Калгари (ингл. Calgary [ˈkælɡ(ə)ri]) — Канаданың Альберта провинцияһындағы ҡала. Провинцияның көньяғындағы таулы-далалы өлөшөндә Канада ҡаялы тауҙары һыу айырғасынан көнсығышҡа ҡарай яҡынса 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Калгари
Нигеҙләү датаһы 7 ноябрь 1884
Рәсем
Рәсми атамаһы City of Calgary
Кем хөрмәтенә аталған Калгари[d][1]
Этнохороним Calgarian
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка
Дәүләт  Канада[1]
Административ-территориаль берәмек Альберта[d]
Сәғәт бүлкәте UTC−7[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Боу[d][1], Элбоу[d] һәм Glenmore Reservoir[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Calgary[d]
Хөкүмәт башлығы Гондек, Джоти[d]
Закондар сығарыу органы Городской совет Калгари[d]
Халыҡ һаны 1 306 784 кеше (2021)[2][3]
Ир-егеттәр 618 245[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 620 975[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1045 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Финикс[d], Тэджон[5][6], Наукальпан-де-Хуарес[d], Сараево, Дацин[7][8], Джайпур, Квебек[d] һәм Мазкерет-Батья[d]
Милке Скоушабэнк-Сэдлдоум[d], City of Calgary Water Centre[d], MNP Community & Sport Centre[d], Calgary City Hall[d] һәм Calgary Municipal Building[d]
Сиктәш Rocky View County[d], Тсу-Тина 145[d], Foothills County[d] һәм Честермир[d]
Майҙан 825,56 км²[9]
Почта индексы T1, T2 һәм T3
Рәсми сайт calgary.ca
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Тема иҡтисады economy of Calgary[d]
Демография темы demographics of Calgary[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1875
Число домохозяйств 466 725[4]
Урындағы телефон коды 403, 587 һәм 825
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Калгари[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Calgary[d]
Карта
 Калгари Викимилектә

2016 йылда Калгари ҡалаһында 1,235,171 кеше йәшәгән,[10] һәм ул халыҡ һаны буйынса илдә өсөнсө, Альбертала иң ҙур ҡала иҫәбенә инә.

Калгари ҡалаһының көндәлек эшмәкәрлеге башлыса нефть сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм туризмға бәйле. 1988 йылда ул Канадала Ҡышҡы Олимпия уйындары үткән тәүге ҡала була.

Тәүге күскенселәр

үҙгәртергә

Калгариға европалылар килгәнгә тиклем бында 11 000 йыл докловис халыҡтары йәшәй[11]. 1787 йылда картограф Дэвид Томпсон Боу йылғаһы буйында пиканы индеецтары менән ҡышлай. Ул ошо биләмәгә тәүге аяҡ баҫҡан европа кешеһе була. Ә 1873 йылда европалы Джон Гленн килеп урынлаша[12].

 
Калгари, 1885 йыл

Калгари районында Төньяҡ-Көнбайыш атлы полиция (хәҙер Канада короле атлы полицияһы) ойошторола. 1875 йылда булдырылған был пост виски һатыусы америка сауҙагәрҙәренән һәм тире кәсебенән һаҡлай. Башта ул Форт-Бризбуа (пост офицеры Эфран-А Бризбуа хөрмәтенә) тип атала, ләкин 1876 йылда полковник Джеймс Маклауд уны Форт-Калгари тип үҙгәртә. Калгари атамаһының нисек килеп сығыуы билдәһеҙ, әммә Малл утрауы музейында (Шотландия) gart kald боронғо исланд телендә «һалҡын баҡса» була тип аңлаталар. Бәлки был урынды викингтар шулай атағандыр[13]. Икенсе версия буйынса был атама гэль теленән Cala ghearraidh «туғай (көтөүлек) буйында» тигән төшөнсәнән килеп сыҡҡан.

1885 йылда Банф милли паркы ойошторола[14]. Ул Banff Springs ҡунаҡханаһы менән бөтә донъя туристарының яратҡан урынына әйләнә.

1883 йылда Канада Тымыҡ океан тимер юлы менән тимер юл станцияһы төҙөлгәс, Калгари сауҙа һәм ауыл хужалығы үҙәгенә әйләнә. Әлеге ваҡытта ла унда Canadian Railway Pacific төп идаралығы урынлашҡан.

1884 йылда Калгари муниципалитет (town) хоҡуғын ала һәм ҡала халҡы тәүге мэрҙы һайлай. Джордж Мердок 1894 йылда ҡала статусын (city) күтәрә[15]. Был районға тимер юл килеү менән Доминион хөкүмәте ерҙәрҙе арзан хаҡҡа көтөүлектәр өсөн ҡуртымға бирә башлай. Һөҙөмтәлә, ҡала тирәһендә малсылыҡ әүҙем үҫешә. Сауҙа һәм транспорт үҙәге булған Калгари тиҙҙән эре мал һатыу һәм ит сәнәғәте үҙәгенә әйләнә.

