда «Аманат» дуҫтарын йыя" фестивале (артабан «АНТ») ойошторола һәм «Һай, Уралым» йыры фестивалдең гимнына әүерелә. Ошо уҡ йылда Бөтә Рәсәй «Ағиҙел» фестивалендә «Аманат» төркөмө лауреат исеменә лайыҡ була. 1990 йылда «АМАНАТ» студияһы барлыҡҡа килә, әлеге студия бик күп йырсыларға ярҙам ҡулын һуҙа. Республикала башҡорт халҡы рухы күтәрелгән осорҙа «АМАНАТ» (артабан «АНТ») төркөмө бик күп башланғыстар башында тора, мәҫәлән, тәүге «Урал моңо» фестиваленең ойоштороусыһы тап «АГТ» төркөмө була. 1991 йылда «Аманат» төркөмө тарҡала һәм өскә бүленә: «АНТ» (Алмас Ғафаров), «Аҡйондоҙ» (Урал Иҙелбаев)һәм «АМАНАТ» студияһы (Илдар Ғафаров)[5]. Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсановтан торған «АНТ» төркөмө (уларға ҡайһы берҙә Руслан Ниғмәтов ҡушыла) бөтә республикала билдәлелек яулай. Тәүге тапҡыр «АНТ» исеме аҫтында төркөм 1991 йылдың май айында Ишембай районында сығыш яһай. Бөгөнгө көнгә тиклем төркөм әүҙемлеген юғалтмай, бик йыш гастролдәргә сыға, тотороҡлоғо менән айырылып тора. Бөтә Рәсәйҙе, Одессанан Камчаткаға тиклем, гиҙеп үтә, республика райондарында ла улар көтөп алынған ҡунаҡ. Ауылдың бәләкәй-ҙурына, аудиторияның төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, шарттар тыуҙырылмаған төрлө залдарҙа: мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, музейҙарҙа, китапханаларҙа[6] һәм шулай уҡ ҙур концерт залдарында, асыҡ һауала үткәрелгән республика байрамдарында сығыш яһайҙар.
1997 йылда «АНТ» ансамбле егеттәренә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә. 1999 йылдың июнендә «Аманат» студияһы егеттәре Илдар Ғафаров, Алмас Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Юлдаш Ураҡсин (оператор), Руслан Ниғмәтовтарға Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы бирелде[1].
2001 йылдан Алмас Ғафаров һәм ул етәкләгән «АНТ» төркөмө Өфө ҡалаһы администрацияһының мәҙәниәт идараһында эшләй. 2003 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем — Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, БДУ «Аманат» музыкаль студияһының художество етәксеһе һәм «Ант» төркөмө етәксеһе[7].
Репертуары[8]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«АНТ» төркөмө репертуарында барыһы 100-ҙән ашыу йыр (Бүләк; Шайморатов генерал; Һалдат йыры; Бер кем дә юҡ; Йондоҙом; Башҡортостан; Батырҙар йыры; Әҡлимә;Юлғотло; Күбәләк; Күп һайлама сәскәләрҙе; Сибай; Усаҡ һәм башҡалар), шул иҫәптән, Алмас Ғафаров үҙе ижад иткән яҡынса 60 йыр (улар араһында халыҡта популярлыҡ яулаған Һай, Уралым; Тыуған ҡалам Сибай ҡалаһы; Ҡыш бабай; Һылыуҡай; Йүгереп…) Бейеү көйҙәре (ҡурайҙа), Сюита-ре мажор (Попурри, ҡурай), Военное попурри (ҡурайҙа) һәм башҡа көй теҙмәләре халыҡтың һөйөүен яуланы. Төркөм композиторҙар Салауат Низаметдинов, Илшат Хәлилов, Насип Кучаев, Заһир Исмәғилев, Айрат Ҡобағошов, Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Рим Хәсәнов йырҙарын үҙ репертурына алған, шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә Рәсәй «Ағиҙел» авторлыҡ йыры фестивале лауреаты (Өфө, 1990);
- Бөтә Рәсәй ансамблдәр фестивале — 1-се урын (Красноярск, 1994);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997);
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022)
- 30-дан ашыу Рәхмәт хаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Йүгереп үткән оҙон юл… 2020 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ «Ант»(недоступная ссылка)
- ↑ Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли
- ↑ УФИМСКАЯ ГОРОДСКАЯ БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ № 20 ИМЕНИ ФАТИМЫ МУСТАФИНОЙ 2020 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ [http:// muzbash.narod.ru/ant/onas.htm АНТ — это клятва]
- ↑ Великое таинство — музыка…
- ↑ https://mgazeta.com/category/kultura/Vperedi-na-argamake-Shaymuratov-general-210948/ «Впереди — на аргамаке Шаймуратов-генерал…» 2020 йыл 12 май архивланған.
- ↑ Ант төркөмө йырҙары
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «АНТ» дуҫтарын йыя!
- «Хрустальный микрофон — 2020»: в Дёмском районе Уфы подвели итоги конкурса исполнителей эстрадной песни
- В колледже Башкирского государственного университета — выпускной! 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
- Великое таинство — музыка…
- «Впереди — на аргамаке Шаймуратов-генерал…» 2020 йыл 12 май архивланған.
- Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][1] 2020 йыл 10 октябрь архивланған. Туҡһанынсы йылдарҙан ретро-ауаз! Алмас Ғафаров, «Ант төркөмө»
[2] Бер йырҙың тарихы «Һай, Уралым» йыры Алмаз Ғафаров (авторы Әлфиә Хабирова)
YouTube сайтында Видео Алмас Гафаров на тему башкирская музыка