Вильнюс аэропорты
Вильнюс аэропорты | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Vilnius һәм Vilnius |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Вильнюс |
Дәүләт | Литва |
Административ-территориаль берәмек | Вильнюс |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 646 фут |
Хеҙмәтләндереүсе | Министерство транспорта и связи Литвы[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1944 |
Пассажирҙар ағышы | 3 915 960[1] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Вильнюс[2] |
Адрес | Rodūnios Road 10A, Vilnius[3] |
Рәсми сайт | vilnius-airport.lt |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 01/19 |
ИАТА аэропорты коды | VNO |
ИКАО аэропорты коды | EYVI |
Вильнюс аэропорты Викимилектә |
Вильнюс аэропорты (лит. Vilniaus oro uostas; ИАТА: VNO, ИКАО: EYVI) — Литваның баш ҡалаһы Вильнюстың халыҡ-ара аэропорты. Ҡала үҙәгенән көньяҡҡа табан 7 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Литваның иң ҙур аэропорты булып тора (2017 йылда пассажирҙар ағымы — 80 %) һәм Балтик буйы йөкләнеше буйынса икенсе урында тора (2019 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорт 5 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндергән)[4].
Аэропорт Литва чартер авиакомпаниялары Heston Airlines, GetJet Airlines һәм Avion Express чартер авиакомпаниялары, Ryanair һәм Wizz Air лоукостерҙары, шулай уҡ airBaltic авиакомпанияһы өсөн үҙәк булып тора. Аэропортты «Lietuvos oro uostai» дәүләт предприятиеһы файҙалана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорт 1932 йылдың 17 авгусында эшләй башлай. Тәүҙә ул эргәләге Порубанек ауылы (хәҙерге Киртимай районы) исеме буйынса «Вильно-Порубанек» тип атала (пол. Wilno-Porubanek). Башта аэропорттан Варшава һәм Львовҡа ғына эске рейстар башҡарыла. Һуңынан, 1939 йылдың 15 апреленән, халыҡ-ара Каунас аэропортына ла оса башлайҙар.
1954 йылдың 4 октябрендә авиавокзалдың беренсе бинаһын төҙөү тамамлана, ул архитекторҙар Дмитрий Бурдин һәм Геннадий Ёлкиндың проекты буйынса Сталин ампиры стилендә төҙөлә. Бина Литва мәҙәни мираҫы реестрына индерелгән һәм төбәк әһәмиәтендәге объект булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана; Реестрҙағы коды — 15877[5]. Хәҙерге ваҡытта иҫке бинала килеүселәр терминалы урынлашҡан.
1980 йылдар аҙағында иҫке бина пассажирҙар ағымының артыуы сәбәпле икенсе терминал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ул 1993 йылда асыла; унда осоу китеү терминалы урынлашҡан.
Литва 2007 йылда Шенген зонаһына ингәндән һуң, аэропорт Шенген килешеүенең барлыҡ талаптарына һәм ҡағиҙәләренә тап килһен өсөн, өсөнсө бина төҙөү кәрәк була. 2007 йылда асыла[6]. Әлеге ваҡытта аэропорт, йөк ташыуҙы иҫәпкә алмағанда, йылына яҡынса 30 мең осошто, 1,8 миллион самаһы пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Йөк ташыу күләме йылына 5000 тоннанан ашып китә.
2014 йылда осоу-ултырыу һыҙаттарын тикшереү үткәрелгәндә уны реконструкциялау кәрәклеге асыҡлана. Ремонтты 2016 йылда башлау планлаштырыла, тик 2017 йылда ғына байтаҡ реконструкция үткәрелә (шунан һуң осоу-ултырыу һыҙаты тағы 25 йыл дауам итә), аэропорт бер-ике айға ябыла (күп рейстар Каунасҡа күсерелә)[7][8]. 2021 йылда төньяҡ перон төҙөлөшө тамамлана.
2022 йылда самолеттарҙы боҙға ҡаршы эшкәртеүҙән ҡалған һыуҙарҙы эшкәртеү буйынса завод төҙөү планлаштырыла, йыйылған шыйыҡсаны икенсе тапҡыр ҡулланып буласаҡ. Шулай уҡ посылка терминалы төҙөлә.
4 ноябрҙә ике ҡатлы килеү терминалын төҙөү буйынса әҙерлек эштәре, ә 2022 йылдың 28 декабрендә ике ҡатлы пассажирҙар терминалы төҙөлә башлай, ул 2025 йылда тамамланасаҡ.
