Эстәлеккә күсергә

Википедия:Мәҡәләләргә исем биреү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
07:43, 19 ноябрь 2021 өлгөһө; З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) (Иҫкәрмәләр)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)


Был мәҡәләлә Википедияла мәҡәләләргә исем биреү буйынса ҡулланма килтерелә. Ул тәү сиратта Википедияны ойоштороуҙың энциклопедик һәм ғилми телмәр стиле принциптарына, шулай уҡ уның программа тәьминәте үҙенсәлектәренә буйһона.

Ҡулланмаларҙың «мәңгелеккә» сығарылған закон түгел, ә ваҡытлыса эш итеүсе тәҡдимдәр һәм килешеүҙәр икәнен онотмағыҙ. Википедия үҫә һәм үҙгәрә, ҡайһы бер килешеүҙәр көнүҙәклеген юғалта. Шулай ҙа шик тыуған саҡта ҡулланма килешеүҙәренә ҡолаҡ һалыу яҡшыраҡ.

Мәҡәләгә исем биргәндә башҡорт телле уҡыусыларға танылып торған, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланған атамаға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ул атама мөмкин тиклем бер мәғәнәле булһын. Мәҡәләгә һылтанмаларҙың да ябай һәм аңлайышлы булыуы мөһим.

Мәҡәләгә исем һайлау

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә предметын башҡорт телендәге абруйлы сығанаҡтар нимә тип атаһа, шуны мәҡәләнең исеме итергә кәрәк. Ҡайһы берҙә мәҡәләгә бер нисә төрлө исем бара. Бындай осраҡта мөхәррирҙәр консенсус нигеҙендә иң яҡшы исемде һайлай.

Википедияла яҡшы исем биш талапҡа яуап бирә:

  • Танылып тороу: был исем буйынса уҡыусы, предмет өлкәһе менән әҙ-мәҙ генә таныш булһа ла, ул өлкәлә белгес булмаһа ла, мәҡәләнең предметын таный ала.
  • Тәбиғилек: уҡыусылар — эҙләү өсөн, мөхәррирҙәр башҡа мәҡәләләрҙән һылтанма яһау өсөн ҡуллана алырлыҡ исемде һайларға кәрәк. Мәҡәләгә шундай исем бирелгән булһа, ул предметтың башҡортса аталышын теүәл тапшыра.
  • Ҡыҫҡалыҡ: исемдең оҙонлоғо мәҡәлә предметын таныу һәм уны башҡа предметтарҙан айырыу өсөн хеҙмәт итерлек кенә булһын.
  • Аныҡлыҡ: мәҡәлә исеме предметты башҡа предметтар менән бутамаҫлыҡ итеп танытһын.
  • Бер ишлек: мәҡәлә исеме оҡшаш мәҡәләләр өсөн ҡабул ителгән схемаға ярашлы булһын. Был схемаларҙың ҡайһы берҙәре § Айырым осраҡтар бүлегендә тематик килешеүҙәр рәүешендә бирелгән.

Был талаптарҙы ҡағиҙә тип түгел, ә өлгәшергә тырышылған маҡсаттар (стандарттар) тип ҡарарға кәрәк. Темаларҙың күпселеге өсөн ябай һәм дөйөм ҡабул ителгән, үрҙәге талаптарға яуап биргән атама бар — шуны мәҡәлә исеме итеп файҙаланырға кәрәк. Ләкин ихтимал варианттар бер нисә булһа, ҡарарҙы консенсус аша ҡабул итергә тура килә. Мәҫәлән, хәҙерге осор дәүләтенең танылып торған, тәбиғи һәм ҡыҫҡа Бөйөк Британия тигән атамаһы «Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшкән Короллеге» тигән рәсми атамаға ҡарағанда ҡулайыраҡ.

Хәрефтәр регистры

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә исеменең беренсе һүҙе техник сәбәптәр арҡаһында һәр ваҡыт ҙур хәрефтән башлана. Артабанғы һүҙҙәрҙең регистры башҡорт теле ҡағиҙәләренә ярашлы һайлана[1][2]. Әгәр мәҡәләнең исеме бәләкәй хәрефтән башланырға тейеш булһа, мәҡәләнең өҫтөнә {{Исеме бәләкәй хәрефтән}} ҡалыбын өҫтәргә кәрәк.

