Но́бель пре́мияһы (швед. Nobelpriset, ингл. Nobel Prize) — күренекле фәнни тикшереүҙәр, асыштар һәм мәҙәниәт һәм йәмғиәт үҫешенә баһалап бөткөһөҙ индергән өлөш өсөн бирелә торған халыҡ-ара премия. Әҙәбиәт, фән һәм тыныслыҡ өлкәһендә бирелә. Премия 1895 йылда Нобель Фондын ойошторған Альфред Нобель тарафынан булдырыла. Күптәр өсөн Нобель премияһын алыу мөһим ваҡиға булып тора.[1] Нобель премияһын алған кешеләрҙе «Нобель лауреаттары» тип атайҙар.

Нобель премияһы лауреатына бирелә торған миҙал

Һәр лауреат миҙал, диплом һәм, суммаһы йылда үҙгәреп торған, аҡса ала.[2] 1901 йылда, Нобель лауреатына 150,782 SEK бирелгән, 2007 йылдың декабрендә 7,731,004 SEK. 2008 йылда еңәүселәргә 10,000,000 SEK бирелгән.[3] Наградалар Стокгольмда 10 декабрҙә, Нобелдең хәтер көнөндә, тапшырыла.[4]

 
Альфред Нобель

Альфред Нобель 1833 йылдың 21 октябрендә Стокгольмда, Швецияла, инженерҙар ғаиләһендә тыуған [5]. Ул химик, инженер һәм уйлап сығарыусы булған. 1894 йылда Нобель Бофорс тип аталған ҡорал эшләп сығарыусы ҙур металлургия концернына эйә булған. Үҙ ғүмерендә Нобель ҙур мөлкөт туплаған. Килемдең күп өлөшөн ул үҙенең 355 уйлап сығарыуҙарына алған, шулар араһында иң билдәлеһе — динамит[6][7].

1888 йылда Альфред Нобелды фәндә «тереләй күмделәр». Канны ҡалаһында Нобелдың бер туғаны — Нобель Людвиг Эммануил улы вафат булған, һәм репортёрҙар, хаталанып, гәзиттә ағаһының түгел, Альфред Нобелдың вафаты тураһында иғлан баҫтырғандар. Француз гәзитендә «Үлем менән һатыу итеүсе үлгән» тигән атама менән сыҡҡан некрологты уҡығас, Нобель бынан һуң, кешелек үҙен ниндәй итеп хәтерләр тигән ҡаты уйға батҡан. Бынан һуң ул үҙенең васыятын үҙгәртергә булған[8]. 1896 йылдың 10 декабрендә Альфред Нобель Италиялағы Сан-Ремо виллаһында, мейеһенә ҡан һауып, вафат булған[9].

Альфреда Нобелдың 1895 йылдың 27 ноябрендә төҙөгән васыяты 1897 йылдың ғинуарында иғлан ителгән[10][11]:

 
Нобелдың васыяты
«Минең бар булған күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәтем васыятымды үтәүселәрем тарафынан аҡсаға әйләндерелергә, һәм шулай йыйылған капитал ышаныслы банкка урынлаштырылырға тейеш. Һалынған аҡсаларҙан алынған килем ағымдағы йылда кешелеккә иң ҙур файҙа килтергән шәхестәргә йыл һайын премиялар тапшырыусы фонд иҫәбенә инергә тейеш… Алынған проценттарҙы биш өлөшкә бүлергә һәм мотлаҡ түбәндәгесә тәғәйенләргә: бер өлөшө — физика өлкәһендә иң мөһим асыш эшләүсегә һәм уйлап сығарыусыға; икенсеһе — химия өлкәһендә иң мөһим асыш эшләүсегә һәм камиллаштырыусыға; өсөнсөһө — физиология йә медицина өлкәһендә иң мөһим асыш эшләүсегә; дүртенсеһе — идеалистик йүнәлештәге бөйөк әҙәби әҫәр ижад итеүсегә; бишенсеһе — милләтте берләштереүгә, ҡоллоҡто юҡҡа сығарыуға йә булған армиялар һанын кәметеүгә һәм, тыныслыҡ конгрестарын уҙғарыуға ярҙам итеп, әһәмиәтле өлөш индереүсегә… Премия тапшырғанда кандидаттарҙың милләтенә иғтибар итмәү — минең айырым бер теләгем…»

