Филиппин тарихы
Филиппин тарихы | |
Филиппин тарихы Викимилектә |
Тарихҡаса булған дәүер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]V быуаттан башлап, хәҙерге Филиппин территорияһында төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте ҡушылыуына нигеҙләнгән цивилизация барлыҡҡа килә. Утрауҙарының ерле халҡы — раса буйынса ҡарағанда тәү сиратта аэта халҡына ҡараған негритостар тарихҡаса булған ерҙәрҙе һәм материк боҙолоҡтарын үтеп, утрауҙың бай урмандарына килеп урынлаша. Һуңыраҡ Тайвань аша утрауҙарға Көньяҡ Ҡытайҙан австронезий телдәрендә һөйләшселәр, VIII быуатта Ҡытай сауҙагәре килә.
Иртә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII—XV быуаттарҙа һинд-малай диңгеҙ короллегенә ҡараған Филиппинды европалыларға Фернандо Магеллан 1521 йылда аса (үҙе шунда үҙ-ара һуғышҡа ҡыҫылып, һәләк була).
XIV быуатта утрауға ғәрәптәр ултыра. Беренсе европалылар килгәнгә тиклем утрауҙың төньяғында (хәҙерге Манила территорияһы) раджалар идара итә, улар тарихи шарттар буйынса Азияның көньяҡ-көнсығыш дәүләттәренә — Шривиджая короллегенә яһаҡ түләй. Әммә ғәмәлдә Филиппин утрауҙары шул ваҡытта уҡ етеш һәм эске идаралыҡҡа эйә була.
Тондо короллеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тондо — Урта быуатта Маниль ҡултығында урынлашҡан Филиппин батшалығы. Иртә Филиппин тарихи яҙмаларында телгә алына: en . Кәмендә 900-сө йылдан йәшәй; XV быуатта исламлаштырыуға дусар була.
Испан осоро (1521—1898)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1521 йыл — Фернандо Магеллан етәкселегендә испан экспедицияһы Филиппинға килә.
- 1565 йылдың 27 апрелендә испан конкистадоры Мигель Лопес де Легаспи 400 ҡораллы һалдат оҙатыуында Себуға килә һәм утрау территорияһында беренсеиспан ауылына нигеҙ һала. Утрауҙы 1543 йылда Испания короле Филипп II хөрмәтенә Филиппин уртауҙары тип атай башлайҙар. Территориялар Яңы Испанияның вице-короленә буйһона. Урданета юлы (Акапулько-Манила) буйынса диңгеҙ юлы булдырыла. Утрауҙа, мосолмандар йәшәгән көньяғынан башҡа, испан теле һәм католицизм киң тарала.
- 1571 йылдың 9 июнендә де Легаспиҙа Испанияның яңы баш ҡалаһы Манилаға нигеҙ һалына; Бангкусай эргәһендәге алышта урындағы раджи Сөләймән һәләк була.
- 1762 йылда ҡаты алыштан һуң Көнсығыш Һиндостандың Бөйөк Британияның колониаль ғәскәрҙәре Манилны баҫып ала, әммә киләһе йылда ул Испанияға ҡайтарыла. Испания дошмандары милли-азатлыҡ хәрәкәтен әүҙемләштерә. Урындағы мосолмандар һәм ҡытай диаспораһы испандарға ҡаршы ҡотортола.
- XIX быуатҡа испан теле католик-филиппиндар, креолин һәм метистар ҡатламы барлыҡҡа килә, улар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш лидерҙары була. Иң билдәле пропагандист Хосе Рисаль1896 йылда ҡулға алына һәм язалана. Шунан һуң бер аҙҙан «өс К» (Kataastaasan at Kagalang Katipunan ng mga Anak ng Bayan) йәмғиәте йәки «Катипунан» — Андрес Бонифасио булдырған һәм һуңыраҡ Эмилио Агинальдо етәкләгән йәшерен революцион ойошма етәкселегендә Филиппин революцияһы башлана. Революционерҙар 1898 йылға испандарҙы тулыһынса тиерлек ҡыуып сығара.