Иҫкәрмә: Мәҡәлә исемендәге беренсе һүҙ бәләкәй грек хәрефенән башланырға тейеш булһа, ул бәләкәйҙән яҙыла.

Һүҙҙәрҙең тәбиғи тәртибе һәм йүнәлтеүҙәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә исемендә һүҙҙәрҙең тәбиғи тәртибе ҡулланылһын. Атаманың киң таралған варианттарынан, шул иҫәптән энциклопедиялағы атамаһынан, төп мәҡәләгә йүнәлтеү яһау тәҡдим ителә.

Төп килештә, берлектә

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә мәҡәлә исемдәре берлектә һәм төп килештә ҡуйыла. Сығармалар бар, мәҫәлән: Ғәрәп цифрҙары, Металдар, Энәғараҡтар һ. б.

Википедия белешмә баҫма булғанлыҡтан мәҡәләләрҙә, айырыуса мәҡәлә исемдәрендә, башҡорт теле орфографияһы ҡағиҙәләренә ярашлы итеп «ё» хәрефен яҙыу кәрәк.

Мәҡәлә исемендә «ё» хәрефе булһа — уны «е» хәрефенә алмаштырып яҙған варианттан мәҡәләгә йүнәлтмә эшләгеҙ, был ошо уҡ предмет буйынса тағы бер мәҡәлә яҙып ҡуймаһындар өсөн эшләнә.

Википедияла мәҡәлә исемендә баҫым тамғаһы ҡуйыу ҡабул ителмәгән. Һүҙҙәрҙе (башлыса рус теленән һәм рус теле аша ингән һүҙҙәрҙе) әйтеү үҙенсәлектәре текст эсендә күрһәтелә. Ә күп мәғәнәлелектәр күп мәғәнәлелекте хәл итеү биттәре ярҙамында хәл ителә, мәҡәләләрҙең исеменә йәйә эсендә аныҡлау өҫтәлә. Был йүнәлтеүҙәр һәм күп мәғәнәлелектәр биттәренә исем биреүгә лә ҡағыла.

Әгәр бер термин йә һүҙ бер нисә мәғәнәгә эйә булһа, мәҡәләләрҙең исеменә аныҡлау өҫтәлә: һүҙҙән һуң бер буш ара ҡалдырыла һәм йәйәләр эсендә, бәләкәй хәрефтән аныҡлау бирелә.

Йәйә эсендәге аныҡлауҙарҙы түбәндәге осраҡтарҙа ғына бирәләр:

  1. яңғыҙлыҡ исемде йөрөтөүселәр бер нисәү;
  2. терминдың төрлө ғилми өлкәлә бер нисә аңлатмаһы бар;
  3. башҡа шундай осраҡтар.

Был мәғәнәләрҙең береһе айырыуса киң билдәле һәм киң таралған булһа, ҡағиҙә булараҡ, уның тураһындағы мәҡәлә исемендә йәйәләрҙә аныҡлау бирелмәй.

Был йәһәттән Википедияла ошо ҡағиҙәнән бер сығарма бар:

  • һандар тураһындағы мәҡәләләрҙең исемендә аныҡлау һәр ваҡыт бирелә: 1 (һан), Пи (һан).

Ябай аныҡлау ғына етмәгән осраҡтар ҙа була (мәҫәлән, төрлө илдәрҙә йә илдең төрлө төбәгендә бер үк атамалы ике станция бар), ул саҡта йәйә эсендә өтөр аша өҫтәмә аныҡлау бирелә. Мәҫәлән: Ленин проспекты (метро станцияһы, Санкт-Петербург), Минкә (станция ҡасабаһы, Силәбе өлкәһе).

Бер төрлө исемле мәҡәләләрҙең өҫтөндә күп мәғәнәлелекте хәл итеү битенә һылтанма бирелә, уны {{башҡа мәғәнәләр}}, {{йүнәлтеү}} ({{redirect}}), {{башҡа атама}}, {{башҡа термин}} йә {{терминдың башҡа мәғәнәләре}} ҡалыптарының берәйһе ярҙамында ҡуялар (ентекләберәк: Википедия: Күп мәғәнәлелек#Башҡа мәғәнәләр).

