Казимеж Деймек
Казимеж Деймек | |||||||||
пол. Kazimierz Dejmek | |||||||||
Файл:КАЗИМЕЖ ДЕЙМЕК.jpg | |||||||||
Тыуған: | 17 май 1924[1][2][3] Ковель, Волынь воеводлығы[d], Польша Республикаһы[d][4] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Үлгән: | 31 декабрь 2002[4][2][5][…] (78 йәш) Варшава, Польша[4] | ||||||||
Ерләнгән: | Дола зыяраты[d] | ||||||||
Супруг: | Danuta Mniewska-Dejmek[d] | ||||||||
Балалары: | Piotr Dejmek[d] | ||||||||
Партия: | Поляк крәҫтиәндәр партияһы[d] һәм Польша берләшкән эшселәр партияһы[d] | ||||||||
Наградалары: |
| ||||||||
Казимеж Деймек (пол. Kazimierz Dejmek; 17 май 1924 йыл, — 31 декабрь 2002 йыл) — поляк театр режиссеры һәм актеры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Польшаның мәҙәниәт һәм сәнғәт министры (1993—1996), Польша сеймы депутаты (1993—1997). Польшаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1981). Польша Халыҡ Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1953, 1955, 1984)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы буйынса чех. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Крайова Армияһы яугиры (1943 йылдан алып).
1946 йылда экстерн менән драма актеры һөнәре буйынса имтихан тапшыра. 1947 йылда театр сәхнәһендә дебют яһай. 1949 йылда Лодзь ҡалаһындағы Кино мәктәбенә уҡырға инә. Жешува, Еленя-Гура Һәм Лодзи ҡалалары сәхнәләрендә уйнай. .
1949—1961 йылдарҙ Лодзиҙа «Яңы театр»-ҙы ойоштора һәм уның етәксеһе була, унда «Шымартыусы Карган бригадаһы»(Кани, 1949), «Йәшенле ямғыр» (Островский,1952), «Баня» (Маяковский, 1954), «Юлий Цезарь» (Шекспир, 1960), һәм башҡа спектаклдәр ҡуя.
1962—1968 йылдарҙа Варшавалағы Милли театрҙың директоры һәм художество етәксеһе. Был театрҙа «Якоб Шеле тураһында һүҙ» (Ясеньский, 1962) — иң мөһим постановкаларының береһе, был спектаклдә халыҡ майҙан тамашаһы һәм революцион агитация театры традициялары берләштерелгән. Шулай уҡ «Кордиан» (Словацкий, 1965) һәм «Ҡалғай» (Хоххут, 1966) спектаклдәре актуаль публицистик яңғырашы менән ҡылыҡһырлана.
1967 йылдың 25 ноябрендә Октябрь революцияһының 50 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә поэма Адам Мицкевичтың «Олатайҙар» поэмаһы буйынса спектакль ҡуя, әлеге спектакль ПХР властары тарафынан «Рәсәйгә ҡаршы» һәм «советтарға ҡаршы» тип таныла, Польша берләшкән эшселәр партияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары Владислав Гомулка спектаклдең авторҙарына асыҡтан-асыҡ ябырыла. 1968 йылдың 30 ғинуарында спектакль күрһәтеүҙән алына. Был ҡарар студенттарҙың протестарын һәм демонстрацияларын тыуҙыра һәм 1968 йылдың март ваҡиғаларына этәргес бирә. Казимеж Деймек Польша берләшкән эшселәр партияһынан сығарыла (унда ул 1951 йылдан тора), ә һуңынан Милли театр директоры вазифаһынан бушатыла.
1968 йылдан алып Польшала ғына түгел, сит илдәрҙә лә спектаклдәр ҡуя, мәҫәлән, Осло, Дюссельдорф, Белград, Милан, Вена ҡалаларында.
1969 Йылда Варшавала «Атенеум» театрында А. П. Чеховтың «Ваня ағай» әҫәре буйынса спектаклен ижад итә.
1981—1995 йылдарҙа ул Варшавалағы Поляк театрының директоры һәм художество етәксеһе була, унда, башҡалар араһында С. Мрожектың «Илсе» (1981 һәм 1987), «Вацлава» (1982), «Йәйге көн» (1984), «Контракт» (1986), «Портрет» (1987) һәм «Бәхетле ваҡиға» (1993) пьесаларын сәхнәләштерә.
К. Деймек — Л. Шиллерҙың уҡыусыһы, ҙур социаль йөкмәткегә бай театр формаһы буйынса монументаль принциптарҙы үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Польша крәҫтиән партияһы нан Сейм депутаты итеп һайлана (1993—1997). 1993 −1996 йылдарҙа Польшаның мәҙәниәт һәм сәнғәт министры булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Хеҙмәт Байрағы» ордены (1952)
- ПХР-ҙың дәүләт премияһы (1953, 1955)
- «Халыҡ Польшаһының 10 йыллығы» миҙалы (1955)
- Польша Яңырыуы орденының офицер тәреһе (1955)
- Тадеуш Бой-Желеньский премияһы (1957, 1976)
- Польша Яңырыуы орденының командор тәреһе (1959)
- Польша дәүләтенең Мең йыллығы билдәһе (1967)
- Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Лодзи ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт факультеты премияһы (1976)
- Гердер Премияһы — Европа мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн (1978)
- Польшаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1981)
- Мәҙәниәт һәм сәнғәт министрының режиссура өлкәһендәге художество ҡаҙаныштары өсөн I дәрәжә премияһы (1981)
- Халыҡ Польшаһының 40-йыллығы миҙалы (1984)
- Польша заманса сәнғәтендә режиссерлыҡ һәм театр ҡаҙаныштары өсөн ПХР дәүләт премияһы (1984)
- Станислав Игнаций Виткевич исемендәге театр тәнҡитселәре премияһы (1984)
- «Милли мәҙәниәт алдындағы хеҙмәттәре өсөн» Почет билдәһе (1987)
- Польша Яңырыуы Орденының Ҙур тәреһе (1989)
- Театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Kowadło» премияһы (1993)
- ZAiKS Польша авторҙар йәмғиәтенең Почет билдәһе (1993)
- Лодзь ҡаланың почетлы гражданы (2000)
- Лодзь университетының honoris causa докторы (2002)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20200225230054/http://www.e-teatr.pl/pl/osoby/58.html
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Kazimierz Dejmek // (unspecified title) (пол.) — 2004.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #139122443 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Kazimierz Dejmek // http://www.theatre-architecture.eu/db.html?personId=488 (ингл.) — Arts and Theatre Institute.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҙур совет энциклопедияһы. М.: Совет энциклопедияһы. 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kazimierz Dejmek (пол.)
- 17 майҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- 31 декабрҙә вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Командор тәреһе кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Офицер тәреһе кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Польша сәйәсмәндәре
- Польша сеймы депутаттары
- Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар
- Польшаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре