Эстәлеккә күсергә

Скуклостер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скуклостер
Нигеҙләү датаһы 1676
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләүсе Карл-Густав Врангель[d]
Дәүләт  Швеция[1]
Административ-территориаль берәмек Håbo Municipality[d][1]
Хужаһы Государственное управление недвижимости[d]
Хеҙмәтләндереүсе Государственные исторические музеи Швеции[d]
Архитектор Каспар Фогель[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Йылына инеүселәр һаны 86 098
Плата 0 kr
Мираҫ статусы governmental listed building[d][2] һәм governmental listed building complex[d][3]
Почта индексы SE-746 96
Рәсми сайт skoklostersslott.se[4]
Ссылка на условия использования skoklostersslott.se/sv/d…[5]
Һештег skoklosters
Урынлашыу картаһы
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1348
Страница учреждения на Викискладе Skoklosters slott
Карта
 Скуклостер Викимилектә


Скуклостер замогы (швед. Skoklosters slott) — барокко стилендәге швед һарайы, 1654—1676 йылдарҙа Карл Густав Врангель тарафынан төҙөлгән һәм Меларен күлендәге ярымутрауҙа Стокгольм һәм Упсада ҡалалары араһында урынлашҡан. 1970 йылдан алып унда музей урынлаштырыла, уның коллекцияларында картиналар, мебель, һауыт-һаба, туҡыма, ҡорал һәм шулай уҡ китаптар һаҡлана.

1676 йылда замок барокко стилендә бай хәрби етәксе, граф Карл Густав Врангель тарафынан Стокгольм менән Упсада араһындағы Меларен күле ярымутрауында төҙөлә. Замоктың проектын башлыса архитектор Каспар Фогель эшләй, башҡа архитекторҙар Жан де ла Валли һәм өлкән Никодемус Тессин та уға үҙ өлөштәрен индерә. Моғайын, замок ВаршаваныңУяздовский замогына оҡшатып эшләнгән.

Замок һәм уның тирә-йүненең планы, яҡынса 1690—1710.
Төҙөлөп бөтмәгән зал.

Замок XVII быуат уртаһындағы Швед бөйөк иле дәүере ҡомартҡыһы булып тора, был осорҙа Швеция биләмәләрен киңәйтә башлай, шуның арҡаһында ул Европаның иң эре державаларының береһе булып тора. 1676 йылда Врангель үлә, һарай тулыһынса төҙөлөп бөтә алмай. Браге, Скуклостер ғаиләләре мираҫҡа был замокты ала, ләкин уларҙың үҙ биләмәләре булғанлыҡтан, һарайы интерьерын тамамларға ашыҡмай. Шулай итеп, ҙур төп банкет залы төҙөүселәр ни хәлдә ҡалдырһа, шулай тора. Зал Төҙөлөп бөтмәгән зал исемен ала (швед. Ofullbordade salen). Скуклостер замогы Европала XVI быуаттағы төҙөлөш баҫҡыстары һаҡланып ҡалған берҙән-бер бина була. Шул уҡ ваҡытта уның эргәһендә төҙөлөш менән бәйле бер нисә башҡа предметтар һаҡлана: бер нисә тиҫтәгә яҡын төҙөлөш буйынса китап һәм йөҙҙәрсә төҙөлөш ҡоралдары.

1967 йылда Браге замогын мираҫҡа алған фон Эссен ғаиләһе, вариҫтары булмағанлыҡтан, һарайҙы швед хөкүмәтенә һата[6]. Скуклостер замогы Король ҡорал палатаһы Дәүләт музейы булып китә(LSH)[7]. 1970-се йылдарҙа архитектор Хидемарк Уве һарайҙа XVI быуатта ҡулланылған материалдар һәм төҙөлөш методтары менән ремонт яһай.

Музей коллекциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Император Рудольф II Вертумен ролендә» портреты. Арчимбольдо Джузеппе картинаһы, замок коллекцияларының береһе.

Замоктың тамамланған өлөшө барокко стилененең гүзәллеген күрһәтә, ул картиналар коллекцияһын, мебель, туҡымалар, көмөш һәм быяла һауыт-һабаны һаҡлау урыны булып тора. Иң билдәле картиналарының береһе Арчимбольдо Джузеппеның «Император Рудольф II Вертумен ролендә» портреты. Арчимбольдо Джузеппе Изге Рим империяһы императоры II Рудольфты йәй ваҡытындағы рим аллаһы сифатында йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланып төшөргән. Картина Прагала XVII быуатта хәрби трофей итеп алынған.

Китапхана һәм ҡорал палатаһы Врангель коллекцияларындағы ҡорал һәм китаптарына нигеҙләнгән.

Арсеналда XVII быуат хәрби ҡоралының иң ҙур шәхси коллекцияһы бар. Улар башлыса мушкеттар һәм пистолеттар, шулай уҡ ҡылыстар (япон самурайҙары ҡылысы), ҙур булмаған пушкалар, пика һәм арбалеттарҙан ғибәрәт. Шулай уҡ ҡорал коллекцияһы үҙ эсенә төрлө экзотик әйберҙәр, мәҫәлән, эскимос каноэһын һәм йылан тиреләрен ала. Замоктағы арсеналда граф Врангель замогының архитектор Каспар Фогель төҙөгән планы ла һаҡлана. Коллекцияларҙың күп өлөшөн хәрби трофейҙар тәшкил иткән, улар XVII быуаттағы Швед ташҡыны ваҡытында Польшанан урланған[8].

  • International Dictionary of Library Histories / David H. Stam. — Fitzroy Dearborn, 2001.