Сид Чарисс
Сид Чарисс | |
ингл. Cyd Charisse | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Tula Ellice Finklea |
Тыуған көнө | 8 март 1922[3] |
Тыуған урыны | Амарилло[d], Техас, Америка Ҡушма Штаттары |
Вафат булған көнө | 16 июнь 2008[4][2][1][…] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d][5] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты[5] |
Ерләнгән урыны | Кладбище Хилсайд[d] |
Хәләл ефете | Тони Мартин[d] |
Туған тел | инглизсә |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | актёр, балет артисы, театр актёры, телевидение актёры, кино актёры |
Уҡыу йорто | Hollywood Professional School[d] |
Әүҙемлек урыны | Америка Ҡушма Штаттары[6] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Республиканская партия[d] |
Сәләмәтлек торошо | Полиомиелит |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сид Чарисс Викимилектә |
Сид Чарисс (ингл.Cyd Charisse, ысын исеме Тула Эллис Финкли (Tula Ellice Finklea); 8 март 1922 йыл[7] — 17 июнь 2008 йыл) — Америка балеринаһы һәм театр һәм кино актрисаһы. Монте-Карлоның Рус балеты труппаһында бейей, һуңынан 1940 йылдар башында кинола эшләй башлай. Фильм-мюзиклдарҙа Фред Астер, Джин Келли, Дэн Дэйли һ.б. кеүек партнерҙар менән төшә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сид Чарисс булараҡ билдәле Эллис Финкли Амарилло (Техас) ҡалаһында, ювелир Эрнст Финкли һәм уның ҡатыны Лила Норвуд ғаиләһендә тыуа. Һигеҙ йәштән ҡыҙ балет менән шөғөлләнә башлай. Атаһы ҡыҙының мауығыуын хуплай, хатта уның бүлмәһенә балет станогы һәм ҙур көҙгө ҡуя[8]. Тиҙҙән ғаилә Голливудҡа күсеп килә, унда Сид Hollywood School Professional мәктәбендә уҡый башлай. 12 йәшенән бер йыл дауамында ул Лос-Анджелеста бейеүсе Нико Чарисс студияһында шөғөлләнә. Һуңыраҡ уның педагогтары араһында Адольф Больм һәм Бронислава Нижинская була. 1937 йылда ул «Монте-Карлоның Рус балеты» труппаһына инә һәм уның менән бергә АҠШ буйлап гастролдәр башлай. Шул ваҡыттың йолалары буйынса «урыҫ» псевдонимдары аҫтында, башта Наташа Тулалис[9], артабан Истомина Мария һәм Сидорова Фелия булараҡ сығыш яһай.
1939 йылда Cид атаһын юғалта, шуға күрә АҠШ-та тотҡарлана, шул ваҡытта бөтә труппа Европаға китә[8]. Шул уҡ йылда ул Нико Чариссҡа кейәүгә сыға. Һуғыш башланыу менән АҠШ-ҡа кире ҡайта. Сәхнәне ҡалдырып, үҙен Голливудта һынап ҡарарға итә. 1941 йылда Лили Норвуд исеме аҫтында (Сид әсәһенең ҡыҙ фамилияһын ала) ул башта эпизодтарҙа бейеүсе булараҡ кинола төшә башлай. 1942 йылда титрҙарҙа күрһәтелеп тәүге ролен ала, һуңынан «Миссия в Москву» (1943) фильмында балерина Галина Уланова ролен башҡара. 1946 йылда MGM студияһы уның менән контрактҡа ҡул ҡуя. Ошо ваҡыттан алып иренең фамилияһына бала саҡта ағаһы биргән ҡушаматты (ҡыҫҡаса ингл. sister — «Сис») ҡушып Сид Чарисс булараҡ төшә башлай[9]. Тәүге роле «Девушки Харви» фильмында Дебора Эндрюс була(1946).
