Ғажрәдиҙәр (ғәр. عجاردة‎‎; рус. Аджради́ты)  — хәрижиҙәрҙең уртаса фирҡәләренең береһе, нәждәттәрҙән айырылып сыҡҡандар.

Ғажрәдиҙәр
Кем хөрмәтенә аталған Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд
Нигеҙләүсе Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд

Нигеҙ һалыусыһы — Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд.

Фирҡәгә нигеҙ һалған Әбд әл-Кәрим ибн Ғажрәд нәждәттәргә ҡаршы сығыш яһаусылар араһында була. Ғәтиәт ибн әл-Әсүәд яғына күсеп, Систәнгә китеп бара[1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Әбд әл-Кәрим ибн Ғәжрәд башта Әбү Бәйһәс яҡлы була, әммә һуңынан унан баш тарта һәм үҙенең тәғлимәтен булдыра[2].

Ғажрәдиҙәр фирҡәһе

үҙгәртергә

Ғажрәдиҙәр фирҡәһе төрлө һорауҙарҙа айырым фекер йөрөткән ваҡ секталарға: сәлтиҙәр, мәймүниҙәр, хәмзиҙәр, хәләфиҙәр, әтрәфиҙәр, шөғәйбиҙәр, хәзимиҙәр төркөмдәренә тарҡала[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, 2007
  2. Мамиргов М. З. Аджрадиты // Книга исламских сект и вероучений. — М, 2007.
  3. Мамиргов М. З. Аджрадиты // Книга исламских сект и вероучений. — М, 2007.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Аджрадиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).