Испандар Филиппинда идара иткән ваҡытта һәр ваҡыт ихтилалара тоҡанып тора, әммә улар уңышһыҙ тамамлана. Бынан тыш, испан колониаторҙары көньяҡ утрау мосолмандары менән туҡтауһыҙ һуғыша.
Америка осоро (1898—1946)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1898 йылда, Испан-американ һуғышынан һуң Испания Филиппинды, Кубаны, Гуамды һәм Пуэрто-Риконы 1898 йылғы Париж солох килешеүенә ярашлы 20 миллион долларға Америка Ҡушма Штаттарына һата. 1898 йылдың 12 июнендә филиппиндар Эмилио Агинальдо етәкселегендә үҙҙәренең Испаниянан бойондороҡһоҙ булыуын иғлан итә. Был килтереп Филиппин-Америка һуғышына килтерә. Ул 1901 йылдан ул рәсми рәүештә тамамлана, шуға ҡармаҫтан тегендә-бында һуғыштар 1913 йылға тиклем дауам итә.
Филиппин утрауҙары АҠШ-тан бойондороҡло биләмә була (вәкәләттәре сикле үҙ хөкүмәтенә эйә), бары тик 1935 йылда ғына улар АҠШ сиктәрендә автономия статусын ала. Филиппин автономия булған ваҡытта АҠШ Конгресының Вәкилдәр палатаһында уларҙан бер һайланмаған депутат була (хәҙер Колумбия округы, Гуам, Пуэрто-Рико һәм Виргин утрауҙары шулай күрһәтелгән).
Икенсе донъя һуғышында Филиппин япон оккупацияһында була.
Бойондороҡһоҙ Филиппин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филиппин 1946 йылдың июлендә АҠШ-тан бойондороҡһоҙлоҡ ала, Филиппин һәм АҠШ мөнәсәбәттәре хаҡында килешеү төҙөлә. Өсөнсө республика — Бойондороҡһоҙ Филиппин республикаһының беренсе президенты Мануэль Рохас була. Әммә Филиппиндың АҠШ-тан сәйәси һәм иҡтисади яҡтан ныҡ бәйле булыуы дауам итә. АҠШ үҙенең хәрби базалары өсөн территорияны 99 йылға ҡуртымға ала. 1967 йылда ҡуртым ваҡыты 25 йылға тиклем ҡыҫҡартыла. Рохас хакимиәте оккупация ваҡытында япондар менән хәҙемәттәшлек иткәндәргә, көслөк менән енәйәт ҡылыусыларҙан башҡа, амнистия иғлан итә.
Филиппин коммунистар партияһы төҙөгән Хукбалахап Японияға ҡаршы халыҡ армияһы 1946 йылда АҠШ-тың хөкүмәткә йоғонтоһона ҡаршы йүнәлтелгән партизан һуғышы башлай. Бушап ҡалған ҡаҙна, экспорт тауарҙарына түбән хаҡ һәм хөкүмәттәге коррупция ғауғаһы һөҙөмтәһендә Хукбалахап крәҫтиәндәр араһында ла яҡлау таба[1].
Рохас вафат булғандан һуң 1948 йылда президент булып Эльпидио Кирино ҡала. Ул һалымды арттырып дәүләт бурыстарын кәметеүгә өлгәшә, Хукбалахаптың коммунистик отрядтары ихтилалын уңышлы баҫтыра.
1953 йылда президент итеп Рамон Магсайсай һайлана. Ул ябай кешеләр араһында иҡтисади һәм ер реформалары арҡаһында бик популяр була. 1957 йылда Магсайсай авиаһәләкәттә һәләк була.
Уны Карлос Гарсия Полестико алмаштыра. Ул АҠШ менән ҡуртымға бирелгән ер мәсьәләһе буйынса уңышлы һөйләшеүҙәр үткәрә. Ләкин хакимиәте коррупция арҡаһында популяр булмай.
