Эстәлеккә күсергә

Йәнәбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йәнәбә (жәнәбә) (ғәр. جنابة‎ — бысраныу‎) — Исламда тәһәрәт боҙолоу, бысраныу; тулы ғөсөл ҡойонорлоҡ итеп нәжес тейеү. Был халәттәге кеше йүнүп (жүнүб) тип атала[1].

Тәһәрәтһеҙлек нәжес тейерлек ғәмәлдәрҙән килеп сыға. Мәҙһәбенә ҡарап, нәжес тип һаналаған нәмәләр бер аҙ айырыла. Тәһәрәт боҙолоуға эякуляция һәм поллюция (ир-атта), менструация һәм баланан бушанғандан һуң килгән бүленделәр (нифас) (ҡатын-ҡыҙҙа), яҡынлыҡ ҡылыу килтерә[2].

Таҙарыныу өсөн тулыһынса йыуынырға — ғөсөл ҡойонорға кәрәк. Әгәр бысраныу аҙғынлыҡ, эскелек һәм башҡа харам нәмәләр арҡаһында килеп сыҡһа, мосолман тәүбә итергә һәм гонаһын йыуырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға тейеш[3].

Йәнәбә хәлендә мосолманға мәсеткә инергә, Ҡөрьәнгә тотонорға һәм уҡырға, хаж ҡылырға, тауаф үтергә һәм намаҙ уҡырға ярамай (айырым осраҡтарҙан тыш)[1].

урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Йәнәбә (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.