Актрисаға популярлыҡты «Поющие под дождем» (1952) фильмы килтерә, ул унда «Бродвейская мелодия» бейеү сюитаһында Джин Келлиҙың партнеры сифатында төшә. Шул уҡ йылда Сид Чарисстың аяҡтары 5 миллион долларға страховкалана (Гиннестың рекордтар китабы мәғлүмәттәре буйынса шул йылдарҙа иң юғары суммалы страховка). Шул уҡ ваҡытта MGM етәкселеге уны төп бейеү йондоҙо — Фред Астерҙың партнеры итергә ҡарар итә. 1953 йылда улар бергә «Театральный фургон» фильмында төшә: «Танцуя в темноте» бейеү эпизоды Астер ҡуйған шул уҡ исемле йырға Голливуд киноһы тарихында иң билдәле бейеүҙәрҙең береһе булып китә[9]. Астер үҙе партнерын тапҡыр итеп «бейеүсе динамит» тип атай.
Һуңынан Чарисс Астер менән дә, Джин Келли менән дә киноға төшә. Шулай уҡ -ваҡыт ваҡыты менән «бейеүһеҙ» («Девушка с вечеринки», 1958; «Две недели в чужом городе» һәм «Что-то должно случиться», 1962) ролдәр ала. 1958 йылда Парижға совет министрлығы тарафынан ебәрелгән комиссар Нина Ющенко ролен (романтик комедия «Шелковые чулочки», 1957) башҡара һәм был комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Алтын глобус» премияһына номинациялана.
Киномюзикл осоро тамамланыу менән элегантлы һәм үҙен үҙе тәьмин итә алырлыҡ «хәтәр ҡатын» амплуаһында сығыш яһап, детективтарҙа төшә башлай. Голливудта кәрәкле булыуына ҡарамаҫтан, 1963 йылда төнгө клуб асҡан икенсе ире Тони Мартин менән бергә сығыш яһай. Уның менән бергә сит илдәргә гастролдәргә сыға. Шулай уҡ төбәк труппаларҙың драматик постановкаларында уйнай, әммә Бродвейҙа бары тик 1992 йылда, уны «Гранд-отель[en]» мюзиклының яңыртылған актёрлыҡ составына саҡырғандан һуң, 71 йәшендә беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда ул Лилиан Монтевеккиҙы алмаштыра. People журналына биргән интервьюһында Чарис Бродвейҙа бейеүгә маҡсатына ирешә алмаған ине — һәм ниһайәт унда булыуы шәп, тип әйтә[9].
Лос-Анджелес та йөрәк ауырыуынан вафат була.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда Европа буйлап гастролдәр ваҡытында Сид Чарисс үҙенең педагогы, Лос-Анджелес бейеү студияһы хужаһы Нико Чариссҡа кейәүгә сыға. 1941 йылда улар бергә Rumba Serenade фильмының бейеү эпизодында күренә. Уларҙың уртаҡ балалары — улдары Нико «Ники» Чарисс була. 1947 йылда парҙар айырылыша, айырылышҡандан һуң да Сид үҙенә иренең фамилияһын ҡалдыра.
1948 йылда актриса ҡабаттан португал-йәһүд сығышлы Голливуд йырсыһы һәм актёры Тони Мартинға кейәүгә сыға. Никах актрисаның 2008 йылда вафатына тиклем 60 йыл дауам итә һәм бәхетле була. Тони Мартиндан улы Мартин тыуа. Тони шулай уҡ Сидтың беренсе никахынан булған улын уллыҡҡа ала. 1976 йылда ирле-ҡатынлылар уртаҡ The Two of Us автобиографияһын баҫтырып сығара.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1941 — Rumba Serenade, «Поэма», «Я знал, что так будет», «Кто-нибудь звонил?» фильмдарында эпизодтар
- 1942 — Magic of Magnolias, This Love of Mine фильмдарында эпизодтар
- 1943 — Лили, Something to Shout About
- 1943 — балерина Галина Уланова, «Миссия в Москву»
- 1943 — Thousands Cheer
- 1946 — «Безумства Зигфилда[en]»
- 1946 — Дебора Эндрюс, «Девушки Харви[en]» (һүҙҙәр менән беренсе роле)
- 1946 — Three Wise Fools
- 1946 — Танцовщица в мюзикле «Роберта», «Пока плывут облака[en]» (партнёр — Говер Чэмпион)
- 1947 — Кончита, «Фиеста»
- 1947 — Ариан Буше, «Неоконченный танец[en]» (1937 йылғы «Умирающий лебедь[en]» фильмының ремейкы)
- 1948 — Ивонн Торро, On an Island with You
- 1948 — «Фиеста» күренешендә бейеүсе, The Kissing Bandit
