Джохор
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Гимн: |
Lagu Bangsa Johor | ||
Статус |
Малайзия штаты | ||
Берләштерә |
10 район | ||
Административ үҙәк | |||
Султан | |||
Баш министр | |||
Халҡы (2010) |
3 348 283 (2 урын) | ||
Тығыҙлығы |
176,35 кеше/км² (9 урын) | ||
Майҙаны |
18 987 км² (5 урын) | ||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге • Иң бейек нөктәһе |
| ||
Ваҡыт бүлкәте |
+8 | ||
Аббревиатура |
JH | ||
Код ISO 3166-2 |
MY-01 | ||
Рәсми сайты | |||
Джохор (мал. JohorJohor, джави:جوهور) — Малайзиялағы солтанлыҡ, федерацияға ингән малайзия штаты, коды JH, административ үҙәге Джохор-Бару. Унда халыҡ-ара аэропорттарҙың береһе — Сенай урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны буйынса Малайзия штаттары араһында бишенсе урынды, халыҡ һаны буйынса икенсе урынды биләй. Малакка ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Штаттың иң бейек нөктәһе — Леданг Гунунг (1276 м.) тауҙары. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — яҡынса 400 км. Климаты — экваториаль, муссонлы. Яуым-төшөм йылына уртаса 1778 мм тәшкил итә, уртаса йыллыҡ температура: 26 — 28 °С.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джохор атамаһы фарсы телендәге «jowhar», «gowhar» «аҫыл таштар» һүҙбәйләнешенән алынған.
Солтанат XVI быуат башында XVI Шах солтан Мәхмүт шаһтың улы, һуңғы солтан Малакка тарафынан португалия баҫҡынсыларынан ҡасып ҡотолғандан һуң нигеҙләнә.
Солтанлыҡ Риау и Паханг архипилагтарын яулап ала, унда урындағы идара башлыҡтары ебәрә. Шулай итеп Джохор империя булараҡ киңәйә һәм үҫә. Джохор солтанаты һәр ваҡыт һөжүмдәр алып бара, тик Малакканы кире ҡайтара алмай. Португалияның 130 йыл буйы хакимлығы ваҡытында, португалдарға боғаҙҙы контролдә тоторға ҡамасаулай.
1641 йылда Джохор голландтар менән союзға инә, тик шунан һуң ғына голландтар Малакканы яулап ала. Артабан Джохорҙың ҡеүәте шулай уҡ низағтарҙан яфа сигә көсһөҙләнә һәм ҡеүәтен юғалта .
1864—1895 йылдар осоронда солтанлыҡта власҡа Әбү Бакар килә . Уның аҡыллы етәкселеге, уйланылған сәйәсәте һәм инглиздәр менән мөнәсәбәтте Сингапур илен именлеккә һәм сәскә атыуға килтерә. «Яңы Джохорҙың атаһы» титулын алыуға өлгәшә.
1914 йылдан илдә Кэмпбелл британия илдәре кәңәшсеһе эшләй башлай.
Джохор-Бару ҡалаһы Малай ярым утрауында, Икенсе Бөтә донъя һуғышы осоронда Малай операцияһы ваҡытында япондар биләгән һуңғы ҡала булған. Ошо ерҙән генерал Томоюки Ямасита Сингапурҙы яулап алыу операцияһы менән етәкселек иткән.