Был васыят башта икеләнеп ҡабул ителгән. Нобелдың күп һанлы туғандары үҙҙәрен өлөштән мәхрүм ителгән итеп тойған, шуға васыятты ғәмәлдән сыҡҡан тип таныуҙы талап иткән. Фәҡәт 1897 йылдың 26 апрелендә генә Норвегия Стортингы уны раҫланған [12]. Нобелдың ихтыярын үтәүселәр, секретарь Рагнар Сульман һәм адвокат Рудольф Лилеквист, уның васыятын тормошҡа ашырыуҙы хәстәрләүсе һәм премияларҙы тапшырыуҙы ойоштороусы Нобель фондын булдырған[13].

Нобелдың күрһәтмәләренә ярашлы, Нобель тыныслыҡ премияһын тәғәйенләү буйынса Норвегия Нобель комитеты яуаплы, уның ағзалары 1897 йылдың апрелендә, васыят ғәмәлгә инеү менән, үҙ көсөнә ингән. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, башҡа премияларҙы ла тапшырыусы ойошмалар билдәләнгән. 7 июндә Каролин институты физиология йә медицина өлкәһендә Нобель премияһын тапшырыу буйынса яуаплы; 9 июндә Швед академияһы әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһы тапшырыу хоҡуғын алған; 11 июндә Швед король фәндәр академияһы физика өлкәһендә Нобель премияһы тапшырыу һәм химия өлкәһендә Нобель премияһы тапшырыу буйынса яуаплы итеп танылған[14]. 1900 йылдың 29 июнендә Нобель премияһы финанстары менән идара итеү һәм Нобель премияларын тапшырыу маҡсатында Нобель фондына нигеҙ һалынған[15]. Нобель фондында премия тапшырыуҙың нигеҙ принциптары тураһында килешеүгә өлгәшелгән, һәм 1900 йылда яңы ғына булдырылған фонд уставын король Оскар II раҫлаған[16]. 1905 йылда швед-норвегия унияһы юҡҡа сығарылған. Шул мәлдән бирле Норвегия Нобель комитеты Нобель тыныслыҡ премияһын тапшырыу буйынса яуаплы, ә башҡа швед ойошмалары ҡалған премиялар буйынса яуаплы [17].

2018 йылда Швед король фәндәр академияһы бөтә тарих дауамында, тоҡанып киткән ғауға скандал арҡаһында әҙәбиәт өлкәһендә премия тапшырыуҙан баш тартты. Элегерәк әҙәбиәт өлкәһендә премияны Беренсе донъя һуғышы (1914—1918 йй.), Икенсе донъя һуғышы (1941—1943 йй.) осоронда һәм 1935 йылда, бер ниндәй ҙә лайыҡлы кандидат булмау сәбәпле, тапшырмағандар. Академиия ҡарары буйынса, 2019 йылда бер үк ваҡытта 2 премия — шуның береһе 2018 йылғы ғауға арҡаһында бирелмәй ҡалғаны өсөн — тапшырыласаҡ[18].

Премия ҡағиҙәләре

үҙгәртергә

Премия тапшырыу ҡағиҙәләрен тәртипкә һалыусы төп документ булып Нобель фонды статуты тора.

Премия менән, учреждениелар түгел, фәҡәт айырым шәхестәр генә (тыныслыҡ премияларынан тыш) бүләкләнеүе мөмкин. Тыныслыҡ премияһы айырым шәхестәргә лә, рәсми һәм йәмәғәт ойошмаларына ла тапшырылыуы мөмкин.