Айырым осраҡтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше исемдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Биографик мәҡәләләр башҡорт телендәге Википедияла Фамилия Исем Атаһының исеме форматында ҡуйыла. Сит ил шәхестәре тураһындағы мәҡәләләргә Исем Фамилия йә Исем Урта исем Фамилия форматында (абруйлы сығанаҡтар күпселек осраҡта нисек йөрөтһә, шулай) бирелә.

Шәхестең киң билдәле исеме уның ысын фамилияһы менән кесерәйтеү формаһында бирелгән исеменән торһа һәм ул киң таралған булһа, уның тураһында мәҡәлә исемендә шул форма ҡулланыла (мәҫәлән: Билл Клинтон; Милла Йовович).

Шәхес үҙенең псевдонимы, ҡушаматы менән киң билдәлелек алһа һәм псевдоним, ҡушамат абруйлы сығанаҡтарҙа ла киң ҡулланылһа, уның тураһындағы мәҡәләгә исем шуның буйынса бирелә. Мәҫәлән, Эминем, Жамала.

Боронғо римляндарға арналған биографик мәҡәләләр Praenomen Nomen Cognomen Agnomen форматында исемләнә. Agnomen бөтә римляндарҙа ла булмаған. Шулай итеп, исемдәрҙең тура тәртибе һаҡлана. Мәҫәлән: Гай Юлий Цезарь. Әгәр мәҡәлә персонажы «ҡыҫҡартылған» исем менән киң билдәле булһа (мәҫәлән, ырыу исеме менән генә йә ҡушаматы менән), ул мәҡәләгә исем ителә. Мәҫәлән: Вергилий, Нерон.

Ҡытай исемдәренән яһалған мәҡәлә исемдәре Фамилия Исем тәртибендә яҙыла, сөнки ҡытайҙарҙа исем-фамилияның шундай тәртибе ҡабул ителгән. Мәҫәлән: Мао Цзэдун («Мао» — фамилия, «Цзэдун» — исем). Корей (Ким Чен Ир) һәм вьетнам исемдәре өсөн дә шул уҡ ҡағиҙә. Япон исемдәре Фамилия Исем тәртибендә яҙыла (Коидзуми Дзюнъитиро).

Ҡайһы бер илдәрҙә фамилия биреү ҡабул ителмәгән. Бындай осраҡта исем яҙыу тәртибе оригиналға тап килә.

Географик объекттар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл, диңгеҙ, йылға йә башҡа географик урын-ерҙең уникаль исеме булһа, мәҡәләгә шуның исеме аныҡлауһыҙ бирелә. Мәҫәлән: Байкал, ә Байкал күле йә Байкал (күл) түгел.

Географик объекттың атамаһы башҡа берәй объект атамаһына тап килһә, ҡайһыһы мөһимерәк һәм билдәлерәк икәнен хәл итергә кәрәк. Әһәмиәте яғынан ҡайтышыраҡ объект тураһындағы мәҡәлә исеменә аныҡлау ҡуйырға кәрәк була.

Күперҙәр, урамдар, проспекттар, майҙандар һ. б. атамаһында төрҙө белдергән һүҙҙән (аллея, бульвар, яр буйы, урам, шоссе һ. б.) башҡаларын, географик атамаларҙы яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҙур хәрефтән яҙырға кәрәк. Мәҫәлән: Октябрь проспекты (Өфө), Салауат Юлаев проспекты, Академик Королёв урамы, Баландин бульвары һ. б.

Программа яҙыу телдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Программа яҙыу телдәренең рус телендә күптән нығынғандары рус Википедияһында русса бирелә һәм башҡортсаһы ла шулай алына. Оригиналь латин хәрефле атамаларынан йүнәлтеүҙәр бирергә тәҡдим ителә.

Ләкин нығынып өлгөрмәгән атамалар (мәҫәлән, Java телен йә Джава, йә Ява, Python телен йә Питон, йә Пайтон тиҙәр) йә бөтөнләй булмағандары (мәҫәлән, C#, .NET Framework) оригиналь яҙылышта алына.

Дарыу препараттары тураһындағы мәҡәләләргә исем дарыуҙағы тәьҫир итеүсе матдәнең патентланмаған халыҡ-ара атамаһы буйынса бирелә.