Авиакомпаниялар һәм тәғәйенләнеш пункттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2022 йылдың мартына ҡарата Вильнюс аэропортынан түбәндәге авиакомпаниялар рейстар башҡара:
Йөк авиакомпаниялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Пассажирҙар ағымы, кеше. | Үҙгәрештәр | Рейстар |
---|---|---|---|
1992 | 248520 | ||
1993 | 230200 | -7,4 % | |
1994 | 352373 | +53,1 % | |
1995 | 355638 | +0,9 % | |
1996 | 370537 | +4,2 % | |
1997 | 410879 | +10,9 % | |
1998 | 461989 | +12,4 % | 16711 |
1999 | 480708 | +4,1 % | 18711 |
2000 | 521529 | +8,5 % | 17277 |
2001 | 584171 | +12,0 % | 18362 |
2002 | 634991 | +8,7 % | 17124 |
2003 | 719850 | +13,4 % | 18336 |
2004 | 964164 | +33,9 % | 23665 |
2005 | 1281872 | +33,0 % | 29193 |
2006 | 1451468 | +13.2 % | 29347 |
2007 | 1717222 | +18.3 % | 32840 |
2008 | 2048439 | +19.3 % | 37839 |
2009 | 1308632 | −36.1 % | - |
2010 | 1373859 | +4.98 % | 26106 |
2011 | 1712467 | +24.7 % | 27703 |
2012 | 2208099 | +28.94 % | 29995 |
2013 | 2661869 | +20.55 % | 32778 |
2014 | 2942670 | +10.55 % | 37254 |
2015 | 3336084 | +13,37 % | 39289 |
2016 | 3814001 | +14,33 % | 41304 |
2017 | 3761837 | ||
2018 | 4923000 | ||
2019 | 5004922 |
Транспорт бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорт ҡаланың башҡа райондары менән йәмәғәт транспорты һәм такси менән бәйле.
- Автобус бәйләнеше яҡынса 5:30 сәғәттән 23: 00 сәғәткә тиклем. Бер тапҡыр бирелә торған билетты водителдән 1 евроға һатып алырға мөмкин.
- 1 се һәм 2 се маршруттар төрлө юлдар менән вокзалға тиклем йөрөй;
- 88-се маршрут Европа майҙанына тиклем йөрөй, ҡаланың үҙәк өлөшө аша үтә;
- № 3G маршруты Фабиёнишкес торлаҡ районына тиклем йөрөй, ҡаланың үҙәк өлөшө аша үтә.
- Тимер юл бәйләнеше: тимер юл вокзалына тиклем PESA 620M автомотрисаһы (рельс автобусы) йөрөй (Көнөнә 18 рейс (2020 йыл расписаниеһы буйынса 4:55 сәғәттән 20:30 сәғәткә тиклем)[9])
- такси. Bolt ҡушымтаһы аша такси саҡырып, ҡалаға юл, тәғәйенләнгән урынға ҡарап, ни бары 4 евро тора.
Рига менән халыҡ-ара бәйләнеш: Flybus микроавтобустары аэропорттан Латвияның баш ҡалаһына һәм кирегә йөрөй. Расписание Wizz Air һәм Ryanair компанияларының килеүенә һәм сығыуына бәйле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://infogram.com/vno-keleiviai-1hdw2jpvnqdop2l
- ↑ https://store.aci.aero/wp-content/uploads/2018/05/2014_Traffic_Report_sample.xlsx
- ↑ https://www.vilnius-airport.lt/en/passenger-guide/airport-information/passenger-guide-contacts
- ↑ 4,0 4,1 Vilnius airport statistics . Дата обращения: 16 август 2019. Архивировано 5 июнь 2019 года.
- ↑ Vilniaus oro uosto pastatas (лит.). Kultūros vertybių registras. Kultūros paveldo departamentas prie Kultūros ministerijos. Дата обращения: 9 июль 2021. Архивировано 19 ноябрь 2016 года.
- ↑ О Вильнюсском аэропорте 2014 йыл 6 май архивланған. на сайте «Привет Литва»
- ↑ Реконструкция взлетно-посадочной полосы (ВПП) Вильнюсского аэропорта . Вильнюсский аэропорт. Дата обращения: 9 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 9 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ Vilnius Airport to be closed for a renovation until Aug. 17 . The Seattle Times (13 июль 2017). Дата обращения: 9 сентябрь 2017. Архивировано 21 август 2017 года.
- ↑ Расписание 2020 йыл 23 апрель архивланған. на сайте компании «Литовские железные дороги»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2017 йыл 5 ноябрь архивланған. (рус.) [1] 2017 йыл 7 ноябрь архивланған. (лит.)
- Интервью с Генеральным директором Вильнюсского аэропорта 2019 йыл 2 июль архивланған.
- Интервью с Коммерческим директором вильнюсского аэропорта 2018 йыл 23 август архивланған.