Эстәлеккә күсергә

Мәскәү дәүләт юридик университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү дәүләт юридик университеты
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Рәсми атамаһы Московский государственный юридический университет имени О. Е. Кутафина
Ҡыҫҡаса атамаһы МГЮА
Кем хөрмәтенә аталған Олег Емельянович Кутафин[d]
Ректор Блажеев, Виктор Владимирович[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Ҡулланылған тел урыҫ теле
Диапазон IPv4 80.250.173.32/27[3], 80.250.173.108/30[4] һәм 85.143.238.0/24[5]
Рәсми сайт msal.ru[6]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московского юридического университета[d]
 Мәскәү дәүләт юридик университеты Викимилектә

О.Е.Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты (МДЮА) — юғары белем биреүҙең федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы (юғары уҡыу йорто).

Академияның тарихы 1931 йылда башлана, ул саҡта Мәскәүҙә Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары башлана (ситтән тороп хоҡуҡи вуздарында уҡыу). 1933 йылда курстар Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу институты тип үҙгәртелә (ЦЗИСП), ул 1937 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институты тип үҙгәртелә (ВЮЗИ), ә 1990 йылда Мәскәү юридик институты тип атала (МЮИ). 1993 йылдың 6 октябрендә МЮИ Мәскәү дәүләт юридик академияһы статусын ала (МДЮА). 2012 йылдың 12 октябрендә Фән мәғарифы министрлығы фән һәм мәғариф министрының 812-се бойороғо менән академия 2013 йылдың 1 февраленән «О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты (МДЮА)» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғарифы учреждениеһы итеп үҙгәртелә

Университет бинаһы
МДУА-ның Ырымбур филиалы бинаһы (элекке Ырымбурпромстрой тресы бинаһытресы бинаһы)

Мәскәү дәүләт юридик университетына нигеҙ һалынған 1931 йылда, Совет хоҡуғының Мәскәү институты ойошторола һәм Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары асыла (ситтән тороп уҡыуҙың совет хоҡуғы институты). 1937 йылда үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институты итеп үҙгәртелә (ВЮЗИ), ул Советтар Союзында иң ҙур юридик юғары уҡыу йорто була. 1940 йылға Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына Бөтә Союз ситтән тороп уҡыуҙың хоҡуҡи академияһы ҡушыла. 1955 йылда Мәскәүҙә киске факультет асыла, 1987 йылда — көндөҙгө факультет. 1990 йылда Мәскәү юридик институты итеп үҙгәртелә, 1993 йылда Академия статусын ала. 2008 йылдың 23 декабрендә Академияға уҡыу йортон 21 йыл етәкләгән О.Е. Кутафин исеме бирелә, 21 йылда етәкләй[7].

Әлеге ваҡытта О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетында 17 000 студент, 27 кафедра, 150 000 тамамлаусы иҫәпләнә[8]. Бынан тыш, университетта РФ академияһының бер академигы, бер РФА ағза-корреспонденты, 100-ҙән ашыу фән докторы 300-ҙән ашыу фән кандидаты, 14 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 15 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, 13 Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, башҡа академияларҙың 12 академигы эшләй[9].

2015 йылда О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетының «ПРАВО.RU» порталы уҡыусылары фекере буйынса илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының булып тора.

2019 йылда «Өс университет миссияһы» халыҡ-ара рейтингында 1001-1100 урын биләй [10] һәм 2020 йылда — РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 37-се урында тора[11].

О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетында түбәндәге кафедралар эшләй:

  • Адвокатлыҡ
  • Административ хоҡуҡ һәм процес
  • Банк хоҡуғы
  • Бизнес-хоҡуҡ
  • Граждандар хоҡуғы
  • Граждандар һәм административ суд эшмәкәрлеге факультеты
  • Интергацион һәм Европа хоҡуҡтары
  • Интеллектуаль хоҡуҡ
  • Мәғлүмәт хоҡуғы һәм цифрлы технологиялар
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы
  • Конкурентлыҡ хоҡуғы
  • Конституцион һәм муниципаль хоҡуҡтар
  • Криминалистика
  • Криминология һәм енәйәт-башҡарыу хоҡуғы
  • Халыҡ-ара хоҡуҡ
  • Халыҡ-ара шәхси хоҡуҡ
  • Һалым хоҡуғы
  • Нотариат
  • Суд һәм прокурор-тикшереү эшмәкәрлеген ойоштороу
  • Хоҡуҡи моделләштереү
  • Эшҡыуарлыҡ һәм корпоратив хоҡуҡ
  • Ғаилә хоҡуғы
  • Спорт хоҡуғы
  • Суд экспертизаһы
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы
  • Хеҙмәт хоҡуҡтары һәм социаль тәьминәт хоҡуғы
  • Енәйәт хоҡуғы
  • Енәйәт-процессуаль хоҡуҡтар
  • Иҡтисад һәм идара итеү
  • Финанс хоҡуғы
  • Тәбиғәт ресурстары хоҡуҡтары һәм экология
  • Энергетика хоҡуғы
  • Инглиз теле № 1
  • Инглиз теле № 2
  • Сит телдәр
  • Практик юриспруденция
  • Физик тәрбиә
  • Философия һәм социология

Әлеге ваҡытта О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университеты составында:

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=80.250.173.32%20-%2080.250.173.63&type=inetnum
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=80.250.173.108%20-%2080.250.173.111&type=inetnum
  5. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.143.238.0%20-%2085.143.238.255&type=inetnum
  6. Google Knowledge Graph — 2012.
  7. Указ Президента РФ от 23 декабря 2008 года № 1814 «Об увековечивании памяти О. Е. Кутафина». Дата обращения: 1 май 2010. Архивировано 28 июль 2012 года.
  8. МГЮА сегодня (недоступная ссылка). Дата обращения: 2 августа 2009. Архивировано 15 июня 2012 года.
  9. МГЮА сегодня (недоступная ссылка). Дата обращения: 2 августа 2009. Архивировано 15 июня 2012 года.
  10. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  11. Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. Дата обращения: 16 июнь 2020.
  12. Сайт Оренбургского института МГЮА
  13. Сайт Вологодского филиала МГЮА
  14. Сайт Волго-Вятский институт (филиал) МГЮА