Статуттың 4-се §-ына ярашлы, бер үк ваҡытта бер йәки ике эш дәртләндерелеүе мөмкин, һәм шулай уҡ бүләкләнеүселәрҙең дөйөм һаны өстән дә артырға тейеш түгел[19]. Был ҡағиҙә 1968 йылда ғына индерелгән булһа ла, ул де-факто һәр саҡ үтәлеп килгән[20]. Шул уҡ ваҡытта аҡсалата премия лауреаттар араһында түбәндәгесә бүленә: башта премия тигеҙ итеп эштәр, ә һуңынан тигеҙ итеп авторҙар араһында бүленә. Шулай итеп, ике асыштың береһен ике кеше үтәгән булһа, тимәк, ике төрлө ике асыш өсөн бүләкләнгәндә, ошо ике кандидат премияның 1/4 өлөшөнә лайыҡ тип таныла. Әгәр бер асышты ике йә өс кеше яһаған булһа, барыһына ла тигеҙ (шуға ярашлы премияның 1/2 йә 1/3 өлөшө) бүленә.

Шулай уҡ 4-се §-та, премия шәхес вафат булғандан һуң да, бирелеүе мөмкин тип яҙылған. Әммә, претендент премияны иғлан иткәндә (ғәҙәттә октябрҙә) тере булған булып та, тапшырыу церемонияһына саҡлы (ағымдағы йылдың 10 декабре) вафат булып ҡалһа, премия барыбер һаҡлана[19]. Был ҡағиҙә 1974 йылда ҡабул ителгән, уға тиклем дә премия вафат булғандан һуң ике тапҡыр: 1931 йылда Эрик Аксель Карлфельдт һәм 1961 йылда Даг Хаммаршёльдҡа тапшырылған[21]. Ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы, 1996 йылдың октябрендә премия тапшырылғандан һуң бер нисә көн үтеүгә яҡты донъянан китеп барған Уильям Викри премияға лайыҡ булып ҡалған. Әммә 2011 йылда ҡағиҙәнән тайпылыу күҙәтелгән, Нобель комитеты ҡарары менән Ральф Стейнман медицина өлкәһендә Нобель премияһы менән, тапшырыу мәлендә нобель комитеты уны тере икән тип уйлаһа ла, ысынында иһә вафат булғандан һуң бүләкләнгән[22].

Статуттың 5-се §-на ярашлы, премияға күрһәтелгәндәр араһында комтитет ағзалары тап килгән кешене тапмаған осраҡта, бер кемгә лә бирелмәүе мөмкин. Был осраҡта приз аҡсалары киләһе йылға саҡлы һаҡлана. Әгәр премия икенсе йылға ла тапшырылмаған хәлдә, аҡса Нобель фондының ябыҡ резервына тапшырыла[19].

Премия категориялары һәм лауреаттар

үҙгәртергә

Нобель был турала васыят итмәһә лә,Швеция банкының Нобель исемендәге Иҡтисад өлкәһендәге премияһын ҡайһы саҡта Иҡтисад буйынса Нобель премияһы тип атайҙар, Был премияны 969 йылда Швецария Иҡтисад фәндәре банкы бирә башлай. Был премияны Нобель ҡарар итмәгән, уның өсөн аҡса ҡалдырмаған, шуға күрә был Нобель премияһы түгел, ләкин әһәмиәте буйынса ул башҡа Нобель премияларына тиң.

Нобель фонды

үҙгәртергә

Нобель фонды 1900 йылда хөкүмәттекенә ҡарамаған бойондороҡһоҙ хосуси ойошма булараҡ булдырылған, уның башланғыс капиталы 31,6 млн швед кронаһына (хәҙерге хаҡтар менән был сумма яҡынса 1,65 млрд кронға тиң) булған. Лауреаттарға премиялар ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүҙән килгән проценттарҙан түләнә. Фондтың төп бурысы булып Альфред Нобелдың күпселеген Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Баҡы нефть ятҡылыҡтарынан туплаған мөлкәте менән идара итеү тора. Баҡы предприятиелары компанияның тәьҫир итерлек финанс һөҙөмтәләренең һәм Альфред Нобель вафат булғандан һуң Нобель премияһы фондын булдырыуҙың төп производство базаһы булып торған да инде. Приз фондын булдырғанда байлыҡ 31 миллион швед кронаһына тиң булған икән, шуға ярашлы, ошо ҙур сумманың 12%-нан артығы баҡы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт емеше[23].[24][25]

Нобель премияһы күләме

үҙгәртергә

Тәүге премиялар 150 000 крон (2009 йылдағы хаҡтар менән 7,87 млн крон) тәшкил иткән. 1980-се йылдарҙа премия яҡынса 880 000 крон (2010-сы йылдар башы курсына ҡарата иҫәпләгәндә — яҡынса 350 000 АҠШ доллары) тәшкил иткән. 1990-сы йылдарҙа премия күләме һиҙелерлек күтәрелгән. 2015 йылдың декабренә ҡарата фонд капиталы 4,065 млрд швед кронаһына тиң, ә премия күләме 8 млн швед кронаһын тәшкил итә[26], һәм был яҡынса 1,1 млн АҠШ долларына тиң.

