Гонио ҡәлғәһе
Гонио ҡәлғәһе | |
груз. გონიოს ციხე | |
Культура | Боронғо Рим |
---|---|
Дәүләт | Грузия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Батуми һәм Хелвачаурский муниципалитет[d][1] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d][1] |
Оҙонлоҡ | 222 метр[2] |
Киңлек | 195 метр[2] |
Майҙан | 4,75 гектар[2] |
Указания, как добраться | სოფ. გონიო[1] |
Гонио ҡәлғәһе Викимилектә |
Гонио ҡәлғәһе - (рус. Крепость Гонио, абх. Аҧсартәи абааш. груз. გონიოს ციხე, боронғоса Апсаре, Апсара йәки Аспарунт) Рим империяһының Аджариялағы форпосы булған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гонио ҡәлғәһе Ҡара диңгеҙ ярында, Батумиҙан 15 км көньяҡтараҡ, Чорохи йылғаһы тамағында төҙөлгән. Ауыл Төркиә сигенән 5 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғәнең абхазса атамаһы Аҧсартәи абааш был халыҡтың үҙатамаһынан килеп сыҡҡан - "аҧс`ар", йәғни абхаздар[3]
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғә атамаһын тәүге тапҡыр Кесе Плиний телгә алған ( б.э.т. I быуат).
Беҙҙең эраның II быуатында иһә ул Колхидалағы бик яҡшы нығытылған ҡала булған инде. Һуңғараҡ Византия йоғонтоһона эләгә.
«Гонио» атамаһы тәүге тапҡыр XIV быуатта трапезунд тарихсыһы Михаил Панарет тарафынан телгә алына. Күпмелер ваҡыт бында Генуя сауҙаһы үткәрелгән урын була.
1547 йылда Гонио Оттоман империяһының өлөшөнә әүерелә, был 1878 йылға тиклем дауам итә. Тап шул йылда Сан-Стефано килешеүенән һуң Аджария Рәсәй империяһы составына инә.
Ҡала шулай уҡ театры һәм ипподромы менән билдәле. Бынан тыш ҡәлғәлә билдәле ун ике апостолдың береһе Матфий Апостол ерләнгән булыуы ихтимал тип һанала, әммә грузин хөкүмәте уның ҡәбере янында ҡаҙыныу эштәре алып барыуҙы тыя. Мәгәр Рим осорона ҡараған башҡа урындарҙа ҡаҙыныу үткәрелә.
Гониоға хәҙерге ваҡытта туристар ағымы артҡандан-арта. Тбилисиҙа йәшәүселәр йәй көндәрендә Батумиҙыҡына ҡарағанда таҙараҡ тип һаналған ҡомлоҡтарҙа ҡыҙынырға ярата (Батуми ҡәлғәнән 15 км төньяҡтараҡ урынлашҡан).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=239 — 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Kakhidze A., Mamuladze S., Inaishvili N., Tavamaishvili G., Khalvashi M., Kakhidze E., Ebralidze T., Varshalomidze I. Recent archaeological finds in Gonio-Apsarus (ингл.) // Pont Euxin et commerce : la genèse de la "route de la soie". Actes du IXe Symposium de Vani (Colchide, 1999) — 2002. — P. 251. — ISBN 2-84627-079-1
- ↑ Zurab Papaskiri Зураб Папаскири. Находил ли Иванэ Джавахишвили этническое различие между т.н. «древними» и «новыми» абхазами.pdf (инг.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kakhidze, Emzar, Recent Archaeological Finds in Apsarus. Third International Congress on Black Sea Antiquities, 2005. (инг.)
- Pictures of Gonio castle (инг.)
- Kakhidze E. Apsaros: A Roman Fort in Southwestern Georgia // Meetings of Cultures in the Black Sea Region: Between Conflict and Coexistence / Eds. P. G. Bilde and J. H. Petersen. Aarhus, 2008 (Black Sea Studies, 8), 303—332; http://www.pontos.dk/publications/books/bss-8-files/bss-8-16-kakhidze 2011 йыл 16 март архивланған..