Музыкаль әҫәрҙәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкаль әҫәрҙәр тураһындағы мәҡәләләргә уларҙың дөйөм ҡабул ителгән төп исеме буйынса исем бирелә. Әгәр бер үк исемле әҫәрҙәр булһа, йәйә эсенә композиторҙың фамилияһы ҡуйыла, мәҫәлән: 6-сы симфония (Малер). Әгәр «номерлы» әҫәрҙең альтернатив атамаһы булһа, мәҡәләгә номерлы исем бирергә лә альтернатив исемдән йүнәлтеү ҡуйырға мөмкин, мәҫәлән, Фортепиано өсөн 14-се соната (Бетховен) тигән мәҡәләгә «Айлы соната» тигән йүнәлтеү ҡуйырға була.

Спорт турнирҙары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Спорт турнирҙары тураһындағы мәҡәләләргә исем биргәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иғтибарға алыу фарыз:

  • Дөйөм осраҡтарҙа мәҡәләнең исеме ошолайыраҡ була: «Ҡатын-ҡыҙ командалары араһында футбол буйынса донъя чемпионаты, 2006/2007» йәки «Футбол буйынса чемпионат, 2006/2007 (ҡатын-ҡыҙҙар)».
  • Әгәр спорт төрөндә ярыштарҙы енес буйынса айырыу булмаһа йә улар әллә ни популяр булмаһа, енесте телгә алмағанда ла була.
    Мәҫәлән: «Художестволы гимнастика буйынса Испания чемпионаты, 1895».
  • Бөтә ҡалған осраҡтарҙа енесте күрһәтергә тәҡдим ителә.
  • Мәҡәлә исемендә йылдар ҡыя һыҙыҡ (слеш) менән айырыла, әммә текст эсендә башҡа варианттар ҙа мөмкин: ҡыҫҡа формат (2006/07) та, оҙон тире менән дә (2006—2007), тиреның ике яғында буш ара кәрәкмәй. Слеш урынына дефис һәм тире ҡулланып, йүнәлтеүҙәр ҙә эшләргә була.

Ҡалыптар һәм категориялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Навигация ҡалыптарында ғәҙәттә күплек ҡулланыла, мәҫәлән, {{Программа яҙыу телдәре}}. Әммә бөтә элементтарҙы ла солғаған берҙәм төшөнсә булған осраҡта, исем берлектә лә торорға мөмкин, мәҫәлән, {{Ҡояш системаһы}}.
  • Категориялар ҙа ошо ҡағиҙәгә буйһона һәм ғәҙәттә күплектәге исемдәрҙән тора, мәҫәлән, «Ҡалалар», ә «Ҡала» түгел. Дөрөҫөрәге, «Ҡала» тигән категория ла булырға мөмкин, тик ул конкрет ҡалаларға түгел, ҡала менән бәйле төшөнсәләргә ҡарата ҡулланыла, мәҫәлән — баш ҡала, урбанистика һ. б. Категорияларға исем биреүҙең башҡа үҙенсәлектәре лә бар.