- 1948 — Марго Грант, Words and Music
- 1949 — East Side, West Side
- 1949 — Напряжённость / Tension — Мэри Чэнлер
- 1951 — Мануэла де Васкес, Mark of the Renegade
- 1952 — «Поющие под дождём» фильмының «Бродвейская мелодия» күренешендә бейеүсе (партнёр — Джин Келли)
- 1952 — Индианка, The Wild North
- 1953 — Лола де Торрано, «Сомбреро[en]»
- 1953 — Габриель Жерар, «Театральный фургон» (Тони Хантер — Фред Астер, Майкл Кидд хореографияһы)
- 1953 — камео, Easy to Love
- 1954 — Фиона Кэмпбелл, «Бригадун» (Томи Олбрайт — Джин Келли)
- 1954 — Вставной номер, «Глубоко в моём сердце[en]»
- 1955 — Джеки Лейтон, «Всегда хорошая погода[en]»
- 1956 — «Встречай меня в Лас-Вегасе[en]»
- 1957 — Нина Ющенко, «Шёлковые чулочки» (1939 йылғы «Ниночка» фильмының ремейкы, Стив Кенфилд — Фред Астер; был роль өсөн «Золотой глобус» премияһы номинацияһы)
- 1958 — Twilight for the Gods
- 1958 — Девушка с вечеринки / Party Girl — Викки Гэй
- 1960 — Вдова, «Раз, два, три, четыре, или Чёрные чулочки[en]» (фильм-балет Теренса Янга, хореография Ролана Пети)
- 1961 — Five Golden Hours
- 1962 — Две недели в чужом городе[en]
- 1962 — «Что-то должно случиться» ( Мэрилин Монроның вафатына бәйле тамамланмаған)
- 1965 — Шелли Норт, «Убийство в Риме[en]»
- 1966 — «Глушители[en]»
- 1967 — Луиза Хендерсон, «Марокко 7[en]»
- 1973 — Film Portrait (документаль фильм)
- 1976 — камео, «Вон Тон Тон — собака, которая спасла Голливуд»
- 1978 — Атсил, «Вожди Атлантиды»
- 1985 — телесериал «Она написала убийство» ( II миҙгелдең 1-се күренеше)
- 1989 — Private Screening
- 1994 — «Это шоу-бизнес[en]», III өлөшө (Metro-Goldwyn-Mayer студияһының 70-йыллығына документаль фильм)
Театрҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монте-Карлоның Рус балеты
- Давид Лишин постановкаһында Прокофьевтың «Блудный сын» ё5ёре буйынса
- «Спящая красавица», П.И. Чайковский
- Бродвейҙа
- 1992 — прима-балерина Елизавета Грушинская, «Гранд-отель», 1989 йылғы мюзикл ( Зина Бетьюн менән сиратта)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1976 — The Two of Us, Тони Мартин менән берлектә яҙылған автобиография.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 — сәнғәт өлкәһендә АҠШ-тың Милли миҙалы
- 2006 — Профессиональ бейеүселәр йәмғиәтенең Gypsy Lifetime Achievement Award (Professional Dancers Society)[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #134608038 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ http://variety.com/2008/film/news/dancer-film-icon-cyd-charisse-dies-1117987611/
- ↑ 5,0 5,1 https://www.npr.org/templates/story/story.php?storyId=91620768
- ↑ https://www.acmi.net.au/creators/76842
- ↑ The Oxford Dictionary of Dance
- ↑ 8,0 8,1 Jan Onofrio. Texas Biographical Dictionary. — Somerset Publishers, Inc, 2002. — С. 38—39.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Liz Sonneborn. A to Z of American Women in the Performing Arts. — 2001. — 840 с. — ISBN 9780403099924.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 8 мартта тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Техаста тыуғандар
- 16 июндә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Лос-Анджелеста вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 17 июндә вафат булғандар
- XX быуат актрисалары
- АҠШ мюзиклдары актрисалары
- АҠШ кинематографы актрисалары
- АҠШ театры актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- XX быуат балет артистары
- АҠШ балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары