Һамаҡ
Һамаҡ — көйләп әйтелгән шиғри һүҙ[1]. Һамаҡ асылда "һымаҡ" һүҙенән алынған һәм халыҡ телендә "кеүек", "төҫлө" мәғәнәһендә ҡулланыла. Мәҫәлән, берәү бер нәмәне үҙе аңлар-аңламаҫ йәки ышандырмаҫлыҡ дәлилдәр менән һөйләһә, тыңлаусы уға иғтибар итмәй. Шул уҡ хәбәрҙе икенсе ерҙә раҫланған формала ишетһә:"әйтәм, бая теге бер нәмәне һамаҡлап маташа ине, дөрөҫ икән!" - тиҙәр.
Халыҡ ижадындағы һамаҡ билдәле бер көйгә оҡшай. Һамаҡтың эстәлеге ысынбарлыҡтан йыраҡ тора һәм, шуның менән, фантастик әкиәттәргә оҡшаш. Эстәлеге менән һамаҡлап әйтелгән әкиәттәр үҙенең эпик һыҙаттарын юғалта. Һамаҡ жанры барлыҡҡа килә. Һамаҡ жанры әкиәттәре: "Аҡһаҡ ҡола", "Заятүләк менән Һыуһылыу" һ.б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Өфө- 1995 йыл.ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0 (2-се китап)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)