  • 1992 йылда — 1,04 млн АҠШ доллары $
  • 2000 йылда — 0,9 млн АҠШ доллары $
  • 2003 йылда — 1,34 млн АҠШ доллары $
  • 2004 йылда — 1,46 млн АҠШ доллары $
  • 2005 йылда — 1,25 млн АҠШ доллары $
  • 2006 йылда — 1,45 млн АҠШ доллары $
  • 2007 йылда — 1,56 млн АҠШ доллары $
  • 2008 йылда — 1,25 млн АҠШ доллары $
  • 2009 йылда — 1,45 млн АҠШ доллары $
  • 2010 йылда — 1,5 млн АҠШ доллары $[27]
  • 2011 йылда — 1,4 млн АҠШ доллары $
  • 2012 йылда — 1,2 млн АҠШ доллары $
  • 2015 йылда — 950 тыс. АҠШ доллары $
  • 2016 йылда — 1,1 млн АҠШ доллары $
  • 2017 йылда — 1,1 млн АҠШ доллары $
  • 2019 йылда — 1,1 млн АҠШ доллары $

2012 йылда Нобель премияһы күләме 20 процентҡа — 1,1 млн долларға тиклем кәмегән. Бындай ҡарар 2012 йылдың июнендә Нобель фонды директорҙары кәңәшмәһендә ҡабул ителгән. Фонд етәкселеге, был сара алдағы йылдарҙа ойошманың капиталы ҡыҫҡарыуҙы урап үтергә ярҙам итәсәк, тип фекер йөрөткән. Фондтың ңлатмаһында заявление әйтелгәнсә, капитал менән идара итеү «премияны туҡтауһыҙ тапшырыу мөмкинлегенә йүнәтелергә тейеш». «Нобель фонды премия күләме оҙаҡ йылдар дауамында юғары кимәлдә һаҡланыуы өсөн яуаплы», — тип билдәләне фондтың башҡарма директоры Ларс Хайкенстен. Һуңғы йылдарҙа капиталды файҙаланыуҙан алынған килем күләме премияның аҡсалата өлөшөн, тапшырыу тантанаһына церемония сығымдарын, шулай уҡ административ аппаратҡа түләүҙе ҡапларға ла етмәй ине. Фондтағы сығымдарҙы йылдамлатыу маҡсатында, премияның күләмен ҡыҫҡартыуҙан тыш, башҡа ипләп тотоноу саралары ҡабул итеүҙе лә вәғәҙә итә[28].

Башҡаларҙан айырылып торған лауреаттар

үҙгәртергә

Бер нисә премия алған лауреаттар

үҙгәртергә

Нобель премияһы ойошторолған ваҡыттан алып, дүрт кеше ике тапҡыр Нобель премияһына лайыҡ була:[29]

Төркөм булараҡ Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте (International Committee of the Red Cross - ICRC) Нобель премияһына өс тапҡыр лайыҡ була: 1917, 1944, 1963 йылдарҙа. Беренсе ике премия һуғыш ваҡытындағы эшмәкәрлеген таныу хөрмәтенә, өсөнсөһө йәмғиәттең 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә.

Ҡасаҡтар буйынса Берләшкән Милләтәр ойошмаһының (БМО) Юғары комиссары Нобель премияһын ике тапҡыр ала: 1954 һәм 1981 йылда.

