Ажен
Ажен[10] (франц. һәм окс. Agen) — Францияның Яңы Аквитания төбәгендә Ло һәм Гаронн департаментының административ үҙәге. 162-метрлыҡ Эрмитаж ҡалҡыулығы итәгендә Гаронн яры буйында урынлашҡан. Халҡы 30 170 кеше тәшкил итә (1999 йыл).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр Юлий Цезарьҙың «Галл һуғыш тураһында яҙмаларында» нитиобригтар ҡәбиләһенең ҡалаһы Агиннум (лат. Aginnum) кеүек телгә алына. 509 йылда Хлодвиг ҡулына күсә. Урта быуаттарҙа — XII быуаттан алып XV быуатҡа тиклем инглиз королдәре биләмәһенә ингән Аженуа графлығының баш ҡалаһы. 1578 йылда Маргарита Валуаға, уның Генрих Наваррский менән никахҡа инеүе ваҡытында бирнә итеп бирелә. Ажендан гуманист Скалигерҙар ғаиләһе сыҡҡан.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ажендың тар боронғо урамдары лабиринты хәҙерге киң бульварҙарҙы киҫеп үтә. Тарихи биналар XII быуаттың Изге Капрасий соборын һәм Нотр-Дам-де-Жакобен (XIII быуат) доминикан монастырын үҙ эсенә ала. Ренессанс дәүеренең шәхси йорттарында Гойяның һәм импрессионистарҙың картиналарына бай художество музейы урынлашҡан.
Христианлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Христианлыҡ Аженда дүртенсе быуаттан да һуң ҡалмай урынлаша. Түбәндәге Ажен епископтары изгеләр рәтенә индерелгән:
- Капрэ йәки Капрасий (Caprais, ?—303)
- Фебад (Fébade, Phébade, 358—392)
- Дульситий йәки Дульсидий (Dulcitius, V быуат)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иосиф Юстус Скалигер (1540—1609), гуманист
- Бернар Жермен Этьен де ла Виль (1756—1825), натуралист
- Жан-Батист Бори де сен-Венсан (1780—1846), натуралист
- Мишель Серр (1930), философ, фән тарихсыһы
- Франсис Кабрель (1953), йырсы, композитор, йырҙар авторы
- Жак Жансемин — билдәле гаскон шағиры
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Динслакен, Германия
- Корпус-Кристи, АҠШ
- Лланелли, Бөйөк Британия
- Нисиномия, Япония
- Толедо, Испания
- Туапсе, Рәсәй
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ажен климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20,1 | 22,3 | 26,3 | 30,2 | 33,6 | 38,5 | 38,8 | 40,9 | 36,7 | 31,7 | 23,9 | 21,2 | 40,9 |
Уртаса максимум, °C | 8,9 | 11,2 | 14,4 | 16,9 | 21 | 24,5 | 27,1 | 26,8 | 24,1 | 19,2 | 12,6 | 9,1 | 18 |
Уртаса температура, °C | 5,5 | 6,9 | 9,3 | 11,7 | 15,4 | 18,8 | 21 | 20,8 | 18,1 | 14,2 | 8,8 | 5,9 | 13,1 |
Уртаса минимум, °C | 2 | 2,5 | 4,1 | 6,4 | 9,9 | 13 | 14,9 | 14,7 | 12,1 | 9,2 | 4,9 | 2,6 | 8,1 |
Абсолют минимум, °C | −17,4 | −21,9 | −10,5 | −3,4 | −1,6 | 3,9 | 7 | 4,7 | 1 | −4,4 | −8,6 | −12,1 | −21,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59,6 | 54,6 | 53,8 | 62,1 | 79,5 | 62,2 | 53 | 55,7 | 59,3 | 59,9 | 60,5 | 65,4 | 725,9 |
Сығанаҡ: http://meteostats-bzh.ath.cx:93/meteostats/station-102-1958-2008.php (недоступная ссылка с 12-10-2016 (2999
дня)) |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ Sandre
- ↑ Populations de référence 2022 (фр.) — INSEE, 2024.
- ↑ 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 5,0 5,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 https://lannuaire.service-public.fr/nouvelle-aquitaine/lot-et-garonne/mairie-47001-01
- ↑ https://open-collectivites.fr/plateformes-open-data-locales/
- ↑ Произносится [aʒɛ̃]; русская транслитерация Ажан ошибочна.