Эстәлеккә күсергә

Йыуа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йыуа
Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше
Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Allium ursinum L.


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  4684
EOL  1085089
GRIN  t:2413
IPNI  529088

Йыуа, Айыу һуғаны, Урман йыуаһы (рус. черемша́, лук медве́жий, ди́кий чесно́к, калба́, лат. Állium ursínum) — Һуғандар (Allium) ырыуы Һуғандар (Alliaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 60 см-ға етә. Май-июль айҙарында сәскә ата, емеше июль-августа өлгөрә.

Йыуа (Айыу һуғаны).
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Йыуа Үҙәк Европала (Австрия, Бельгия, Чехия, Словакия, Германия, Венгрия, Нидерланд, Польша, Швейцария), Төньяҡ Европала (Дания, Финляндия, Ирландия, Норвегия, Швеция, Бөйөк Британия), Көньяҡ Европала (Румыния, Болгария, Югославия, Греция, Италия, Франция, Испания, Украина, Кавказда һәм Төркиәлә таралған.

Ҡырағай хәлдә тундра занаһында осратырға мөмкин. [2]. Күләгәле урманда, йылға буйҙарында үҫә, баҡса культураһы булараҡ та үҫтерелә. 12–17°С-та үҫкән йыуа тәмле була, 20°С һәм ҡоро һауа шарттарында үҫкән йыуаның һәм башҡа һуған күльтураларының сифаты түбәнерәк була [3].

Башҡортостанда һәм республикаға сиктәш өлкәләрҙә йыуаның бер нисә төрө үҫә. Иң йыш осрай торғаны - талғыр йыуаһы, ҡарға йыуаһы, селек йыуаһы, ҡыуыш йыуаһы, әтмәкәй, оҫҡон, күл йыуаһы[4]

Айыу һуғаны Брянск, Курск, Ленинград, Липецк, Мәскәү, Псков, Рязань, Смоленск өлкәләре һәм Ставрополь крайы, шулай уҡ Белоруссия, Латвия, Литва, Украина республикаларының Ҡыҙыл китабына индерелгән[5][6].

Йыуаның ҡыяғы, һабағы һәм һуғанбашынан көслө һарымһаҡ еҫе сыға, унда аллиин гликозиды һәм эфир майҙары булыуы арҡаһында шундай сифатҡа эйә. Үҫемлектә аскорбин кислотаһы күп (ҡыяғында 0,73 процентҡа тиклем, төбөндә — 0,10 процент). Бейек тауҙарҙа йыуала С витамины тәпәштәренә ҡарағанда күберәк була. Эфир майҙары составына винилсульфид, тиолдар һәм альдегид инә. Бынан тыш үҫемлектә аҡһым , фруктоза, минераль тоҙҙар, фитонцидтар, лизоцим, каротин бар.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ит-һөт өсөн аҫралған малға йыуа ашатыу кәңәш ителмәй, иттең еҫенә йоғонто яһай, ә һөт — ҡыҙғылт-һары төҫкә инә, тәме үҙгәрә, әммә хайуандың үҙенә бер нисек тә насар тәьҫир итмәй [7].

Йыуа кеүек үҫемлектәрҙе баҡсала үҫтереп була.

Бал ҡорттары унан бал йыя, йыуа сәскәһе нектар сығара.

Һулдан уңға: йәш үҫентеһе, сәскәлеге, сәскә бөрөһө, сәскәһә
  • YouTube сайтында Видео "Дикий лук - черемша" - Талғыр йыуаһы. Хәйбулла районы
  • YouTube сайтында Видео Черемша польза и вред. Многолетнее травянистое растение
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 340. Allium ursinum L. — Лук медвежий, или Черемша // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 450. — ISBN 8-87317-091-6.
  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. . |А. Краснопевцева, В. Краснопевцева. Ещё один кандидат в Красную книгу? Черемша на Хамар-Дабане http://www.baikalwave.eu.org/Volna/38/cheremsha.html 2008 йыл 23 ноябрь архивланған.
  3. Черемша 2007 йыл 26 февраль архивланған. на сайте kuking.net
  4. "Дикий лук - черемша" - Талғыр йыуаһы. Хәйбулла районы
  5. Йыуа: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.
  6. Цибуля ведмежа (черемша) (укр.). Червона книга України (2013). Дата обращения: 22 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Пороки молока и причины их вызывающие