Бер ғаиләнән лауреаттар

үҙгәртергә

Ҡайһы бер ғаиләләр бер нисә тапҡыр лауреат булалар.[29]

Төшөрмәләр һәм иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Nobel Prizes cannot be awarded posthumously (to people who are no longer living).
  2. The Nobel Prize. Nobel Foundation. Дата обращения: 27 ноябрь 2008.
  3. The Nobel Prize Amounts. Nobel Foundation. Дата обращения: 27 ноябрь 2008. Архивировано 31 июль 2008 года.
  4. The Nobel Prize Award Ceremonies. Nobel Foundation. Дата обращения: 27 ноябрь 2008. Архивировано 22 август 2008 года.
  5. Levinovitz, 2001, p. 5
  6. Levinovitz, 2001, p. 11
  7. Нобеля премии // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
  8. Golden, Frederic. The Worst And The Brightest, Time magazine, Time Warner (16 October 2000). 9 апрель 2010 тикшерелгән. 2020 йыл 11 ноябрь архивланған.
  9. Sohlman, R. The Legacy of Alfred Nobel – The Story Behind the Nobel Prizes. — The Nobel Foundation, 1983. — P. 13.
  10. Календарь знаменательных дат. Ноябрь. compuart.ru. Дата обращения: 15 февраль 2019.
  11. От динамита до «Виагры». Коммерсантъ. Дата обращения: 28 июнь 2012. Архивировано 9 август 2012 года.
  12. Levinovitz, 2001, pp. 13–25
  13. Abrams I. The Nobel Peace Prize and the Laureates. — Watson Publishing International, 2001. — P. 7–8. — ISBN 978-0-88135-388-4.
  14. Crawford E. T. The Beginnings of the Nobel Institution – The Science Prizes, 1901–1915. — First. — Maison des Sciences de l'Homme & Cambridge University Press, 1984. — P. 1. — ISBN 978-0-521-26584-3.
  15. Levinovitz, 2001, p. 14
  16. AFP Alfred Nobel's last will and testament. The Local (5 октябрь 2009). Дата обращения: 11 июнь 2010. Архивировано 9 август 2012 года.
  17. Levinovitz, 2001, pp. 13—25
  18. Шаталов, Никита. Нобелевскую премию по литературе в 2018 году не вручат. В Шведской академии кризис (4 май 2018). 18 май 2018 тикшерелгән.
  19. 19,0 19,1 19,2 Statutes of the Nobel Foundation. Нобелевский фонд. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.
  20. What the Nobel Laureates Receive. Нобелевский фонд. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.
  21. Nomination FAQ. Нобелевский фонд. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.
  22. Канадский учёный станет лауреатом Нобелевской премии посмертно, Lenta.ru (3 октябрь 2011). 5 апрель 2012 тикшерелгән.
  23. Kjell Aleklett. Peeking at Peak Oil. — Springer Science & Business Media, 2012-05-19. — 345 с. — ISBN 9781461434245.
  24. Товарищество братьев Нобель - HisDoc.Ru История России в документах - публикация (ингл.). www.publishernews.ru. Дата обращения: 19 октябрь 2017.
  25. Visions of Azerbaijan Magazine ::: THE NOBEL PRIZE FUND - CREATED IN BAKU  (рус.), Visions of Azerbaijan Magazine. 19 октябрь 2017 тикшерелгән.
  26. The Nobel Prize Amounts (инг.)
  27. Динамика кросс-курса Шведской кроны к Доллару США. Справка 2010 йыл 29 декабрь архивланған. (недоступная ссылка с 15-05-2013 (4195  дня) — история)
  28. Размер Нобелевской премии уменьшился… // ИТАР-ТАСС, 12 июня 2012.
  29. 29,0 29,1 Nobel Prize facts, nobelprize.org , accessed 18 October 2007.
  30. See «Preface» 2012 йыл 11 октябрь архивланған., «The Peace Prize…» 2007 йыл 17 декабрь архивланған. and «Linus Pauling: awards, honors, and medals» 2007 йыл 8 февраль архивланған., Linus Pauling and the nature of the chemical bond: a documentary history ; Linus Pauling and the international peace movement ; Ava Helen and Linus Pauling papers : Special Collections , the Valley Library, Oregon State University, accessed 13 December 2007.
  31. 31,0 31,1 Physiology or Medicine prize 1959, nobelprize.org , accessed 14 January 2008

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Нобелевская премия