1896 йылдан 1914 йылға тиклем бында ер бушлай бирелеүгә бәйле бөтә донъянан күскенселәр күпләп килеп төпләнә. Калгари иҡтисадының төп өлөшө игенселек һәм малсылыҡ булып, уның киләсәген билдәләй. Бөтә донъяға билдәле калгари стампиды (ковбой родео-фестивале) элеккесә йыл һайын июль айында үткәрелә. 1912 йылда бай дүрт ранчо хужаһы тарафынан ойошторола башлаған был байрам бөгөн «асыҡ һауала үткәрелгән иң ҙур күркәм тамаша» булып һанала.

Нефть шауы

үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр Альбертала нефть1902 йылда асыла. Ул 1947 йылға тиклем уның тормошонда мөһим роль тотмай. Әммә күп нефть ятҡылыҡтары асыла башлағас, Калгари провинцияһында шау-шыу башлана. 1973 йылғы Ғәрәп нефть эмбаргоһына бәйле нефткә хаҡ ҡырҡа артыу менән ҡала иҡтисады бик тиҙ үҫешә башлай. 18 йыл эсендә ҡала халҡы 272 000 кешегә, артабанғы 18 йылда 345 000 кешегә арта (2007 йылда халыҡ һаны 1 020 000 кеше). Был мәлдә бейек йорттар йылдам үҫә.

Калгари иҡтисады нефть сәнәғәте менән ныҡ бәйле була, шуға күрә уға хаҡ төшә башлағас, эшмәкәрлек тә ҡырҡа кәмей. Әммә 1990 йылда ул нефткә бәйлелектән ситләшеп, тулыһынса иҡтисадын тергеҙә.

Яңы тарих

үҙгәртергә

Калгари нефть һәм газ көрсөгөнән һуң иҡтисадын төрлө яҡлап үҫтерә башлай. Был үҙгәреш 1988 йылда үткәрелгән XV ҡышҡы олимпия уйындары менән нығытылып ҡуйыла. Был сара ны бөтә донъяға таныта.

Калгари биҫтәләре

үҙгәртергә
 
Нью-Брайтон

Эшлекле өлөшө биш биҫтәнән тора: О-Клэр, Даунтаун-Уэст-Энд, Коммерция үҙәге, Чайнатаун һәм Даунтаун-Ист-Виллидж.

Эшлекле өлөшкә үҙәк өлөш биҫтәләре терәлә. Улар — Кресент-Хайтс, Хаунсфилд-Хайтс — Брайар-Хилл, Хилхерст — Саннисайд, Бриджленд, Ренфру, Маунт-Ройал, Мишн, Рэмсей һәм Инглвуд. Үҙәк өлөшө артабан төньяҡта Роуздейл һәм Маунт-Плезант; көнбайышта Боунесс, Паркдейл һәм Глендейл; көньяҡҡа Парк-Хилл, Саут-Калгари (Марда-Лупа), Бэнквью, Альтадор һәм Килларни; көнсығышҡа Форест-Лоун — Интернэшнл-Эвенюбиҫтәләре менән сиктәш. Башҡалары ҡала яны биҫтәләре тип һанала. Калгари ҡалаһының 180-дән ашыу айырым микрорайоныны бар.

 
Energy Suncor үҙәге

Спорт һәм ял

үҙгәртергә
 
Олимпия паркы
 
Скоушабэнк-Сэдлдоум

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә
 
Калгари стампидын үткәреү урыны
 
Стивен-авеню

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Getty Research Institute Getty Thesaurus of Geographic Names (ингл.)LA: Getty Research Institute, 1997.
  2. Перепись населения Канады (2021)
  3. https://www12.statcan.gc.ca/census-recensement/2021/dp-pd/prof/details/page.cfm?Lang=F&SearchText=Calgary&GENDERlist=1,2,3&STATISTIClist=1&DGUIDlist=2021A00054806016&HEADERlist=1
  4. 4,0 4,1 4,2 2016 Calgary Profile: Chapter 1 — 2017.
  5. https://www.daejeon.go.kr/english/EngSisterCities.do?menuSeq=7028
  6. https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1738
  7. https://www.canadainternational.gc.ca/china-chine/bilateral_relations_bilaterales/twinning_relationships_relations_jumelage.aspx?lang=eng#cn-nav
  8. http://hlj.sina.com.cn/news/b/2018-06-20/detail-ihefphqk1691433.shtml
  9. Population and dwelling counts, for Canada, provinces and territories, and census subdivisions (municipalities), 2016 and 2011 censuses – 100% data — 2019.
  10. Alberta municipal censuses, 2016 — Wikipedia
  11. Cite web|title=Archaeology Timeline of Alberta|url=https://www.ucalgary.ca/~walde/testtime.html%7Carchiveurl=https://www.webcitation.org/65OBL3egF?url=http://people.ucalgary.ca/~walde/testtime.html%7Carchivedate=2012-02-12%7Cauthor=University(недоступная ссылка) of Calgary|authorlink=Калгарийский университет
  12. Alberta Tourism, Parks, Recreation and Culture. The Glenns. Архивировано 27 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. (недоступная ссылка — история)
  13. Музей Малла (Тобермори, остров Малл, Шотландия).
  14. Parks Canada - Cave and Basin National Historic Site. Pc.gc.ca (21 май 2010). Архивировано 12 февраль 2012 года.
  15. City of Calgary. Historical Information. Архивировано 12 февраль 2012 года. (недоступная ссылка — история)