1961 йылда президент итеп Диосдадо Макапагал һайлана. Ул АҠШ-тан бик бойондороҡло булмаған сәйәсәт үткәрә.
1965 йылда Макапагалды Фердинанд Маркос алмаштыра. Беренсе мөҙҙәтендә ул «инфраструктураны үҫтереү программаһы» менән айырылып тора. Элекке етәкселәрҙән айырмалы, уның сәйәсәте Филиппин архипелагының барлыҡ төп утрауҙарына ла ҡағыла.
1969 йылда күпселек тауыш менән Маркос икенсе срокка һайлана. 1972 йылда Маркостың конгресс һәм сәйәси партиялар менән мөнәсәбәттәре киҫкенләшә. Шундай шарттарҙа1972 йылдың 21 сентябрендә президент илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә һәм конституцияны ғәмәлдән сығара. Быға яуап итеп маоситтарҙың Яңы халыҡ армияһы ихтилалға күтәрелә.
1973 йылда Маркосҡа тышҡы сауҙала балансҡа өлгәшергә, һалым килемен 60 процентҡа арттырыға, радикаль ер реформаһының башланғыс этабын эшләргә һәм тормошҡа ашырырға, артабанғы үҙгәрештәр һәм дөйөм иҡтисади торғонлоҡто үтеп сығыу өсөн киң сәйәси, административ база булдырырға насип була. Уның хөкүмәтенең иң әһәмиәтле сараһы булып Иҡтисад һәм үҫеш милли идаралығы ойоштороу тора. Уға иҡтисад менән планлы етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә. Иҡтисади сәйәсәттең төп йүнәлеше тип «иҡтисади милләтселек» иғлан ителә. Маркос ер реформаһы, мәшғүллек, эш хаҡын арттырыу аша килеме түбән ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн «яңы йәмғиәт — тиңлек йәмғиәте» һәм «яңы социаль йүнәлеш» программаһы булдырыу тураһында иғлан итә.
1973 йылда Маркос яңы (1898 йылдан дүртенсе) Конституция индерә.
1974 йылда Филиппин Коммунистар партияһы легалләштерелә, коммунистар төрмәнән сығарыла, ә партия ҡораллы көрәште туҡтата.
1981 йылда Маркос ҡабаттан һайлауҙарҙа еңә.
1986 йылдың 7 февралендә ваҡытынан алда президент һайлауҙары үтә. Маркосҡа ҡаршы Бенигно Акиноның тол ҡатыны Корасон Акино сыға. Ике яҡтан да һөҙөмтәләрҙе бутау билдәләнә. Маркос еңеүсе тип иғлан ителә, әммә Корасон Акино ҡаршылыҡҡа саҡыра һәм католик сиркәүҙән, һуңынан армиянан яҡлау таба. Илдә сыуалыштар башлана, хәрби түңкәрелеш була. Маркос Гавайға, АҠШ ҡаса. Маркос йыл идара итеү өсөн, уның ғаиләһе һәм яҡындары табышлы предприятие хужаһы булып китә, швейцарияла күсемһеҙ милек һәм эре банктары иҫәбенә[2].
Корасон Акино президент вазифаһын 1986 йылдың 25 февраленән башҡара башлай. Уның власҡа килеүе демократик реформалар символына әүерелә. Филиппинда яңы конституция ҡабул ителә, күп тармаҡтарҙа реформалар үткәрелә.
2010 йылда президент булып Бениньо Акино-кесе һайлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ CIA Current intellegence review (инг.). — 1951.
- ↑ What Marcoses brought to Hawaii after fleeing PHL in '86: $717-M in cash, $124-M in deposit slips (инг.), GMA News Online. 18 август 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хронологическая таблица по истории Филиппин на портале Филиппины. RU
- История Филиппин