Элизабет Блэкбёрн
Элизабет Элен Блэкбёрн (ингл. Elizabeth Helen Blackburn; 26 ноябрь 1948 йыл, Хобарт, Австралия) — Америка Ҡушма Штаттары ғалимы, цитогенетик, 1971 йылда Алексей Оловников тәҡдим иткән теория буйынса «хромосомаларҙың теломерҙар менән һаҡланыу механизмдарын һәм теломераза ферментын асҡан өсөн» Кэрол Грейдер һәм Джек Шостак менән берлектә физиология һәм медицина буйынса 2009 йылғы Нобель премияһы лауреаты[13].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдың 26 ноябрендә Австралияның Хобарт ҡалаһында табиптар (Harold һәм Marcia) ғаиләһендә тыуа.
Мельбурн университетында (Австралия) бакалавр (B.Sc., 1970) һәм магистр (M.Sc., 1972) дәрәжәһен ала.
Докторлыҡ дәрәжәһен (Ph. D.) 1975 йылда Англияның Кембридж университетында ала, 1975—1977 йылдарҙа Йель университетында (Коннектикут штаты, АҠШ) молекуляр һәм күҙәнәк биологияһы өлкәһендә эшләй.
1978 йылда Блэкбёрн Берклиҙағы Калифорния университетына эшкә инә.
1985 йылда Блэкбёрн Кэрол Грейдер менән бергә теломераза ферментын аса.
1990 йылда Сан-Францисколағы Калифорния университетына (UCSF) Department of Microbiology and Immunology эшкә күсә, был бүлеккә 1993—1999 йылдарҙа етәкселек итә.
2003 йылда Америка гражданлығын ала.
2007 йылда Time Magazine журналы Блэкбёрнды донъяның иң йоғонтоло 100 кешеһе иҫәбенә индерә (100 Most Influential People in The World).[14].
Кейәүҙә. Улы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1990 — Молекуляр биология өлкәһендә АҠШ Милли фәндәр академияһы премияһы
- 1990 — Harvey Society Lecturer at the Harvey Society in New York
- 1991 — Йель университетының почётлы фән докторы
- UCSF Women’s Faculty Association Award
- 1998 — Австралия премияһы
- 1998 — Халыҡ-ара Гайрднер премияһы
- 1998 — Charles-Léopold Mayer Prize
- 1999 — Розенстил премияһы (Кэрол Грейдер менән бергә)
- 1999 — Харви премияһы
- 1999 — Кэйо премияһы
- 1999 — Калифорния штатында йыл ғалимы, (California Scientist of the Year)
- 2000 — American Association for Cancer Research — G.H.A. Clowes Memorial Award
- 2000 — American Cancer Society Medal of Honor
- 2000 — Диксон премияһы
- 2001 — AACR-Pezcoller Foundation International Award for Cancer Research
- 2001 — General Motors Cancer Research Foundation Alfred P. Sloan, Jr. Prize
- 2001 — Америка күҙәнәк биологияһы йәмғиәтенең Уилсон миҙалы
- 2003 — Robert J. and Claire Pasarow Foundation Medical Research Award
- 2004 — Хейнекен премияһы
- 2005 — Бенджамин Франклин миҙалы
- 2006 — Фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы (Кэрол Грейдер һәм Джек Шостак менән берлектә)
- 2006 — Генетика буйынса Грубер премияһы
- 2006 — Уайли премияһы
- 2006 — Майенбург премияһы
- 2007 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы (Кэрол Грейдер һәм Джозеф Галл менән берлектә))
- 2008 — «Фәндәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» Л’Ореаль — ЮНЕСКО премияһы
- 2008 — Олбани медицина үҙәге премияһы
- 2008 — Pearl Meister Greengard Prize
- 2009 — Mike Hogg Award
- 2009 — Пауль Эрлих һәм Людвиг Дармштадтер премияһы
- 2009 — Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (Кэрол Грейдер һәм Джек Шостак менән бергә)[15].
- 2012 — Америка химиктар институтының алтын миҙалы
- 2013 — Шрёдингер лекцияһы
- 2015 — Король миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #134048385 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Elizabeth Blackburn // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Elizabeth Blackburn // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=31356 (нем.)
- ↑ 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ http://www.salk.edu/news-release/nobel-laureate-elizabeth-blackburn-named-salk-institute-president/
- ↑ https://www.nobelprize.org/nobel_prizes/medicine/laureates/2009/blackburn-bio.html
- ↑ 9,0 9,1 9,2 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
- ↑ 10,0 10,1 https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/members/64209.html (ингл.)
- ↑ Fellows Directory (билдәһеҙ)
- ↑ The 2009 Nobel Prize in Physiology or Medicine - Press Release (ингл.) (pdf). Дата обращения: 5 октябрь 2009. Архивировано 8 апрель 2012 года. 2012 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Alice Park. The Time 100: Elizabeth Blackburn . Time Magazine. Дата обращения: 30 май 2008. 2008 йыл 27 май архивланған.
- ↑ Blackburn, Greider, Szostak share Nobel: アーカイブされたコピー . Дата обращения: 5 октябрь 2009. Архивировано 22 октябрь 2009 года. 2011 йыл 26 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 26 ноябрҙә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Австралияла тыуғандар
- Кембридж университетын тамамлаусылар
- Лондон короллеге йәмғиәте ағзалары
- Медицина буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Австралия ордены компаньондары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар