Эстәлеккә күсергә

Бәғәҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәғәҫ
ғәр. حزب البعث[1]
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 7 апрель 1947
Логотип
Рәсми атамаһы حزب البعث العربي الاشتراكي[2]
Нигеҙләүсе Мишель Афляк[d], Салах ад-Дин Битар[d] һәм Заки Арсузи[d]
Генеральный секретарь Мишель Афляк[d]
Дәүләт  Бахрейн
 Иордания
 Судан
 Йемен
 Ливан
Сәйәси спектрҙағы урыны ультралевые[d]
Сәйәси идеология антиамериканизм[d], антисионизм[d], баасизм[d], арабский национализм[d], Насеризм[d], панарабизм[d], секуляризм[d], однопартийная система[d], арабский социализм[d], авторитаризм[d], антиимпериализм[d], социалистический патриотизм[d] һәм левый национализм[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Димәшҡ, Сүриә
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Баас[d] һәм Баас[d]
Төҫ Ҡара төҫ, Ҡыҙыл төҫ, йәшел һәм аҡ
Hex-код цвета 017B48
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 23 февраль 1966

Ғәрәп социалистик яңырыу фирҡәһе (партияһы) (ғәр. حزب البعث العربي الاشتراكي‎, Хизб әл-Бәғәҫ әл-Ғәрәби әл-Иштирәки; рус. Партия арабского социалистического возрождения - Баас [3]) — 1947 йылда Сүриәлә Мишель Әфләҡ, Сәләх әд-дин Битәр һәм Зәки Әрсузи нигеҙ һалған сәйәси фирҡә. Фирҡә идеологияһы — Ғәрәп социализмы һәм панғәрәбилек ҡатнашлығынан торған бәғәҫилек.

Фирҡәнең күп кенә ғәрәп илдәрендә йоғонтоһо булған. 1963 йылда бәғәҫиҙәр Ираҡта хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власты баҫып ала алған, әммә бер нисә айҙан уларҙың режимы ҡыйратылған. Шул уҡ йылда бәғәҫиҙәр 8 марттағы революция барышында Сүриәлә партияның оҙайлы идара итеүенә башланғыс һалған власты үҙ ҡулына ала.

1966 йылда, Сүриәләге түңкәрелеш барышында Бәғәҫтең Милли етәкселеге властан ситләтелә, фирҡә ғәмәлдә Сүриә тарафлы һәм Ираҡ тарафлы фракцияларҙан торған ике үҙаллы ойошмаға тарҡала. Уларҙың һәр береһе үҙен төп партияның законлы вариҫы итеп күрһәтә һәм төрлө илдәрҙә бүлексәләре бар. Беренсе фирҡә Сүриә менән әлеге ваҡытта ла идара итә, ә Ираҡ тармағы 2003 йылда властан ситләтелә, әммә Ираҡ оппозицияһы сифатында йоғонтоһон һаҡлап ҡала.

Бәғәҫтең Сүриә төбәге генераль секретары булып (الأمين العام لحزب) үҙенең үлеменә тиклем Хафиҙ Әсәд була ((10 июнь, 2000) . 2000 йылдан фирҡәнең Сүриә төбәк етәкселеге секретары (الممين المتريננري) булып президент Бәшәр Әсәд эшләй.

Фирҡәнең дөйөм ғәрәп етәкселегенең генераль секретары булып (Ираҡ тармағы буйынса) 1989 йылдың 23 июнендә вафат булғанға тиклем партияға нигеҙ һалыусы Мишель Әфләҡ тора.

1979 йылдан фирҡәнең Ираҡ төбәк етәкселегенең генераль секретары (נمينנر) булып Сәддам Хөсәйен тора. 2007 йылдың 17 ғинуарында Ираҡ ҡаршылыҡ хәрәкәте albasrah.net сайтында төбәк етәкселегенең генераль секретары итеп Иззат Ибраһим һайланыуы тураһында ҡарар баҫылып сыға [4].

Төбәктәрҙә эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирҡә Йеменда , Ливанда , Фәләстиндә һәм башҡа ғәрәп илдәрендә эшләй.

  1. A Dictionary of Modern Written Arabic (ингл.) / J. M. Cowan — 4 — Urbana: Spoken Language Services, 1979. — P. 80. — ISBN 978-0-87950-003-0
  2. Agwani M. S. The Baʻth: A Study in Contemporary Arab Politics (ингл.) // International StudiesSAGE Publishing, 1961. — Vol. 3, Iss. 1. — P. 6. — ISSN 0020-8817; 0973-0702doi:10.1177/002088176100300102
  3. Agwani, M. S. (1961). «The Baʻth: A Study in Contemporary Arab Politics». International Studies. DOI:10.1177/002088176100300102.
  4. شبكة البصرة منبر العراق الحر الثائر


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.