1948 йылда Джохор Малай федерацияһына ингән. 1957 йылда бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Джохор солтандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүт- шаһ (1511—1528)
- Ғәләүетдин Риайат- шаһ (1528—1564), алдағы шаһтың кесе улы
- Мозафар-шаһ (1564—1580), алдағы шаһтың улы
- Ғәбделҡадир әл-Йәлил- шаһ (1580), алдағы шаһтың кейәүе
- Ғәбделҡадир әл-Риайат Йәлил — шаһ (1580—1597), алдағы шаһтың атаһы
- Ғәләүетдин Риайат-II шаһ (1597—1613), алдағы шаһтың улы
- Абдаллаһ Хаммайат-шаһ (1613—1623), алдағы шаһтың ағаһы
- Ғәбделҡадир әл-Жәлил-II шаһ (1623—1677) Ғәләүетдин Риайат-шаһ II -нең улы
- Ибраһим шаһ II (1677—1688), Хаммайат Абдаллаһ-шаһтың ейәне
- Мәхмүт-II шаһ (1685—1699), алдағы шаһтың улы
- Ғәбделҡадир әл-Риайат Жәлил-II шаһ (1699—1718), Ғәбделҡадир әл-Маджид Хабибтең улы
- Ғәбделҡадир әл-Рахмат Жәлил-шаһ (1718—1722), алдағы шаһтың кейәүе
- Бадр арбаусы ал-Алам-шаһ (1722—1760), Ғәбделҡадир әл-Жәлилов Риайат-II шаһтың улы
- Ғәбделҡадир әл-Жәлилов Муаззам-шаһ (1760—1761), алдағы шаһтың улы
- Риайат әхмәт-шаһ (1761), алдағы шаһтың улы
- Мәхмүт Риайат-шаһ (1761—1812) алдағы шаһтың туғаны
- Ғәбделҡадир әл-Рахман Муаззам-шаһ (1812—1819), алдағы шаһтың улы
- Ғәбделҡадир әл-Рахман (1819—1825), Кечилдең улы, Абд әл-Джамал ейәне, Ғәбделҡадир әл-Жәлил Риайат-II шаһтың улы Ғәббәстең бүләһе, (1699—1718)
- Ибраһим (1825—1862), алдағы шаһтың улы
- Бакар аба (1862—1895), алдағы шаһтың улы
- Ибраһим шаһ II (1895—1959), алдағы шаһтың улы
- Исмәғил-шаһ (1959—1981), алдағы шаһтың улы
- Искәндәр мәхмүт әл-Хаж (1981—2010), алдағы шаһтың улы
- Ибраһим Исмәғил (2010 йыл),алдағы шаһтың өлкән улы
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Штат 10 районға бүленә:
- Джохор Бар 1817,8 км², 1064 881 кеше
- Понтиан 919,5 км², 143 729 кеше 1
- Кота Тингги 3488,7 км², 192 220 кеше
- Клуанг 2851,8 км², 254 631 кеше
- Сегамат 2851,26 км², 178 620 кеше
- Муар 2346,12 км², 328 695 кеше
- Бату Пахат 1878 км², 335 368 кеше
- Мерсинг 2838,6 км², 67 557 кеше
- Кулаиджая 750,9 км², 246 721кеше
- Леданг 967,6 км², 58 501 кеше
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, штаттың халҡы 2,75 миллион кеше тәшкил итә. Шуларҙың 54 проценты — малайлылар, 35 проценты — ҡытайҙар, 7 % — һиндтар, 4 % — башҡа халыҡтар. 2010 йылдың күрһәткестәре буйынса, халыҡ һаны 3 348 283, халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 176,35 кеше/км².
Төп ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джохарҙа тыуған күренекле эшмәкәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдул Азиз Исхаҡ, журналист, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре
- Фаша Сандха, актриса, фотомодель.
- Бакар в В Абас Әбү, ғалим, яҙыусы
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рус сәйәхәтсеһе һәм этнографы . Н. Н. Миклухо-Маклай 1875—1876 йылдарҙа малайзия ярымутрауында сәйәхәт ваҡытында бер аҙ ваҡыт джохор солтан һарайында йәшәй.
- Штаттың иң бейек нөктәһе — Леданг тауҙары малайҙың «Леданг тауҙары Принцессаһы» тигән билдәле мифында иҫкә алынған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джохор // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Рыжов, К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. XV—XX вв. — М. : Вече, 2004. — С. 544.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джохор империяһы
- Джохор Картаһы 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.