Биологик таксондар һәм организмдарҙың башҡа төркөмдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Биологик таксондың абруйлы сығанаҡтарҙа сағылған башҡортса атамаһы булһа, мәҡәләгә шул исем бирелә. Таксондарҙың башҡортса атамаларына абруйлы сығанаҡтарҙан һылтанма мотлаҡ булырға тейеш, фәнни атамаларҙы үҙаллы тәржемә итеү оригиналь тикшеренеү тип һанала. Абруйлы сығанаҡтарҙа таксондың башҡортса бер нисә атамаһы булһа, мәҡәлә исеме һайлағанда мәҡәләгә исем биреүҙең дөйөм приницптарына таяналар. Таксондар тураһындағы мәҡәләгә башҡортса исем булмаған осраҡта, уны биологик номенклатура кодекстарының берәйһенә ярашлы формала алырға кәрәк.
  • Вирустар, вироидтар һәм сателлиттар тураһындағы мәҡәләләргә исем Халыҡ-ара вирустар таксономияһы комитеты версияһы буйынса бирелергә тейеш. Башҡортса атамалар ҡулланылһа, улар абруйлы сығанаҡтарға һылтанма менән раҫланырға тейеш.
  • Сорттар, сорт төркөмдәре, грекстар, гибридтар һәм химералар тураһындағы мәҡәләләрҙең исемдәре Халыҡ-ара культуралы үҫемлектәр номенклатураһы кодексына ярашлы хәлгә килтерелергә тейеш. Конкрет сорт, сорттар төркөмө һ. б. менән ауаздаш һәм ярайһы уҡ таныулы атама булған осраҡта, мәҡәләгә исем биреүҙең дөйөм принциптары ҡулланыла. Башҡортса атама ҡулланылғанда (ике осраҡта ла) улар ошо атаманы баҫтырып сығарған абруйлы сығанаҡтарға һылтанмалар менән раҫланырға тейешле. Сауҙа маркалары тамғаларын (™ һәм ®) ҡулланырға тәҡдим ителмәй.
  • Хайуан тоҡомдарының атамалары ла абруйлы сығанаҡтарға һылтанма менән бирелергә тейеш. Әгәр мәҡәлә исеменә аныҡлау талап ителһә, ул ике һүҙҙән — «тоҡом» һүҙенән һәм төп килештә күплектә торған хайуан атамаһынан торорға тейеш, мәҫәлән, Калифорния (кроликтар тоҡомо). Әгәр абруйлы сығанаҡта тоҡом атамаһы тик сифаттан йә сифат менән «тоҡомо» тигән һүҙҙән торһа, мәҡәләнең исеме итеп тә сифаттан һәм хайуандың берлектәге атамаһынан торған һүҙбәйләнеш алына.

Был ҡағиҙәнән ике сығарма бар — тауыҡтарҙың һәм һыйырҙарҙың тоҡомдары тураһындағы мәҡәләләрҙең исемдәренә аныҡлау ҡуйыла, мәҫәлән, Апшерон һарығы, әммә Орлов (тауыҡтар тоҡомо), Бестужев (һыйырҙар тоҡомо).

  • Башҡа таксонһыҙ организмдар төркөмдәре тураһындағы мәҡәләләргә исем башҡортса абруйлы сығанаҡтарҙа ҡулланылған атамаларға ярашлы бирелә.
  • Башҡортса атамалар өсөн «абруйлы сығанаҡтар» тип академик баҫмалар, ундайҙар булмаһа, фәнни-популяр әҙәбиәт һанала.

Текст символдары

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Символ мәҡәлә исеме итеп алынһа һәм уға оҡшаш башҡа символдар тураһында ла мәҡәләләр булһа, аныҡлау кәрәк булыуы ихтимал.
  2. Хәреф булмаған символдар башҡортса ҡабул ителгән атамаһы менән йөрөтөлә, ундай атама булмаһа — ул символ ҡулланылған телдәрҙәге атамаһының транскрипцияһы/тәржемәһе алына: «гачек» (чех телендәге диакритик билдә, хәреф башындағы ырғаҡ, мәҫәлән, č, ř, š, ž), «амперсанд» («һәм» теркәүесен алмаштырған «&»), «процент тамғаһы».
  3. Стандарт кириллицаның 26 хәрефе һәм башҡорт алфавитының 42 хәрефе үҙенсә атап йөрөтөлә. Ғәҙәттә уларға аныҡлау бирелмәй.
  4. Башҡа яҙмаларҙағы хәрефтәр тураһындағы мәҡәләләргә исем биргәндә ул символдарҙың башҡорт телендәге аталышында йә оригиналдан транскрипциялап/тәржемә итеп бирелә: «альфа», «ғайн», «пхиып».
  5. Атамаһы булмаған сит яҙма хәрефтәре тураһындағы мәҡәләгә исем хәрефтең яңғырашын башҡорт хәрефтәре аша тапшырыу юлы менән бирелә. Бындай мәҡәлә исеменә аныҡлау итеп яҙманың атамаһы бирелә ала.
  1. Правила употребления прописных и строчных букв // Правила русской орфографии и пунктуации. Полный академический справочник / Под ред. В.В. Лопатина]], ИРЯ РАН. — М.: АСТ, 2009.
  2. Розенталь Д. Э. Употребление прописных букв // Справочник по правописанию и литературной правке. Для работников печати. — М., 1967.